БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.42K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыумыштан бирелгән умыртҡа һөйәге кәмселеге спорт менән шөғөлләнеүгә ҡаршылыҡ түгел

Spina bifida диагнозы менән яфаланыусылар араһында фехтование, теннис, йөҙөү һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса чемпиондар бар. Һирәк осрай торған патологиянан яфаланыусыларҙы Хәйриә фонды ҡарауға алған. Уларға бушлай медицина тикшеренеүе үтеүҙә, операция яһатыуҙа, техник реабилитация саралары алыуҙа ярҙам күрһәтелә. Балалар йорттарында тәрбиәләнгән кескәйҙәр ғаиләләргә урынлаштырыла. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Радий Хәбиров милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын үткәрҙе

Унда хәҙерге шарттарҙа берҙәмлекте нығытыу мәсьәләһе күтәрелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, күп милләтле һәм күп динле Рәсәй өсөн Ватан мәнфәғәттәре өсөн берләшеү һәм берҙәм булыу төшөнсәһе айырым әһәмиәткә эйә. Интернетта ялған мәғлүмәт күп таратыла. Онлайн-төркөмдәр милләт- һәм дини-ара дуҫлыҡты ҡаҡшатыу маҡсатынан эшмәкәрлек алып бара. “Хәҙерге шарттарҙа ситтән баҫымға әҙер булырға һәм төрлө ҡотҡоларҙы ваҡытында иҫкәртергә кәрәк”, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан вәкилдәре Ҡытайҙа “Волга-Янцзы” төбәк-ара форумында ҡатнашты

Сара Наньчан ҡалаһында уҙҙы. Унда Рәсәйҙең Волга буйы округы һәм Ҡытайҙың Янцзы йылғаһы үрге һәм урта ағымы төбәктәренән рәсми делегациялар сығыш яһаны. Мәскәү һәм Пекин араһында тышҡы тауар әйләнеше быйыл 9 айҙа 27 процентҡа артып 194 миллиард долларға еткән. Волга һәм Янцзы төбәктәре араһында 50-нән ашыу килешеү төҙөлгән. Башҡортостан Ҡытайҙың ете провинцияһы менән хеҙмәттәшлек итә. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, Ҡытай инвесторҙары ҡатнашлығында Сибайҙа цемент етештереү йәки тракторҙар сығарыу заводын асыу мәсьәләһе өйрәнелә. Быйыл 8 айҙа Башҡортостан һәм Ҡытай араһында үҙ-ара тауар әйләнеше 668 миллион долларға еткән. Андрей Назаров 5-се “Волга-Янцзы” төбәк-ара форумын Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте.
Бөгөн Өфөнән йөҙөнсө гуманитар ылау оҙатылды

Ул мобилизацияланған ир-егеттәргә һәм доброволецтарға тәғәйенләнә. “Ярҙамды бөтә республика тупланы. Өлкәндәр, балалар, өләсәйҙәр, ир-егеттәр яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡ йыйыуҙа әүҙем ҡатнашты”, - тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Гуманитар ярҙам туплаған һәм уны алғы һыҙыҡҡа алып барған ҡотҡарыусылар, водителдәр, хеҙмәт коллективтары һәм эшҡыуарҙар Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. “Был ылауҙы туплауға беҙ ҙә өлөш индерҙек”, - ти Өфөнөң 101-се мәктәп директоры Иштуған Ноғаманов.
Радий Хәбиров хәрбиҙәргә ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдерҙе

“Республикала хәрбиҙәргә ярҙам итмәгән кеше һирәктер. Башҡортостан халҡы яугирҙәргә кәрәк-яраҡ, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек туплай, гуманитар ылау әҙерләй. Был иң мөһиме һәм ҡиммәтлеһе”. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Ул республикала йәшәүселәргә һалдаттарға ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте.
Бөгөн республиканан йөҙөнсө гуманитар ылау оҙатылды. Махсус хәрби операция биләмәһенә техника, аҙыҡ-түлек, медицина препараттары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров етәкселегендә милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы үтте

