БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.37K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Республика парламентында эксперт советтары булдырыла

Улар даими комитеттар янында эшләп килә, тине спикер Константин Толкачев. Тәүге советтар ойошторолған. Мәғлүмәт сәйәсәте буйынса советты депутат Шамил Вәлиев етәкләй. Спорт буйынса совет етәксеһе вазифаһын Рөстәм Әхмәҙинуров алды. Дин эштәре буйынса советты Вячеслав Пятков, Мәғариф буйынса советты Айбулат Хажин етәкләне.
Өфө халыҡ-ара бизнес аҙналығына әҙерләнә

Ул 22 ноябрҙә башлана һәм өс көн дауам итә. Быйыл форумда Ҡытай, Ҡаҙағстан Үзбәкстан, Беларусь Төркиә, Иран һәм башҡа дәүләт вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә. Өфө ҙур халыҡ-ара саралар уҙғарыу урынына әүерелә, тип яҙа социаль селтәрҙә Премьер-министр Андрей Назаров. Был сара ла ҙур һөҙөмтә бирергә тейеш, Башҡортостандың халыҡ-ара майҙанда тағы нығыныуы көтөлә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда илһөйәрлек тәрбиәһен ойоштороуға грант булдырыла

Яртышар миллиондан 10 грант. Башҡортостан башлығы киләһе йылдан республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында илһөйәрлек тәрбиәһен ойоштороуға грант булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, уҡыу йылы һөҙөмтәләренән сығып 500 мең һумлыҡ 10 грант бүлеү ҡарала. Еңеүселәр мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған конкурс нигеҙендә һайлап алына.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан мәктәптәре техника паркын яңырта

Бөгөн республиканың төрлө райондарында урынлашҡан 39 белем усағы яңы автобус алды. Транспорт сараһы асҡыстарын мәктәп директорҙарына Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин тапшырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай ҡалаһы ағинәйҙәре яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләй

Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай биҫтәһе ағинәйҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам әҙерләй. Көн һайын яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләнә, йылы кейемдәр тегелә, ризыҡ әҙерләнә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Үзбәкстанда 30 йылдан ашыу башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге уңышлы эшләп килә

Бөгөн тарихи ватанынан алыҫта йәшәгән милләттәштәребеҙ ниндәй уйҙар менән, нисек көн итә? Киләһе репортаж ошо хаҡта.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда юғары класс уҡыусыларына хәрби пилот булыу хаҡында һөйләнеләр

Күсмә асыҡ ишектәр көнө. Воронеж ҡалаһындағы «Профессор Николай Жуковский һәм Юрий Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы» Башҡортостанда ҡунаҡта. Хәрби уҡыу-ғилми үҙәге Өфө фән һәм технологиялар университеты нигеҙендә асыҡ ишектәр көнөн уҙғарҙы. Белем усағы Хәрби һауа-йыһан көстәренә белгестәр әҙерләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә үҙенсәлекле балалар араһында үткән республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Өфөлә үҙенсәлекле балалар араһында «Ушинскийҙың әкиәтле дәрестәре» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурс 2006-сы йылдан бирле үткәрелә. Унда 17 йыл эсендә 2 меңгә яҡын бала ҡатнашҡан. Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге Республика һуҡырҙар китапханаһы башланғысы менән ойошторолған сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
Хөкүмәт электр самокатын йөрөтөүселәргә штрафтар тураһында башланғысты хупланы

Проект Федерация Советында әҙерләнгән. Уға ярашлы, иҫерек килеш велосипедта йә электр самокатында йөрөүселәргә 30 мең һумға тиклем штраф һалына. Бер электр самокатында ике кеше йөрөһә, улар 3 мең һум түләргә тейеш була.
Башҡортостанда 2024 йылға йәшәү минимумы раҫланды

Ул 1 ғинуарҙан 13 мең 753 һум була. Хеҙмәт йәшендәге халыҡ өсөн сумма 14 мең 991, хаҡлы ялдағыларға - 12 мең 530, балаларға - 13 мең 340 һум булараҡ ҡабул ителде. Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәшәү минимумы аҙ тәьмин ителгән ҡатламдың йәшәү кимәлен билдәләү өсөн ҡулланыла. Ошо күрһәткестән сығып дәүләт социаль ярҙамы тәғәйенләнә.
Дыуанда һәм Сибайҙа модулле мәшғүллек үҙәктәре төҙөлә

Әле буласаҡ биналарҙың дизайн-проекты эшләнә. Тиҙ арала һалынған биналар яңы талаптарға яуап бирә. Модулле объекттар төҙөлөшөнә киткән сығымдарҙың яртыһы Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан бүленә. Проект илдә тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда тормошҡа ашырыла. Биналарҙы асыу сараһына ведомство етәксеһе Антон Котяковтың килеүе көтөлә. Киләһе йылда республикала бөтә мәшғүллек үҙәктәре яңыртыла.
Башҡортостан Газа секторына гуманитар ылау ебәрә

Әле 23 тонна медицина препараттары, аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-яраҡтары һәм кейем тупланған. Ярҙам “Башсельхозтехника” логистика үҙәгендә йыйыла. Әйберҙәрҙе шулай уҡ республика мосолмандар диниә назаратында тапшырырға була. Финанс ярҙамды “Иман – Башҡортостан” хәйриә фондына күсерергә мөмкин. Әле иҫәптә 1 миллион һумдан ашыу аҡса тупланған.
Республиканың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең "Ынйы бөртөктәре" донъя күрҙе

Ошондай атамалы китапҡа заман, тормош һәм кеше һәм яҙмыштарына бағышланған шиғырҙар тупланған. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала йыйынтыҡ менән таныштырыу сараһы үтте. Әҙип мәктәп уҡыусылары һәм студенттарға шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе."Ынйы бөртөктәре" йыйынтығы 1 мең данала нәшер ителгән. Ул республика китаханаларына таратыла. Ҡәләм оҫтаһы менән осрашыуҙар артабан да дауам итә.
Башҡортостанда тоҡомло малсылыҡ өсөн 400 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған

Уның ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленгән. - Тоҡомло малсылыҡ өсөн бындай ярҙам киләсәктә лә дауам итәсәк. Эштең һөҙөмтәһе бар. Һәр һыйырҙан уртаса 6 мең 594 килограмм һөт һауыла. Был 2018 йыл менән сағыштырғанда 22 процентҡа күберәк. Тоҡомло мал булған предприятиеларҙа һөҙөмтәләр яҡшыраҡ, - тине вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Әле республикала тоҡомло малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе 80-дән ашыу предприятие бар.
Бөгөн Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы көнө

Был дата Рәсәйҙә 1992 йылда булдырылды. Законға ярашлы, Рәсәй армияһына мотлаҡ саҡырыуға ярашлы 18-ҙән 27 йәшкәсә егеттәр алына. Башҡортостандан көҙгө саҡырылышта 4 мең самаһы кеше хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Кампания 31 декабргә тиклем дауам итә. Мотлаҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәй.
Республикала 500 000 һумлыҡ грант булдырылды

Башҡортостанда патриотик тәрбиә биреү буйынса иң яҡшы белем биреү ойошмаларына грант тапшырыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Киләһе йылдан 500 мең һумлыҡ 10 грант бирелә. Еңеүселәр Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән конкурс һөҙөмтәләре буйынса асыҡлана. Башҡортостанда быйыл патриотик тәрбиә буйынса закон ҡабул ителде. 2027 йылға тиклем иҫәпләнгән республика программаһы әҙерләнә.
Башҡортостан спорт биналары төҙөү һәм төҙөкләндереү өсөн федераль субсидия ала

Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, төбәктәргә спорт инфраструктураһы булдырыу өсөн 9 миллиард һум йүнәлтелә. Беҙҙең республикаға 24 миллион һум тапшырыла. Башҡортостанда киләһе йылда “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумы уҙа. Спорт объекттары һаны буйынса республика илдә Мәскәүҙән ҡала икенсе урында килә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәмәғәтселеге генерал-лейтенант Артур Әхмәтхановты иҫкә алды

Артур Фәрүәз улына 15 ноябрҙә 61 йәш тулған булыр ине. Генерал-лейтенанттың ҡәберенә сәскә һалыу сараһында яҡындары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре Артур Әхмәтхановтың, ҡайҙа ғына эшләһә лә, коллегалары алдында һәр ваҡыт абруйы юғары булыуын билдәләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө икенсе халыҡ-ара Евразия эске медицина табиптары форумын ҡабул итте

«Торатау «Конгресс-холы»на донъя төбәктәренән төрлө йүнәлештәге табиптар, аспиранттар һәм өлкән курс студенттары йыйылды. Ғилми программала Татарстан, Силәбе, Ульяновск өлкәһе һәм Рәсәй субъекттары ведомстволарының штаттан тыш 20 белгесе ҡатнаша.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры изгелек акцияһына ҡушылды

Хоспис пациенттарына - гәзит-журналдар. Изгелек акцияһына ярашлы ташламалы хаҡ менән республика баҫмаларына яҙылып хоспис пациенттарына бүләк яһарға мөмкин. Акцияға Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры ҡушылды. Айрат Рәхмәтуллин балалар баҫмаһына яҙылып кескәй пациенттарға әҫәрҙәр уҡыны.