БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.4K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала хоҡуҡ һаҡлау органдары көнөнә арналған сара үтте

Һәләттәр ҡалаһы ижадты үҫтереү үҙәгендә хоҡуҡ һаҡлау органдары көнөнә арналған сара үтте. 7-се саҡырылыш Ҡоролтай Депутаты , Генерал Шайморатов һәм Батырлыҡ ордены кавалеры Артур Ғәлиев юнармия сафындағы үҫмерҙәргә ҡаһарманлыҡ һәм ватансылыҡ тойғоһо тураһында һөйләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 28-се һуҡырҙар мәктәп-интернатында тактиль күргәҙмә ойошторолдо

Үҙенсәлекле балалар донъяны яҡшыраҡ танып-белә, предметтарҙы төплө өйрәнә ала. Өфөнөң 28-се һуҡырҙар мәктәп-интернатында Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө сиктәрендә тактиль күргәҙмә ойошторолдо. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һынлы сәнғәт һәм графика бүлеге студенттарының төрлө тәбиғәт күренештәре, ҡоштар, йәнлектәр донъяһы, архитектура ҡомартҡылары, милли нағыштарға арналған макеттары күргәҙмәһе хаҡында киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ватаныма хеҙмәт итәм» тип аталған яңы проект старт алды

БСТ телеканалы төркөмө Донбассҡа барып Башҡортостан яугирҙары тураһында интервьюлар һәм башҡа видеояҙмалар алып ҡайтты. 12 бәләкәй роликтар форматында төшөрөлгән документаль фильмдар күплеге Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары тураһында һөйләйәсәк. Гүзәл Хәмитова етәкселегендәге төркөм Башҡортостан яугирҙарынан тыш, башҡа төбәк вәкилдәре һалдаттары менән дә осрашты. Төшөрөлгән кадрҙарҙа яугирҙарҙың кәйефен, батырлығын, хеҙмәттәштәре менән мөнәсәбәттәрен тулыраҡ бирергә тырыштыҡ тип әйтәләр проект авторҙары.
👍1
Рәсәйҙә льготалы ипотека программаһына өҫтәмә 95 миллиард һум йүнәлтелә

Федераль министрҙар кабинетынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 700 меңдән ашыу кеше ташламалы шарттарҙа торлаҡ кредитын юллай ала. Балалы ғаиләләр һәм Алыҫ Көнсығышта йорт һатып алырға теләгәндәр ҙә дәүләт ярҙамы менән файҙаланырға мөмкин. Льготалы ипотека программаһы башланғандан алып 8,5 триллион һумға 2 миллиондан ашыу займ бирелгән.
“Ағиҙел” хоккей командаһы ҡыҙҙары “Йондоҙҙар матч”ында ҡатнаша

Ул 2 һәм 3 декабрҙә Тула ҡалаһында уҙа. Көнсығыш командаһына Өфөнән 8 хоккейсы саҡырылған. Әле “Ағиҙел” командаһынан 5 спортсы Минскиҙа Спорт клубы президенты кубогы өсөн турнирҙа ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында даими чемпионат барышында киләһе аҙнала Өфөгә Түбәнге Новгородтан “Торпедо” командаһы килә.
Өфө халҡы еңел аҡса эшләргә теләп мутлашыусылар тоҙағына эләгә

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 53 йәшлек ирҙе 2,6 миллион һумға алдағандар. Ул мутлашыусылар менән мессенджерҙар аша аралашҡан. 62 йәшлек ир үҙҙәрен финанс биржа хеҙмәткәрҙәре булараҡ танытҡан кешеләр менән эләмтәгә инә. Ул тиҙерәк байырға теләп 2 миллион һумын юғалтҡан. 49 йәшлек ҡатынға кеҫә телефоны аша шылтыратҡандар. Мутлашыусылар уны шикле инвестицияларға 4 миллион һум күсерергә күндергән. Полиция бындай алдаҡ алымдарға ышанмаҫҡа кәңәш итә.
Башҡортостан сыры Сербияға оҙатылды

Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәйҙә етештерелгән һөт ризығы лабораторияла тикшерелгән һәм тейешле сифат тамғаһын алған. Заводтан 19 тонна сыр экспортҡа ебәрелде. Быйыл 10 айҙа беҙҙең республиканан 450 мең тонна ауыл хужалығы тауары ситкә оҙатылды.
Ҡотҡарыусылар һыу буйҙарында һаҡ булырға кәңәш итә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов белдереүенсә, күп балыҡсылар йылға-күлдәргә бара. Был миҙгелдә хәүеф айырыуса ҙур булыуы мөмкин. Үткән аҙнала Павловка һыуһаҡлығысында бер балыҡсы батып үлгән. Өфө районында кәмә түңкәрелгән, өс кешене ҡотҡарғандар. Шулай уҡ Татарстанда беҙҙең республиканан ике балыҡсының юғалыуы тураһында хәбәр ителде. Уларҙың кәмәһе генә табылды.
Башҡортостанда өс яңы мәмерйә табылды

