БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Защитник» берҙәм үҙәгендә буласаҡ яугирҙар өсөн хәрби әҙерлек дәрестәре үтә

«Черемушки» шифаханаһы базаһында улар ҡорал менән эш итеү ҡағиҙәләренә өйрәнә. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты хеҙмәткәрҙәре тактик медицина буйынса махсус уҡыу-уҡытыу сараларын алып бара. Ошо рәүешле яугирҙар тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләренә төшөнә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт филологияһы факультеты ойошторолоуға 95 йыл

Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ошо уңайҙан ҙур байрам ойошторҙо. Тантанала Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Азат Бадранов факультет уҡытыусыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күгәрсен районынан «Айыҡ ауыл» республика конкурсында быйыл тәүәкәндәр һынау тота

Ошо уңайҙан Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған төйәгендә сираттағы ултырыш үтте. Йыйындың төп маҡсаты - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы йомғаҡтары һәм маҡсаттары хаҡында фекер алышыуға ҡоролғайны. Шулай уҡ урындағы ойошма эшмәкәрлегенең киләһе йылдарға ҡуйған бурыстары барланды . Халыҡ мәнфәғәтендә әүҙем эшләүселәр дәүләт һәм йәмәғәт наградалары менән бүләкләнде.
👍2
«Ҡурай» телеканалында Рәми Ғарипов көнө

Бөгөн бөйөк Рәми Ғариповтың тыуыуына 93 йыл.
👍31
Быйыл Башҡортостанда 86 ауылға юғары тиҙлекле интернет үткәрелә

Был турала Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итәләр. Республика проекты киңәйтелгән. Хәҙер унда халыҡ һаны 100 кешенән артҡан ауылдар ҙа инә. 5 йылда операторҙар меңгә яҡын ауылда элемтә булдырҙы. Әле интернет сифатын яҡшыртыу буйынса эш алып барыла тине ведомство етәксеһе Геннадий Разумикин.
1👍1
Халыҡ-ара башҡорт милли кейем конкурсы башлана

"Тамға" тигән был бәйгелә кейем тегеү оҫталары ҡатнаша. Тәүге этап 15 февралдән старт ала. Уның барышында семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Быйыл конкурс биш номинацияла уҙғарыла, тип хәбәр итәләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.
👍3
"Салауат Юлаев"тың 20 йыл эсендәге символик йыйылма командаһы төҙөлдө

"Алтын состав"ты көйәрмәндәр клубы әҙерләгән. Исемлектә Юха Метсола, Александр Радулов, Линус Умарк, Кирилл Кольцов, Виталий Прошкин, Виктор Козлов, Андрей Кутейкин, Патрик Торесен һәм башҡа хоккейсылар, тренерҙар - Сергей Михалев, Вячеслав Быков, Игорь Захаркин күрһәтелгән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан эшҡыуарҙары махсус хәрби операция биләмәһенә автомобилдәр оҙатты

Яугирҙарға ярҙам йыйыу йыш ҡына бер-береһе менән бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙе берләштерә. Мәҫәлән, эшҡыуар Муса Мәзитов социаль селтәрҙәрҙә хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн УАЗ һатып алыуы тураһында пост яҙа. Уның был хәбәренә Өфө районы эшҡыуары Азат Нурлығаянов яуап бирә. Ул да әлеге көндә Ватан һағында торған туғандары өсөн ике внедорожник әҙерләүе, әммә транспорт сараларын ебәреү менән ҡыйынлыҡтар тыуыуы тураһында әйтә. Интернет аша барлыҡҡа килгән бизнес-берләшмә машиналарҙы оператив рәүештә фронтҡа оҙатыуҙы ойошторорға ярҙам итә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 308-се балалар баҡсаһынада МХО биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир менән осрашыу үтте

Балаларҙа ҡунаҡта. Өфөнөң 308-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир менән осрашты. Ватан һаҡсыһы менән үткән илһөйәрлек кисәһе хаҡында киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһы тапшырылды

Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһы тапшырылды. Матур йолаға әүерелгән тантана быйыл 26-сы тапҡыр уҙғарылды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Үҙенең тышҡы иҡтисади эшендә Башҡортостандың идара итеү командаһы бизнес өсөн юл асырға тырыша

