БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.86K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай яңы закондарҙы раҫланы

Автомобиль һатып алғанда транспортты дәүләт реестрына теркәү өсөн ОСАГО полисын һатып алырға кәрәкмәйәсәк. Ошо һәм башҡа ҡануни үҙгәрештәр Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында ҡабул ителде. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙған ултырышта 40-лап закон проекты ҡаралды. Көн тәртибендә Башҡортостандың милли мираҫ дәүләт реестрына үҙгәрештәр индереү, ер һәм милек хоҡуғы менән бәйле ҡануниәтте тулыландырыу, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кодексын көйләү һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Йәштәр форумы старт алды

Бөгөн Өфөлә Йәштәр форумы старт алды. Ул колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарын, мәктәп уҡыусыларын һәм төҙөлөш компанияһы вәкилдәрен бер майҙанға йыйҙы. Сара берәүҙәргә буласаҡ һөнәр һәм уның мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәтте киңәйтеү, ә икенселәргә кадрҙар патенциалын баһалау һәм үҫтереү мөмкинлеге бирә.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы коллективы яугирҙарға гуманитар ылау әҙерләгән

Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы коллективы алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ылау әҙерләгән. Был медицина учреждениеһы әҙерләгән тәүге генә ярҙам түгел. Быға тиклем дауахана хеҙмәткәрҙәре яугирҙарға ике транспорт сараһы, медицина препараттары һәм башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатҡан.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө филармонияһында бер-нисә быуын геройҙары өсөн байрам концерты үтте

Бер-нисә быуын геройҙары өсөн байрам концерты. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре, ҡатындары, яугирҙар саҡырылды.
👍3👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда хаталы алтаҡталар тураһында махсус чат-бот аша хәбәр итергә була

Виртуаль ярҙамсыны Хөкүмәт ҡушыуы буйынса Республика менән идара итеү үҙәге белгестәре төҙөгән. Битараф булмаған һәр кем яуаплы ведомстволарға дөрөҫ булмаған яҙыуҙар тураһында мәғлүмәт бирә ала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Билдәле шағирә Тамара Искәндәриә Рәсәй Яҙыусылар Союзының алтын Пушкин миҙалы менән бүләкләнде

Билдәле шағирә Тамара Искәндәриә - Тамара Юлдашева Рәсәй Яҙыусылар Союзының алтын Пушкин миҙалы менән бүләкләнде. Абруйлы наградаға нәфис һүҙ оҫтаһы бөйөк рус классигының тыуыуына 225 һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ойошторолоуға 65 йыл тулыу уңайынан лайыҡ булды
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре зарница уйынына сыҡты

Спорт һәм сәләмәтлек. Баймаҡ район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған зарница уйынына сыҡты. Дауахананың барлыҡ бүлексәләренән төҙөлгән командаларҙа табиптар, шәфҡәт туташтары һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр төрлө һынауҙар үтте, саф һауала файҙалы һәм әүҙем ял итте.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яугирҙарға гуманитар ылау оҙатты

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республика йәмәғәт ойошмалары менән берлектә әҙерләгән гуманитар ылау бөгөн Өфөнөң Совет майҙанынан юлға сыҡты. Ярҙамды махсус хәрби операция биләмәһендәге уларҙы ойошма ағзалары үҙҙәре илтеп бирәсәк. Улар яугирҙарҙы байрам көндәрендә ҡыуандырырға иҫәп тота.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһында Эдуард Янбухтин иҫтәлегенә герой партаһы асылды

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Эдуард Янбухтин иҫтәлегенә герой партаһы асылды. Саҡмағош районында тыуған яҡташыбыҙ бала сағынан уҡыуҙы бокс менән уңышлы берләштерә. Спортсы егет 2022 йылда өлөшләтә мобилизация барышында махсус хәрби операцияға саҡырыла.
4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Профессионалдар» Бөтә Рәсәй оҫталыҡ чемпионатының һайлап алыу этабы бара

