БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.93K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында инвестор ярҙамында ике социаль объект төҙөкләндерелә

Әбйәлил районында инвестор ярҙамында ике социаль объект төҙөкләндерелә. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан Буранғол ауылы мәктәбенең интернатында һәм «Ирәндек» балалар һауыҡтырыу лагерында алып барылған төҙөлөш эштәре менән йәмәғәт күҙәтеү советы ағзалары танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Салауатта мотоциклсы менән бәйле үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре тикшерелә

Салауатта мотоциклсы менән бәйле үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре тикшерелә. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, авария бөгөн иртән Островский һәм Космонавтар урамдары киҫелешендә теркәлә. Унда 27 йәшлек «Ямаха» мотоциклы водителе светофорҙың ҡыҙыл утына сыға һәм «Форд Максус» автомобиле менән бәрелешә. Асыҡланыуынса, байкерҙың тейешле категорияһы булмай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда үҫмерҙәр араһында авариялар арта

Сағыу эмоциялар, тиҙлек һәм моторҙар геүләүе. Үҫмерҙәр араһында питбайктарға ҡыҙыҡһыныу көсәйә. Улар ҡатнашлығында авариялар һаны ла арта. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре йыл башынан алып меңдән ашыу баланы туҡтатҡан. Уларҙың ата-әсәләренә ҡарата протоколдар төҙөлгән, штраф һалынған. Ә тупланған материалдар баланы тейешенсә тәрбиәләмәгән өсөн бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелгән. Һәләк булыусылар, төрлө тән йәрәхәттәре алыусылар ҙа юҡ түгел. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 56 мең тонна бесән әҙерләнгән

Башҡортостанда 56 мең тонна бесән әҙерләнгән. Төбәктең ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, мал аҙығы культуралары 23 мең гектарҙа сабылған, был дөйөм майҙандың 40 проценты. Республика хужалыҡтары 607 мең тонна сенаж да һалған. Дүртөйлө районында ла йәшел масса йыйыу эше әүҙем бара.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала һабантуйҙар сылбырын Благовар районы дауам итә

Республикала һабантуйҙар сылбырын Благовар районы дауам итә. Төбәктең Яныш ауылында Һабантуй байрамы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашып еңеү яулауына арналды. Икенсе урынға лайыҡ булған ауыл халҡына 3 миллион һум күләмендәге приз тапшырылғайны.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Юрий Яковлев – ябай тимерҙән мөғжизә тыуҙырыусы халыҡ оҫтаһы

Үҙ ҡулдары менән тыуған йортон һәм ауылын мөғжизәле әкиәт иленә әйләндерә. Ябай ҡәләм менән төшөрөлгән һындар һәм фигураларға тимер ҡырҡа торған ҡайсы ярҙамында йән өрә. Йәрмәкәй районы Түбәнге Олойылға ауылында йәшәүсе «Ваҡыттарҙың тере сылбыры» республика конкурсында «Халыҡ оҫтаһы» номинацияһы еңеүсеһе тураһында киләһе сюжет.
👍1🔥1
Континенталь хоккей лигаһында яңы миҙгелдең уйындар теҙмәһе билдәле булды

“Салауат Юлаев” чемпионатты 6 сентябрҙә Түбәнге Новгородта “Торпедо” клубы менән башлай. Артабан юлаевсылар Магнитогорскиҙа “Металлург” менән көс һынаша. “Өфө-Арена”ла тәүге осрашыу 12 сентябрҙә көтөлә. Был көндө баш ҡалаға Екатеринбургтан “Автомобилист” килә. Даими беренселек март аҙағына тиклем дауам итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Картуф етештереүсе аграрийҙар продукцияны күмәртәләп һатыу өсөн оҙайлы килешеү төҙөргә тәҡдим итә

