БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.38K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда транспортты газ яғыулығына күсереү бара

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл бының өсөн 89 миллион һум бүленгән. Меңдән ашыу машина газ ҡуллана башларға тейеш. Эшҡыуарҙар өсөн субсидиялар ҡаралған, зәңгәр яғыулыҡҡа күсеү сығымдараның бер өлөшө ҡаплана. Мәғлүмәттәр менән ведомство сайтында танышырға мөмкин.
Донбасс балаларына һәм яугирҙәргә Яңы йыл бүләктәре

Республикала “Донбасс балаларына һәм яугирҙәргә Яңы йыл бүләктәре” тигән акция иғлан ителде. Уны Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт берлеге уҙғара. Ойошма рәйесе Тимерйән Рәжәпов белдереүенсә, балаларға татлы күстәнәстәр, уҡыу кәрәк-яраҡтары, яһалма шыршылар тапшырырға була. Һалдаттар өсөн йылы кейем, аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, генератор һәм моторлы бысҡылар туплана. “Әйберҙәрҙе баш ҡаланың Достоевский урамындағы 106-сы йортта йыябыҙ”, - ти Тимерйән Рәжәпов. Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Ветеран Башкортостана” газетаһының рәсми сайтында танышырға мөмкин.
👍2
"Өфө" футболсылары быйылғы һуңғы уйынында еңеү яуланы

Рәсәй беренселегенең икенсе лигаһында көҙгө этап тамамланды. "Өфө" Ростов өлкәһенән "Чайка" менән осрашты һәм 2-1 иҫәбенә еңде. Башҡортостан командаһы икенсе урын алды, чемпионаттың яҙғы этабында Беренсе лигаға сығыу өсөн көрәште дауам итәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров колледждарҙа бюджет урындарын арттырыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты

Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү учреждениеларында предприятиелар ихтыяжына ҡарап бюджет урындарын арттырыу кәрәклеген белдерҙе. Импортҡа алмаш, сәнәғәттә модернизациялау барған осорҙа кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Ошо һәм башҡа проблемалар хаҡында аҙналыҡ оперативканан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан йөҙөнсө гуманитар конвой тәғәйен урынға барып етте

Башҡортостандан йөҙөнсө гуманитар конвой Донбасҡа тәғәйен урынға барып етте. Юбилейлы ылауҙы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев оҙатып барҙы.
🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта 3Д-принтер ярҙамында хәрбиҙәргә ҡулайламалары әҙерләйҙәр

Стәрлетамаҡта 3Д-принтер ярҙамында гранаталарҙы теүәл ташлау ҡулайламалары етештерелә. Әлегә «ҡанаттарҙың» тәүге партияһы махсус хәрби операция биләмәһендә үҙен яҡшы һынатҡан. Пластиктан етештерелгән бәләкәй деталдәрҙең ҡайҙа һәм нисек ҡулланылыуы тураһында киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тегенселәр ғәскәре бер «армиялыҡ» хәрбиҙәрҙе кейендергән

Бер йыл эсендә «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ» хәрәкәте 45 меңдән ашыу әйбер тегеп оҙатҡан. Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен шаяртып «теген ғәскәрҙәре» тип атай.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт филармонияһында Радик Динәхмәтов менән осрашыу үтте

Йыр йәнде дауалай, кешеләргә көс бирә һәм уларҙы батырлыҡтарға рухландыра. Был турала «Башҡортостан» полкы яугиры, махсус хәрби операция биләмәһендә санитар-водитель булып хеҙмәт иткән Радик Динәхмәтов белдерҙе. Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған йырсы-музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы коллегалары менән осрашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән ҡалаһынан Гөлназ Ҡорманаева «Герой-Әсә» ордены менән бүләкләнде

Дәүләт наградаһын тапшырыу тураһындағы указға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. 11 балаға ғүмер биргән Гөлназ Фәнил ҡыҙына республиканың «Әсәлек даны» миҙалы 2022 -се йылда тапшырылған. Бала тәрбиәләүҙәге уңыштары һәм ҡаҙаныштары өсөн ғаилә «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына ла эйә.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин ауылы «Звездный» биҫтәһендә 4 ҡатлы, заманса мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Көтөп алынған объект. Иглин ауылы «Звездный» биҫтәһендә 4 ҡатлы, заманса мәктәп төҙөлөшө дауам итә. 1225 балаға иҫәпләнгән белем усағы «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә сафҡа индерелә һәм уның төҙөлөшөнә бюджеттан 1 млрд самаһы аҡса йүнәлтелгән. Ҙур мәктәп ишектәре киләһе йылға декабрҙә асыласаҡ тип көтөлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» Телерадиокомпанияһы уҡытыу үҙәгендә сираттағы курс старт ала

20 ноябрҙә «Башҡортостан» Телерадиокомпанияһы Акционерҙар йәмғиәтенең уҡытыу үҙәгендә сираттағы курс старт ала. Был юлы Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһында режиссерҙар төркөмө белемен камиллаштырасаҡ.
Республикала эшһеҙлек 23 процентҡа кәмегән

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 12 меңдән ашыу кеше эшһеҙ булып иҫәпләнә. Йыл башында уларҙың һаны 16 меңгә еткән. 10 айҙа эшһеҙҙәр 3 мең 700-гә аҙайған. Бөгөн Башҡортостанда 1 кешегә 4 вакансия тура килә.
Республика баш ҡалаһында алмағастар сәскә атҡан

Ҡала халҡы Аксаков аллеяһындағы аномаль күренеш тураһында социаль селтәрҙә яҙған. Улар шулай уҡ ҡыуаҡтарҙың бөрөләнә башлауы тураһында хәбәр иткән. Белгестәр әйтеүенсә, емеш ағастарының әле сәскә атыуы яҡшы түгел. Яҙ улар бөтөнләй сәскә атмаҫҡа мөмкин. Европа берлеге ғалимдары белдереүенсә, 2023 йыл 125 мең йылдағы иң эҫеһе булыуы ихтимал. Синоптиктар яҡын арала республикала ноябрҙә була торған һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итә. Көндәр һыуыта, ҡар һәм ямғыр яуа.
Башҡортостан спорт объекттарын төҙөү өсөн 24 миллион һум субсидия ала

Ил Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин төбәктәргә өҫтәмә сығымдар бүлеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Әле республикала Көрәш һарайы, фехтование үҙәге, ишеү слаломы өсөн ҡоролмалар комплексы һалына. Киләһе йылда Өфөлә “Рәсәй – спорт державаһы” тигән халыҡ-ара форум ойошторола. Президент Владимир Путин донъя спортсыларын сарала ҡатнашырға саҡырҙы.
Учалы, Күгәрсен һәм Бөрйән райондарында 3 газ үткәргес төҙөлөшө тамамлана

Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. Трассаның оҙонлоғо 100 километр самаһы. 2 меңдән ашыу йорт һәм 30-ға яҡын социаль объект зәңгәр яғыулыҡҡа тоташа. Эштәр Башҡортостанды газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү программаһы буйынса башҡарыла. “26 мең ғаилә, социаль учреждениелар, сәнәғәт предприятиелары һәм туризм объекттары газ менән файҙалана ала. "Бөрйән турист кластеры һәм уның төп өлөшө - "Шүлгәнташ" музей комплексы ла ошо яғыулыҡҡа күсә”, тип яҙған Башҡортостан Башлығы.
Бөгөн - шәкәр диабеты менән көрәш көнө

Был дата 1991 йылда булдырылды. Йыл һайын сиргә юл ҡуймауға йүнәлтелгән саралар уҙғарыла. Статистика буйынса диабет менән ауырыусылар һаны йыл һайын арта бара.
Башҡортостанда халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре төҙөкләндерелә

Киләһе йылдан федераль проект тормошҡа ашырыла башлай. 68 кадрҙар үҙәген яңыртыу өсөн 760 миллион һум тотонола. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, республикала тиҙ төҙөлгән модулле мәшғүллек үҙәктәре барлыҡҡа килә. Бындай проект илдә тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда һынала.
🔥1
Башҡортостанда берҙәм транспорт картаһы менән ҡулланыусылар арта

Йыл башынан 210 меңдән ашыу кеше “Алға” картаһын алған. Был күрһәткес былтырғынан 28 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. “Алға” картаһы менән ҡулланыусылар өсөн төрлө льготалар ҡаралған. Өфөлә, мәҫәлән, бер сәғәт дауамында бер билет менән дәүләт автобустарында күсеп ултырып йөрөргә була. Яңы йылға тиклем мобиль телефон аша банк картаһы менән түләгәндәр ташлама менән файҙалана ала. Электричкалар өсөн дә льготалы тариф бар.
Башҡортостанда йыл башынан янғында 214 кешенең ғүмере өҙөлгән

Ял көндәрендә 7 кеше ут ҡорбаны булған. Бөгөн иртән Ауырғазы районы Кешәнне ауылында ағас йорт янған. Утта оло йәштәге ир үлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, быйыл 10 айҙа 9 меңдән ашыу янғын теркәлгән. “Һалҡын миҙгелдә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк”, ти комитет вәкиле Шамил Харисов.
Коммуналь хеҙмәт өсөн түләү киләһе йылда артасаҡ

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү үҙгәреү индексы билдәләнде. Премьер-министр Михаил Мишустин тейешле документҡа ҡул ҡуйҙы. Башҡоростанда уның кимәле 10,9 процент була. Коммуналь түләүҙәрҙең июлдән үҙгәреүе көтөлә. Быйыл хаҡ арттырылманы. Уҙған йылдың июлендә һәм декабрендә түләү ҡиммәтләнгәйне.