БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сираттағы бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы уҙҙы

Кире алғы һыҙыҡҡа. Сираттағы бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы, ғәҙәттәгесә, «Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙанда уҙҙы.
Яугирҙарҙы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында хәрби бурыс үтәү урынына тиклем тәүлектән ашыу юл көтә. Автобусты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып барасаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә юридик факультетын тамамлаған 70 белгескә диплом тапшырылды

Бөгөн Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультетын тамамлаған 70 белгескә диплом тапшырылды. Уҡыу йорто республиканың дәүләт һәм идара итеү системаһына кадрҙар әҙерләү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә IX Йәштәр мәғариф форумы эш башланы

Ике көн дауамында барасаҡ сарала өс майҙансыҡ ойошторолған. «Социаль проектлау» модуле сиктәрендә Рәсәй йәштәре грант конкурсына бәйле оҫталыҡ дәрестәре үтә. Шулай уҡ бында ғариза тултырырға, хаталарҙы тикшереү буйынса консультация алырға, грант еңеүселәре менән осрашып, проекттарҙы алдан яҡларға ла мөмкин
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт аҫалы балаҫы Рәсәй патентты төбәк брендтары реестрына инде

Төбәктең яңы брендын теркәү тураһында Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте. Бөгөн Рәсәйҙә 369 төбәк бренды теркәлгән. Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ҡушыуы буйынса 2018 йылдан алып комитет тарафынан брендтарҙы асыҡлау һәм теркәү буйынса эш алып барыла.
👍4🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Йәншишмә» Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр гәзите бөгөн үҙенең 95 йыллығын билдәләй

Киләсәк һинән башлана. Тап ошо девизға тоғролоҡ һаҡлаған «Йәншишмә» Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр гәзите бөгөн үҙенең 95 йыллығын билдәләй. «Йәш төҙөүсе», артабан «Башҡортостан пионеры» һәм бөгөн «Йәншишмә» исеме аҫтында нәшер ителгән баҫманың үҫеп килгән быуында дуҫлыҡ, берҙәмлек, илһөйәрлек тойғолары, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Ул һәр ваҡыттағыса республиканың яратып уҡылған ваҡытлы матбуғат исемлегендә.
👍3
Башҡортостанда 645 уҡыусы грипп арҡаһында карантинда ҡала

Был турала беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев хәбәр итә. - Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса карантинға ябылған мәктәптәр юҡ. Республика буйынса 17 класта киҙеү арҡаһында уҡытыу туҡтатылған, тине ул. Мәктәптә һалҡын тейҙереп ауырыған уҡыусыларҙың 20 проценты булмаһа етәкселек белем биреүҙе туҡтатып тороу тураһында ҡарар ҡабул итә ала. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда ауырыусылар һаны артыуы күҙәтелә.
👍2
Салауат Юлаев музейының бинаһы капиталь төҙөкләндерелә

Ул Салауат районында урынлашҡан. Ремонт өсөн 124 миллион һум ҡаралған. Эште башҡарыусы компания ошо айҙа аныҡланырға тейеш. Капиталь ремонт милли проект буйынса башҡарыла. Төҙөкләндереүҙе 2027 йылда тамамлау маҡсаты ҡуйыла. Финанс федераль һәм республика ҡаҙналарынан бүленә, тип хәбәр итә "Башинформ".
👍3
Рәсәйҙә 13-сө пенсия түләү мөмкинлеге бар

Быйыл Думала ошо турала закон проекты ҡарала. Документ авторҙарының береһе, вице-спикер Борис Чернышев белдереүенсә, 2023 йылда әҙерләнгән закон проекты тулыланған, ул тағы бер тапҡыр депутаттар ҡарауына тапшырыла. Айлыҡ пенсия күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе һәр пенсионерҙың тыуған көнө уңайынан күсереү тәҡдим ителә.
👍8🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлә

Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Иҫке күпер һалыныуға быйыл 45 йыл тула. Тәүҙә уны төҙөкләндереү осорона халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн ваҡытлыса понтон күпер һуҙыу планлаштырыла, әммә һуңынан иҫкеһе урынына яңыһын төҙөргә ҡарар ителә.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланан бер төркөм яугирҙар йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды

Яңы көс менән еңеү артынан. Бөгөн «Өфө-Арена» комплексы эргәһендәге майҙандан бер төркөм яугирҙар йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды. Ҡайһы бер хәрбиҙәр өсөн был алтынсы отпуск. Махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән яҡташтарыбыҙҙы ғаиләләре, дуҫтары оҙатты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Ғәниевтар ғаиләһе яугирҙарға ярҙам әҙерләй

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙе яҡташтары ярҙамдан өҙмәй. Балаларҙан алып оло йәштәгеләргә тиклем күңел ҡушыуы буйынса үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Шундайҙарҙың береһе Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Ғәниевтар ғаиләһе.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы Хәлил ауылы халҡы быйыл «Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы»нда ҡатнаша

Ауыл ерендә тракторһыҙ бер нисек тә йәшәп булмай. Сөнки транспорт сараһы күп кенә көнүҙәк проблемаларҙы хәл итә ала. Шуға ла Әбйәлил районы Хәлил ауылы халҡы быйыл «Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы»нда ҡатнашып, тәгәрмәсле трактор һатып алырға булған.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге автомәктәптә йылына физик мөмкинлеге сикләнгән 10-15 кеше уҡыу үтә

Учреждение махсус йыһазландырылған ике автомобиль менән тәьмин ителгән. Ҡул менән идара итеү системаһы булған транспорт сараһы хәҙер Стәрлетамаҡтағы уҡыу-курс пунктына ла һатып алынған. Предприятие етәкселеге билдәләүенсә, мөмкинлеге сикләнгән граждандар араһында автомобиль йөрөтөргә өйрәнергә теләүселәр күп, шуға махсус транспортҡа ихтыяж юғары.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Инвестиция сәғәте»ндә сәнәғәт һәм социаль проекттар ҡаралды

Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә республика биләмәһендә тормошҡа ашырыласаҡ сәнәғәт һәм социаль проекттар ҡаралды.
Сәнәғәт проекттарына килгәндә Октябрьский ҡалаһында нефть тармағы өсөн модулле ҡоролмалар етештереү комплексы төҙөү проектын атап үтергә мөмкин. Инвесторҙар был предприятиеға 89 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй, продукцияға ихтыяж ҙур.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың 267 тораҡ пунктында 4G база станциялары ҡуйылған

«Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» программаһы сиктәрендә республиканың 267 тораҡ пунктында 4G база станциялары ҡуйылған. Быйыл халыҡтың тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса тағы ла 86 ауыл юғары тиҙлекле мобиль интернет менән тәьмин ителәсәк. Башҡортостанда һанлы инфраструктура үҫеше, йорттарҙы глобаль селтәргә тоташтырыуға бәйле проекттар тураһында киләһе репортаж.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тиҙ электр зараядкалау станциялары һаны буйынса Башҡортостан былтыр алдынғы позицияларҙы биләне

Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә икенсе. Тиҙ электр зараядкалау станциялары һаны буйынса Башҡортостан былтыр алдынғы позицияларҙы биләне. Быйыл электр транспорты өсөн инфраструктураны үҫтереү буйынса эш дауам итәсәк. Республикала тағы 50 яңы ҡоролма барлыҡҡа килергә тейеш.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы ауылдарына газ индереү дауам итә

Былтыр ҡасаба-ара Урғаҙа-Янғаҙы-Ишмөхәмәт газ үткәргес торбаһы файҙаланыуға тапшырылһа, йыл аҙағына тиклем «Башҡортостанды газ менән тәьмин итеү һәм газификациялау» программаһына ярашлы тағы ла бер нисә йүнәлеш буйынса эш тамамланған. Һөҙөмтәлә Үрге Иҙрис, Ишмөхәмәт һәм Ишбирҙе ауылдары зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовҡа исемле почта конверты

Күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Яныбай Хамматовҡа исемле почта конверты. Бынан ары почта бүлексәләрендә яҙыусының портреты төшкән конвертта хат-сәләм ебәрергә мөмкин.
3👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы теүәл фәндәрҙе популярлаштыра

Үҫмерҙәр «Асыш» медиапроектында үҙ проекттарын яҡланы. Медиаконкурстың беренсе этабы онлайн форматта үтте. Ҡатнашыусылар конкурска үҙҙәренең тикшеренеү эштәре тураһында видеояҙма төшөрөп әбәргән. Йәш тикшеренеүселәр биш номинацияла ярышты. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар тапшырылды.
4
Рәсәйҙә чипс, косметика, машина майы тамғалана

Ил хөкүмәте "Ғәҙел тамға" системаһына ҡушылырға тейешле тауарҙар исемлеген билдәләне. 1 марттан тәмләткестәр, көнкүреш химияһы, автомобиль шыйыҡсалары өсөн ошондай талап ғәмәлгә инә. 1 сентябрҙән төҙөлөш материалдары, балалар тауарҙары ла тамғалы булырға тейеш.
1👍1