БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
8K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө транспорт полицейскийҙары Ағиҙел йылғаһы буйлап сираттағы рейдҡа сыҡты

Һыу обьекттарында иҫкәртеү саралары. Өфө транспорт полицейскийҙары Ағиҙел йылғаһы буйлап сираттағы рейдҡа сыҡты. Һыу транспортында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлауға һәм иҫкәртеүгә, пассажирҙарҙың һәм судноларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән рейд хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауылға ҡайтып миллион ал: Башҡортостан «Ауыл табибы» программаһы буйынса алдынғы төбәктәр рәтендә

Ауылға ҡайт та, миллионер бул. Башҡортостан «Ауыл табибы һәм фельдшеры» программаларын федераль финанслау буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 5 субъекты иҫәбенә инде. Йәш табиптарҙы ауыл еренә йәлеп итеү һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтерергә, медицина ярҙамын күрһәтеү шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Асҡын үҙәк район дауаханаһында 1 августан ете яңы белгес эш башлаған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә класс етәкселәре республика форумы үтте

Икенсе йыл рәттән ойошторолған сара Башҡортостандың төрлө тарафтарынан 750 уҡытыусыны, колледж төркөмдәре кураторҙарын берләштерҙе. Форумда 10-дан ашыу майҙансыҡ эшләне. Уларҙа балаларға тәрбиә биреү, уҡытыу процесына йәлеп итеү өсөн заманса технологияларҙы ҡулланыу һорауҙары тикшерелде. Шулай уҡ теләгән һәр педагог юридик ярҙам алды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡалала «Көҙ романтикаһы» фестивале тамамланды

«Көҙ Романтикаһы» халыҡ-ара классик музыка фестивале өсөнсө йыл рәттән уҙғарылды. Мәҙәни байрам Өфөнөң Совет майҙанында меңәрләгән музыка һөйөүселәрҙе берләштерҙе. Йылдан-йыл фествалдә ҡатнашыусылар географияһы ла киңәйә. Тамашасылар ҙа ил күләмендәге мөһим мәҙәни ваҡиғаны көтөп алған. Был юлы «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале «Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә ойошторолдо. Йылдың иң сағыу мәҙәни сараһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре лә саҡырылды.
👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында 20-се мосолмандар йыйыны уҙҙы

Сара имам Хөсәйенбәк иҫтәлегенә, Ватан һаҡлаусылар йылы һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Мәртәбәле сараға республиканың төрлө мөйөштәренән диндарҙар йыйылды. Иң йәш уҡыусылар «Мин исламды таныйым» ҡөрьән уҡыусылар конкурсында ҡатнашты. 4 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге балалар жюри ағзаларына намаҙ уҡыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләне һәм мөнәжәттәр башҡарҙы.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың фехтование үҙәгендә рапирасылар сборы тамамланды

Унда Башҡортостандан тыш, Татарстан Республикаһынан, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Дондағы Ростов ҡалаларынан спортсылар ҡатнашты. Күнекмәләр ваҡытында төп баҫым атака һәм спарринг алымларына, йәғни алыш практикаһына яһалды. Атлеттарҙың күбеһе сентябрҙә үк Рәсәй кимәлендәге эре тунирҙарҙа сығыш яһай башлай. Йәш спортсылар менән күнекмәләрҙә олимпия чемпион Аделина Заһиҙуллина шөғөлләнде. Һуңғы көндө разминканы еңел атлетика буйынса Паралимпия уйындары призеры Анна Кулинич-Сорокина уҙғарҙы.
👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1 сентябрҙә Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу уҡыусы мәктәпкә уҡырға бара

1 сентябрҙә Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу уҡыусы мәктәпкә уҡырға бара, уларҙың яҡынса 45 меңе-беренсе класҡа. Белем көнөнә арналған тантаналы саралар төбәктең барлыҡ мәғариф учреждениеларында ла үтә, почетлы ҡунаҡтар саҡырылған. Оператив кәңәшмә барышында республика башлығы Радий Хәбиров яңы уҡыу йылын ойошҡан рәүештә башларға ҡушты. Ултырышта шулай уҡ ҡулланыусылар баҙары үҫеше, «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһына әҙерлек тураһында ла һүҙ барҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Хөкүмәте һәм ДОСААФ хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй Армияһына, авиацияға һәм флотҡа ярҙам итеү ирекле йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Республика йортонда Радий Хәбиров ойошма рәйесе Денис Добряков менән осрашып, төбәк бүлексәһенең эшмәкәрлеге тураһында һөйләште. Башҡортостанда ДОСААФ-тың көслө командаһы эшләүе билдәләнде, иң яҡшы практикалар илдең башҡа төбәктәренә таратыласаҡ. Килешеүгә килгәндә, документ хәрби-илһөйәрлек тәрбиә һәм хәрби хеҙмәткә әҙерлек, хәрби һөнәрҙәргә уҡытыу, физик культураны, адаптив спорт төрҙәрен үҫтереү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса берҙәм эште үҙ эсенә ала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән 5 йәшлек Эмиль Садиҡовҡа ярҙам кәрәк

Ярҙам кәрәк! Өфөнән 5 йәшлек Эмиль Садиҡовты тиҙерәк яҡҡа баҫтырыу өсөн 6 миллион 300 мең һум күләмендә матди ярҙам талап ителә. Эмилгә ҡатмарлы ортопедик әмәлиәтте 15 сентябрҙә уҙғарыу күҙаллана. Ата-әсәһенә рәсми саҡырыу ҡағыҙы ла ебәрелгән. Әмәлиәт Грецияның Афины ҡалаһында башҡарыласаҡ.
Әлегә мәрхәмәтле һәм изге күңелле кешеләр ярҙамы менән кәрәкле сумманың 2 миллион ярым һумы йыйылған.
Биш йәшлек Эмиль Садиҡовҡа янбаш быуындарына ҡатмарлы әмәлиәт өсөн ярҙам йыйыу дауам итә. Һәр кем матди хәленә ҡарап тейешле сумманы 8-927-081-13-38 телефон һандары аша Фәнилә Фәнил ҡыҙы Мөхәмәтшинаға ебәрә ала. Мәрхәмәтле булайыҡ.
🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Уҡы»- халыҡ-ара проекты еңеүсеһе билдәләнде

Дини проект сиктәрендә ойошторолған республика конкурсы белем кимәлен күтәреү, уҡыу мәҙәниәтен үҫтереү, Ислам тураһында ышаныслы белем алыу мөһимлегенә иғтибар итеү маҡсатын ҡуя. Республика күләмендә был конкурс өсөнсө тапҡыр уҙғарылды. Диндарҙар «Башҡортостан» ҡунаҡханаһының «Нарыҫтау» конференциялар залында имтихан форматында белемен күрһәтте.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы төбәктең белем биреү учреждениелары вәкилдәренә мәктәп автобустарын тапшырҙы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан башлығы төбәктең белем биреү учреждениелары вәкилдәренә мәктәп автобустарын тапшырҙы. Бәләкәй, уртаса һәм ҙур һыйҙырышлы ике йөҙҙән ашыу транспорт сараһы республиканың 54 районына һәм 6 ҡалаһына юлланды. Улар Тахограф һәм Глонасс системалары менән йыһазландырылған. Республикала 2 мең 800 тораҡ пунктта йәшәүсе 52 меңдән ашыу малай-ҡыҙ уҡыу урынына тиклем мәктәп автобусында барып етә. Уҡыусыларҙы ташыуҙы ойоштороуға 1 590 мәктәп автобусы йәлеп ителгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ярҙамы менән Благовещен районында туризм үҫешә

Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткәрелгән «Инвестиция сәғәтендә» ҡаралған проекттар яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Уларҙың береһе-Благовещен ҡалаһында урынлашҡан глэмпинг. «БлагоЛэнд» ял базаһы тәүҙә Милли проект сиктәрендә дәүләттән ярҙам алһа, былтыр глэмпингты үҫтереү маҡсатында өҫтәмә ер бүленә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын районы ойошторолоуға 95 йыл тулды

Юбилей уңайынан районда бер нисә объект төҙөлә. Шуларҙың береһе-Яңы Ҡаҙансы ауылындағы Мәҙәниәт йорто. Быға тиклем ауылдың барлыҡ мәҙәни саралары 60-сы йылдарҙа төҙөлгән бинала үтә. Мәҙәниәт йорто биш йыл элек авария хәлендә тип билдәләнә. Яңы объект «Социаль маҡсатлы программалар фонды» ярҙамында былтыр төҙөлә башлана. Яңы Ҡаҙансы ауылында 500-гә яҡын кеше йәшәй, эргәлә генә «Танып» шифаханаһы һәм эшселәр ҡасабаһы урынлашҡан. Шуға күрә мәҙәниәт йорто үтә лә кәрәкле ине, ти ауыл биләмәһе башлығы. Бинала 96 урынға иҫәпләнгән тамашасылар залы, китапхана һәм тренажерҙар урынлашасаҡ. Объект сентябрҙә сафҡа инә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылында «Дәртле гармун моңдары» гармунсылар бәйгеһе үтте

Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылында беренсе тапҡыр «Дәртле гармун моңдары» төбәк-ара гармунсылар бәйгеһе үтте. Тулыраҡ беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе 25 йәшлек егет лонгбордта Башҡортостандан Алтайға юллана

Сәйәхәтсе Салауат Зәйнетдинов маршруттың стартын һәм тәүге туҡталыштары тураһында мәғлүмәт менән шәхси блогында уртаҡлашҡан. Уға 2 мең ярым саҡрымдан ашыу юл үтергә тура киләсәк. Егет үҙенә уҙыш барышында тик лонгборд, төп туристик ҡорамалдар һәм үтеп барыусы транспорт менән генә файҙаланыу шарттарын ҡуйған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Салауат өсөн был тәжрибә беренселәрҙән түгел. Быға тиклем ул дуҫы менән 28 көн эсендә Сочи ҡалаһына тиклем велосипедта барған.
5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бөрө ҡалаһында капиталь ремонт эшләнгән мәғариф учреждениелары менән танышты

Яңы уҡыу йылына-яңыртылған уҡыу йорттары. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөрө ҡалаһында капиталь ремонт эшләнгән мәғариф учреждениелары менән танышты. Коррекция мәктәп-интернаты, Бөрө лицейы, Бөрө медицина-фармацевтика колледжы иғтибар үҙәгендә булды. Бынан тыш, педагогтарҙы берләштергән «Август кәңәшмәһе» Радий Хәбиров етәкселегендә Бөрө ҡалаһында үтте. Ултырышта бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә беренсел медицина ярҙамы буйынса Бөтә Рәсәй форум үтте

Өфө «Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүҙә урта медицина белеме булған белгестәрҙең роле» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй форумын ҡабул итте. Унда илдең егерме төбәгенән 600-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды, Ҡаҙағстандан да ҡунаҡтар булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың хәрби журналистары «Звезда» телеканалы алып барыусыһы Ирина Лосик менән осрашты

«Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә Башҡортостандың хәрби журналистары «Звезда» телеканалы алып барыусыһы Ирина Лосик менән осрашты.
Махсус хәрби операция башланыу менән республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында эшләгән 30-ҙан ашыу хеҙмәткәр Донбасс яҡтарына оҙайлы командировкаларға сыға башланы, объектив һәм дөрөҫ мәғлүмәт еткереүҙә БСТ телеканалы журналистары ла әүҙем ҡатнаша.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Еңеү шиғырҙары» тип исемләнгән илһөйәрлек шиғриәте сәғәте үтте

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Еңеү шиғырҙары» тип исемләнгән илһөйәрлек шиғриәте сәғәте үтте. «Армия мәҙәниәте көндәре» программаһына ярашлы уҙғарылған сарала танылған яҙыусылар, китап авторҙары уҡыусылары менән осрашып, ижади эшмәкәрлегенә ҡағылған һорауҙарға яуап бирҙе.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә

Саралар Өфөлә генә түгел, республика райондарында һәм ҡалаларында ойошторола.
Екатеринбург ҡалаһынан килгән Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле гастролдәр менән Күмертауҙа булды. Коллективта Башҡортостанда тыуып-үҫкән бер нисә артист эшләй. Беҙгә тыуған яҡта сығыш яһау айырыуса мәртәбәле, ти улар.