This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Владимир Путин Радий Хәбиров исеменә ҡотлау ебәрҙе
Бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө. Байрам уңайынан Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменә ҡотлау ебәрҙе.
Рәсәйҙең бөйөк тарихы, уның ҡеүәте, ҡаҙаныштары һәм дәүләтселеге ата-бабаларыбыҙҙың күп быуындары тарафынан, уларҙың ныҡлығы һәм ҡаһарманлығы, фиҙәкәр һәм батыр хеҙмәте менән барлыҡҡа килде. Тыуған илгә эскерһеҙ һөйөү, уның яҙмышында шәхси ҡатнашыу бөгөн дә беҙҙең өсөн ышаныслы әхлаҡи нигеҙ булып хеҙмәт итә, Ватан мәнфәғәтенә алға ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүҙә ярҙам итә. Һеҙгә уңыштар һәм яҡшылыҡтар теләйем, тиелә Рәсәй Президенты ҡотлауында.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тарихи дата уңайынан Радий Хәбиров Өфөлә Дуҫлыҡ монументына сәскә гөлләмәләре һалды
1612 йылда был көндә Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендәге ирекле халыҡ ғәскәре Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат иткән. Халыҡтар дуҫлығын сағылдырған дәүләт байрамы бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Ватан һаҡсылары илбаҫарҙар менән көрәш алып барыу өсөн берләшеп, алғы һыҙыҡта хәрби хеҙмәтен башҡара.

Баш ҡалала Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте
Берҙәм өйҙә бәрәкәт бар. Башҡортостан концерт залында бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров байрам менән ҡотлап дәүләт наградалары тапшырҙы
Берҙәм өйҙә бәрәкәт бар. Башҡортостан концерт залында бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров байрам менән ҡотлап дәүләт наградалары тапшырҙы
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы Донбассҡа сираттағы гуманитар йөк партияһын алып барҙы
Өй сәләмдәре, туғандарҙан посылкалар. Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы Донбассҡа сираттағы гуманитар йөк партияһын алып барҙы. Ылау хәрбиҙәрҙең ғаризалары буйынса тупланған. Үҙ өлөшөн уҡыусылар ҙа индергән.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙең ВДНХ халыҡ-ара күргәҙмәләр үҙәгендә «Рәсәй» күргәҙмә-форумы асылды
Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Мәскәүҙең ВДНХ халыҡ-ара күргәҙмәләр үҙәгендә «Рәсәй» күргәҙмә-форумы асылды. Киләһе йылдың 12 апреленә тиклем эшләйәсәк күргәҙмәлә илдең 89 төбәге лә үҙ экспозицияларын тәҡдим итә. Сара сиктәрендә эшлекле, фәнни, милли-мәҙәни программалар ҡаралған. Төп девиз-тарих, бөгөнгө һәм киләсәк. Ул төбәктәрҙең йылдар дауамында туплаған тәжрибә таянып киләсәккә аяҡ баҫыуын, уңышлы эш тәжрибәләрен сағылдыра. Башҡортостандың экспозицияһы «Күсмә халыҡтан пилотһыҙ аппараттарға тиклем» тип атала.