Картуф етештереүсе аграрийҙар продукцияны күмәртәләп һатыу өсөн оҙайлы килешеү төҙөргә тәҡдим итә. Ҙур күләмдә бәрәңге етештереүсе эшҡыуарҙар сауҙа нөктәләре менән килешеү төҙөү баҙар шарттарында хаҡтарҙы көйләргә ярҙам итәсәк тигән фекерҙә. Әле республикала картуфтың төрлө төрҙәре һатыла.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көйөргәҙеләр «Тылсымлы моңдар» фестивалендә Гран-при яуланы

Бишбүләк районында «Бишбалыҡ» ҡунаҡсыллыҡ фестивале сиктәрендә үткән «Тылсымлы моңдар» фестивалендә Көйөргәҙеләр еңеү яуланы. Төбәктең Яҡут ауылынан «Ынйылар» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле «Килен төшөрөү» йолаһы менән сығыш яһаны. Гран-при хужалары 20 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.
🥰3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө эшҡыуары Муса Мәзитов яугирҙарға 17 километр оҙонлоғонда балыҡ тотоу селтәрҙәре тапшырҙы

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев гуманитар ярҙам йыйыу хаҡында иғлан иткәйне. Был юлы махсус операцияла ҡатнашыусылар балыҡ тотоу селтәрҙәрен дә килтереүҙе һорай. Улар ярҙамында хәрби позицияларҙы пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡларғаа мөмкин. Муса Мәзитов даими рәүештә яугирҙарға гуманитар ылау ебәреүҙә ҡатнаша. Һәр бер тапшырылған ылау ватан һаҡсыларының еңеүгә ышанысын арттырһын тигән теләктә ул.
2👍1
Башҡортостан аграрийҙары уңыш йыйыуҙы башланы

Тәүгеләрҙән баҫыуға Илеш, Йәрмәкәй, Туймазы игенселәре сыҡты. Илеш хужалыҡтарына быйыл 94 меңдән ашыу гектар майҙанда урып-йыйыу бурысы тора. Республика баҫыуҙарында шипкән өлгөрә. Туймазыла был культура 365 гектар майҙанда сабылған, 300 тонна уңыш йыйып алынған. Гектар кеүәте 11 центнер. Йәрмәкәйҙә шипкән 120 гектар майҙанда сабылған, тип белдерәләр район хакимиәтенән. Республикала майлы культура 6 меңдән ашыу гектар майҙанда 12 районда үҫтерелә.
👍1
Башҡортостанда 99 меңгә яҡын кеше “Сәләмәтлек поездары”нда һаулығын тикшерткән

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, халыҡта йышыраҡ юғары ҡан баҫымы, шәкәр, холестерин һәм артыҡ ауырлыҡ асыҡлана. Табиптар ауыр сирҙәре булғандарға артабан медицина тикшеренеүе үтеү һәм дауаланыу өсөн йүнәлтмәләр бирә. “Сәләмәтлек поездары” алты маршрут буйынса йөрөй.
👍1
Өфө үҙәге урамдарында сикләүҙәр индерелә

Баш ҡала хакимиәтенән ошо турала белдерәләр. 17 июлдә Өфөлә Моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығына арналған сара үтә. Шуға бәйле, 16 июлдән 17 июлгә тиклем “Торатау” конгресс-холы янындағы парковка ябыла. 17 июлдә Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Генерал-Губернатор Перовский һәм Яр буйы урамдарында өлөшләтә автомобиль хәрәкәте сикләнә. Водителдәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә.
1👍1
Республикала иң арзан һөт ҡайҙа һатыла?

