БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Минскиҙа Радий Хәбиров Борис Грызлов менән осрашты

Минскиҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Беларусь Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Борис Грызлов менән осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәрендә үҙ-ара интеграция мәсьәләләрен тикшерҙе.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын районынан 34-се гуманитар колонна махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ылау алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙең ихтыяжын иҫәпкә алып кәрәкле әйберҙәрҙән тупланған. Изге эшкә район эшҡыуарҙары ла, ирекмәндәр ҙә, халыҡ та дәррәү ҡушылған. Асҡындар махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙарға 260 тоннанан ашыу эсәр һыу, 50-нән ашыу мунса һәм автомобиль, шулай уҡ төҙөлөш материалдары, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре оҙатҡан. Гуманитар ярҙам йыйыу әле лә дауам итә.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ялда бер аҙ көс туплаған яугир йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана

Баймаҡ районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Урал Ниғмәтуллин Луганск халыҡ республикаһында барған ҡаты бәрелештәрҙең береһендә яраланып, бер нисә ай госпиталдә дауалана. Ул 2024 йылдың майынан хәрби контракт нигеҙендә хеҙмәт итә. Бөгөн замандашыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә әҙерләнә. Әле ул ғаиләһе янында.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сибай уҡыусылары өсөн яңы офоҡтар

3-сө республика полилингваль күп тармаҡлы гимназия-интернатында пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү кабинеты эшләй башланы.
Махсус бүлмәне асыр алдынан йәштәр бер нисә ай дауамында пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү буйынса курс үткән. Яңы предметты уҡытыу педагогтарға бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмай. Махсус кабинет заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
👍21🔥1
Башҡортостанға Белоруссиянан тағы бер нисә зубр килтерелә

Был турала Радий Хәбиров белдерҙе. - Республикаға килтерелгән зубрҙар һаны артты, биш быҙау тыуҙы. Тағы бер партия менән ошо хайуандарҙы килтереү тураһында килештек, - тине ул. Башҡортостанға 2023 йылда Белоруссиянан 18 зубр килтерелде. Улар Мораҙым тарлауығында йәшәй. Уҙған йылда Экология форумында зубрҙар популяцияһын күпкә арттырыу мөмкинлеге тураһында белдерелде.
👍2
Өфө ҡалаһында яңы сквер булдырыла

Баш архитектура идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул Яҙыусылар союзы бинаһы янында була. Яңы йәмәғәт биләмәһе "Өфө йүкәләре" тип атала. Совет йылдарында Яҙыусылар союзы идаралығы рәйесе Назар Нәжми һәм композитор Рим Хәсәнов Өфөнөң рәсми булмаған гимнын яҙа. "Өфө йүкәләре" тигән йыр киң танылыу ала.
👍1
Ишембайҙа стела урынын халыҡ һайлай

Ишембайҙа "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһын ҡуйыу урыны халыҡ фекерен иҫәпкә алып билдәләнә. Йәмәғәт тыңлауҙары старт алды, тип хәбәр итте "Берҙәм Рәсәй" партияһы Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Сидякин. - Халыҡ тәҡдимдәре үтә мөһим. Ошо маҡсатта предприятиелар коллективы, йәмәғәт ойошмалары, халыҡтан мөрәжәғәттәр анализлана, тип яҙа ул социаль селтәрҙә. Ил президенты Ишембайға "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
👍1
Өфөлә Волга буйы округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Уны быйыл файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Мәғариф учреждениеһы 34 мең квадрат метр майҙан биләй, бында 2 мең 200 уҡыусы белем аласаҡ. Белем йорто Кузнецов Затонында урынлаша. Вице-премьер Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, төҙөлөш планға ярашлы бара, әле объект 54 проценҡа әҙер.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров: «Беҙҙең башҡорт аттары – тибендә!»

