БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.4K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостан Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Бөгөн вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе башлығы Ермек Кошербаев менән осрашты. Умартасылыҡ, ауыл хужалығы мәсьәләләре, төрлө фестивалдәр уҙғарыу темаһы ҡаралды. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, беҙ ҙур күләмдә продукция етештерәбеҙ, ул Ҡаҙағстанға ла оҙатыла. Туризм, сәнәғәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре бар. Иң мөһиме бөгөн башҡорт, ҡаҙаҡ ерендә эшләйәсәк кешеләр, инфраструктура темаһы күтәрелә, - тине Илшат Фәзрахманов.
Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстан һәм Рәсәй төбәк-ара форумында ҡатнаша

Бында "Ауыл хужалығы - көслө иҡтисад нигеҙе" тигән тема һайланған. Форум Костанай ҡалаһында уҙғарыла. Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Владимир Падалко белдереүенсә, уҙған йылда ике ил араһында сауҙа 28 миллиард долларҙан артҡан. Быйыл 30 миллиардҡа яҡынлаша. Сауҙаны тағы йәнләндереү мөмкинлектәре бар, инвестиция шарттарын яҡшыртырға кәрәк. Бөтә проблемалар хәл итерлек, - тине ул. Киләһе йылда ике илдең төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын Өфө ҡабул итә.
Башҡортостан вәкилдәре Ҡытайҙа миллиардтарса һумға килешеүҙәр төҙөнө

Республиканан рәсми делегация сит илгә бизнес-сәфәр ҡылды. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эшҡыуарҙарҙың береһе 8 миллиард һумға 4 контракт төҙөгән. Ҡытай вәкилдәре ҙур һаҡлағыстарҙа йөк күтәреү техникаһын сығарасаҡ. Эшҡыуарҙар сит илгә ҡош ите, шәкәр сөгөлдөрө ҡалдығын экспортларға килеште. Ҡытайҙан электрон техника, кер йыйыу онтағы индерелә. Бизнес-сәфәр барышында 20-гә яҡын килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Өфөлә республикалағы оҙаҡ төҙөлгән иң ҙур йорт файҙаланыуға тапшырылды

Кузнецов затоны биҫтәһендә 900 фатирлыҡ торлаҡ төҙөлдө. Яҡын арала 400-ҙән ашыу ғаиләгә асҡыстар тапшырыла башлай. Биҫтәлә ҙур төҙөлөш 2014 йылда башлана. Әммә финанс ҡыйынлыҡтар сәбәпле компания бурысын үтәй алмай. Республика Башлығы Радий Хәбиров алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Биш йылда 9 меңдән ашыу кеше йортло булды. Әле 1 мең 300-ләп фатир хужаһы сиратта тора. Тиҙҙән алданған өлөшсө тигән төшөнсә ҡалмаҫҡа тейеш.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй президенты Владимир Путин эш сәфәре менән Астанаға килде

Дәүләт башлыҡтары үҙ-ара һәм делегациялар ҡатнашлығында һөйләшеүҙәр үткәреп, бер нисә документҡа ҡул ҡуйыуҙы планлаштыра. Владимир Путин видеобәйләнеш аша Ҡостанайҙа барған Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының пленар ултырышына ҡушылды. Ул «Ауыл хужалығы - көслө иҡтисад нигеҙе» тип атала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан делегацияһы XX Рәсәй-Ҡаҙағстан форумында ҡатнашты

Башҡортостан делегацияһы Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе менән агросәнәғәт комплексын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Ул «Ауыл хужалығы - көслө иҡтисад нигеҙе» төбәк-ара форум сиктәрендә ҡаралды. Ике дәүләт араһындағы фекер алышыуҙар умартасылыҡ, ауыл хужалығы, логистика кеүек темаларға ла айырым туҡталды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рекультивация урынына йәшерен рәүештә алтын ҡаҙыу эшен дауам итәләр

Һүҙ Учалы районында эшмәкәрлек алып барған «Альтинвест» йәмғиәте һәм уның подрядсыһы «Гассад» компанияһы тураһында. Компания эшмәкәрлеге Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство комиссия ултырышында тикшерелде. Комиссия Башҡортостан башлығы рәйеслегендә эшләй. Радий Хәбиров мәсьәләне даими рәүештә контролдә тота һәм был өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймауҙы талап итә. Бөгөнгө ултырышҡа Учалы районы алтын ятҡылыҡтарындағы хәл осраҡлы ғына сығарылманы. Башҡортостанда ҡаҙылма байлыҡтар табыуға бирелгән 70 федераль лицензияның, 50-һе тап ошо төбәккә тура килә. Намыҫһыҙ эш итеүселәр ҙә бар. Бөгөнгө ултырышта ла «алтын биҙгәген» йоҡторған ойошмалар эшмәкәрлеге һәм был «сиргә» дауа табыу юлдары ҡаралды.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт программаһы ярҙамында Бөрөлә бассейн төҙөкләндерелгән

«Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы» ярҙамында төрлө мәсьәләләр хәл ителә. Бөрө ҡалаһының 7-се балалар баҡсаһы 19 проект араһында еңеп яулап, бассейнды төҙөкләндереүгә өлгәшә. Бының өсөн республика, ҡала бюджетынан аҡса бүленә, бағыусылар һәм ата-әсәләр ҙә ҡушыла. Яңырыу кисергән бассейнда йөҙөү буйынса дәрестәр башланған.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ойошторолоуға 55 йыл

Музыка, театр, хореография һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә белгестәр әҙерләүсе юғары уҡыу йорто юбилей датаһын лайыҡлы ҡаршылай.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йәштәр баҫмалары бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Йәштәр баҫмаларына 100 йыл. Өфөлә «Йәшлек», «Өмөт» һәм «Молодежная газета»ның бер быуатлыҡ юбилейын билдәләү сараһы ойошторолдо. Йәштәр баҫмалары бөгөн дә заман менән бергә атлай,рухиәтте үҫтереү, телде һаҡлау, йәштәр араһында илһөйәрлек, белемгә ынтылыу, өлкән быуынға хөрмәт менән ҡарау сәйәсәтен уңышлы алып бара.
2
Башҡортостан йорттарында ҡыйыҡтар яңыртыла

Был эш алдағы бер нисә йылда теүәлләнергә тейеш. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, киләһе йылда йорттар ҡыйығын ремонтлау өсөн тәүҙә 100 миллион һум планлаштырылғайны, 430 миллион һум тотоноу тураһында ҡарар ҡабул ителде. 59 район һәм ҡалала 100-ҙән ашыу йорт тәртипкә килтереләсәк, - ти Республика Башлығы. Башҡортостанда ике йыл эсендә 62 ҡыйыҡ ремонтланған.
Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә өҫтәп тағы 100 мең һум түләнә

Республика Башлығы Радий Хәбиров айырым граждандарға өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, мобилизация, йә мотлаҡ саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәткә алынып, 10 ноябрҙән һуң контракт төҙөүселәр өсөн өҫтәмә түләү була. Был норма Шайморатов исемендәге һәм башҡа ирекле батальондар составына ҡағылмай. Республика хәрби комиссары Михаил Блажевич белдереүенсә, мобилизация буйынса алыныусылар араһында контрактлы хеҙмәткә күсергә теләүселәр байтаҡ. Мотлаҡ саҡырылыш буйынса алыныусыларҙың да закон буйынса контракт төҙөү мөмкинлеге бар, тине ул.
Быйыл Башҡортостанда 59 баланы уллыҡҡа алғандар

Был уҙған йылдың ошо осорондағынан күберәк. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, Башҡортостанда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм һәм етем 10 мең 609 бала бар. Уллыҡҡа алыусы ғаиләләр өсөн Әсәлек капиталы күләмендә финанс ярҙам бирелә. Аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшырыу, һаулыҡты нығытыу, балаға белем биреү өсөн тотонорға мөмкин.
“Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Батырлыҡ” тигән премия булдырылды

