БСТ | Яңылыҡтар
2.33K subscribers
5.29K photos
9.13K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө еңел сәнәғәт форумын ҡабул итә

Илдең төрлө төбәктәре һәм сит ил компаниялары ҡатнашҡан сара 25- 26 октябрҙә Башҡортостан күргәҙмә үҙәгендә ойошторола. Форум үҙенсәлектәре хаҡында һүҙ бөгөн «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында барҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Борай районында «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы йылдам тормошҡа ашырыла

Йәшәүгә көс һәм илһам. Борай районында «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы йылдам тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә Борай ауылындағы Һалҡын шишмә һәм уның биләмәһендәге майҙан төҙөкләндерелгән.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына - 104 йыл

Ошо уңайҙан республика ҡала-райондарында бөйөк әҙиптең тормош һәм ижад юлына арналған ғилми-ғәмәли конференциялар, хәтер кисәләре үтте. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Яҡын офоҡ», Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Ҡыҙ урлау» спектаклдәрен сәхнәләштерҙе. Төп сара Өфөлә Мостай Кәримдең һәйкәле янында ойошторолдо. Унда баш ҡала хакимиәте етәкселеге, яҙыусылар, шағирҙың туғандары, ижадын һөйөүселәр ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә күренекле композитор Салауат Низаметдиновтың исеме мәңгеләштерелде

Ленин урамындағы 162-се йортта шәхес иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, композиторҙың туғандары һәм дуҫтары ҡатнашты. Таҡтаташ Салауат Низаметдинов 1997-2003 йылдарҙа йәшәгән йортҡа ҡуйылды. Киләсәктә Өфө скверҙарының береһенә маэстроның исемен биреү ҙә күҙаллана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Мәҙинә» мәсетенә - 10 йыл

Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан иман йортона юбилей уңайынан тиҫтәләгән диндар йома намаҙына йыйылды. Нигеҙ һалынғандан бирле, мәсет мосолмандар өсөн иман үҙәге булып тора. Бында даими рәүештә исем ҡуштырыу, никах уҡытыу һәм башҡа дини саралар үтә. Аҙнаһына ике тапҡыр уҙған ғәрәп теле һәм дин нигеҙҙәре буйынса дәрестәргә олоһо ла, кесеһе лә теләп йөрөй. Иң бәләкәй шәкерткә 4 йәш булһа, иң өлкәне 80-де уҙған. Уҡыуҙар онлайн-форматта ла утә. Сарала ҡатнашыусылар былау менән дә һыйланды.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһенә барҙы

Бында Евразия күсмә цивилизациялар музейы төҙөлә. Социаль селтәрҙәргә һалған видеояҙмаһында төбәк етәксеһе Турахан кәшәнәһен Урта быуаттар осороноң ғәжәп объекты тип билдәләгән. Хәҙер бында халҡыбыҙ өсөн тарихи, мәҙәни, туристик үҙәк булдырыла. Асылда, был ҙур музей комплексының башы, унда күсмә халыҡтарҙың һәм, иң элек, башҡорттарҙың яҙмышы тураһында сағыу ҡыҙыҡлы тарих менән танышырға мөмкин буласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл ғинуарҙан сентябргә тиклем республикала 3 миллион ярым пассажир электричка менән файҙаланған

Был рекорд күрһәткес. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы был һанға былтыр йыл аҙағында ирешкән булған. Пассажирҙар ағымының үҫеш динамикаһы буйынса беҙҙең төбәк - Рәсәйҙең ун субъекты иҫәбендә. Үҫеш кимәле Куйбышев тимер юлы менән тығыҙ эш һөҙөмтәһе. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, электричкаларҙы яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. «Орлан» һәм «Ҡарлуғас» инде ғәҙәти күренешкә әйләнгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һуңғы биш йылда Башҡортостанда коммуналь техника паркының өстән бер өлөшө яңыртылды

Был төрлө тәғәйенләнештәге 710 берәмек транспорт. Республика көнөнә муниципалитеттар сираттағы яңы машиналар партияһын алды. Уларҙың күбеһе линияға сыҡҡан да инде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләһенә ярҙам

Борай районы хакимиәте урындағы урман хужалығы менән берлектә «Вечер» ҡушаматлы яугирҙың ҡатыны Линара Зәйруллинаға бер йөк утын әҙерләп бирҙе. Ике бала әсәһе ярҙам һорап район хакимиәтенә ғариза биргән булған.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө районы Силантьев ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Бина кәрәкле коммуникацияларға тоташтырылған, бөгөндән үк пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Бөрө ҡалаһында яңыртылған ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһы үҙ эшен башланы. Бинала аҡ халалтлылар өсөн аш һәм ял бүлмәләре, душ, айырым диспетчер пункты кеүек уңайлыҡтар бар.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районында Рәсәйҙәге иң күләмле һырғанаҡ плантацияһы барлыҡҡа киләсәк

