БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.97K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Әйҙә, уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале старт алды

Өфөнөң Совет майҙанында «Әйҙә, уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале старт алды. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Фестиваль программаһына ярашлы, 4 көн дауамында сара майҙанында Рәсәй етештереүселәренең уйынсыҡтар күргәҙмәһе үтә, иң яҡшы балалар уйындары тәжрибәләре күрһәтелә, тематик конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, викториналар ойошторола.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө «Бойондороҡһоҙ мониторинг» семинарын ҡабул итте

Күҙәтеүселәрҙе һайлауға әҙерләү. Был коммерция булмаған ойошмалар ассоциацияһының «Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы» төбәк-ара семинарында төп мәсьәлә булып тора.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Директор бейеүе — интернет хитына әүерелде: Әбйәлилдә һуңғы ҡыңғырау үҙенсәлекле үтте

Һуңғы ҡыңғырауҙа сығарылыш синыф уҡыусылары үтенесе буйынса бейергә төшкән директор менән видеояҙма киң популярлыҡ яулай.
Социаль селтәрҙәрҙә был күңелле һәм халыҡсан видеояҙма менән бүлешеүселәр артҡандан-арта. Мәғариф учреждениеһы етәксеһе сығарылыш синыф уҡыусылары менән бер тулҡында һәм теләктәш булыуын күрһәткән һуңғы ҡыңғырау тантанаһы Әбйәлил районында Таһир Күсимов исемен йөрөткән гимназияла төшөрөлгән.
14👍8🥰6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Миәкә районының «Хыял» балаларҙы һауыҡтырыу үҙәгендә тәүге смена асылды

240 урынға иҫәпләнгән лагерҙа тәүге сменала 193 уҡыусы ял итә. Сменаның темаһы герой ҡалаларға арналған. Уҡыусыларға һаулыҡтарын нығытыу, каникулды фәһемле уҙғарыу өсөн шарттар булдырылған. 50 йыл элек асылған лагерь өҙлөкһөҙ эшләп килә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ лагерҙары эш башланы

Күңелле каникул. Балаларҙың йәйге ялы файҙалы һәм мауыҡтырғыс үтһен өсөн Баймаҡ ҡалаһының 1-се һәм 5-се мәктәптәрендә көндөҙгө ял лагерҙары эшләй.Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы китапханаһында Мәскәү авторҙары менән осрашыу үтте

Туймазы Үҙәк балалар-үҫмерҙәр моделле китапханаһында Мәскәүҙең Рус әҙәби үҙәге авторҙары менән осрашыу үтте. Үҙәк етәксеһе Никита Митрохин менән бер төркөм авторҙар Башҡортостанға «Китап-байрам» форумында ҡатнашыу өсөн килгәйне.
3
Бөгөн республикала “Хәүефһеҙ юл” тигән профилактик сара башланды

“Беҙҙең маҡсат аварияларҙы иҫкәртеү, иҫерек водителдәр һәм теркәлмәгән транспорт ҡатнашлығында юл ҡазаларын иҫкәртеү. Бәлиғ булмаған балаларҙың именлегенә ҙур иғтибар бирелә”, - тип белдерҙе баш автоинспектор Владимир Севастьянов. Сараның беренсе этабы 9 июнгә тиклем дауам итә. Икенсе өлөшө 11 июндән 16-һына тиклем ойошторола. Унда республика полицияһының шәхси составы ҡатнаша. Ҡала һәм райондарҙа акциялар уҙғарыла, водителдәр тикшерелә. “Ял көндәрендә күптәр тәбиғәткә сыға, ҡунаҡҡа йөрөй. Водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Балалар машина салонында махсус креслола ултырырға тейеш”, - тине Владимир Севастьянов.
👍1
«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестиваленең беренсе көнөндә БСТ күсмә студияһында ҡунаҡта М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның психология факультеты доценты, педагогика фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Сибаева

https://vk.com/video-85076499_456257812?access_key=70f68b274af0d2e831
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» – хәйриә проекты халыҡ-ара майҙанға сыға

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» академияһы илдең һәм республиканың төрлө төбәктәренән гүзәл заттарҙы бергә йыйҙы. Форумды асыу сараһы «Торатау» конгресс холында тантаналы шарттарҙа үтте. Был хәйриә проекты 2019 йылдан ойошторолоп килә һәм гүзәл заттарҙы берләштереүсе төп майҙансыҡ булып тора. Биш йыл дауамында проект республиканың 45 ҡалаһы һәм районын урап сыҡҡан.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Әйҙә, уйнарға!» фестиваленә саҡырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйын фестиваленә саҡырҙы. Икенсегә уҙғарылған сарала илдең төрлө төбәктәренән балалар тауарҙарын етештереүселәр һәм кәсепселәр ҡатнаша. 4 көн дауамында сара майҙанында уйынсыҡтар күргәҙмәһе үтә, иң яҡшы балалар уйындары тәжрибәләре күрһәтелә, тематик конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, викториналар ойошторола.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Виктор Гацак иҫтәлегенә арналған ғилми сара географияһын киңәйтә

