БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.95K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә

Милләт һәм конфесссия-ара татыулыҡ өлгөһө. Бөрйән районының төрлө милләт халыҡтары йәшәгән Ырғыҙлы ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә. Күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауыл әле күмәк эштәрҙән, төрлө сараларҙан гөрләп тора. Урында спорт ярыштары ла, мәҙәни программалар ҙа, патриотик рухтағы кисәләр ҙә ойошторола.
👍6
Республикала ҡырағай хайуандар өсөн 300 тонна аҙыҡ әҙерләнгән

Айырым һаҡланған биләмәләрҙә уларға ҡышлау өсөн бөтә шарттар булдырылған. “Урман кейектәренә ҡышты еңелерәк үткәреү өсөн ашлыҡ, бесән, еләк-емеш һалына”, - тип хәбәр итәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Ҡырағай хайуандарҙы ашатыу айырым һаҡланған биләмәләрҙә уларҙың популяцияһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, ти белгестәр.
👍2
Башҡортостан композиторҙары әҫәрҙәре Брайль шрифы менән нәшер ителә

Республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы әҙерләгән проект Президент гранттары конкурсында еңеп сыҡты. Уға ярашлы, һуҡыр һәм насар күргән кешеләр өсөн композиторҙар әҫәрҙәренең нота-музыка баҫмаларын уҡыу мөмкинлеге булдырыла. Был уларҙың музыкаға һәләтен үҫтерергә ярҙам итә. Брайль шрифы менән нәшер ителгән баҫмалар Башҡортостанда 14 уҡыу йортона тапшырыласаҡ.
👍1
Һунар менән шөғөлләнергә теләүселәр мотлаҡ имтихан тапшырырға тейеш була

1 сентябрҙән шундай талап көсөнә инә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов хәбәр итеүенсә, билет алыу өсөн теория һорауҙарына яуап бирергә кәрәк, шулай уҡ ҡоралды ҡуллана белеү тикшерелә. Башҡортостанда 80 меңдән ашыу һунарсы теркәлгән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яңыртылған халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре һаны арта

Бөгөн Башҡортостанда яңыртылған 50 халыҡ мәшғүллеге үҙәге эшләй, быйыл тағы ла төҙөкләндерелгән 18 учреждение асыла. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙған.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Нуғай ауылында күп функциялы үҙәк асылды

Заманса талаптарға яуап биргән үҙәк Рощинская урамы 15\5 адресы буйынса эшләй. Офиста 450-нән ашыу муниципаль һәм дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү өсөн өс тәҙрә ойошторолған. Урындағы халыҡ Өфө үҙәгенә йөрөмәй документтар менән бәйле хеҙмәттәрҙе Нуғай ауылы биләмәһендә башҡара ала.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына ярашлы заявкалар ҡабул ителә

Күпселек район-ҡалалар конкурс комиссияһына тәҡдим итәсәк проекттарҙы һайлаған. Ейәнсура районының Ишемғол ауылы урындағы Еңеү паркын төҙөкләндермәксе.
👍42
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтә

«Салауат Юлаев» кубогы өсөн илдең төрлө төбәктәренән 14 команда дәғүә итә. Тәүге көндә спортсылар уҡыу башняһына баҫҡыстан ваҡытҡа күтәрелһә, бөгөн «ике алыш» ойошторола. Шулай уҡ программа буйынса «ҡаршылыҡтар һыҙаты»н үтергә ҡалған. 138 ҡатнашыусы араһында спорт мастерҙары күп булғанға, ярыш та көсөргәнешле бара.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Октябрьскиҙан мәктәп уҡыусыһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға уйынсыҡтар бәйләй

Октябрьскиҙан мәктәп уҡыусыһы Диана Гәрәева махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға уйынсыҡтар бәйләй. Бүләкте ҡулына алған алғы һыҙыҡтағылар ябай ғына уйынсыҡтарҙа өй йылыһын тойоуын билдәләй. Уларҙы бетеү итеп кеҫәләрендә лә йөрөтә. Ҡыҙ бәйләмдәрҙе былтыр бәйләй башлаған. Ырғаҡ менән оҫта эш итергә уны әсәһе өйрәткән.
👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Джошуа Ливо Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты рекордын ҡуйҙы

Юлаевсылар легионеры «Авангард» менән һуңғы уйында 3 шайба индерҙе һәм быйылғы миҙгелдә дүртенсе тапҡыр хет-трик яһаны. Быға тиклем өсәр хет-трик менән юғары ҡаҙанышты Владимир Тарасенко, Найджел Доус, Илья Ковальчук һәм Дмитрий Яшкин бүлешә ине. Яҡташыбыҙ шулай уҡ Владимир Тарасенконың хет-триктар һаны буйынса рекордын ҡабатланы.
🔥31👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенә заманса транспорт саралары тапшырылды

Юл хәүефһеҙлеге һағына - 10 яңы автомобиль. Бөгөн Башҡортостандың Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенә заманса транспорт саралары тапшырылды. Үҙәк хеҙмәткәрҙәренә «Лада Гранта» асҡыстарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов тапшырҙы.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың сәнәғәт кластерҙары ил кимәлендә танылыу яулай