Республикала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы үтте. Сарала дини конфессия лидерҙары, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берләшмә етәкселәре татыулыҡты һәм тыныслыҡты һаҡлау өсөн эшлекле тәҡдимдәр индерҙе. Совет ултырышында милли сәйәсәт алдында көнүҙәк һынауҙар, йәмғиәт өсөн хәүеф тыуҙырған ойошмалар эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәш мәсьәләләре иғтибарға алынды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан Донбасҡа йөҙөнсө гуманитар конвой юлланды

Йөҙөнсө ылау. Бөгөн Башҡортостандан Донбасҡа юбилейлы гуманитар конвой юлланды. Колонна ҡуҙғалыр алдынан Радий Хәбиров йөк автомобилдәре водителдәренә һәм ярҙамды ойоштороусыларға Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡораллы көстәр сафында контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәрҙе туплау дауам итә

Башта ир-егеттәр урындағы мобиль пункттарға мөрәжәғәт итә, медицина тикшереүе үтә. Һуңынан Өфөгә килеп контракт буйынса хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуя. Һәр кандидат ентекле тикшерелә. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән ир-егеттәр хәрби әҙерлек урынына оҙатыла. Контрактты 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-егеттәр төҙөй ала. 1 октябрҙән Рәсәй армияһында хеҙмәт хаҡы ла индексацияланды. Махсус хәрби операция биләмәһендә уның айлыҡ күләме 210 мең һум кимәленә күтәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Борай районында законһыҙ ике мышы аулаған браконьерҙарҙы эҙләйҙәр

Ҡырағай хайуандар Яңы Шилек ауылы эргәһендәге урманда табыла. Урындағы кеше был турала Экология министрлығына хәбәр итә. Белгестәр баһаһы буйынса, браконьерҙар тәбиғәткә 480 мең һумлыҡ зыян килтергән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө ҡалаһының яңы биҫтәләрендә проблемалы юлдар төҙөкләндерелә

Республика райондарында проблемалы юлдар төҙөкләндерелә. Бөрө ҡалаһының яңы биҫтәләрендә лә улар яңырыу кисерә. Юлдарҙы тәртипкә килтереү эше тураһынжа репортаж.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына дәүләт ярҙамы

Башҡортостанда 8000, ә Балаҡатай районында 38 ошондай хужалыҡ иҫәпләнә. Район фермерҙары дәүләт ярҙамын тойоп эшләй. Уңышлы эшләүсе йүнселдәр хаҡында ентекләберәк видкояҙмала.
3
Ҡытай компанияһы Башҡортостанда төҙөлөш материалдары етештереү буйынса завод төҙөргә ниәтләй

Ҙур инвестиция проекты буйынса тәүге килешеү төҙөлдө. Премьер-министр Андрей Назаров Ҡытай компанияһы етәксеһе Хуан Ши Хуа менән осрашты. -Башҡортостанға төҙөлөш өлкәһендә бындай мөһим партнерҙар кәрәк. Республикала торлаҡ төҙөлөшө йылдам бара. Сифатлы һәм сағыштырмаса арзан материалдар талап ителә, -тине Андрей Назаров. Яңы завод Өфө районында, йә Күмертауҙа урынлаша. Ноябрь аҙағында Өфөлә, Халыҡ-ара бизнес аҙналығында был проект буйынса тағы бер һөйләшеү көтөлә.
Ҡораллы көстәрҙә контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәрҙе туплау дауам итә

Башта ир-егеттәр урындағы мобиль пункттарға мөрәжәғәт итә, медицина тикшереүе үтә. Артабан баш ҡалаға килеп контракт буйынса хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуя. Һайлап алыуҙы уңышлы үткәндәр хәрби әҙерлек урынына оҙатыла. 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-егеттәр килешеү төҙөй ала. 1 октябрҙән Рәсәй армияһында хеҙмәт хаҡы индексацияланды. “Ул махсус хәрби операция биләмәһендә 210 мең һумға етә”, - ти контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты инструкторы Айҙар Ғәйетғәлин.Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылыу өсөн Ситуация үҙәгенә, Башҡортостан хәрби комиссариатының һайлап алыу пункттарына шылтыратырға кәрәк. Шулай уҡ Күп функциялы үҙәк офистары йәки дәүләт хеҙмәттәре порталына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ғинуарҙан Башҡортостанда йәшәү минимумы 13 мең 753 һумға еткерелә

Республика хөкүмәтенең ҡарары менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Эшләп йөрөүселәр өсөн уның кимәле 14 мең 991 һум. Пенсионерҙарға 12 мең 530, балаларға 13 мең 340 һум була. Йәшәү минимумы бер йылға ҡабул ителә.
Башҡортостанда айырыуса ҡыйыулыҡ күрһәткән яугирҙәргә ер бушлай бирелә

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа Республика Хөкүмәте индергән закон проекты хуплау тапты. Документҡа ярашлы, махсус хәрби операция барышында миҙалдар һәм ордендар менән бүләкләнгән яугирҙәргә төҙөлөш өсөн ер түләүһеҙ бирелә. Яуҙа батырҙарса һәләк булған хәрбиҙең яҡын туғандары ла ошондай хоҡуҡ менән файҙалана аласаҡ. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса, ишле йәки инвалид бала тәрбиәләгән, шулай уҡ йәш ғаиләләр, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға йорт төҙөлөшө өсөн ер бушлай бирелә.
Башҡортостанда Өфө дауаханаларын яңыртыу программаһы ҡабул ителде

Республика Хөкүмәте ҡарары донъя күрҙе. Программа 6 йылға иҫәпләнгән. Ул 8 миллиард һумға баһалана. 2024 йылда поликлиникаларҙы төҙөкләндереү йәки төҙөү, транспорт һәм медицина ҡорамалдары һатып алыу өсөн 500 миллион һум бүленә. Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу буйынса айырым программа әҙерләргә ҡушҡайны.
Владимир Путин Башҡортостан алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы

Рәсәй Президенты тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Дәүләкән районынан 11 бала әсәһе Гөлназ Ҡорманаеваға “Герой-Әсә” исеме бирелде. Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫарҙары Урал Килсенбаев һәм Искәндәр Әхмәтвәлиев 2-се дәрәжәләге “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орден миҙалы менән бүләкләнә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының элекке рәйесе Фәрит Ғүмәров “Рәсәйҙең атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы”, Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты директоры Мөхәррәм Бикбов “Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре”, коллегабыҙ, “Спутник ФМ” радиоһының бүлек етәксеһе Марианна Тимофеева (Яна Сотникова) “Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы” исеменә лайыҡ булды.
1
“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәре ялға ҡайтты

Уларҙы Өфөнөң Совет майҙанында туғандары, яҡындары һәм дуҫтары ҡаршы алды. Хәрбиҙәр Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. “Башҡортостан 200 батыр егетен ҡаршыланы. Улар араһында булыу минең өсөн ҙур ғорурлыҡ”, - тип белдерҙе танылған йырсы, республиканың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов. Радик Динәхмәтов коллегалары – Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары менән осрашырға иҫәп тота. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы быйыл ойошторолдо. Ул бер нисә батальондан тора. Июнь аҙағында Республика Башлығы Радий Хәбиров яугирҙәргә хәрби байраҡ тапшырҙы.
Башҡортостан милләт- һәм дин-ара татыулыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлаша

Өфөлә “Глобаль һынауҙар осоронда милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу” тигән Бөтә Рәсәй форумы дауам итә. Сарала илдең 20-нән ашыу төбәгенән эксперттар, дин әһелдәре, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берләшмә вәкилдәре ҡатнаша. Улар милләт- һәм дин-ара тотороҡлолоҡто һаҡлау буйынса фекер алыша, эшлекле тәҡдимдәр индерә. “Башҡортостан дуҫлыҡ һәм татыулыҡ өлгөһө. Беҙ уны һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ”, - ти Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин.
20-се Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы Өфөлә үтәсәк

Бөгөн ил Президенты Владимир Путин эш сәфәре менән Астанаға килде. Рәсәй башлығының Ҡаҙағстан етәксеһе менән күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыуы көтөлә, бер нисә документҡа ҡул ҡуйыу ҡарала. Уға тиклем ике дәүләт лидеры видеоэлемтә аша 19-сы төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашты. Конгресс "Ауыл хужалығы – көслө иҡтисад нигеҙе" тигән темаға арнала. Владимир Путин хеҙмәттәшлек өсөн Ҡаҙағстан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Ул форумда ҡатнашыусыларҙы Өфөгә, Ҡаҙағстан-Рәсәй төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумына саҡырҙы. Конгресс баш ҡалабыҙҙа киләһе йылда уҙғарыла.