Рәсәйҙең билдәле ғалим-фольклорсыһы Виктор Гацактың яҡты иҫтәлегенә арналған киләһе ғилми уҡыуҙарҙы Таулы Алтай ҡалаһы ҡаршы ала. Был турала Өфөлә үткән халыҡ-ара форумда хәбәр ителде Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 4-се «Гацак уҡыуҙары» үтте.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан халҡы Ҡорбан ғәйетенә әҙерләнә

Иртәгә мосолман донъяһы ҙур байрамдарҙың береһе-Ҡорбан ғәйетен ҡаршылай. Ул Ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс билдәләнә. Байрамдың төп сараһы-ҡорбан салыу. Ғәйет уңайынан саралар республиканың барлыҡ мәсеттәрендә үтә. Телевизор ҡараусылар Өфөнөң «Ләлә» мәсетендә үтәсәк байрам вәғәзен тыңлай ала. Ул тура эфирҙа иртәнге сәғәт туғыҙҙа башлана.
2🥰1
Бөгөн мосолман донъяһында ҙур байрамдарҙың береһе – Ҡорбан ғәйете билдәләнә

Уны Ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам итәләр. Байрамдың төп сараһы – ҡорбан салыу. Ҡорбан ғәйете Зөлхизә айының 10-сы, 11-се һәм 12-се көндәрендә башҡарыла. Ҡорбан ғәйете уңайынан бөгөн республиканың барлыҡ мәсеттәрендә байрам саралары үтә. Баш ҡалала ике урында ҡорбан салыу майҙансығы булдырылған. Береһе “Ҡаруан” сауҙа үҙәге алдында, икенсеһе Төньяҡ автовокзал биләмәһендә урынлашҡан. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам уҙғарыуға бәйле Туҡай, Цюрупа, Зәйнулла Рәсүлев, Комаров урамдары өлөшләтә ябыла. Водителдәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә.
2
«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестиваленең икенсе көнөндә БСТ күсмә студияһында ҡунаҡта Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы-вокалисы, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Дамир Таипов улы Баязит менән.

БСТ күсмә студияһының икенсе ҡунағы «Урал батыр» туроператоры генераль директоры Айгөл Рәхмәтуллина.

https://vk.com/video-85076499_456257819?access_key=198bc6ad8f665eca76
👍1
«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестиваленең икенсе көнөндә БСТ күсмә студияһында ҡунаҡта башҡортса һөйләшкән уйынсыҡтар етештереүсе оҫта Руфия Ханова.

Телестудиябыҙҙың икенсе ҡунағы Халыҡ-ара шашка буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы, гроссмейстер Айгөл Иҙрисова.

https://vk.com/video-85076499_456257820?access_key=37d0f8aea22609fae7
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡорбан ғәйете Хәйбулла районында Радий Хәбиров ҡатнашлығында үтте

Бөгөн мосолман донъяһында ҙур байрамдарҙың береһе-Ҡорбан ғәйете билдәләнә. Изге байрам Хәйбулла районында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үтте. Төбәк етәксеһе күп милләтле республика халҡын Ҡорбан ғәйете менән тәбрикләне. Хәйбулла районына эш сәфәре сиктәрендә төбәк етәксеһе һабантуйҙа аграрийҙарҙы ҡотлап наградалар тапшырҙы, район үҙәгендә 1-се мәктәп эшмәкәрлеге менән танышты.
👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Ҡорбан ғәйете билдәләнде

Бөгөн мосолман донъяһында ҙур байрамдарҙың береһе-Ҡорбан ғәйете билдәләнә. Ул Ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә. Республиканың барлыҡ мәсеттәрендә лә байрам саралары үтте, ҡорбандар салынды. Өфөлә «Ләлә» мәсетендә үҙған байрам вәғәзе Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа күрһәтелде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары ла ҡорбан ғәйетен билдәләне

Ышаныс һәм өмөт байрамы. Бөгөн «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары ла ҡорбан ғәйетен билдәләне. Ватан һағында торған дин ҡәрҙәштәр ҡорбан салды, донъяға тыныслыҡ һәм тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыу өсөн доға ҡылды. Махсус хәрби операция биләмәһенән репортаж.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Инвесторҙар 70 миллион һумлыҡ аҡсаны социаль объекттарҙы яңыртыуға йүнәлтте

Социаль өлкәне хәстәрләүсе яуаплы инвестор. Әбйәлил районында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт 70 миллион һумлыҡ аҡсаны социаль объекттарҙы яңыртыуға йүнәлтә. Буранғол ауылы мәктәбенең интернатында һәм «Ирәндек» балаларҙы һауыҡтырыу лагерында капиталь ремонт эштәре үтәлеше хаҡында сюжет.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика программалары ярҙамында Мәскәү ауылында уңайлы шарттар тыуҙырыла

Өлгө алырлыҡ ауыл биләмәһе. Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы йылдам үҫешкән, республика проекттарында әүҙем ҡатнашып еңеү яулаған биләмәләр исемлегендә. Уның һөҙөмтәһендә урында бер-бер артлы социаль объекттар ҙа төҙөкләндерелә.
2