БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.42K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан ебәрелгән 99-сы гуманитар ылау Донбасҡа барып етте

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тыуған яҡ сәләмен тапшырыуҙы БЮТ ижади төркөмө күҙәтте. Тулыраҡ видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Протоиерей Александр Ткаченко Өфө хосписы эшмәкәрлеге менән танышты

Тотош илгә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ учреждение. «Изгелек ҡулсаһы» бөтә Рәсәй хәйриә фонды етәксеһе Өфө хосписын шулай юғары баһаланы. Протоиерей Александр Ткаченко Башҡортостанға эш сәфәре барышында социаль учреждение эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Тамыр селтәре» проекты сиктәрендә 4-се медиафестиваль уҙҙы.

«Тамыр» телеканалы республиканың йәш хәбәрселәрен йәнә бер майҙанға йыйҙы! Өфөлә «Тамыр селтәре» проекты сиктәрендә 4-се медиафестиваль уҙҙы.
Йәш хәбәрсе, оператор, ҡораусылар өсөн тәүҙә «Тамыр» каналы, Телеүҙәк студиялары буйлап экскурсия ойошторолдо. Һәр кем үҙен ысын алып барыусы итеп тойоп камера алдында һөйләп, телесуфлер аша уҡып ҡараны, билдәле журналистар менән дә осрашыу бәхете тейҙе. Ҡатнашыусылар өсөн социаль селтәрҙәр, оператор эше һәм режиссер булыу тураһында оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Башҡортостанда проблемалы юлдар буйынса ремонт эштәре ноябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш

Был турала Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Республика Башлығы Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына юлдарҙы төҙөкләндереүҙе контролдә тоторға, декабрҙә башҡарылған эштәр буйынса доклад әҙерләргә ҡушты. Башҡортостанда проблемалы юлдар программаһы Республика башлығы башланғысы менән булдырылған. Быйыл уны тормошҡа ашырыу өсөн 4 миллиард һум аҡса бүленгән.
Республикала “Ярҙам поезы” яугирҙәрҙә ярҙам итә

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды төбәк бүлексәһе акция ойоштора. Белгестәр район һәм ҡалаларға сығып махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ветерандар һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә. 10 ноябрҙә халыҡты Белорет ҡалаһында ҡабул итәләр. “Ярҙам поезы” хәрәкәте менән социаль селтәрҙә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды төбәк бүлексәһе төркөмөндә танышырға була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 70 километр оҙонлоҡта проблемалы юл ремонтланған

Тағы ла 112 саҡрымда эш тамамланыу алдында.. Ремонт эштәре тотош республика буйынса алып барыла. Программаны ғәмәлгә ашырыуға 4 миллиард һум аҡса бүленгән. Финанслау киләһе йыл да шул кимәлдә ҡала. Иглин районы халҡын күптән борсоған Иглин-Алаторка арауығында ла эш тамамланыу алдында.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡалтасы районы Бурһыҡ ауылында йәшәүсе эшҡыуар тыуған төйәге өсөн файҙалы булыуҙан йәм таба

Атайсалға хеҙмәт иң абруйлыһы. Ҡалтасы районы Бурһыҡ ауылынан Фәндәвис Нафиҡов шундай фекерҙә. Эшҡыуар тыуған төйәге өсөн файҙалы булыуҙан йәм таба. Тыуған ауылында ул шишмә комплексы, Ватан һаҡсылары өсөн обелиск, мәсет төҙөткән, зыяратты кәртәләткән һәм юл һалдырған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә йөҙөнсө гуманитар йөк оҙатырға әҙерләнә

Юбилейлы ылауға броня менән ҡапланған техника, мунса һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Конвойҙа тик тәжрибәле водителдәр генә ҡатнаша, ике тәүлек юлды үтеүгә ышаныслы хеҙмәткәрҙәр һайлап алынған. Республика халҡының бөртөкләп йыйған ҡиммәтле ылауҙы кемдәр ташый? Кемдәр улар - гуманитар конвой водителдәре? Тулыраҡ видеояҙмала.
Башҡортостанда электр транспорты өсөн инфраструктура булдырыла

