БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.82K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостан халҡы банктарға 1 миллион һумға 261 мең тимер аҡса тапшырған

Акцияла 1, 5, 10 һумлыҡ тәңкәләр ҡағыҙ аҡсаға алмаштырылған. Милли банктан хәбәр итеүҙәренсә, кешеләрҙә йыш ҡына тимер аҡса күпләп йыйыла, магазиндарҙа иһә уға ихтыяж арта. Акция тимер аҡсаны яңынан әйләнешкә индерергә, уларҙы етештереү өсөн сығымдарҙы кәметергә булышлыҡ итә.
👍1👎1
Өфөнө төҙөкләндереү дауам итәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында Октябрь революцияһы урамында йәйәүлеләр тыҡрығын төҙөү, Ленин исемендәге һәм Урмансылар парктарын төҙөкләндереү хаҡында һөйләне.

Бынан тыш, Бөрөлә Ағиҙел буйын төҙөкләндереү ҙә дауам итәсәк.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров VI Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров VI Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Эшлекле сара халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә Өфөнөң Көрәш һарайы майҙансығында бара, унда донъяның 90 иленән 4 мең ярым делегат йыйылған. Улар халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, иҡтисадтың төп тармаҡтарын - сәнәғәт, ауыл хужалығы, туризмды үҫтереү менән бәйле иҡтисади һәм инвестиция мәсьәләләрен тикшерә.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә 9 мең ярымдан ашыу ашыу мөрәжәғәт килгән

Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә 9 мең ярымдан ашыу ашыу мөрәжәғәт килгән, шул иҫәптән 290-ы видеоформатта. Был хаҡта төбәк етәксеһенең социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Дмитрий Черенков хәбәр итте. Әле ҡабул ителгән һорауҙарҙы эшкәртеү дауам итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында урындағы башланғыстар уңышлы тормошҡа ашырыла

Ауыл биләмәләре быйыл да был программала әүҙем ҡатнаша. Баҙғыя һәм Салмалы ауыл биләмәдәрендә үткән саралар хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына нигеҙ һалыуынға 105 йыл тулды

Юбилей датаһына арналған тантананы төбәктең мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова асты. Башҡортостан сәнғәтенә һәм театр үҫешендә ҙур өлөш индергән берҙәм коллективҡа дәүләт наградалары тапшырылды. Ҡотлау өлөшөнән һуң баш режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләштергән Ҡара йөҙҙәр» спектакле күрһәтелде
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә милли көрәш буйынса район беренселеге уҙҙы

Көс һәм ҡаһарманлыҡ бәйгеһе. Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә милли көрәш буйынса район беренселеге уҙҙы. Турнир махсус хәрби операцияла һәләк булған батырҙарҙың яҡты иҫтәлегенә арналды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Юрист көнө уңайынан орден-миҙалдар һәм маҡтаулы исемдәр

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров судьялар корпусы вәкилдәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантаналы йыйылыш республиканың Юғары судында үтте. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн иҡтисад үҫешен, предприятиелар, бизнес, социаль өлкә, йәмәғәт һәм сәйәси ойошмаларҙы юридик тәьминәт һәм оҙатыуһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. «Һеҙҙең тикшерелгән һөнәри ҡарарҙарығыҙ республиканың алға барыуына булышлыҡ итә, күп осраҡта кешеләр яҙмышын билдәләй,»-тине Радий Хәбиров.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Рәсәй экспорт үҙәге» йәмғиәте директоры Вероника Никишина менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй экспорт үҙәге» йәмғиәте директоры Вероника Никишина менән осрашты. Эшлекле әңгәмәлә санкциялар баҫымында иҡтисадты үҫтереү һорауҙары ҡаралды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда дүрт яңы лаборатория төҙөү өсөн мегагранттар бүленәсәк

Был проектҡа конкурс һөҙөмтәләре буйынса донъя кимәлендәге белгестәр йәлеп ителә. Мәғариф тармағында яңы маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн өс йылға 300 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында белдерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
2030 йылға Башҡортостан сит илдәр менән бәйләнештәрҙе ике тапҡырға арттырырға ниәтләй

Башҡортостанда төрөк көнбағыштарын үҫтереү мөмкинлектәре Өфөлә үткән Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡаралды. Бөгөн форумдың һуңғы көнөндә республика Танзания вәкилдәре менән дә осрашты. Улар март айында беренсе бизнес-миссия менән килеүе көтөлә. Логистика, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек һәм креатив туризм кеүек тармаҡтар айырым секция ултырыштарында тикшерелде.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районынан алты яугир һәләк булғандан һуң Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары менән билдәләнде

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында мотоуҡсылар полкында батальон командиры булып хеҙмәт иткән улдарын юғалтыусы Гөлшат менән Рәфил Ҡаһармановтар ҙа бар.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле 54 мең 512 тауыш йыйған

Был бөгөн киске сәғәт 6-ға алынған мәғлүмәт. Әммә Рәсәй банкы иғлан иткән конкурста еңеү яулау өсөн был ғына етмәй. Сөнки тиҙ йөрөшлө «Метеор» теплоходы яҡынса 5 меңгә күберәк тауыш йыйып беренсе урынды биләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Үҙәк банк сайтында яңыртылған мең һумлыҡ купюрала һүрәт һайлау буйынса тауыш биреү бара. Асыҡ конкурста Волга буйы федераль округының 25 мөһим объекты ҡатнаша. Улар араһында башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев һәйкәле лә бар.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе Ғәйфә Шәрифуллина 100 йәшлек юбилейын ҡаршылай

Юбилярҙың йәшлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Ғәйфә Әхмәтғарип ҡыҙы тәүҙә колхозда, һуғыш тамамаланғас Өфө заводтарында, тимер юлында эшләй. Юбиляр менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
👍32🔥2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге 2-се Республика клиник дауаханаһы 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Байрам сараһы Башҡорт дәүләл академия Опера һәм балет театрында үтте. Медицина хеҙмәткәрҙәре коллективын Радий Хәбиров ҡотлап, бер төркөм табиптарға наградалар тапшырҙы.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

«Тура бәйләнеш» аша республика башлығына мөрәжәғәт иткәндән һуң Бөрйән районында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы Собханғол ауылы халҡы медицина объектын үҙҙәре һораған. Быны улар бинаның иҫкереүенә бәйләгән. Хәҙер иһә ауылда диспансеризацияның беренсе этабын, медицина тикшереүен уңайлы шарттарҙа үтеү мөмкинлеге бар.
👍3