Әлеге ваҡытта Алтай крайынан алып ҡайтылған ҡыуаҡлыҡтар 50 гектар майҙанға ултыртылған. Йүнселдәр киләһе йыл уны 500 гектарға тиклем еткереү бурысын ҡуя. Башҡортостан өсөн беренсе күләмле проект буйынса һырғанаҡтан тыш, ҡарағат, баҡса еләген үҫтереү ҙә ҡарала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күренекле ғалим, тарихсы Ирек Аҡманов 90 йәшен билдәләй

Ватан тарихына бағышланған ғүмер. Күренекле ғалим, тарихсы, фән һәм йәмәғәт эшмәкәре Ирек Аҡманов 90 йәшен билдәләй. Оло дата айҡанлы бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында симпозиум үтте. Сарала Ирек Ғайса улының уҡыусылары, ғалимдар ҡатнашты.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғәскәровсыларҙың Рәсәй төбәктәре буйлап гастролдәре дауам итә

Бөгөн ижади коллектив Красный Луч ҡалаһында сығыш яһаны. Фәйзи Ғәскәров нигеҙ һалған хореография композициялары менән бергә, донъя халыҡтары бейеүҙәре тәҡдим ителде. Луганск халыҡ республикаһында йәшәүселәрҙән тыш, ошо төбәктә эшләүсе яҡташтарыбыҙ ҙа тамаша ҡылды. Концерт программаһы уларға тыуған яҡ сәләме булараҡ яңғыраны.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иван Фартуковтың 75 йәшлек юбилейына бағышланған картиналар күргәҙмәһе асылды

«Ауыл кешеләре». Ошо исем аҫтында Башҡортостандың халыҡ рәссамы Иван Фартуковтың 75 йәшлек юбилейына бағышланған картиналар күргәҙмәһе асылды. Экспозиция Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейында урынлашҡан.
2
Ҡар машиналар йөрөшөн тотҡарлаған

Башҡортостанда ҡар яуыуы арҡаһында ҡайһы бер юлдарҙа ҡатмарлыҡтар бар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Белоерт трассаһы хәрәкәт өсөн хәүефле. Бында махсус техника эшләй. Йөк машиналары әкрен йөрөй. Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы янында ла һауа шарттары арҡаһында тейешле саралар күрелгән.
Башҡортостанда машина хужаларына тәгәрмәстәрҙе алмаштырырға кәңәш ителә

Ҡышҡы резинаға күсергә ваҡыт. Көндәр һалҡыная. Төндәрен иһә температураның -7 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан ошо турала хәбәр итәләр.
Евразия күсмә цивилизациялар музейының туристарҙы ҡабул итеү үҙәге киләһе йылдың яҙында асыла

Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙа. "Турахан мавзолейы Урта быуаттар дәүерендәге уникаль объект. Хәҙер бында халыҡ өсөн тарихи, мәҙәни, туристик үҙәк булдырабыҙ. Ҙур музей комлексы асыла, күсмә халыҡтар, тәү сиратта башҡорттар тарихы тураһында һөйләйәсәкбеҙ", ти Радий Хәбиров. Туристарҙы ҡабул итеү үҙәге төҙөлөшө август айында башланды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға түләү артты

1 октябрҙән индексация булды. Уға ярашлы, хәҙер яугирҙәргә кәмендә 210 мең һум түләнә. Шулай уҡ хәрби пенсия 10,5 процентҡа арттырылды. Башҡортостан батальондарында хеҙмәт итеүселәр өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.
Быйыл Башҡортостан ауыл хужалыҡтары сауҙа өсөн 600 мең тоннанан ашыу һөт етештергән

Республика аграр ведомствоһы 9 айлыҡ һөҙөмтәләрҙе барланы. Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Йәрмәкәй, Мәләүез һәм Дүртөйлө райондарындағы айырым хужалыҡтар лидерҙар рәтенә инде. Уларҙа һәр һыйырҙан көн һайын 30 килограмдан ашыу һөт һауыла.
Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында һүрәттәр конкурсы уҙғарыла

Ул Александр Пушкин ижадына бағышлына. Әле ғаризалар ҡабул ителә. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, конкурста сәләмәтлек мөмкинлеге сикле 5 йәштән 11 йәшкәсә балалар ҡатнаша. Еңеүселәр бер нисә номинацияла билдәләнә.