БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.86K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы халҡы ҡаһарман яугирҙарға тылдан ярҙам ҡулы һуҙа

Берҙәмлектә көс. Хәйбулла районы халҡы ҡаһарман яугирҙарға тылдан ярҙам ҡулы һуҙа. Махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреләсәк сираттағы гуманитар ярҙам һәр ауылдан йомарт һәм ихлас кешеләр тырышлығы менән тупланған. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
3🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 144-се гуманитар ылау юлға сыҡты

Йөк составында автомобилдәр, бронялы йөк машиналары, тракторҙар, башҡа төр техника, мобиль мунса, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары, шәхси гигиена саралары, аҙыҡ-түлек, медикаменттар тейәлгән. Туғандарынан посылкалар ҙа бар. Ярҙам мобилизацияланыусылар, «Башҡортостан» полкы һәм исемле батальон яугирҙары өсөн тәғәйенләнгән.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө лимонарийында ландшафт дизайнерҙары араһында «Профессионалитет» чемпионаты үтте

Унда баш ҡаланың Урман-техник хужалығы техникумы, Өфө Эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы менән Мишкә агросәнәғәт колледжы студенттары ҡатнашты. Республика кимәлендәге бәйгелә бер нисә компетенция буйынса ярыштар үтә, уларҙың өс йүнәлеше Өфө лимонарийы майҙансығында. Быға тиклем чемпионат мәктәп уҡыусылары өсөн генә ойошторолһа, был юлы колледж һәм техникумда белем алыусылар араһында уҙҙы.
👍3
Өфөлә МХО яугирҙарына арналған «Бер ғүмер етмәй икән...» спектакленең ябыҡ премьераһы үтте

Мөнир Ҡунафиндың әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль баш ҡала халҡына 20-21 февралдә тәҡдим ителәсәк. Режиссеры —Рөстәм Хәкимов.
👍8👎1
Һалҡын тейҙереп ауырыусылар һаны арта

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса бер аҙнала 26 мең сирле теркәлгән. Уларҙың яртыһы - 14 йәшкә тиклемге балалар. Күптәр грипп йоҡторған. Бөгөн Башҡортостанда ике мәктәп һәм бер балалар баҡсаһы тулыһынса карантинға ябылған. 14 мәктәптәге 24 класта уҡытыу туҡтатылған, 9 баҡсала 24 төркөмгә балалар ваҡытлыса йөрөмәй.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Йәштәр хөкүмәтенең яңы составы билдәләнә

Бөгөн Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә һайлап алыуҙың икенсе этабы үтте. Йәштәр хөкүмәте 2019 йылдан алып республика Хөкүмәте ҡарамағында кәңәшмә һәм консультация органы булып тора. Ул дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтте популярлаштырыу маҡсатында булдырыла.
👍3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ватанды һаҡлаусы атаһы» йәмәғәт миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте

Наградаларҙы республиканың баш федераль инспекторы Алексей Касьянов тапшырҙы. Илдең ҡаһарман геройҙарын тәрбиәләүсе, Рәсәй хәрби көстәре яугирҙарына һәм ветерандарына, шулай уҡ уларҙың туғандарына һәм яҡындарына ихлас ярҙам иткән ир-уҙамандар һәр яҡлап хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ.
👍72
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан 103-сө мәктәптә «Ҡаһарманлыҡ дәресе» үтте

Белем усағының өлкән синыф уҡыусылары өсөн дәресте Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса Республика үҙәге баш белгесе Артур Ғәлиев үткәрҙе.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Рәсәй - халыҡтар йорто» Бөтә Рәсәй этнодиктанты уҙҙы

Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған сарала милли-мәҙәни үҙәк һәм мәғариф учреждениеларынан төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты. Иртәгә билдәләнәсәк Туған телдәр көнө уңайынан үткәрелгән диктанттың тексы «Тыныслыҡ иртәһе» тип исемләнгәйне. Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған.
👍31
Өфөлә күренекле ғалимә Фирҙәүес Хисаметдинова исемендәге кабинет асылды

Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында халҡыбыҙҙың күренекле шәхесе, башҡорт тел ғилеме белгесе Фирҙәүес Хисаметдинованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Сара башҡорт филологияһы факультеты бинаһында Фирҙәүес Хисаметдинова исемендәге кабинетты асыуҙан башланды.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай яңы закондарҙы раҫланы