Бының өсөн төбәк властары даими рәүештә сит илдәргә бара, эшлекле мөнәсәбәттәр өсөн инфраструктура тыуҙыра. Килеп тыуған иҡтисади шарттарҙа яңы ышаныслы партнерҙар эҙләй. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, предприятиеларға донъя баҙарына сығыуҙа ярҙам итеү бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүҙә төп бурыстарҙың береһе.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа соҡорҙар ремонтлана

Эш уңайлы һауа торошонда ойошторола һәм махсус һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы ҡулланыла. Февралдең тәүге аҙнаһында Башҡортостан юлдарында 750 квадрат метр юл япмаһы ремонтланған. Билдәле булыуынса, 2020 йылдан төбәктә «Юл инфраструктураһы өлкәһен контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһы» махсус программаһы эшләй.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сираттағы бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы уҙҙы

Кире алғы һыҙыҡҡа. Сираттағы бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы, ғәҙәттәгесә, «Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙанда уҙҙы.
Яугирҙарҙы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында хәрби бурыс үтәү урынына тиклем тәүлектән ашыу юл көтә. Автобусты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып барасаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә юридик факультетын тамамлаған 70 белгескә диплом тапшырылды

Бөгөн Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультетын тамамлаған 70 белгескә диплом тапшырылды. Уҡыу йорто республиканың дәүләт һәм идара итеү системаһына кадрҙар әҙерләү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә IX Йәштәр мәғариф форумы эш башланы

Ике көн дауамында барасаҡ сарала өс майҙансыҡ ойошторолған. «Социаль проектлау» модуле сиктәрендә Рәсәй йәштәре грант конкурсына бәйле оҫталыҡ дәрестәре үтә. Шулай уҡ бында ғариза тултырырға, хаталарҙы тикшереү буйынса консультация алырға, грант еңеүселәре менән осрашып, проекттарҙы алдан яҡларға ла мөмкин
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт аҫалы балаҫы Рәсәй патентты төбәк брендтары реестрына инде

Төбәктең яңы брендын теркәү тураһында Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте. Бөгөн Рәсәйҙә 369 төбәк бренды теркәлгән. Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ҡушыуы буйынса 2018 йылдан алып комитет тарафынан брендтарҙы асыҡлау һәм теркәү буйынса эш алып барыла.
👍4🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Йәншишмә» Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр гәзите бөгөн үҙенең 95 йыллығын билдәләй

Киләсәк һинән башлана. Тап ошо девизға тоғролоҡ һаҡлаған «Йәншишмә» Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр гәзите бөгөн үҙенең 95 йыллығын билдәләй. «Йәш төҙөүсе», артабан «Башҡортостан пионеры» һәм бөгөн «Йәншишмә» исеме аҫтында нәшер ителгән баҫманың үҫеп килгән быуында дуҫлыҡ, берҙәмлек, илһөйәрлек тойғолары, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Ул һәр ваҡыттағыса республиканың яратып уҡылған ваҡытлы матбуғат исемлегендә.
👍3
Башҡортостанда 645 уҡыусы грипп арҡаһында карантинда ҡала

Был турала беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев хәбәр итә. - Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса карантинға ябылған мәктәптәр юҡ. Республика буйынса 17 класта киҙеү арҡаһында уҡытыу туҡтатылған, тине ул. Мәктәптә һалҡын тейҙереп ауырыған уҡыусыларҙың 20 проценты булмаһа етәкселек белем биреүҙе туҡтатып тороу тураһында ҡарар ҡабул итә ала. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда ауырыусылар һаны артыуы күҙәтелә.
👍2
Салауат Юлаев музейының бинаһы капиталь төҙөкләндерелә

Ул Салауат районында урынлашҡан. Ремонт өсөн 124 миллион һум ҡаралған. Эште башҡарыусы компания ошо айҙа аныҡланырға тейеш. Капиталь ремонт милли проект буйынса башҡарыла. Төҙөкләндереүҙе 2027 йылда тамамлау маҡсаты ҡуйыла. Финанс федераль һәм республика ҡаҙналарынан бүленә, тип хәбәр итә "Башинформ".
👍3
Рәсәйҙә 13-сө пенсия түләү мөмкинлеге бар

Быйыл Думала ошо турала закон проекты ҡарала. Документ авторҙарының береһе, вице-спикер Борис Чернышев белдереүенсә, 2023 йылда әҙерләнгән закон проекты тулыланған, ул тағы бер тапҡыр депутаттар ҡарауына тапшырыла. Айлыҡ пенсия күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе һәр пенсионерҙың тыуған көнө уңайынан күсереү тәҡдим ителә.
👍8🔥1