Ошо айҙа 18 заряд биреү станцияһы файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Республика Башлығы Радий Хәбиров декабрҙә был эш буйынса отчет бирергә ҡушты. Республикала әле 400-ҙән ашыу электромобиль бар. 2024 йылда улар өсөн тағы 50 станция төҙөлөргә тейеш.
Башҡортостан мәктәптәрендә Курчатов кластары асыла

Был турала хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Республика хөкүмәте менән Курчатов институты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, йәш ғалимдар фәнни-тикшеренеү үҙәгендә стажировка үтә ала, Башҡортостан мәктәптәрендә Курчатов кластары булдырыла.
"Башҡорт оҙон ғүмерлеге" программаһы киңәйтелде

Яңы йүнәлешкә ярашлы, 2 меңгә яҡын кеше Мәскәүҙә асылған "Рәсәй" күргәҙмә-форумына бара ала. Был турала вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе. Күргәҙмәне уҡыусылар ҙа ҡарай ала. Башҡортостанда 50 бала Мәскәүгә барған да инде. Бында беҙҙең республика стенды ла урынлаштырылған.
“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәре тәүге ялға ҡайтты

Егеттәр махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Өфөлә яугирҙәрҙе Совет майҙанында туғандары ҡаршы алды. Республика Башлығы кәңәшсеһе Валентин Солодовник хәрбиҙәргә Радий Хәбиров исеменән сәләм еткерҙе һәм рәхмәт белдерҙе. Егеттәр Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды һәм ике аҙнаға ялға китте. Әйткәндәй, бөгөн Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә 100-сө гуманитар ылау юлға сыға. Ошоға бәйле “Торатау” Конгресс-холы алдындағы майҙан көндөҙгө икегә тиклем транспорт өсөн ябыҡ була.
Башҡортостан вәкилдәре Ҡытайҙа 100-ҙән ашыу осрашыу үткәрҙе һәм 19 килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге рәсми делегация бизнес-сәфәр ҡыла. Эшҡыуарҙар һәм төрлө ойошмалар вәкилдәре Шанхайҙа халыҡ-ара импорт тауарҙар күргәҙмәһендә ҡатнашты. Андрей Назаров әйтеүенсә, Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар. 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешенең дүрттән бер өлөшө Ҡытайға тура килә.
1👍1
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 100-сө гуманитар ылау оҙатылды

Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холы алдындағы майҙандан автоколонна юлға сыҡты. Гуманитар йөктө туплауҙа дәүләт һәм шәхси ойошмалар, район һәм ҡала хакимиәттәре, мәғариф учреждениелары, ябай халыҡ ҡатнашты. Яугирҙәргә автомобиль, квадроцикл, тепловизор, рация, генератор, квадрокоптер, ағас-таҡта, мейес, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм туғандарынан күстәнәстәр тапшырыла. “Был ярҙам улар өсөн үтә лә мөһим. Һалдаттарға гуманитар ылау туплауҙа ҡанашҡан һәр кешегә рәхмәт белдерәбеҙ”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йөҙөнсө ылау. Бөгөн Башҡортостандан Донбасҡа юбилейлы гуманитар конвой юлланды

Колонна ҡуҙғалыр алдынан Радий Хәбиров йөк автомобилдәре водителдәренә һәм ярҙамды ойоштороусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Махсус хәрби операция биләмәһенә муниципалитеттар һәм ил яҙмышына битараф булмағандар вездеходтар, УАЗ автомобилдәре, аҙыҡ- түлек һәм яу яланы шарттарында кәрәкле әйберҙәр ебәрә. Башҡортостан башлығы был эштә әүҙемлек күрһәтеүселәргә һәм йөк автомобилдәре водителдәренә рәхмәт белдерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыумыштан бирелгән умыртҡа һөйәге кәмселеге спорт менән шөғөлләнеүгә ҡаршылыҡ түгел

