БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.97K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда халыҡ-ара умартасылар конгресы ике йылға бер уҙғарыласаҡ

Был турала вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдерҙе. Быйыл форум беренсе тапҡыр үтте. Унда 15 илдән һәм Рәсәйҙең 80 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты. - Бындай саралар тармаҡ үҫешенә ҙур ҡеүәт бирә, тәжрибә уртаҡлашырға ярҙам итә. Рәсәй һәм сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлек өсөн яңы мөмкинлектәр асыла, - тине Илшат Фазрахманов.
👍1
Учалы районындағы Вознесенка ҡорамы дәүләт тарафынан һаҡлана

Мәҙәни мираҫ объекты сиктәре билдәләнде. Ошо турала документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Вознесенка ауылында таш ҡорам 1890 йылда төҙөлә башлай. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында ул ябыла, бында ат һарайы, ауыл хужалығы келәте урынлаша. 90-сы йылдарҙа ҡорам йәнә ғәҙәттәгесә ҡулланыла башлай. Хәҙер бында капиталь төҙөлөш, ер, мелиорация эштәре алып барыу тыйылды.
2
Ғәзиз Манапов Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

БР Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров ошо хаҡтағы бойороҡҡа ҡул ҡуйған.
Быға тиклем Ғәзиз Манапов Бөрйән районы башлығы вазифаһын башҡарҙы.
👍51
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда прокуратура органдары тарафынан былтыр 92 мең закон боҙоу осрағы асыҡлаған

Был турала Рәсәй генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин ҡатнашлығында үткән коллегия ултырышында иғлан ителде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ведомство хеҙмәткәрҙәренә төбәктә башҡарылған күләмле эш өсөн рәхмәтен еткерҙе. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре былтыр 368 миллион һум күләмендә граждандарға эш хаҡы буйынса түләнергә тейешле бурысты асыҡлаған.
👍5
Башҡортостанда тағы бер табип амбулаторияһы асылды

Ул Федоровка районы Дедов ауылында төҙөлдө. Учреждение 8 ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Был турала район хакимиәтенән хәбәр итәләр. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, Башҡортостан модулле ФАП һәм табип амбулаториялары төҙөлөшө буйынса илдә алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Уралсиб» банкы президенты һәм күҙәтеү советы рәйесе Евгений Коган менән осрашты

Беҙҙең өсөн Башҡортостан - үҙебеҙҙең төбәк. Беҙ был хаҡта бер ҡасан да онотмайбыҙ. «Уралсиб» банкы президенты һәм күҙәтеү советы рәйесе Евгений Коган ошо турала белдерҙе.
Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ул яҡтар араһында стратегик партнерлыҡ тураһында мөҙҙәтһеҙ килешеү барлығын, уның төп маҡсаттар менән даими тулыландырылып тороуын билдәләне.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы 2024 йылда сифат күрһәткестәре буйынcа Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды. Указға ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли прививка календары буйынса һәр кешегә 12 йоғошло сиргә ҡаршы вакцина яһатырға кәрәк

Вакцинация ниндәй ҙә булһа эпидемияға юл ҡуймаҫ өсөн мөһим. Әгәр прививкалар бала саҡта эшләнмәһә, вакцинация һәм ревакцинация өлкән йәштә лә рөхсәт ителә. Был ҡайһы бер вакциналарҙың милли календарға сағыштырмаса яңыраҡ индерелеүе менән бәйле, шулай уҡ ҡайһы бер миҙгел ауырыуҙарына иммунитет олоғая килә кәмей. Прививкалар графигын дауалаусы табиптан белешергә мөмкин.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы матрастары Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә һатыласаҡ

Донецк халыҡ республикаһының «Атлант» сауҙа компанияһы Башҡортостандың «Корона» предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итә. Бынан тыш, Туймазы матрастары Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре баҙарына ла сыға. Сауҙа даирәһен киңәйтеү сәнәғәт кластерҙарына берләшеү һөҙөмтәһе. Тап ошо рәүешле импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек һөҙөмтәһе ике тапҡыр артып 380 миллиард һумдан ашып киткән.
👍2
Башҡортостанда һалым түләү буйынса иң яуаплы муниципалитеттар аталды

Милек һалымы буйынса иң яҡшы күрһәткестәр Күмертау, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ ҡалаларында теркәлгән, тип хәбәр итәләр Һалым хеҙмәтенән. Шулай уҡ Балаҡатай, Яңауыл, Дүртөйлө райондары халҡы түләүгә яуаплы ҡараған. 2023 йыл өсөн Башҡортостан халҡына 6 миллиард 800 миллион һумлыҡ һалым һалынған.
👍1
Республикала “Урман һаҡсыһы” видеокүҙәтеү системаһы киңәйтелә

Урал аръяғы райондарына 10 камера урынлаштырыу ҡарала. Статистика буйынса иң күп янғын осраҡтары унда теркәлә. Благовещен районына бер камера ҡуйыла. Ҡоролма ут һәм төтөн сыҡҡан урынды теркәй, мәғлүмәтте идара итеү серверына тапшыра. Белгестәр тиҙ арала килеп етеп, янғынды һүндерә ала.
👍2
Яугирҙарға — тәмле күстәнәс

Белорет районы Сәрмән ауылы уҡыусылары изге эшкә ҡушылған. Өлкән кластар мәктәп ашнаҡсылары менән бергә яугирҙарға күстәнәсәкә 25 ҡап тәмле сәк-сәк әҙерләгән.