Федераль статистика хеҙмәтенең Башҡортостан территориаль органы июнь айына мәғлүмәттәр тәҡдим итә. Республикала һөттөң бер литры уртаса 89 һум 14 тин торған. Ғинуар менән сағыштырғанда, 5,5 процентҡа артҡан. Өфөлә һөттөң литры 92-93, Сибайҙа – 85, Стәрлетамаҡта – 83 һум. Иң арзан хаҡ Нефтекамала теркәлгән. Унда һөттөң литры 80 һум 57 тин булған. Рәсәйҙә һөт мөһим стратегик продукт һанала. Уның хаҡы даими контролдә тотола. Быйыл Башҡортостанда 5 яңы ферма асыу ҡарала. Төҙөлөшкә 6 ярым миллиард һум инвестиция һалынған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дүртөйлө-Әшит федераль трассаһының Башҡортостандағы участкаһы мобиль элемтә менән тәьмин ителде

Дүртөйлө-Әшит федераль трассаһының Башҡортостандағы участкаһы мобиль элемтә менән тәьмин ителде. Хәҙер автоһәүәҫкәрҙәр сәйәхәт ваҡытында музыка тыңлап ҡына ҡалмай, төрлө ҡушымталар ҡуллана, навигация сервистары һәм карталар менән файҙалана ала. Әйткәндәй бөгөн рәсми рәүештә Борай районында М-12 «Көнсығыш» юлы асыла.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дмитрий Сергеев исемендәге 4-се мәктәбен ремонтлауға 90 миллион һум аҡса бүленгән

Өфөнөң Дмитрий Сергеев исемендәге 4-се мәктәбен ремонтлауға 90 миллион һум аҡса бүленгән. Советтар Союзы геройы исемен йөрөткән мәғариф учреждениеһы яңы уҡыу йылы алдынан балалар өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында тәртипкә килтерелә. Ремонт эштәре бина эсендә һәм уның эргә-тирәһендә алып барыла. Төҙөкләндереү саралары спорт майҙансығында ла үтәсәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районы Ҡарайерек ауылында бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы теркәлгән

Саҡмағош районы Ҡарайерек ауылында бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы теркәлгән. Күңелһеҙ хәлгә рапс баҫыуын ағыулы химикаттар менән эшкәртеү сәбәпсе булыуы ихтимал. Һәр хәлдә урындағы халыҡ шундай фекерҙә. Улар әйтеүенсә, бал ҡорттары ҡырҙан ҡайтып, бер тәүлек үткәндән һун һәләк була башлай. Ошондай уҡ хәл төбәктең тағы ла бер нисә ауылында күҙәтелгән. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 150-нән ашыу бал ҡорто ғаиләһе юҡҡа сыҡҡан. Зыян күреүсе хужалар Прокуратура менән Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығына ялыуҙар һәм ғаризалар менән мөрәжәғәт иткән.
👍1😢1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә мотоцикл ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлде

Бөгөн иртән Өфөлә мотоцикл ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлде. Ҡаланың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Затон шоссеһы буйлап хәрәкәт иткән «Сузуки» мотоциклы юл ситенә туҡтаған «Лада Гранта» менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә 25 йәшлек байкерҙең медицина ярҙамы килгәнгә тиклем ғүмере өҙөлә.
👍1😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Борай районында «Танып-һыу. Хәтер йылғаһы» Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы үтте

Борай районында «Танып-һыу. Хәтер йылғаһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы үтте. Бишенсегә уҙғарылған форум Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән Алан Хәзиев Сергей Образцов исемендәге Мәскәү ҡурсаҡ театры сәғәтен ремонтлаясаҡ

Йәш сәғәт оҫтаһы Алан Хәзиев менән беҙҙең телеканал тамашасылары яҡшы таныш. Быға тиклем уның тураһында төрлө сюжеттар әҙерләнгәйне. Үҫмерҙең һөнәри үҫешенә өләсәһе бүләк иткән сәғәт-кулон башланғыс һала. Өс йәшенән алып ул ваҡыт күрһәтеүсе ҡоролмалар йыя, эшләмәгәндәрен ремонтлап, уларға яңы ғүмер бүләк итә. Йәш оҫтаны Сергей Образцов исемендәге Мәскәү ҡурсаҡ театры бинаһының алғы яғында торған сәғәтте ремонтларға саҡыралар.
🥰1