БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.84K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Ауыл китапханаларына меңдән ашыу китап тапшырыла

Акцияны Республика йәмәғәт палатаһы ойошторҙо. Теләгән һәр кеше китаптар алып килде. Акцияла шулай уҡ Журналистар союзы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, "Китап" нәшриәте ҡатнашты. - Китаптар төрөлгән, улар китап фондын яңыртыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән муниципаль берәмектәр китапханаларына оҙатыла, - тип хәбәр итәләр палатанан.
👍2
VI Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы студияһында ҡунаҡта - Көйөргәҙе районы башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Тимур Иҙрисов.

https://vk.com/video-85076499_456255398
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
12 декабрҙә Радий Хәбиров йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

12 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Төбәк етәксеһе республика парламентарийҙарының һәм идара итеү командаһының алдағы йылдарға үҫеш юлдарын билдәләй. Тура трансляцияны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Башҡортостан 24», «Бөтә Өфө» телеканалдары эфирында, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтында һәм республика башлығы хакимиәтенең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми битендә ҡарарға мөмкин.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаларын хәҙер яңы тәртиптә алырға мөмкин

Үҙгәрештәр хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ҡағыла. Документты тапшырыуҙың яңы ҡағиҙәләре «Ватанды һаҡлаусылар» төбәк фондында Башҡортостан Республикаһы нотариаль палатаһы вәкилдәре ҡатнашлығында үткән түңәрәк өҫтәлдә тикшерелде.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле 100 мең тауыш йыйып өсөнсө урынға төшөп ҡалды

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-гә алынған мәғлүмәткә ярашлы, башҡорт халҡының милли геройын Ҡазандың «Игенселәр һарайы» уҙып китте. Беренсе баҫҡысты тәүге көндән алып Һамарҙың тиҙ йөрөшлө «Метеор» теплоходы биләй. Үҙәк банктан хәбәр итеүҙәренсә, һәр ҡатнашыусы бер генә объектты һайлай ала. Иң күп тауыш йыйған символ мең һумлыҡ купюраның композицияһын эшләгәндә ҡулланыласаҡ. Банкнотаның йомғаҡлау дизайнын Рәсәй банкының Директорҙар советы раҫлай. Тауыш биреү иртәгә, Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә тамамлана.
👍3😢2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бишбүләк районында эшсе һөнәрҙәр өсөн махсус кейем тегеү цехына старт бирҙе

Өҫтөнлөклө инвестиция проекты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бишбүләк районында эшсе һөнәрҙәр өсөн махсус кейем тегеү цехына старт бирҙе. Республика ярҙамы менән цех заманса тегеү машиналары менән йыһазландырылған, сифатлы туҡымалар һатып алынған, ергә ҡуртым өсөн ташламалар ҡаралған. Эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров Ҡушйылға ауылында төҙөкләндерелгән мәҙәниәт йорто эшмәкәрлеге менән танышты. Бынан тыш төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүсе ирекмәндәр менән аралашты.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һауала хакимлыҡ өсөн көрәш: «Айгир» отрядының Өфө дрондары менән һөжүме

Һауала көстәр тигеҙләште. Әгәр быға тиклем беҙҙең бер пилотһыҙ осоу аппаратына Украина хәрби көстәренең биш, ҡайһы саҡта унан да күберәк дроны ҡаршы торһа, хәҙер ике яҡ та «ҡоштарҙы» бер үк күләмдә осора. Беҙҙең маҡсат һауалағы хакимлыҡты үҙ ҡулыбыҙға алыу, ти «Башҡортостан» полкының «Айгир» пилотһыҙ осоу аппараттары отряды операторҙары. Сөнки заман һуғышында дрондар хәл иткес роль уйнай. Улар разведка ла, артиллерия һәм бронетехниканың күҙҙәре, хәрби припастар, ылау ташыусы һәм шул уҡ ваҡытты һөжүм итеү өсөн дә әүҙем ҡулланыла. Яугирҙар билдәләүенсә, иҫәпһеҙ- һанһыҙ дрондар араһында яңы йыйыла башлаған «ӨФӨ» коптерҙары айырылып тора. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул метеошарттарға бирешеп бармаған, ҡеүәтле һәм еңел идара ителеүсе «ҡыйғыр ҡош « булараҡ танылып өлгөргән.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хаталы алтаҡталар өсөн яуаплы ойошмалар административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ

Был туралағы һорау бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы телдәр тураһындағы законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышында күтәрелде.
Башҡортостандың дәүләт һәм республика халыҡтары телдәренең ҡануниәтен яҡлау буйынса тәүге семинар-уҡытыу ҙа ойошторолдо. Уға республика район-ҡала хакимиәттәренән быйыл йәй һайланған 70 секретарь саҡырылды.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Көрәш һарайында йәш спортсыларҙың тәүге күнекмәләре башланды

Быйыл август аҙағында асылған уникаль комплекс Халыҡ-ара кимәлдәге бер нисә күләмле форумды ҡабул итте. Шул иҫәптән Рәсәй - спорт державаһы, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан, бизнес аҙналығы, Ялта форумдарын. Аҙна башынан Көрәш һарайы яңы көс менән эш башланы.
👍3
Ежегодное послание Государственному Собранию – Курултаю Республики Башкортостан. Итоги непростого 2024-го и планы на 2025-й – возможно, еще более непростой, но, уверен, продуктивный и наполненный важными делами и событиями.

У нас много задач. Мы продолжим поддерживать участников специальной военной операции и их семьи. Будем развивать экономику республики, работать над тем, чтобы благосостояние наших жителей росло. Строить жилье, дороги, социальные объекты, благоустраивать территории. Формировать новые устойчивые связи с надежными партнерами на международной арене. И конечно, заботиться о тех, кто в этом больше всего нуждается.

Алға, Башкирия! Вперёд, Башҡортостан!

Трансляцию можно посмотреть на моих страницах «ВКонтакте» и на «Одноклассниках».
👍1
Башҡортостанда МХО ветерандарына спорт менән шөғөлләнеү өсөн 10 мең һум аҡса түләнәсәк

Ветерандарға спорт залдарында һәм секцияларҙа бушлай шөғөлләнеү өсөн 10 мең һумлыҡ сертификаттар биреләсәк.

Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Республика етәксеһе спорт министрлығына ярҙам сараһын булдырыу буйынса документтар әҙерләргә ҡушты.
👍1
Башҡортостанда МХО ветерандары ассоциацияһы ойошторола

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

– Беҙ СВО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә бөтә ярҙам сараларын күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ. Һуғыш ветерандарын тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу, уларҙы эшкә урынлаштырыу менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк. МХО-ла ҡатнашыусыларҙы идара итеү һәм закондар сығарыу эшенә йәлеп итеү мөһим. Улар хәҙер илебеҙ, республикабыҙ өсөн иң мөһим кешеләр. Ветерандар менән эшләгәндә уларға ҡарата битарафлыҡ күрһәтмәгеҙ, был эштә бюрократия булырға тейеш түгел. Беҙ уларҙы дауалау, реабилитациялау, эшкә урынлаштырыу һ.б. мәсьәләләрҙең барыһын да комплекслы хәл итеү өсөн республиканың МХО ветерандары ассоциацияһын булдырабыҙ. Мин Указға ҡул ҡуйҙым, уға ярашлы 2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителә», — тине Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли ҡиммәттәрҙе һаҡлап: Башҡортостандың ҡурайсылар ансамбле эш башланы

«Профессиональ ҡурайсылар ансамбле сәнғәтте яңы кимәлгә күтәрәсәк». Был турала беҙҙең каналға биргән интервьюһында ансамбль етәксеһе Азат Айытҡолов һөйләне. Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле быйыл республика Башлығы башланғысы менән ойошторолдо. Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш барышында мәҙәни кодты һаҡлау мәсьәләһе лә күтәрелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында Йәштәр йорто асылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша яңы учреждение эшмәкәрлегенә старт бирҙе. Бында мәктәп уҡыусылары һәм студенттар үҙҙәренең проекттары өҫтөндә эшләп, ижад менән шөғөлләнә ала, кәңәшмәләр һәм башҡа саралар уҙғарыу өсөн мобиль конференц-зал булдырылған, психолог һәм социаль педагогтар эшләйәсәк.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Республика етәксеһе алдағы йылдарға төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлешен билдәләп, йыл йомғаҡтарын барланы. Мөрәжәғәтнамәнең төп өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләләренә арналды. Радий Хәбиров 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән планға ярашлы төбәккә инвестициялар йәлеп итеү, сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү, эшҡыуарҙарға шарттар тыуҙырыу маҡсаттарын ҡуйҙы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры итеп раҫланды

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары үҙҙәренең пленар ултырышында ошондай ҡарар ҡабул итте. Радий Хәбировтың парламентҡа тәҡдим иткән кандидатураһы бер тауыштан хупланды. Бөгөнгө парламент ултырышында Андрей Назаров Хөкүмәттең алдағы биш йыллыҡҡа эш программаһын иғлан итте. Ул министрҙар кабинеты эшмәкәрлегенең төп өс йүнәлешен билдәләне: халыҡты һаҡлау, уның һаулығын хәстәрләү һәм һәр кешенең үҙенең мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, йәшәү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхитте үҫтереү, шулай уҡ яңы юғары технологиялы һәм динамик иҡтисадты формалаштырыу.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәш шайморатовсыларҙың беренсе балы үтте

Уҡыуҙа һәм кластан тыш эштә айырылып торған 200-ҙән ашыу уҡыусы колонналар залында бейене. Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Марш тауышына туғыҙынсы класс уҡыусыларының йөҙгә яҡын пары тантаналы рәүештә залға инә. Улар үҙ ғүмерҙәрендә беренсе балда ҡатнашырға тейеш. Сара бер юлы өс мөһим датаны: Ватан геройҙары, республика конституцияһы һәм башҡорт теле көнөн берләштерҙе. Балды ойоштороу идеяһын республика етәксеһе тәҡдим иткән. Радий Хәбиров «шайморатов» кластарының иң яҡшы уҡыусыларын сәләмләп, Ватан һәм Башҡортостан тарихында Миңлеғәле Шайморатовтың айырым ролен билдәләне.
👍2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Тел һәм оҡшашлыҡ» ғилми форумында төрки халыҡтар мәсьәләләре ҡаралды

«Тел һәм оҡшашлыҡ». Өфөлә ошо исем аҫтында үткән ғилми форумда төрки халыҡтар мәсьәләләре ҡаралды. Сара Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәренә ҡағылды. Тәжрибә уртаҡлашыуға Мәскәү, Санкт-Петербург, Ижевск, Әстрәхан һәм башҡа ҡалаларҙан төрки халыҡтар зыялылары йыйылғайны.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумы быйылғы йомғаҡлау ултырышының көн тәртибен раҫланы

2024 йылдың һуңғы пленар ултырышында депутаттар алдағы 3 йылға республика бюджетын раҫларға, шулай уҡ мотлаҡ медицина страховкаһы фонды бюджетын ҡабул итергә йыйына. Бынан тыш, республиканың административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына һәм бушлай медицина ярҙамы тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү һәм башҡа ҡануни проекттарҙы ҡарау күҙаллана.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта инвалидтар йәмғиәтенең беренсе рәйесе Александра Ламзина кубогына спорт ярышы үтте

Спорт йәшәү дәрте өҫтәй. Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында райондың инвалидтар йәмғиәтенең беренсе рәйесе Александра Ламзина кубогына спорт ярышы үтте.
1👍1