— Уҡыусылар ҡыуанып эшкә тотондо, үҙҙәренең аш-һыуға һәләтен һәм, әлбиттә, яугирҙарға ярҙам итеү теләген күрһәтте. Беҙҙең ил һаҡсылары сәк-сәкте ашап, өй йылыһын тойһон, — ти ашхана мөдире Фәнирә Шәйәхмәтова.
6👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһы Волга буйы федераль округының иң ҙур транспорт үҙәге булыуы ихтимал

Әле үк ҡала яны тимер юл транспортын үҫтереү динамикаһы буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инә. Республика башлығы Радий Хәбиров үткәргән «Транспорт сәғәте» кәңәшмәһендә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Ҡатнашыусылар төбәк биләмәһендә тимер юл транспортын үҫтереү мөмкинлектәрен ентекле тикшерҙе. Һүҙ тәү сиратта юл инфраструктураһын, шулай уҡ составты яңыртыу хаҡында барҙы.
👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәрҙең кредит буйынса бурысы ғәмәлдән сыға

2024 йылдың 1 декабренә тиклем Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәрҙең кредит буйынса бурысы ғәмәлдән сыға. Махсус хәрби операцияға барырға теләүселәр өсөн Өфөләге «Защитник» үҙәге көн һайын эшләй. Бында 45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла көтәләр. Декабрь аҙағында Башҡортостан башлығы указы менән менән хәрбиҙәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы артты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан саперҙары махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәүҙе дауам итә

Хәрбиҙәр һәм гуманитар колонналар өсөн юлдарҙы минанан таҙартыу, биләмәне тыныс тормош өсөн әҙерләү. Башҡортостан саперҙары махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәүҙе дауам итә. Киләһе сюжет ошондай инженер-штурмлау подразделениеларҙың береһенең командирына арналған. Һалдатты өйөндә ғаиләһе түҙемһеҙләнеп көтә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Беҙ еңербеҙ: фронт хаты тарихтың тере шаһиты булараҡ һаҡлана

«Беҙ еңербеҙ... Бер үк борсолма, әсәй». Ҡыҙылармеец Сәлихйән Кайбышевтың ошондай юлдар менән яҙылған һуңғы хаты 83 йылдан һуң дәүләт һаҡлауына алынды. Туғандары теләге буйынса ул «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең ижади төркөмө ярҙамында Республика Хәрби дан музейына тапшырылды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан яугирҙарының ижади мираҫы музейҙарға һәм китапханаларға тапшырыла

Ижад аша Еңеүгә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәтирәләре, хикәйәләре һәм шиғырҙары менән өсөнсө йыйынтыҡ баҫтырҙы. Унда 58 авторҙың ижады менән танышырға мөмкин, араларында Башҡортостан яугирҙарының әҫәрҙәре лә бар. Автрҙар мөхәббәт, дуҫлыҡ, юғалтыу, һағыныу темаларын күтәрә. Республика Хәрби Дан музейында яңы йыйынтыҡтың презентацияһы үтте.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Ира-Магнитогорск юлында «Land Rover» автомобиле водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Hyundai Solaris» менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә һуңғы иномарканың 32 йәшлек водителе ваҡиға урынында вафат була. Внедорожникҡа идара иткән 29 йәшлек ҡатын тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Фажиғәле осраҡ буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы» активистары уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Ултырышта Башҡортостандан, Силәбе өлкәһенән, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм илдең башҡа төбәктәренән хәйриәселәр ҡатнашты. Союз ағзалары төрлө йүнәлештәр буйынса эш һөҙөмтәләрен тикшерҙе, шулай ҙа төп иғтибар Ватан һағында торған яҡташтарға ярҙам итеүгә йүнәлтелде.
👍3
Башҡортостанда быйыл 244 километр юл ремонтлана

Улар буйынса халыҡтан мөрәжәғәттәр күпләп ҡабул ителгән. Бының өсөн 7 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә, тип белдерелде "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә. Иң ҙур объекттарҙың береһе - Сибай-Аҡъяр юлы. Быйыл бында 36 километрҙа эштәр ҡаралған. Шулай уҡ Яңауыл менән Үрге Тәтешле араһында - 10 километр, Благовещен районында - 9, Хәйбулла районында - 7, Бөрйән районында 5 километр яңыртыла. Республикала үтә насар юлдар халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса билдәләнә. Был программа Радий Хәбиров башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла.