Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университеты ойошторолоуға бер йыл
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юғары уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник һәм Башҡорт дәүләт университеттары берләшеүе һөҙөмтәһендә булдырыла. Ошо уңайҙан «Торатау» Конгресс-холлында фәнни-интерактив күргәҙмә ойошторолдо. Унда юғары уҡыу йортоноң бөтә институттары, факультет һәм филиалдары үҙ эшләнмәләрен һәм экспонаттарын тәҡдим итте.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин вафат
Илебеҙ башҡалаһында йәшәгән яҡташ әҙиптең йөрәге 93-cө йәшендә Мәскәү дауаханаларының береһендә тибеүҙән туҡтаны.

😢3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районынан Рауза Сафина «Герой-Әсә» ордены менән бүләкләнде
Почетлы исем һәм награда тапшырыу тураһында указға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. 11 бала тәрбиләүсе ҡатын Башҡортостанда әсәлек даны миҙалына лайыҡ булған.
Почетлы исем һәм награда тапшырыу тураһында указға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. 11 бала тәрбиләүсе ҡатын Башҡортостанда әсәлек даны миҙалына лайыҡ булған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы үҙәгенең «Төньяҡ» биҫтәһе мәсетле булды
2017 йылда нигеҙ һалынған иман йорто урындағы халыҡты тәүге йома намаҙына йыйҙы. Изге ғәмәл төрлө быуын кешеләрен берләштерҙе.
2017 йылда нигеҙ һалынған иман йорто урындағы халыҡты тәүге йома намаҙына йыйҙы. Изге ғәмәл төрлө быуын кешеләрен берләштерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Бәйге уның исемен йөрөткән Балалар сәнғәт мәктәбендә үтте. Ижади конкурстың өс номинацияһында 50-гә яҡын ҡатнашыусы көс һынашты.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары журналистар менән осрашты
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ҡаһарман яҡташтарыбыҙ мәктәп уҡыусылары, киң мәғлүмәт саралары менән дә осрашып өлгөрә. Журналистарҙың һорауына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов та яуап бирҙе.

👍1
Кадрҙар проблемаһы хәл ителәсәк
Башҡортостанда хужалыҡтарҙа кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн 23,6 миллион һум субсидия йүнәлтелә. “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, 106 хужалыҡҡа финанс ярҙам күрһәтелә. Был аҡсаға 500-ҙән ашыу кешене эшкә йәлеп итеп буласаҡ. Беҙҙең республика аграр тармаҡта кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү буйынса илдә алдынғы төбәк иҫәпләнә. “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы 2020 йылдан тормошҡа ашырыла.

Лагерҙа бөтә уҡыусылар ял итә ала
Башҡортостанда балалар лагерында ял итергә теләгән уҡыусылар өсөн йәш сикләүе бөтөрөлдө. Республика хөкүмәте ҡарарына үҙгәрештәр индерелде. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Үҙгәрештәр балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу өлкәһендәге хеҙмәттәр алыусыларҙың йәшенә ҡағыла. Быға тиклем 15 йәшкә тиклемге балалар ғына ошондай мөмкинлектән файҙаланһа, хәҙер бөтә уҡыусыларҙың да хоҡуғы бар, тип белдерәләр Мәғариф һәм фән министрлығынан.

Башҡортостанда инновацион фәнни-технологик үҙәк булдырыу ҡарала
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Дәүләт Думаһы вице-спикеры Борис Чернышев менән осрашыуҙа Евразия фәнни-мәғариф үҙәге студент ҡаласығын артабан үҫтереү мәсьәләһе буйынса фекер алышыу булды. Кампус нигеҙендә “Һанлы етештереү” тип аталған яһалма интеллекты тикшереү үҙәген асырға тәҡдим ителде. Бының өсөн 600 миллион һумлыҡ федераль грантҡа заявка әҙерләнә. Студент ҡаласығының IQ-паркы йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. “Университет 3.0” концепцияһына ярашлы бында фәнни лабораториялар, йәштәр инновацион ижад үҙәге, бизнес майҙансыҡтар була.

"Беҙҙең бурыс - Тыуған илде һаҡлау", - ти улар
Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр журналистар менән осрашты. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙары хәрби контракт төҙөп Ватан һағына баҫҡан. “Ир-егеттең алдында Тыуған илде һаҡлау бурысы тора”, ти “Алпан” ҡушаматлы яугир. Ул алғы һыҙыҡта рота командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итә.

Ҡаҙағстанда Башҡортостан инвесторы заводы киләһе йылда эшләй башлай
Белорет ҡалаһынан Урал пружина заводы Костанайҙа етештереүҙе киңәйтә. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры–Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев Ҡаҙағстанда төҙөлөш майҙансығында булды. Ҡаҙағстандағы заводта Төркиә һәм Евразия иҡтисади берлеге илдәре өсөн тимер юл вагондарына алмаш өлөштәр сығарыла. Төҙөлөш өсөн 500 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән. Башҡортостан делегацияһы Костанайҙа Рәсәй – Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашты. Киләһе йылда мәртәбәле сара Өфөлә үткәрелә.

Сибай "Рәсәйҙең сәләмәт ҡалалары" конкурсы призеры булды
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был конкурстың маҡсаты - урындарҙа халыҡ сәләмәтлеген нығытыу буйынса эшмәкәрлекте яҡшыртыу, тәжрибә уртаҡлашыу. Сибай тәҡдим иткән программа икенсе урын алған. Еңеүселәр ноябрь аҙағында Мәскәүҙә бүләкләнә. Конкурста 27 төбәктән 150 материал ҡаралған.

Башҡортостандан Ҡытайға көнбағыш майын экспортлау 64 процентҡа артҡан
Ғинуар-октябрь айҙарында 21 мең тоннанан ашыу продукция оҙатылған. Был уҙған йылдың ошо осорондағынан 8 мең тоннаға күберәк, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән. Башҡортостанда етештерелгән май Ҡытай фитосанитар хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Республикала быйыл 370 мең тонна көнбағыш урылған. Һәр гектарҙан уртаса 15 центнер уңыш алына.

Башҡортостанда "Ярҙам поезы" йөрөй
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандарға һәр төрлө ярҙам, дауаланыу, документтар тултырыу буйынса консультациялар бирелә. Ошо көндәрҙә Белорет, Әбйәлил һәм Бөрйән райондары халҡына кәңәштәр булды. Артабан, "Ярҙам поезы" Стәрлетамаҡҡа бара, 17 ноябрҙә граждандар ҡабул ителә.

Өфөлә Октябрь революцияһы урамы яҡты була
Фонарҙәр һәм видеокүҙәтеү системаһын урынлаштырыусы компания һайлана. Уға 85 миллион һумлыҡ контракт тәҡдим ителә. Эштәр 2025 йылдың ноябренә тиклем тамамланырға тейеш. Аҡсаның ҙур өлөшө видеоприборҙар өсөн тәғәйенләнә. Өфөлә Октябрь революцияһы урамында реконструкция бара. Эштәр быйыл мартта башланды.

Башҡортостанда транспортты газ яғыулығына күсереү бара
Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл бының өсөн 89 миллион һум бүленгән. Меңдән ашыу машина газ ҡуллана башларға тейеш. Эшҡыуарҙар өсөн субсидиялар ҡаралған, зәңгәр яғыулыҡҡа күсеү сығымдараның бер өлөшө ҡаплана. Мәғлүмәттәр менән ведомство сайтында танышырға мөмкин.

Донбасс балаларына һәм яугирҙәргә Яңы йыл бүләктәре
Республикала “Донбасс балаларына һәм яугирҙәргә Яңы йыл бүләктәре” тигән акция иғлан ителде. Уны Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт берлеге уҙғара. Ойошма рәйесе Тимерйән Рәжәпов белдереүенсә, балаларға татлы күстәнәстәр, уҡыу кәрәк-яраҡтары, яһалма шыршылар тапшырырға була. Һалдаттар өсөн йылы кейем, аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, генератор һәм моторлы бысҡылар туплана. “Әйберҙәрҙе баш ҡаланың Достоевский урамындағы 106-сы йортта йыябыҙ”, - ти Тимерйән Рәжәпов. Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Ветеран Башкортостана” газетаһының рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Радий Хәбиров колледждарҙа бюджет урындарын арттырыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты
Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү учреждениеларында предприятиелар ихтыяжына ҡарап бюджет урындарын арттырыу кәрәклеген белдерҙе. Импортҡа алмаш, сәнәғәттә модернизациялау барған осорҙа кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Ошо һәм башҡа проблемалар хаҡында аҙналыҡ оперативканан репортаж.
Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү учреждениеларында предприятиелар ихтыяжына ҡарап бюджет урындарын арттырыу кәрәклеген белдерҙе. Импортҡа алмаш, сәнәғәттә модернизациялау барған осорҙа кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Ошо һәм башҡа проблемалар хаҡында аҙналыҡ оперативканан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан йөҙөнсө гуманитар конвой тәғәйен урынға барып етте
Башҡортостандан йөҙөнсө гуманитар конвой Донбасҡа тәғәйен урынға барып етте. Юбилейлы ылауҙы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев оҙатып барҙы.

🥰1