БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.41K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәре тәүге ялға ҡайтты

Егеттәр махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Өфөлә яугирҙәрҙе Совет майҙанында туғандары ҡаршы алды. Республика Башлығы кәңәшсеһе Валентин Солодовник хәрбиҙәргә Радий Хәбиров исеменән сәләм еткерҙе һәм рәхмәт белдерҙе. Егеттәр Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды һәм ике аҙнаға ялға китте. Әйткәндәй, бөгөн Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә 100-сө гуманитар ылау юлға сыға. Ошоға бәйле “Торатау” Конгресс-холы алдындағы майҙан көндөҙгө икегә тиклем транспорт өсөн ябыҡ була.
Башҡортостан вәкилдәре Ҡытайҙа 100-ҙән ашыу осрашыу үткәрҙе һәм 19 килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге рәсми делегация бизнес-сәфәр ҡыла. Эшҡыуарҙар һәм төрлө ойошмалар вәкилдәре Шанхайҙа халыҡ-ара импорт тауарҙар күргәҙмәһендә ҡатнашты. Андрей Назаров әйтеүенсә, Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар. 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешенең дүрттән бер өлөшө Ҡытайға тура килә.
1👍1
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 100-сө гуманитар ылау оҙатылды

Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холы алдындағы майҙандан автоколонна юлға сыҡты. Гуманитар йөктө туплауҙа дәүләт һәм шәхси ойошмалар, район һәм ҡала хакимиәттәре, мәғариф учреждениелары, ябай халыҡ ҡатнашты. Яугирҙәргә автомобиль, квадроцикл, тепловизор, рация, генератор, квадрокоптер, ағас-таҡта, мейес, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм туғандарынан күстәнәстәр тапшырыла. “Был ярҙам улар өсөн үтә лә мөһим. Һалдаттарға гуманитар ылау туплауҙа ҡанашҡан һәр кешегә рәхмәт белдерәбеҙ”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йөҙөнсө ылау. Бөгөн Башҡортостандан Донбасҡа юбилейлы гуманитар конвой юлланды

Колонна ҡуҙғалыр алдынан Радий Хәбиров йөк автомобилдәре водителдәренә һәм ярҙамды ойоштороусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Махсус хәрби операция биләмәһенә муниципалитеттар һәм ил яҙмышына битараф булмағандар вездеходтар, УАЗ автомобилдәре, аҙыҡ- түлек һәм яу яланы шарттарында кәрәкле әйберҙәр ебәрә. Башҡортостан башлығы был эштә әүҙемлек күрһәтеүселәргә һәм йөк автомобилдәре водителдәренә рәхмәт белдерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыумыштан бирелгән умыртҡа һөйәге кәмселеге спорт менән шөғөлләнеүгә ҡаршылыҡ түгел

Spina bifida диагнозы менән яфаланыусылар араһында фехтование, теннис, йөҙөү һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса чемпиондар бар. Һирәк осрай торған патологиянан яфаланыусыларҙы Хәйриә фонды ҡарауға алған. Уларға бушлай медицина тикшеренеүе үтеүҙә, операция яһатыуҙа, техник реабилитация саралары алыуҙа ярҙам күрһәтелә. Балалар йорттарында тәрбиәләнгән кескәйҙәр ғаиләләргә урынлаштырыла. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Радий Хәбиров милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын үткәрҙе

Унда хәҙерге шарттарҙа берҙәмлекте нығытыу мәсьәләһе күтәрелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, күп милләтле һәм күп динле Рәсәй өсөн Ватан мәнфәғәттәре өсөн берләшеү һәм берҙәм булыу төшөнсәһе айырым әһәмиәткә эйә. Интернетта ялған мәғлүмәт күп таратыла. Онлайн-төркөмдәр милләт- һәм дини-ара дуҫлыҡты ҡаҡшатыу маҡсатынан эшмәкәрлек алып бара. “Хәҙерге шарттарҙа ситтән баҫымға әҙер булырға һәм төрлө ҡотҡоларҙы ваҡытында иҫкәртергә кәрәк”, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан вәкилдәре Ҡытайҙа “Волга-Янцзы” төбәк-ара форумында ҡатнашты