Республика баҫыуҙарын ҡар ҡапланы. Әммә ниңәлер урыны менән ҡар юҡ һәм үлән күренә. Ни өсөн? Был һорауҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҙған аҙнала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙғайны. Фотоһүрәт Баймаҡ районына эш сәфәре ваҡытында төшөрөлгән. Төбәк етәксеһе элекке посына яуап итеп видеояҙма һалды. «Беҙҙең башҡорт аттары - тибендә. Ҡарағыҙ әле, ниндәй матурлыҡ!», тип яҙған Башҡортостан башлығы.
1👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районында экологик акция үтте

Боҙ быраулап балыҡтарҙы ҡотҡарабыҙ. Ауырғазы районында экологтар, ирекмәндәр, уҡыусылар ҡатнашлығында экологик акция үтте. Ауырғазы районы һыу ятҡылыҡтарында балыҡтарҙы ҡотҡарыу буйынса акция 16 йыл рәттән уҙғарыла. Сарала ҡатнашыусылар быйыл Иҫке Кәлсер ауылы биләмәһендәге күлдә боҙҙо уйып сыҡты. Боҙ аҫтындағы балыҡтар өсөн уларҙың һәр береһе кислород сығанағы.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Һалдатҡа хат» акцияһы үтте

Сарала психология факультеты студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Улар махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға хат яҙҙы, яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Бөтә Рәсәй моделселәр һәм коллекционерҙар слеты үтте

Унда илдең төрлө төбәктәренән йыйылған ҡатнашыусылар ғына түгел, Ҡаҙағстан вәкилдәре лә ҡатнашты. Сара күргәҙмә һәм йәрминкә форматында «Башҡортостан» сауҙа үҙәгендә ойошторолдо. Моделселәр айырым конкурста ла көс һынашты.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районының юбилейы: яңы социаль объекттар һәм иҫтәлекле саралар

Шаран районы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Тарихи дата айҡанлы районда социаль объекттар асылды, байрам тантаналары ойошторолдо. Ҡыр-Теләүле халҡы райондың юбилейын яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты менән ҡаршы ала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙә Радий Хәбиров Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярёв менән осрашты

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 16 ҙур спорт объекты төҙөлөшө бара. Тиҙҙән был исемлеккә еңел атлетика манежы һәм олимпия резервындағы училище индерелергә тейеш.
Төбәктә спортты үҫтереү мөмкинлектәре Радий Хәбировтың Мәскәүҙә Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярёв менән осрашыуында тикшерелде. Спорт объекттары һаны буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урында тора, тип билдәләне республика етәксеһе.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы районында «Урман һәм күл» экобазаһын киңәйтеүгә республика гранты бүленгән

Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан комплекста быға тиклем дүрт йортта ял итеү мөмкин булһа, киләһе йылға йорттар һаны ике тапҡырға артасаҡ . Башҡортостанда быйыл туризм тармағын үҫтереү өсөн 3 млрд 700 млн һум аҡса бүленгән. Гранттар ярҙамында эшҡыуарҙарға туризм йүнәлешендә бизнес асыу өсөн ташламалар, ҡуртымға ер һәм башҡа субсидиялар ҡаралған.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Киров районы хакимиәте махсус хәрби операцияға 24-се гуманитар йөк әҙерләй

Ылау алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып тупланған. Был юлы колонна составында яугирҙарға күсмә мунса ла оҙатыла. Махсус хәрби операцияға мунсаны «Билд» төҙөлөш компанияһы етәксеһе Альфред Александров тапшырҙы.
👍2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы махсус хәрби операция һалдаттарына ылау әҙерләй

Берҙәмлектә көс. Айыҡ ауыл республика конкурсында ҡатнашыусы Таулыҡай ауылы махсус хәрби операция һалдаттарына ылау әҙерләй. Был юлы улар өсөн толстовка тегеү, маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабында еңеү яуланы

Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабында еңеү яуланы. Артабан ҡаҙмаштар район данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Йөрәгемде балаларға бүләк итәм» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең ҡала этабына йомғаҡ яһалды

Өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған конкурс һөҙөмтәләре буйынса абсолют еңеүсе тип «Эколог» үҙәгенән йәш педагог Эльвина Камалова танылды. Остазлыҡ эшен уңышлы алып барған замандашыбыҙ тураһында киләһе яҙма.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Новосибирск ҡалаһында Континенталь хоккей лигаһының «Йондоҙҙар матчы» үтте

Чернышев дивизионы командаһы «Йондоҙҙар матчы»нда еңеү яуланы. Континенталь хоккей лигаһының сағыу сараһы быйыл Новосибирскиҙа үтте. Финалда Чернышев һәм Бобров дивизиондары осрашты. Уйын Виктор Козлов коллективы файҙаһына 9-8 иҫәбе менән тамамланды.
🎉2