Spina bifida диагнозы менән яфаланыусылар араһында фехтование, теннис, йөҙөү һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса чемпиондар бар. Һирәк осрай торған патологиянан яфаланыусыларҙы Хәйриә фонды ҡарауға алған. Уларға бушлай медицина тикшеренеүе үтеүҙә, операция яһатыуҙа, техник реабилитация саралары алыуҙа ярҙам күрһәтелә. Балалар йорттарында тәрбиәләнгән кескәйҙәр ғаиләләргә урынлаштырыла. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Радий Хәбиров милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын үткәрҙе

Унда хәҙерге шарттарҙа берҙәмлекте нығытыу мәсьәләһе күтәрелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, күп милләтле һәм күп динле Рәсәй өсөн Ватан мәнфәғәттәре өсөн берләшеү һәм берҙәм булыу төшөнсәһе айырым әһәмиәткә эйә. Интернетта ялған мәғлүмәт күп таратыла. Онлайн-төркөмдәр милләт- һәм дини-ара дуҫлыҡты ҡаҡшатыу маҡсатынан эшмәкәрлек алып бара. “Хәҙерге шарттарҙа ситтән баҫымға әҙер булырға һәм төрлө ҡотҡоларҙы ваҡытында иҫкәртергә кәрәк”, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан вәкилдәре Ҡытайҙа “Волга-Янцзы” төбәк-ара форумында ҡатнашты

Сара Наньчан ҡалаһында уҙҙы. Унда Рәсәйҙең Волга буйы округы һәм Ҡытайҙың Янцзы йылғаһы үрге һәм урта ағымы төбәктәренән рәсми делегациялар сығыш яһаны. Мәскәү һәм Пекин араһында тышҡы тауар әйләнеше быйыл 9 айҙа 27 процентҡа артып 194 миллиард долларға еткән. Волга һәм Янцзы төбәктәре араһында 50-нән ашыу килешеү төҙөлгән. Башҡортостан Ҡытайҙың ете провинцияһы менән хеҙмәттәшлек итә. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, Ҡытай инвесторҙары ҡатнашлығында Сибайҙа цемент етештереү йәки тракторҙар сығарыу заводын асыу мәсьәләһе өйрәнелә. Быйыл 8 айҙа Башҡортостан һәм Ҡытай араһында үҙ-ара тауар әйләнеше 668 миллион долларға еткән. Андрей Назаров 5-се “Волга-Янцзы” төбәк-ара форумын Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте.
Бөгөн Өфөнән йөҙөнсө гуманитар ылау оҙатылды

Ул мобилизацияланған ир-егеттәргә һәм доброволецтарға тәғәйенләнә. “Ярҙамды бөтә республика тупланы. Өлкәндәр, балалар, өләсәйҙәр, ир-егеттәр яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡ йыйыуҙа әүҙем ҡатнашты”, - тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Гуманитар ярҙам туплаған һәм уны алғы һыҙыҡҡа алып барған ҡотҡарыусылар, водителдәр, хеҙмәт коллективтары һәм эшҡыуарҙар Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. “Был ылауҙы туплауға беҙ ҙә өлөш индерҙек”, - ти Өфөнөң 101-се мәктәп директоры Иштуған Ноғаманов.
Радий Хәбиров хәрбиҙәргә ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдерҙе

“Республикала хәрбиҙәргә ярҙам итмәгән кеше һирәктер. Башҡортостан халҡы яугирҙәргә кәрәк-яраҡ, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек туплай, гуманитар ылау әҙерләй. Был иң мөһиме һәм ҡиммәтлеһе”. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Ул республикала йәшәүселәргә һалдаттарға ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте.
Бөгөн республиканан йөҙөнсө гуманитар ылау оҙатылды. Махсус хәрби операция биләмәһенә техника, аҙыҡ-түлек, медицина препараттары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрелде.