БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә быйыл 8 дауаханала ремонт үткәреү күҙаллана

Баш ҡалала медицина учреждениаларын тәртипкә килтереү өсөн 400 млн һум аҡса бүленгән. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Көн тәртибендә ураҡ кампанияһы барышы һорауҙары ҡаралды. Республика аграрийҙары ужым бойҙайы уңышын йыйып алып борсаҡ һәм арпа урып-йыйырға әҙерләнә.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовещен ҡалаһында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы файҙаланыуға тапшырылды

Бөгөн Благовещен ҡалаһында бассейн менән йыһазландырылған яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы файҙаланыуға тапшырылды. Спорт объекты «Башнефть» компанияһының финанс ярҙамында Башҡортостан менән «Роснефть» араһындағы хеҙмәттәшлек сиктәрендә төҙөлгән. Коплексты асыу тантанаһы республика башлығы ҡатнашлығында үтте. Радий Хәбиров шулай уҡ төбәктең иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре менән дә яҡындан танышты.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәрҙе ҡабул итеү дауам итә

Өфөлә «Защитник» үҙәгенә республика район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә килеүселәр өсөн бөтә шарттар булдырылған. Үҙәктә банк хеҙмәткәрҙәре финанстар буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби әҙерлек буйынса эш алып бара. Бер көн эсендә тулыһынса хәрби хеҙмәткә һайлау тәртибен үтергә була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика мәғәриф учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелә

Мәктәп һәм балалар баҡсаларында ремонт эштәре башҡарыла, кабинеттар тәртипкә килтерелә,йыһаздар, ҡормалардар,уҡыу әсбаптары яңыртыла. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә. Өфө районы белем биреү усаҡтарының яңы уҡыу йылына әҙерлек кимәлен беҙҙең ижади төркөм дә өйрәнде.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта тәүлек дауамында еңел атлетика эстафетаһы ойошторолдо

Спорт сараһы «Экологик именлек» милли проектының «Таҙа һауа»федераль проекты сиктәрендә ҡаланың һаулыҡ паркында уҙғарылды. Йүгерәктәр ярышында профессиональ спортсылар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнашты.Хатта сабыйҙар ҙа ата-әсәләренә ҡеүәт биреп, дәртләндереп торҙо. Спортсылар дистанцияларҙы үтеүҙән тыш, махсус «йәшел ғәҙәттәр зкотрекерында» балдар йыйып, экологик яуаплы булған йәмғиәт формалаштырыуға үҙ өлөшөн индерҙе
👍4
Республикала тағы ике ауылға зәңгәр яғыулыҡ үткән


Белорет районы Туҡан һәм Егәҙе ауылдарында ҡасаба-ара газ үткәргес һәм селтәрҙәр һуҙылған. Хәҙер 800-ҙән ашыу ғаилә экологик яҡтан таҙа яғыулыҡ менән ҡуллана ала.
1
AY YOLA төркөмө “Интервидение”ла сығыш яһай

Музыканттар халыҡ-ара конкурс илселәре итеп һайланды. Танылған йырсылар Дима Билан һәм Клава Кока улар менән бергә ошо миссияны үтәүҙә ҡатнаша. “Беҙҙең маҡсат – музыка аша дәүер һәм мәҙәниәттәрҙе тоташтырыу. Йыр конкурсы тап ошоноң өсөн булдырылған да инде. Беҙҙең һәр йырыбыҙ “Урал батыр” эпосын тергеҙә. “Интервидение” илселәре булыу хеҙмәттәшлек кенә түгел, йәндәрҙең туғанлығы һәм яҡынлығы”, - тип белдергән социаль селтәрҙә “Әй йола” музыканттары. Халыҡ-ара бәйге 20 сентябрҙә Мәскәүҙә үтә. Унда 20 дәүләт вәкиле ҡатнашырға теләк белдергән. Конкурста Рәсәй исеменән популяр йырсы Шаман сығыш яһай.
👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл дауаханаларҙа модернизация үткәреү өсөн 400 млн һум аҡса бүленгән

Был суммаға Өфөлә 8 -се дауахана филиалын, ашығыс ярҙам дауаханаһы корпусын, наркология диспансеры станционарын һәм республика клиник инфекция сирҙәре дауаханаһын тәртипкә килтереү күҙаллана. 2029 йылға тиклем иҫәпләнгән төбәк программаһы буйынса Өфөлә тиҫтәләгән дауахана-поликлиниканы тәртипкә килтереү ҡаралған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дүшәмбегә республика аграрийҙары 550 мең бойҙай һуғып йыйған

Ауыл хужалығы эшсәндәре уңыш ҡеүәте менән ҡәнәғәт, улар гектарынан 40 центнерға тирәһе бойҙай алған. Аграрийҙар уңышты теүәлләп, киләһе йылға ҡалдырыласаҡ ужым бойҙайын сәсеүгә әҙерләнә. Ошо көндәрҙә баҫыу эшсәндәре арпа һәм борсаҡ, аҙаҡ ярауай культураларҙы йыйырға төшәсәк. Барлығы төбәк аграрийҙары алдында 2 млн 600 гектар майҙанда уңыш йыйыу маҡсаты тора.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бәләбәй--Николаевка-Туймазы юл участкаһы ремонты август аҙағында тамамлансаҡ

Әле төҙөкләндереү эштәре Кәлшәле ауылы эргәһенда бара. «Йәшәү инфраструктураһы» милли проекты сиктәрендә 4 ярым километр юл тәртипкә килтерелә. Төҙөкләндерелгән юл участкаһы Бәләбәй, Туймазы, Шаран райондары өсөн мөһим транспорт объекты. Бында тәүлегенә 3 мең самаһы машина үтә. Ошо уҡ программа буйынса уҙған йылда Бәләбәй һәм Туймазы райондарында 16 километр юл участкаһы ремонтланды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда мутлашыуҙа ғәйепләнеүсе ҡатын ҡулға алынды

Асыҡланыуынса, Өфөлә йәшәүсе 27 йәшлек ҡыҙ мутлашыусылар ҡушыуы буйынса финанс ойошмаларҙа һәм кибеттәрҙә аҡса таларға маташҡан. Ғәйепләнеүсе гранатаға оҡшаған әйбер менән Менделеев һәм Цюрупа урамдарында енәйәт ҡылған. Тикшереү барышында хоҡуҡ боҙоусы ҡатын мутлашыусылар ҡушыуы буйынса эшләгәне асыҡланған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Сәләмәтлек поезы» Саҡмағош районында туҡталған

Табиптар унда июль аҙағынан алып 8 авгусҡа тиклем халыҡты ҡабул итә. Баш ҡала белгестәрен тәүҙә Йомаш ауылы ҡаршыланы.
Саҡмағоштарҙың милли кейемдәрҙә, һый-хөрмәт күрһәтеп ҡаршы алыуҙарынан табиптар баҙап та ҡалды. Табиптар бындай иғтибарҙы көтмәгән дә. Ә бына урындағы халыҡ баш ҡала табиптарының килеүен күптәнән көткән.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәйге сәләмәтлекте яҡшыртыу кампанияһы 500 меңдән ашыу баланы йәлеп итәсәк

Был иһә республика балаларының 96 проценты. Башҡортостанда лагерҙар селтәре ярайһы уҡ киңәйҙе. Әгәр дүрт йыл элек улар һаны мең ярымға аҙ ғына етмәһә, бөгөн иһә 1899 лагер эшләй. Йыл әйләнеһенә эшләүсе ял итеү учреждениелары һаны ла артҡан.
🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йөҙ шаҡмаҡлы шашка уйыны буйынса Рәсәй чемпионаты уҙа

Римма Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үткән сараға илдең иң көслө спортсылары йыйылған. Улар араһында 9 донъя чемпионы ла бар. Йәмғеһе Рәсәйҙең 14 төбәгенән 80 шашкасы килгән. Ярыштарҙа классик, тиҙ һәм үтә тиҙ программалы буйынса миҙалдар уйнатыла. Уның һөҙөмтәләре буйынса Төркиәлә үтәсәк донъя чемпионатында ил данын яҡлаясаҡ йыйылма команда туплана.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Коммерция булмаған ойошмалар араһында гранттар фонды конкурсы һөҙөмтәләре билдәле булды

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә хәбәр итте. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостан башлығы гранттары фонды ойошторған конкурста ҡатнашыу өсөн 346 ғариза килгән, шуларҙың утыҙы еңеп сыҡҡан. 9 коммерция булмаған ойошма тәүге тапҡыр грант отҡан, ә икәүһе конкурста беренсегә ҡатнаша. Проекттар төрлө. Ғаилә, айырым категория граждандарҙы яҡлау, сәләмәт тормошто пропагандалау, тарихи хәтерҙе, тирә-яҡ мөхитте, һаулыҡты һаҡлауға ҡағыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алдағы биш йылда Башҡортостанда 20 млн квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлөшө күҙаллана

Был маҡсат төбәктә льготалы граждандарҙы торлаҡ менән тьәмин итеү, кешеләрҙе авария хәлендәге йорттарҙан яңы фатирҙарға күсереү мәсльәһен хәл итергә ярҙам итәсәк. Дүртенсе йыл рәттән республикала 3 млн квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла. Был күрһәткестәр буйынса Башҡортостан төҙөлөш өлкәһе Волга буйы федераль округында алдынғылар иҫәбендә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районы Зубов ауылында урындағы баҙарҙа янғын сыҡҡан

Ваҡиға урынынан фотоларҙы шаһиттар социаль селтәрҙәргә һалған. Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән ергә ҡотҡарысуылар юлланған. Улар 20 квадрат метрға таралған утты һүндерә. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районы Һабаш-Аҡташ юлында 6 бала менән «Лада гранта» автомобиле түңкәрелгән

Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, руль артындағы ҡатын балалар менән күрше ауылға һыу инергә юлланған. Водитель идара итеү һәләтен юғалтып автомобиль юлдан төшөп киткән. Аварияла зыян күргән 2, 10 һәм 11 йәшлек балалар Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙатылған. Өс бала туғандарына ҡайтарылған. Ваҡиға буйынса тикшереү алып барыла.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Беренсе сентябрҙән башлап һунарсылар электрон билет алыу алдынан һынау тоторға тейеш буласаҡ

Һунарсы минимумы тип аталған имтихандар тест формаһында үткәрелә. Уны республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында ҡабул итәсәктәр. Башҡортостанда һунарсылыҡ ресурстары ҙур. Ҡырағай хайуандар һәм ҡош-ҡорт аулауға тәғәйен биләмәләр майҙаны 13 миллион гектарға етә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бәләбәйҙә «Новаторҙар бульвары» төҙөкләндерелә

Проект былтыр Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу конкурсында еңеү яулап, федераль грантҡа эйә булғайны. Йәмәғәт киңлегендә барған төҙөлөш менән беҙҙең ижади төркөм танышты.
3👍1🔥1