Автомобиль һатып алғанда транспортты дәүләт реестрына теркәү өсөн ОСАГО полисын һатып алырға кәрәкмәйәсәк. Ошо һәм башҡа ҡануни үҙгәрештәр Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында ҡабул ителде. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙған ултырышта 40-лап закон проекты ҡаралды. Көн тәртибендә Башҡортостандың милли мираҫ дәүләт реестрына үҙгәрештәр индереү, ер һәм милек хоҡуғы менән бәйле ҡануниәтте тулыландырыу, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кодексын көйләү һәм башҡа мөһим һорауҙар ҡаралды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Йәштәр форумы старт алды

Бөгөн Өфөлә Йәштәр форумы старт алды. Ул колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарын, мәктәп уҡыусыларын һәм төҙөлөш компанияһы вәкилдәрен бер майҙанға йыйҙы. Сара берәүҙәргә буласаҡ һөнәр һәм уның мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәтте киңәйтеү, ә икенселәргә кадрҙар патенциалын баһалау һәм үҫтереү мөмкинлеге бирә.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы коллективы яугирҙарға гуманитар ылау әҙерләгән

Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы коллективы алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ылау әҙерләгән. Был медицина учреждениеһы әҙерләгән тәүге генә ярҙам түгел. Быға тиклем дауахана хеҙмәткәрҙәре яугирҙарға ике транспорт сараһы, медицина препараттары һәм башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатҡан.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө филармонияһында бер-нисә быуын геройҙары өсөн байрам концерты үтте

Бер-нисә быуын геройҙары өсөн байрам концерты. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре, ҡатындары, яугирҙар саҡырылды.
👍3👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда хаталы алтаҡталар тураһында махсус чат-бот аша хәбәр итергә була

Виртуаль ярҙамсыны Хөкүмәт ҡушыуы буйынса Республика менән идара итеү үҙәге белгестәре төҙөгән. Битараф булмаған һәр кем яуаплы ведомстволарға дөрөҫ булмаған яҙыуҙар тураһында мәғлүмәт бирә ала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Билдәле шағирә Тамара Искәндәриә Рәсәй Яҙыусылар Союзының алтын Пушкин миҙалы менән бүләкләнде

Билдәле шағирә Тамара Искәндәриә - Тамара Юлдашева Рәсәй Яҙыусылар Союзының алтын Пушкин миҙалы менән бүләкләнде. Абруйлы наградаға нәфис һүҙ оҫтаһы бөйөк рус классигының тыуыуына 225 һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ойошторолоуға 65 йыл тулыу уңайынан лайыҡ булды
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре зарница уйынына сыҡты

Спорт һәм сәләмәтлек. Баймаҡ район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған зарница уйынына сыҡты. Дауахананың барлыҡ бүлексәләренән төҙөлгән командаларҙа табиптар, шәфҡәт туташтары һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр төрлө һынауҙар үтте, саф һауала файҙалы һәм әүҙем ял итте.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яугирҙарға гуманитар ылау оҙатты

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республика йәмәғәт ойошмалары менән берлектә әҙерләгән гуманитар ылау бөгөн Өфөнөң Совет майҙанынан юлға сыҡты. Ярҙамды махсус хәрби операция биләмәһендәге уларҙы ойошма ағзалары үҙҙәре илтеп бирәсәк. Улар яугирҙарҙы байрам көндәрендә ҡыуандырырға иҫәп тота.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһында Эдуард Янбухтин иҫтәлегенә герой партаһы асылды

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Эдуард Янбухтин иҫтәлегенә герой партаһы асылды. Саҡмағош районында тыуған яҡташыбыҙ бала сағынан уҡыуҙы бокс менән уңышлы берләштерә. Спортсы егет 2022 йылда өлөшләтә мобилизация барышында махсус хәрби операцияға саҡырыла.
4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Профессионалдар» Бөтә Рәсәй оҫталыҡ чемпионатының һайлап алыу этабы бара

Бәйгелә өс көн дауамында 152 компетенция буйынса иң яҡшы йәш белгестәр һайлана. Өфө Күп профилле профессиональ колледжда үткән бәйгелә ҡатнашыусылар визажист, эстетик косметолог, онлайн саралар ойоштороусы, модельер кеүек 9 һөнәр буйынса һынау тотто.
👍2