❤1
Башҡортостан шахбоксерҙары Италияла донъя беренселегендә еңеү яуланы
Спортсылар ике алтын һәм бер бронза миҙалға лайыҡ булды. Ил йыйылма командаһы составында беҙҙең республиканан Илсур Исхаков, Артур Ханнанов һәм Дилара Хәтмуллина сығыш яһаны. Шахбокс - ул шахмат һәм бокс ҡушылмаһы. Спортсылар рингта ғына түгел, шахмат өҫтәле артында көс һынаша.
Спортсылар ике алтын һәм бер бронза миҙалға лайыҡ булды. Ил йыйылма командаһы составында беҙҙең республиканан Илсур Исхаков, Артур Ханнанов һәм Дилара Хәтмуллина сығыш яһаны. Шахбокс - ул шахмат һәм бокс ҡушылмаһы. Спортсылар рингта ғына түгел, шахмат өҫтәле артында көс һынаша.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сәйҙә серләшер, уйында күңел асыр һәм көс туплар өсөн урын барлыҡҡа килде
Ҡалтасы районында оло йәштәгеләр өсөн сәләмәт һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәге асылды. Проект урындағы ветерандар советы башланғысы менән Башҡортостан башлығы грантына ғәмәлгә ашырылған.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Тәмле. Беҙ бергә» тапшырыуҙар циклы «Күп йөҙлө Рәсәй» журналистар конкурсында 1-се урын яуланы
БСТ каналының «Тәмле. Беҙ бергә» тапшырыуҙар циклы «Күп йөҙлө Рәсәй» журналистар конкурсында 1-се урын яуланы. Мәртәбәле медиа бәйгелә еңеүселәр Ҡазан ҡалаһында бүләкләнде. Журналистар конкурсына илдең 38 төбәгенән 800-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. «Тәмле. Беҙ бергә» тапшырыуы Рәсәй буйынса иң яҡшыһы тип баһаланды.

👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә һуҡма шәл буйынса оҫталыҡ дәрестәре дауам итә
Рәсәй Президенты гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған сара был юлы ла ҡатнашыусыларҙы күпләп йыйҙы. Оҫталар менән бергә, мәктәп йәшендәгеләр ҙә өйрәнергә килде.

Ял һәм байрам көндәрендә янғын хәүефе арта
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан ошо турала белдерәләр. Быйыл республикала 8 мең ярымдан ашыу янғын теркәлгән. Ведомство хеҙмәткәре Булат Хәйретдинов әйтеүенсә, янғын башланғас та ҡотҡарыусыларҙы саҡыртыу мөһим. Ҡотҡарыусылар халыҡҡа фатир һәм йорттарға янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйырға кәңәш итә. Ул бер нисә категорияға ҡараған кешеләргә бушлай таратыла.

Армиянан алып ҡалыу тураһында реклама тыйыла
Республика парламенты федераль законға төҙәтмәләр тәҡдим итте. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, әле бындай реклама ныҡ таралған. Армияға бармаҫҡа теләүселәргә аҡсаға юридик, консультацион, медицина хеҙмәттәре тәҡдим ителә. Законлы нигеҙҙә хеҙмәттән алып ҡалырға вәғәҙәләйҙәр, тине ул. Проект ҡабул ителһә, бындай реклама тыйыла, законды боҙоусыларға ҙур штраф һалына.

Һөттө литрлап, ярманы килолап һатасаҡтар
Рәсәйҙә иң кәрәкле аҙыҡ-түлек етештереүселәр дәүләт стандартынан тайпыла алмай. Һатыу өсөн билдәләнгән һауыт ҙурлығын, күләмде үҙ аллы үҙгәртеү тыйыла. Генераль прокуратура талабы менән ГОСТ-ҡа төҙәтмәләр индерелгән. Хәҙер май, туҡмас, шәкәр, тоҙ, он, ҡарабойҙай, дөгө, тары, сәй етештереүселәр тауарҙарын дәүләт стандарты буйынса сығарырға теләһә, билдәләнгән күләмде генә ҡулланырға тейеш була. Мәҫәлән, ҡарабойҙай 500 грамлы, килограмлы һәм 2 килолы төргәктә, һөт 200, 250, 500, 1000 һәм 2000 миллилитрлы һауыттарҙа һатылырға тейеш. Прокуратура хәбәр итеүенсә, әле йыш ҡына етештереүселәр аҙыҡ-түлек ауырлығын йә күләмен кәметә, ә хаҡ шул кимәлдә ҡала. Артыуы ла күҙәтелә.