Башҡортостанда былтыр импортты алмаштырыусы продукция күләме 380 миллиард һумдан ашып киткән. 2023 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткестәр ике тапҡырға күберәк. Етештереү күләме артыуы сәнәғәт кластерҙарына берләшеү һөҙөмтәһе. Республикала иҡтисадтың төрлө тармағында 23 сәнәғәт кластеры эшләй. Станоктар төҙөлөшө кластерында әле ике импортты алмаштырыу проекты тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе Өфөләге ЕСМ-Станкомонтаж предприятиеһы.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сатлама һыуыҡ көндәрҙә Өфө районы Шамонин ауылы халҡы утһыҙ ҡалған

Һепертмә буранда һәм ҡараңғы йортта ҡалған кешеләргә баш ҡала үҙәге, күрше ауылдағы туғандарында ҡунырға килгән осраҡтар ҙа теркәлгән. Уҙған тәүлектә Шамонин ауылы мәктәбендә дәрестәр ҙә дистанцион форматта ойошторола, балалар баҡсаһы эшләмәй.
🤯3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция ветераны йәш быуынға тәжрибә уртаҡлаша

Ҡаһарманлыҡ дәресе. «Батырлыҡ» ордены кавалеры Ринат Күлтоманов Өфөнөң 2-cе башҡорт лицейы уҡыусылары менән осрашып, хәрби хеҙмәт юлы тураһында һөйләне. Осрашыу барышында ул уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе лә уҙғарҙы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Проекттан маҡсатҡа: уҡыусыларҙың идеялары яңы мөмкинлектәр аса

Ейәнсура районы белем усаҡтары «Мәктәптәрҙе инициативалы бюджетлау проекты» буйынса республика райондары араһында рекорд ҡуйған. Төрлө проблемаларҙы хәл итеүсе 12 проект грант алыуға өлгәшкән. Киләсәккә лә маҡсаттар юғары. Әле үк райондың барлыҡ 18 мәктәбендә проекттар яҙыу, уларҙы яҡлау этабы бара.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яһалма интеллект урман һәм ауыл хужалығы эшмәкәрлеген үҙгәртә

Яһалма интеллект ауыл һәм урман хужалығына ла үтеп инде. Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары заман мөмкинлеген тупраҡта углекислый газ миҡдарын иҫәпләүҙә, ағастар ҡороуын билдәләүҙә файҙаланырға өйрәнгән. Был ҡул хеҙмәтен ябайлаштырыуҙан тыш, әйтәйек, урман янғындарын иҫкәртергә ярҙам итә.
👍3
Быйыл "Башҡорт ихаталар"ына миллиард һумдан ашыу аҡса һалына

Программа ярашлы, 98 биләмә тәртипкә килтерелә, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. 2019 йылдан башлап "Башҡорт ихаталары" программаһына ярашлы, 1 мең 469 биләмә төҙөкләндерелгән. Бының өсөн 7 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Быйыл программа 33 район һәм ҡалала ғәмәлгә ашырыла.
👍3
Балаларға тәмәке һатыусылар өсөн штраф артты

Дәүләт Думаһы закон ҡабул итте. Һатыусылар өсөн штраф быға тиклем 60 мең һум булһа, хәҙер - 300 мең. Ойошмалар өсөн дә сумма бер нисә тапҡырға артып 2 миллион һумға етте. Дәүләт Думаһынан хәбәр итеүҙәренсә, тәмәке баҙарына контроль кәрәк. Уҙған йылда тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса тауарҙың 43 проценты тейешенсә тамғаланмай һатыуға сығарылған.
👍4
⚡️⚡️ Розыгрыш двух пар билетов на баскетбольный матч звезд АСБ в Уфе!

Уникальное событие пройдет уже завтра, 24 января в 18:00 во Дворце борьбы.

В программу также включен конкурс трехочковых бросков, зрелищный Slam Dunk Contest для парней и Skills Challenge для девушек и яркая шоу-программа.

Как принять участие в розыгрыше?

👉🏻 Подписаться на наш телеграм-канал: https://t.iss.one/bst_rb

👉🏻 Нажать кнопку “Участвую!” и ждать результатов

Итоги конкурса подведем 24 января в 15:00. Бот-рандомайзер случайным образом выберет двух победителей, которые выполнили все условия конкурса.

Всем удачи!
Башҡортостанда шәхси спорт мәктәптәре өсөн талаптар үҙгәрә

Республика парламентында ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләнгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, дәүләт һәм муниципаль мәктәптәрҙә юғары белемле спортсы-профессионалдар ғына эшләй ала. Шәхси мәктәптәрҙә тренерҙар составы буйынса талап ҡуйылмаған. Уларҙан хатта хөкөм ителмәүе тураһында белешмә һорамайҙар. Шуға был өлкәлә тәртип урынлаштырырға, "спорт мәктәбе" тигән төшөнсәне дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙа ғына ҡулланырға тәҡдим ителә.
👍1