Бәйгелә өс көн дауамында 152 компетенция буйынса иң яҡшы йәш белгестәр һайлана. Өфө Күп профилле профессиональ колледжда үткән бәйгелә ҡатнашыусылар визажист, эстетик косметолог, онлайн саралар ойоштороусы, модельер кеүек 9 һөнәр буйынса һынау тотто.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «Башҡортостан геройҙары» программаһы эшләй башлаясаҡ

Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошторолған тантаналы ултырышта хәбәр итте. Программа сиктәрендә махсус хәрби операция ветерандарын дәүләт һәм муниципаль идаралыҡҡа эшкә йәлеп итеү ҡаралған. Тантаналы ултырышта Бөйөк Ватан һуғышында, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар , ҡотҡарыусылар , көс структуралары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа һөнәр эйәләре тәбрикләнде.
👍21👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөргә теләүселәр арта

Республика һайлау пунктында доброволецтарҙың айырыуса күп килеүе теркәлгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, процедураны Өфөләге «Черёмушки» балалар лагерында асылған махсус үҙәктә үтергә мөмкин. Урында банк иҫәбе асыу, медицина тикшеренеүе үтеү, хатта ҡайһы бер кәрәкле документтарҙы тергеҙеү өсөн белгестәр эшләй.
👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районынан махсус хәрби операция биләмәһенә 30-сы ылау юлланды

Яҡташ яугирҙарға ярҙам. Баймаҡ районынан махсус хәрби операция биләмәһенә 30-сы ылау юлланды. Һалдаттарға адреслы ярҙам хеҙмәт ойошмаларынан, йәмәғәт берекмәләренән, шәхси эшҡыуарҙарҙан, шулай уҡ битараф булмаған граждандарҙан тупланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт геройҙары иҫтәлегенә йәштәр парады

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се Петровское мәктәбе уҡыусылары Ватанды Һаҡлаусылар көнө һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияы командирының һәләк булған көнөнә арнап сафта йөрөү буйынса конкурс ойошторҙо. Йыл да уҙғарылған сараға мәктәптең барлыҡ кластары ҡушылды. Буласаҡ ил һаҡсыларының маршта үтеүен махсус хәрби операция яугирҙары ҡабул итте.
👍3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан колледж студенттары араһында интеллектуаль уйын үтте

Икенсе йыл рәттән Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында ойошторолған ярышта былтыр баш ҡала урта һөнәри белем биреү учреждениелары ҡатнашһа, быйыл конкурсанттар географияһы киңәйгән. Интеллектуаль бәйгегә Салауат, Сибай ҡалалары һәм Мәсәғүт ауылы колледждары студенттары ҡушылған. Финалда ҡатнашҡан 6 команда ла алдан махсус һайлап алыу этабын үткән.
👍7🎉21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәҙисә Солтанбаева: тел ғилеменә арналған тормош

Башҡорт тел ғилемен юғары бейеклеккә күтәргән ғалимә. Билдәле телсе, филология фәндәре докторы Хәҙисә Солтанбаеваның 75 йәшлек юбилейы уңайынан бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында Халыҡ-ара ғилми-методик конференция үтте. Фәнни уҡыу «Рәсәй субъекттары полилингваль мәғариф киңлегендә башҡорт теле» исеме аҫтында ойошторолдо.
🔥5👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСТ телеканалының мәғлүмәт программалары редакцияһы коллективы 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттарын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлай.
5👍2👎1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БСТ каналының «Яңылыҡтар» хеҙмәте алып барыусыһы Рита Шәмсетдинова 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттарын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлай.
👍41👎1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Йәшлек» гәзитенең һәм «Ағиҙел» журналының баш мөхәррирҙәре Артур Дәүләтбәков һәм Мөнир Ҡунафин 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һалдаттарын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлай.
5👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Дыуан районында тыуған Дмитрий Авдонин - Рәсәй Геройы

Дыуан районында тыуған Дмитрий Авдонин - Рәсәй Геройы. Яҡташыбыҙға юғары исем биреү тураһындағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Башҡортотсан башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, Гвардия капитаны Дмитрий Авдонин терәк пунктын обороналағанда батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
🔥51👎1