БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.35K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Республикала 500 000 һумлыҡ грант булдырылды

Башҡортостанда патриотик тәрбиә биреү буйынса иң яҡшы белем биреү ойошмаларына грант тапшырыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Киләһе йылдан 500 мең һумлыҡ 10 грант бирелә. Еңеүселәр Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән конкурс һөҙөмтәләре буйынса асыҡлана. Башҡортостанда быйыл патриотик тәрбиә буйынса закон ҡабул ителде. 2027 йылға тиклем иҫәпләнгән республика программаһы әҙерләнә.
Башҡортостан спорт биналары төҙөү һәм төҙөкләндереү өсөн федераль субсидия ала

Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, төбәктәргә спорт инфраструктураһы булдырыу өсөн 9 миллиард һум йүнәлтелә. Беҙҙең республикаға 24 миллион һум тапшырыла. Башҡортостанда киләһе йылда “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумы уҙа. Спорт объекттары һаны буйынса республика илдә Мәскәүҙән ҡала икенсе урында килә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәмәғәтселеге генерал-лейтенант Артур Әхмәтхановты иҫкә алды

Артур Фәрүәз улына 15 ноябрҙә 61 йәш тулған булыр ине. Генерал-лейтенанттың ҡәберенә сәскә һалыу сараһында яҡындары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре Артур Әхмәтхановтың, ҡайҙа ғына эшләһә лә, коллегалары алдында һәр ваҡыт абруйы юғары булыуын билдәләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө икенсе халыҡ-ара Евразия эске медицина табиптары форумын ҡабул итте

«Торатау «Конгресс-холы»на донъя төбәктәренән төрлө йүнәлештәге табиптар, аспиранттар һәм өлкән курс студенттары йыйылды. Ғилми программала Татарстан, Силәбе, Ульяновск өлкәһе һәм Рәсәй субъекттары ведомстволарының штаттан тыш 20 белгесе ҡатнаша.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры изгелек акцияһына ҡушылды

Хоспис пациенттарына - гәзит-журналдар. Изгелек акцияһына ярашлы ташламалы хаҡ менән республика баҫмаларына яҙылып хоспис пациенттарына бүләк яһарға мөмкин. Акцияға Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры ҡушылды. Айрат Рәхмәтуллин балалар баҫмаһына яҙылып кескәй пациенттарға әҫәрҙәр уҡыны.
Өфөлә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры алдында биләмә яңыртыла

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 118 миллион һум тотонола. Әле биләмә 45 процентҡа әҙер. Бында Рәсәй һәм Башҡортостандағы танылған һәйкәлдәр һәм тәбиғәт ҡомартҡыларының бәләкәй күсермәләре урынлаштырыла. Мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһе, “Ватан-Әсә саҡыра” һәйкәле, Исаакий ҡорамын күрергә була. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында төҙөкләндереү йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры гастролдәре башланды

Өфөлә Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры гастролдәре башланды. Стәрлетамаҡтар баш ҡала тамашасыһына «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» драмаһын һәм «Минең ҡатынымдың исеме Морис» комедияһын тәҡдим итә. «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» спектакле кавалерия дивизияһы менән бергә утты-һыуҙы кисеп ҡайтҡан ат тураһында, әҫәрҙең авторы Мөнир Ҡунафин, режиссеры Айҙар Зарипов. Сәхнәлә ат яҙмышы аша яу һәм тыл ҡаһармандарының кисерештәре сағылдырыла.
Башҡортостандан өс ҡала һәм бер ауыл федераль конкурста еңеү яулап грант отто

Мәскәүҙә “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” тигән Бөтә Рәсәй конкурс һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар. Быйыл 78 төбәктән 1 мең 300-ҙән ашыу заявка ҡабул ителгән. Төрлө номинацияларҙа Октябрьский ҡалаһы – беренсе, Стәрлетамаҡ һәм Учалы – дүртенсе, Асҡын районы Ҡашҡа ауылы – икенсе урын алды. Лауреаттарға федераль бюджеттан биләмәләрҙе тәртипкә килтереү өсөн аҡса тапшырыла. Былтыр Бөтә Рәсәй конкурсында республиканан өс ауыл биләмәһе еңеү яулағайны.
1
Баҡалы районында яңы ФАП асылды

Иҫке Әзмей ауылында медицина учреждениеһы "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса төҙөлгән. Бында күрше ауылдар халҡына ла ярҙам күрһәтелә. Фельдшер-акушер пункты 443 кешене хеҙмәтләндерә. Быйыл Башҡортостанда 75 яңы ФАП төҙөү маҡсаты ҡуйылған, тип белдерҙе Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Федераль проект ил президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса булдырылды.
Әбйәлил районы Асҡар ауылында балалар поликлиникаһы төҙөлә

