БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.13K photos
7.88K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев һәйкәле тарихы һәм реставрацияһы тураһында «Мин ҡайтырмын» фильмы төшөрөлә

Башҡортостанда Салауат Юлаевтың һәйкәлен төҙөү тарихына һәм уны реставрациялау эшенә әҙерлек тураһында документаль фильм төшөрөлә. «Мин ҡайтырмын» картинаһы күптәрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирер тип көтөлә. Фильмды Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында БСТ телеканалы менән «Самрау» фонды әҙерләй. Бөгөн ижади төркөм өсөн үтә лә яуаплы көн. Скульптураның ысынбарлыҡтағы хәлен күрһәтеү өсөн операторҙар монументтың эске яғына инде.
👍6🔥31👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районында медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ күҙәтелмәй

Төбәк йәштәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә төрлө дәүләт программаларын уңышлы файҙаланыуға өлгәшкән.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли музейҙа «Нағышлы Башҡортостан» күргәҙмәһе асылды

Экспозицияла 54 райондың картаһы урын алған. Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Милли музей булышлығында Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған проектта 500 -ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Карталарҙың авторҙары - республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән ҡул эше оҫталары, профессиональ рәссамдар, шулай уҡ ижади студиялар, коллективтар, оҫтаханалар, предприятиелар, уҡыу йорттары, музейҙар вәкилдәре.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Бишек йыры» тип исемләнгән яңы проекттың исем туйы үтте

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Бишек йыры» тип исемләнгән яңы проекттың исем туйы үтте. Мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн нәшер ителгән йыйынтыҡты уҡырға, шулай уҡ махсус һылтанма аша тыңларға ла мөмкин. Бишек йырҙары халыҡ ауыҙ-тел ижадының айырым жанры булараҡ ҡарала. Ошоно иҫәпкә алып, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре фольклор әҫәрҙәрен халыҡҡа заманса форматта еткерергә ҡарар иткән.
👍51
Башҡортостан көрәшселәре донъя беренселегендә 4 миҙал яуланы

Ҡазанда үткән турнирҙа 35 илдән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең республиканан Алена Фатыхова - көмөш, Илфаҡ Ибәтуллин, Альбина Әлиева һәм Зарина Әлмөхәмәтова бронза наградаларға лайыҡ булды.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Беҙ хәҙер тарихи ҡарар ҡабул итәбеҙ»

— Беҙҙең ейән-ейәнсәрҙәр ошо һәйкәлде күреп үҫәсәк, милли геройыбыҙ һәм донъя кимәлендәге монумент менән ғорурланасаҡ. Беҙ тешебеҙ ауыртһа, махсус урынға теш табибына барабыҙ, белгесте йортобоҙға саҡырмайбыҙ. Әлбиттә, һис шикһеҙ, цехта йүнәтергә кәрәк, белгестәр күҙәтеүе аҫтында эшләргә, нигеҙен алмаштырырға кәрәк.

Рәссамдарҙың, тарихсыларҙың, әҙәбиәтселәрҙең эше мөһим, әммә хәҙер конструкторҙар, тимер буйынса техник белгестәр эш итергә тейеш. Һәйкәл үҙенең элекке йөҙөн юғалтырға тейеш түгел, — тип белдерҙе скульптор, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы Салауат Щербаков.
👍5
Башҡортостанда мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн экскурсиялар ойошторола

Бер нисә инклюзив тур булдырылған. Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров белдереүенсә, йыш ҡына инвалидтарҙы ғәҙәти экскурсия төркөмдәренә индермәйҙәр. Туристик операторҙарҙың уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, уңайлыҡтар булдырыу мөмкинлеге юҡ. Проблеманы хәл итеү өсөн мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн экскурсиялар булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Бындай сәфәрҙә ҡатнашыусылар төбәктең матурлығын ғына күреп ҡалмай, төрлө кешеләр менән танышыу, аралышыу мөмкинлегенә лә эйә, - тип Андрей Назаров. Башҡортостанда мөмкинлеге сикләнгән 245 меңдән ашыу кеше бар. 2024 йыл Республикала һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе хәстәрләү йылы тип иғлан ителде.
2
Белорет урамдары яҡтырҙы

Быйыл ҡалала 383 яңы фонарь урынлаштырылған. Бының өсөн 7 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эш дауам итә. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, бөгөнгә 300 мең һум экономияланған. Был аҡса яҡтыртыу системаһын яңыртыуға йүнәлтелә.
👍1
Башҡортостанда 88 мең тонна шәкәр етештерелгән

Бөгөнгә 632 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртелгән. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 2 миллион ярым тонна татлы тамыр йыйып алынды. Уңыш Шишмә һәм Раевкалағы ике заводта эшкәртелә. Сөгөлдөр ҡалдыҡтарынан - жом мал аҙығы итеп ҡулланыла. Ул экспортҡа ла сығарыла.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«РиаПласт» компанияһында яңы производство асылды

«РиаПласт» компанияһы - дәүләт ярҙамының бизнесты үҫтереүгә нисек булышлыҡ итеүенең яҡшы миҫалы. Яңыраҡ Өфөлә үткән еңел сәнәғәт форумында был предприятиела яңы производство участкаһы асылды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты сиктәрендә бер төркөм пенсионерҙар Үзбәкстанға сәйәхәткә осто

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектының географияһы киңәйә. Бөгөн был программа сиктәрендә бер төркөм пенсия йәшендәге туристар «Өфө» аэропортынан Үзбәкстанға осто. Уларҙы БЮТ ижади төркөмө лә оҙатып ҡалды.
👍41🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 30 йыллығына әҙерлек саралары тикшерелде

Өфөлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 30 йыллыҡ юбилейына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы. Ул киләһе йыл билдәләнә. Сарала власть органдары, ғилми һәм белем биреү ойошмалары вәкилдәре, депутаттар ҡатнашты.
👍2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө художество галерияһында «Башҡорт графикаһы» исеме аҫтында республика күргәҙмәһе эш башланы

Экспозиция акварель, баҫма һәм уникаль графика кеүек өс төрлө залға бүленгән. Ул йәмғеһе 93 рәссамдың 200-ҙән ашыу эшен берләштергән. Шуға ла баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары күңеленә яҡын картиналарын таба ала. Өҫтәүенә, һәр ижадсының һынлы сәнғәттә ҡулланған техник алымын өйрәнеү, сағыштырыу, үҙенсәлеген дә тойорға мөмкин.
2👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Октябрьский һәм Туймазы ҡалаларында булды

Сәнәғәт предприятиелары юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары менән муниципаль-ара кимәлдә тығыҙ хеҙмәттәшлектә булырға тейеш. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһында ойошторолған күсмә «Сәнәғәт сәғәте»ндә билдәләп үтте. Эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе республика кимәлендә тормошҡа ашырылған күләмле инвестиция проекттары менән дә танышты, әйтәйек, Туймазы районында уңышлы эшләгән компания беренсел сеймал өсөн һаҡлағыс ҡаптар әҙерләү буйынса тегеү производствоһын асҡан.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазыға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Дәүләтовтар ғаиләһе менән осрашты

Зөлфиә Шамил ҡыҙы һәм Марат Низаметдин улы ете бала тәрбиәләй. 2021 йылдың июлендә булған ваҡиғалар ғаиләнең тормошон тамырынан үҙгәртә. Улдары Илназ көслө ток разряды алыу һөҙөмтәһендә ике ҡулһыҙ ҡала. Уҡыусы балаға алты ҡатмарлы операция яһала. Әммә Илназ барыһын да күтәрә. Фажиғәнән һуң ғаилә Туймазы ҡалаһына күсеп килә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын районынан ике ғаилә өй туйлаясаҡ

Был йорттар «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы ярҙамында төҙөлгән. Бының өсөн 10 миллион һум бүленгән. Торлаҡлы булған ғаиләләр шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына ярҙамға мотоцикл

Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте яугирҙарға сираттағы гуманитар ылау әҙерләй. Был юлы яҡташтарыбыҙ мөрәжәғәте буйынса тупланған кәрәк-яраҡтар менән бергә, УАЗ машинаһы һәм ике тәгәрмәсле техника оҙатыласаҡ. Гуманитар ярҙам Өфө автотранспорт колледжы һәм Стәрлебаш районының социаль үҫешкә ярҙам итеү хәйриә фонды менән берлектә әҙерләгән.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы скверы төҙөкләндергәндән һуң асылды

Бөгөн Өфөнөң Дим районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы скверы төҙөкләндергәндән һуң асылды. Тантаналы сарала власть органдары, махсус хәрби операция һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, кадеттар, мәктәп уҡыусылары, Миңлеғәле Шайморатовтың туғандары ҡатнашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә рәсми эш сәфәре менән Алтай республикаһы вәкилдәре килде

Башҡортостан менән Алтай республикаһын аваибәйләнеш тоташтырасаҡ. Был төбәктәр араһында туризм һәм башҡа тармаҡтарҙы нығытыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирәсәк. Бөгөн Өфөгә рәсми эш сәфәре менән Алтай республикаһы вәкилдәре килде. Делегацияны төбәк башлығы Андрей Турчак етәкләй. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһындағы документҡа ҡул ҡуйыр алдынан Радий Хәбиров менән Андрей Турчак Өфөләге мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау объекттарында булды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе кәңәшмәһе үтте

Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтай бинаһында уҙған йыйылышта «Берҙәм Рәсәй « партияһының генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев ҡатнашты. Партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров бөтә ғәмәлдәр, проекттар, башланғыстар илдең иҡтисадын, уның оборона ҡеүәтен нығытыуға, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға, һайлаусыларҙың наказдарын хәл итеүгә йүнәлтелгән, тип билдәләне.
👍1