Башҡортостанда журналистарға яңы премия тапшырыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Батырлыҡ” тип аталған премияға Башҡортостанда ижад иткән журналистар дәғүә итә ала. Йәмәғәттә танылыу алған көнүҙәк мәғлүмәт еткергән 20 хәбәрсегә 300 мең һумлыҡ бүләк тапшырыла.
Өфөгә декабрҙә Ҡыш Бабай киләсәк

Яңы йыл тылсымсыһы 11 ноябрҙән ил буйлап сәфәргә сыға. Ҡыш Бабай Бөйөк Устюг ҡалаһынан Байкал-Амур тимер юлы буйлап сәйәхәт итә. Маршрутта 70-тән ашыу бәләкәй һәм ҙур ҡала күрһәтелгән. Өфөгә Ҡыш Бабай 19 декабрҙә килеп етә. Тимер юл вокзалында сағыу байрам сараһы ойошторола, балаларға тылсымсы вагондары буйлап экскурсия ойошторола, ҡурсаҡтар театры сығыш яһай.
Владимир Путин Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне

“Бөгөн беҙ закон һәм тәртип һағында тороусыларҙы, кеше хоҡуҡтарын яҡлаусыларҙы хөрмәтләйбеҙ. Уларҙың хеҙмәте хәүефле, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә лә эшләргә тура килә. Әммә полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт менән көрәштә алғы һыҙыҡта тора, ҡыйыулыҡ күрһәтә. Эске эштәр органдарының абруйын арттыра һәм легендар традицияларға нигеҙ һала”, - тине Рәсәй Президенты.
Башҡортостандың өс йылға социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре тәҡдим ителде

Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттарын документ менән таныштырҙы. Ул өс вариантта әҙерләнә. Төп планға ярашлы 2024 йылда төбәк тулайым продукты 2,5 триллион һумға баһалана. Сәнәғәт һәм төҙөлөш тармаҡтарында үҫеш күҙәтелә, эш хаҡы 10 процентҡа артып уртаса 61 мең һумға етергә тейеш.
Башҡортостанға байраҡ тапшырылды

Участка полицияһы хеҙмәтенең 100 йыллығы уңайынан ойошторолған эстафета байрағы Башҡортостанға килеп етте. Эстафетала илдең 40 төбәге ҡатнаша. Ырымбур өлкәһе полицияһы флагты Күмертауҙа Башҡортостандағы коллегаларына тапшырҙы. Рәсәй участка полицияһы хеҙмәте байрағы Торатау һәм Ҡуштауҙа күтәрелде. Эстафета Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалда ла булды.
Башҡортостанда ит етештереүҙе 7 процентҡа арттырыу планлаштырыла

454 мең тоннаға еткереү маҡсаты ҡуйылған. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быға малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ фермаларында етештереү ҡеүәтен арттырыу аша ирешергә мөмкин. Әле Борай, Илеш, Көйөргәҙе һәм Федоровка райондарында мал һимертеү комплекстары төҙөлә.
Башҡортостан Башлығы Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы

“Ил һәм республика өсөн был мөһим байрам. Беҙ ауыр мәлдәрҙә тап полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итәбеҙ. Ғәҙелһеҙлек һәм хоҡуҡ боҙоуҙар булғанда уларҙан ярҙам һорайбыҙ. Полиция закон һәм тәртип һағында тора, йәмғиәт именлеген тәьмин итә. Улар енәйәтселек һәм терроризм менән көрәшә. Бөтә полиция хеҙмәткәрҙәренең ҡулын ҡыҫам. Уларға сәләмәтлек һәм уңыштар теләйем. Иҫән-һау хеҙмәт итеп, өйҙәрегеҙгә ҡайтырға яҙһын” ти Полиция көнө уңайынан ҡотлауында Радий Хәбиров.