Был турала Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенән хәбәр итәләр. Иглин районындағы мәмерйәләргә Блохин, Ҡапҡан, һәм РО-ТО-Ле тигән исемдәр бирелгән. Тәбиғәт объекттары тураһында мәғлүмәттәр спелеология федерацияһында теркәлгән, рәсми документтар алынған. Быға тиклем Ҡорғаҙаҡ сығанағында ла яңы һыу аҫты мәмерйәһе табылған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Хәмзә хәҙрәт һәм отец Виктор тураһында яҙҙы

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан батальондарының рухи остаздары Хәмзә хәҙрәт һәм отец Виктор тураһында яҙма менән бүлеште. Бөгөн ике дин вәкиле иңгә-иң терәшеп алғы һыҙыҡта. Улар йылдан ашыу беҙҙең яугирҙар янында махсус хәрби операция биләмәһендә, дошман менән көрәшә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыуған яғына ялға ҡайтҡан яугирҙар отпусктан һуң махсус хәрби операцияға юлланды

Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙы алғы һыҙыҡҡа оҙатырға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, егеттәрҙең яҡындары, дуҫтары килде. Ил именлеге һағында торған яҡташтарыбыҙҙы алыҫ юлға беҙҙең ижади төркөм дә оҙатты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда майлы ураҡ аҙағына яҡынлай

Көнбағыш йыйыу 92 процентҡа теүәлләнгән. Гектар ҡеүәте 15 центнер самаһы. Майлы культураның уңышы күләме буйынса Илеш, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы райондары алдынғылар рәтендә. Ауыл хужалығы уңғандары алдында уңышты йыйыу ғына түгел, уны һаҡлау бурысы ла ҡуйылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университеты ойошторолоуға бер йыл

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юғары уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник һәм Башҡорт дәүләт университеттары берләшеүе һөҙөмтәһендә булдырыла. Ошо уңайҙан «Торатау» Конгресс-холлында фәнни-интерактив күргәҙмә ойошторолдо. Унда юғары уҡыу йортоноң бөтә институттары, факультет һәм филиалдары үҙ эшләнмәләрен һәм экспонаттарын тәҡдим итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин вафат

Илебеҙ башҡалаһында йәшәгән яҡташ әҙиптең йөрәге 93-cө йәшендә Мәскәү дауаханаларының береһендә тибеүҙән туҡтаны.
😢3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районынан Рауза Сафина «Герой-Әсә» ордены менән бүләкләнде

Почетлы исем һәм награда тапшырыу тураһында указға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. 11 бала тәрбиләүсе ҡатын Башҡортостанда әсәлек даны миҙалына лайыҡ булған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы үҙәгенең «Төньяҡ» биҫтәһе мәсетле булды

2017 йылда нигеҙ һалынған иман йорто урындағы халыҡты тәүге йома намаҙына йыйҙы. Изге ғәмәл төрлө быуын кешеләрен берләштерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Бәйге уның исемен йөрөткән Балалар сәнғәт мәктәбендә үтте. Ижади конкурстың өс номинацияһында 50-гә яҡын ҡатнашыусы көс һынашты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары журналистар менән осрашты

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ҡаһарман яҡташтарыбыҙ мәктәп уҡыусылары, киң мәғлүмәт саралары менән дә осрашып өлгөрә. Журналистарҙың һорауына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов та яуап бирҙе.
👍1
Кадрҙар проблемаһы хәл ителәсәк

Башҡортостанда хужалыҡтарҙа кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн 23,6 миллион һум субсидия йүнәлтелә. “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, 106 хужалыҡҡа финанс ярҙам күрһәтелә. Был аҡсаға 500-ҙән ашыу кешене эшкә йәлеп итеп буласаҡ. Беҙҙең республика аграр тармаҡта кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү буйынса илдә алдынғы төбәк иҫәпләнә. “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы 2020 йылдан тормошҡа ашырыла.
Лагерҙа бөтә уҡыусылар ял итә ала

Башҡортостанда балалар лагерында ял итергә теләгән уҡыусылар өсөн йәш сикләүе бөтөрөлдө. Республика хөкүмәте ҡарарына үҙгәрештәр индерелде. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Үҙгәрештәр балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу өлкәһендәге хеҙмәттәр алыусыларҙың йәшенә ҡағыла. Быға тиклем 15 йәшкә тиклемге балалар ғына ошондай мөмкинлектән файҙаланһа, хәҙер бөтә уҡыусыларҙың да хоҡуғы бар, тип белдерәләр Мәғариф һәм фән министрлығынан.