Медицина учреждениеһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү программаһына ярашлы һалына. Проект буйынса, бинала консультация-диагностика, профилактика, административ-хужалыҡ бүлектәр һәм көндөҙгө стационар урынлаша. Балаларға һәм ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар булдырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы киләһе йылдың ғинуар-февралендә файҙаланыуға тапшырыла

Был турала Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында белдерҙе. Төбәк башлығы төп инфраструктура проекттары менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллинды таныштырҙы. Осрашыуҙа транспорт объекттарында эште ваҡытында финанслау һәм Башҡортостандың федераль үҙәк менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров илдең сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашты

Башҡортостан Рәсәйҙең сит илдәр менән үҙ-ара килешеп эшләүенә, хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индерә. Был турала илдең сит ил эштәре министры Сергей Лавров төбәк башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа билдәләне. Һөйләшеүҙә Башҡортостандың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре ҡаралды. Был төбәк үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе.
Шулай уҡ Сергей Лавров Радий Хәбировҡа илдең сит ил эштәре Министрлығының «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә индергән өлөшө өсөн» билдәһен тапшырҙы
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ирекмәндәре яугирҙар өсөн гуманитар ылау әҙерләй

Өфө ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар өсөн «ҡоро» душ эшләп оҙата. Губкаға махсус гель ҡушып эшләнгән бүләк ир-егеттәргә әҙ генә һыу ҡулланып, ялан шарттарында йыуынырға мөмкинлек бирә. Изгелек акцияһына Башҡорт дәүләт педагогия һәм медицина колледжы студенттары ла ҡушылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың йәш геройҙары баш ҡаланың йәмәғәт ярҙамы штабында тәбрикләнде

Башҡортостан башлығы гранты сиктәрендә тормошҡа ашырылған проект ҡаһарманлыҡ күрһәткән йәш быуынды хуплауға йүнәлтелгән. Уттан, һыуҙан ҡотҡарыусылар менән бергә, беренсе медицина ярҙамын күрһәтеүселәр ҙә айырым билдәләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың йәш геройҙары баш ҡаланың йәмәғәт ярҙамы штабында тәбрикләнде

Башҡортостан башлығы гранты сиктәрендә тормошҡа ашырылған проект ҡаһарманлыҡ күрһәткән йәш быуынды хуплауға йүнәлтелгән. Уттан, һыуҙан ҡотҡарыусылар менән бергә, беренсе медицина ярҙамын күрһәтеүселәр ҙә айырым билдәләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыулысылар көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан Республиканың йыйылыу пунктында тантаналы митинг үтте. Сара буласаҡ ил һаҡсыларын әрме сафына тантаналы оҙатыу менән тура килде. Егеттәр алдында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, төбәктең хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич, дини конфессиялар вәкилдәре, хәрби хеҙмәт ветерандары сығыш яһап изге теләктәрен еткерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Гүзәл Хамматоваға арналған ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте

Өфөлә тел белгесе, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзаһы Гүзәл Хамматоваға арналған ҡәҙер һәм хәтер кисәһе үтте. Ошо көндәргә уға 70 йәш тулған булыр ине.
1
Башҡортостан йыл аҙағына тиклем тағы ла 10 мәктәп автобусы ала

Республика Башлығы Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙә хәбәр итә. Ул белдереүенсә, балаларҙы йөрөткән транспорт ГЛОНАСС системаһы һәм тахографтар менән йыһазландырылған. Уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бөтә саралар ҡаралған. Яңыраҡ мәктәптәргә ГАЗ, УАЗ һәм ПАЗ маркалы 39 автобус тапшырылды.
👍2
Өфөләге 147-се мәктәп "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы" конкурсында еңеү яуланы

Ул халыҡ һаны миллиондан артҡан ҡалаларҙағы учреждениелар араһында иң яҡшыһы тип танылды. Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылы мәктәбе ауыл белем усаҡтары араһындағы конкурста өсөнсө урын алды. Шулай уҡ Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназияһы ике номинацияла лауреат тип танылды, махсус дипломға лайыҡ булды. Конкурс еңеүселәре Мәскәүҙә бүләкләнде.
Өфөлә төп яңы йыл ҡаласыҡтары өсөн 41 миллион һум аҡса бүленә

Байрам майҙансыҡтарын ойоштороусыға шундай контракт тәҡдим ителә. Боҙ ҡаласыҡтар Конгресс-холл янында һәм Ленин исемендәге майҙанда була. Бында боҙҙан һындар ҡуйыла, һырғалаҡ эшләнә. Байрам биләмәләре 22 декабргә тиклем әҙер булырға тейеш. Бынан тыш улар ғинуар аҙағына тиклем тәртиптә тотола, февралдә боҙ ҡаласыҡтар һүтелә.