Сара Наньчан ҡалаһында уҙҙы. Унда Рәсәйҙең Волга буйы округы һәм Ҡытайҙың Янцзы йылғаһы үрге һәм урта ағымы төбәктәренән рәсми делегациялар сығыш яһаны. Мәскәү һәм Пекин араһында тышҡы тауар әйләнеше быйыл 9 айҙа 27 процентҡа артып 194 миллиард долларға еткән. Волга һәм Янцзы төбәктәре араһында 50-нән ашыу килешеү төҙөлгән. Башҡортостан Ҡытайҙың ете провинцияһы менән хеҙмәттәшлек итә. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, Ҡытай инвесторҙары ҡатнашлығында Сибайҙа цемент етештереү йәки тракторҙар сығарыу заводын асыу мәсьәләһе өйрәнелә. Быйыл 8 айҙа Башҡортостан һәм Ҡытай араһында үҙ-ара тауар әйләнеше 668 миллион долларға еткән. Андрей Назаров 5-се “Волга-Янцзы” төбәк-ара форумын Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте.
Бөгөн Өфөнән йөҙөнсө гуманитар ылау оҙатылды

Ул мобилизацияланған ир-егеттәргә һәм доброволецтарға тәғәйенләнә. “Ярҙамды бөтә республика тупланы. Өлкәндәр, балалар, өләсәйҙәр, ир-егеттәр яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡ йыйыуҙа әүҙем ҡатнашты”, - тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Гуманитар ярҙам туплаған һәм уны алғы һыҙыҡҡа алып барған ҡотҡарыусылар, водителдәр, хеҙмәт коллективтары һәм эшҡыуарҙар Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. “Был ылауҙы туплауға беҙ ҙә өлөш индерҙек”, - ти Өфөнөң 101-се мәктәп директоры Иштуған Ноғаманов.
Радий Хәбиров хәрбиҙәргә ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдерҙе

“Республикала хәрбиҙәргә ярҙам итмәгән кеше һирәктер. Башҡортостан халҡы яугирҙәргә кәрәк-яраҡ, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек туплай, гуманитар ылау әҙерләй. Был иң мөһиме һәм ҡиммәтлеһе”. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Ул республикала йәшәүселәргә һалдаттарға ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте.
Бөгөн республиканан йөҙөнсө гуманитар ылау оҙатылды. Махсус хәрби операция биләмәһенә техника, аҙыҡ-түлек, медицина препараттары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров етәкселегендә милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы үтте

Республикала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы үтте. Сарала дини конфессия лидерҙары, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берләшмә етәкселәре татыулыҡты һәм тыныслыҡты һаҡлау өсөн эшлекле тәҡдимдәр индерҙе. Совет ултырышында милли сәйәсәт алдында көнүҙәк һынауҙар, йәмғиәт өсөн хәүеф тыуҙырған ойошмалар эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәш мәсьәләләре иғтибарға алынды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан Донбасҡа йөҙөнсө гуманитар конвой юлланды

Йөҙөнсө ылау. Бөгөн Башҡортостандан Донбасҡа юбилейлы гуманитар конвой юлланды. Колонна ҡуҙғалыр алдынан Радий Хәбиров йөк автомобилдәре водителдәренә һәм ярҙамды ойоштороусыларға Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡораллы көстәр сафында контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәрҙе туплау дауам итә

Башта ир-егеттәр урындағы мобиль пункттарға мөрәжәғәт итә, медицина тикшереүе үтә. Һуңынан Өфөгә килеп контракт буйынса хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуя. Һәр кандидат ентекле тикшерелә. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән ир-егеттәр хәрби әҙерлек урынына оҙатыла. Контрактты 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-егеттәр төҙөй ала. 1 октябрҙән Рәсәй армияһында хеҙмәт хаҡы ла индексацияланды. Махсус хәрби операция биләмәһендә уның айлыҡ күләме 210 мең һум кимәленә күтәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Борай районында законһыҙ ике мышы аулаған браконьерҙарҙы эҙләйҙәр