Өфөнән Мәскәүгә яңы федераль трасса буйлап 4 сәғәткә тиҙерәк барып етеп була
Федераль эксперттар ил баш ҡалаһына тиклем юлға ваҡытты иҫәпләгән. М-12 "Көнсығыш" трассаһы Европа-Көнбайыш-Ҡытай транспорт маршрутының бер өлөшө булып тора. Мәскәү-Ҡазан-Екатеринбург-Төмән юлы Башҡортостан аша ла үтә. Төҙөлөш 2021 йылда башланды, 2025 йылда тамамлау планлаштырыла.
Федераль эксперттар ил баш ҡалаһына тиклем юлға ваҡытты иҫәпләгән. М-12 "Көнсығыш" трассаһы Европа-Көнбайыш-Ҡытай транспорт маршрутының бер өлөшө булып тора. Мәскәү-Ҡазан-Екатеринбург-Төмән юлы Башҡортостан аша ла үтә. Төҙөлөш 2021 йылда башланды, 2025 йылда тамамлау планлаштырыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика Ҙур этнография диктантына ҡушылды
Акция сиктәрендә бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тест һорауҙарына яуап бирҙе.

"Янғантау" геопаркы халыҡ-ара талаптарға яуап бирә
Глобаль геопарк статусы бирелгәндән һуң тағы бер тапҡыр тикшереү уҙғарылды. Был турала Республика Хөкүмәтәнән хәбәр итәләр. Эксперттар геопаркты үҫтереү буйынса кәңәштәр ҙә биргән. Ауыл биләмәләренең социаль -иҡтисади үҫеше өсөн мөмкинлектәр булыуы билдәләнгән. Быйыл "Янғантау"ҙа инфраструктура проекттары өсөн республика ҡаҙнаһынан 100 миллион һум бүленгән.

Башҡортостан эндокринология үҙәктәрен булдырыу һәм йыһазландырыу өсөн федераль ярҙам ала
Бының өсөн ҡаҙнанан 100 миллион һум бүленә. Был аҡса шулай уҡ шәкәр диабеты менән ауырыусыларҙың сәләмәтлек мәктәптәренә тәғәйенләнә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала әле 1 эндокринология үҙәге эшләп килә. Район-ара 13 үҙәк булдырыу планлаштырыла.

Башҡортостандан Иранға беренсе тапҡыр ҡайын фанераһы оҙатылған
Өфө предприятиеһы 29 кубик метр продукцияны экспортҡа сығарған. Ауыл хужалығын күҙәтеү үҙәге йөктө ебәреүҙе контролдә тотҡан. Республика шулай уҡ экспортҡа он оҙатыуҙы 2 ярым тапҡырға арттырған. Башҡорт онон Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан ала.

Башҡортостан зубрҙарына GPS-муйынсаҡ тағыла
Хайуандарҙы ентекле өйрәнеү маҡсаты ҡуйыла. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция ошондай контракт тәҡдим итә. Махсус муйынсаҡтарҙың Рәсәйҙә етештерелеүе шарт. Башҡортостанға Белоруссиянан зубрҙар килтерелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Улар Мораҙым тарлауығында йәшәй.

Радий Хәбиров дүрт этаптан торған яңы трасса төҙөү проекты менән танышты
Ишембай һәм Бөрйән райондарын асфальт юл тоташтырасаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дүрт этаптан торған яңы трасса төҙөү проекты менән танышты. Транспорт артерияһының бер өлөшөн тулыһынса төҙөргә кәрәк, ҡайһы бер участкалар реконструкцияға мохтаж. Республика етәксеһе Ишембай районының Маҡар ауылынан Ҡолғона йүнәлешендәге объект төҙөлөшөнөң беренсе этабы башланасаҡ урынды ҡараны.

Баш ҡалала янғынға ҡаршы рейд үтте
Янғындарҙы иҫкәртеү буйынса эш байрам һәм ял көндәрендә лә туҡтамай. Сираттағы профилактик сара баш ҡаланың Орджоникидзе районына ҡараған Тимашев ауылында үтте.

❤3