Ҡырағай хайуандар Яңы Шилек ауылы эргәһендәге урманда табыла. Урындағы кеше был турала Экология министрлығына хәбәр итә. Белгестәр баһаһы буйынса, браконьерҙар тәбиғәткә 480 мең һумлыҡ зыян килтергән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө ҡалаһының яңы биҫтәләрендә проблемалы юлдар төҙөкләндерелә

Республика райондарында проблемалы юлдар төҙөкләндерелә. Бөрө ҡалаһының яңы биҫтәләрендә лә улар яңырыу кисерә. Юлдарҙы тәртипкә килтереү эше тураһынжа репортаж.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына дәүләт ярҙамы

Башҡортостанда 8000, ә Балаҡатай районында 38 ошондай хужалыҡ иҫәпләнә. Район фермерҙары дәүләт ярҙамын тойоп эшләй. Уңышлы эшләүсе йүнселдәр хаҡында ентекләберәк видкояҙмала.
3
Ҡытай компанияһы Башҡортостанда төҙөлөш материалдары етештереү буйынса завод төҙөргә ниәтләй

Ҙур инвестиция проекты буйынса тәүге килешеү төҙөлдө. Премьер-министр Андрей Назаров Ҡытай компанияһы етәксеһе Хуан Ши Хуа менән осрашты. -Башҡортостанға төҙөлөш өлкәһендә бындай мөһим партнерҙар кәрәк. Республикала торлаҡ төҙөлөшө йылдам бара. Сифатлы һәм сағыштырмаса арзан материалдар талап ителә, -тине Андрей Назаров. Яңы завод Өфө районында, йә Күмертауҙа урынлаша. Ноябрь аҙағында Өфөлә, Халыҡ-ара бизнес аҙналығында был проект буйынса тағы бер һөйләшеү көтөлә.
Ҡораллы көстәрҙә контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәрҙе туплау дауам итә

Башта ир-егеттәр урындағы мобиль пункттарға мөрәжәғәт итә, медицина тикшереүе үтә. Артабан баш ҡалаға килеп контракт буйынса хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуя. Һайлап алыуҙы уңышлы үткәндәр хәрби әҙерлек урынына оҙатыла. 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-егеттәр килешеү төҙөй ала. 1 октябрҙән Рәсәй армияһында хеҙмәт хаҡы индексацияланды. “Ул махсус хәрби операция биләмәһендә 210 мең һумға етә”, - ти контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты инструкторы Айҙар Ғәйетғәлин.Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылыу өсөн Ситуация үҙәгенә, Башҡортостан хәрби комиссариатының һайлап алыу пункттарына шылтыратырға кәрәк. Шулай уҡ Күп функциялы үҙәк офистары йәки дәүләт хеҙмәттәре порталына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ғинуарҙан Башҡортостанда йәшәү минимумы 13 мең 753 һумға еткерелә

Республика хөкүмәтенең ҡарары менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Эшләп йөрөүселәр өсөн уның кимәле 14 мең 991 һум. Пенсионерҙарға 12 мең 530, балаларға 13 мең 340 һум була. Йәшәү минимумы бер йылға ҡабул ителә.
Башҡортостанда айырыуса ҡыйыулыҡ күрһәткән яугирҙәргә ер бушлай бирелә

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа Республика Хөкүмәте индергән закон проекты хуплау тапты. Документҡа ярашлы, махсус хәрби операция барышында миҙалдар һәм ордендар менән бүләкләнгән яугирҙәргә төҙөлөш өсөн ер түләүһеҙ бирелә. Яуҙа батырҙарса һәләк булған хәрбиҙең яҡын туғандары ла ошондай хоҡуҡ менән файҙалана аласаҡ. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса, ишле йәки инвалид бала тәрбиәләгән, шулай уҡ йәш ғаиләләр, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға йорт төҙөлөшө өсөн ер бушлай бирелә.
Башҡортостанда Өфө дауаханаларын яңыртыу программаһы ҡабул ителде

Республика Хөкүмәте ҡарары донъя күрҙе. Программа 6 йылға иҫәпләнгән. Ул 8 миллиард һумға баһалана. 2024 йылда поликлиникаларҙы төҙөкләндереү йәки төҙөү, транспорт һәм медицина ҡорамалдары һатып алыу өсөн 500 миллион һум бүленә. Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу буйынса айырым программа әҙерләргә ҡушҡайны.