Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбуллалар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты
Был сара алғы һыҙыҡта ватаныбыҙ киләсәген яҡлаусыларға ярҙам итеүҙә берҙәмлектең сағыу өлгөһө булып тора. Гумконвой ирекмәндәргә туранан-тура мөрәжәғәт иткән яугирҙарҙың ихтыяждарынан сығып йыйылған., хәрбиҙәрҙең йөҙләгән үтенесе ғәмәлгә ашырылған. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баҡалы районы Туҡтағол һәм Ахман ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды
Объекттар «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған. Ауылдағылар өсөн ысын мәғәнәһендә байрам. Сөнки сәләмәтлек булғанда ғына йырға урын бар, бигерәк тә ҡаланан ситтә йәшәүселәргә.

👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Район башлыҡтары менән туранан-тура әңгәмә
Өфөлә Дүртөйлә, Стәрлебаш һәм Баймаҡ райондары хакимиәте етәкселәренең ошо райондарҙа йәшәгән йәштәр менән осрашыуы үтте. Сара барышында теләгән һәр кем дәүләт эшмәкәренә үҙен ҡыҙыҡһындырған һорау бирә алды.
Өфөлә Дүртөйлә, Стәрлебаш һәм Баймаҡ райондары хакимиәте етәкселәренең ошо райондарҙа йәшәгән йәштәр менән осрашыуы үтте. Сара барышында теләгән һәр кем дәүләт эшмәкәренә үҙен ҡыҙыҡһындырған һорау бирә алды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы ҡалаһында «Оҙон көй» төбәк-ара конкурсы уҙҙы
Туймазы ҡалаһында Сәхи Хисмәтуллин исемендәге «Оҙон көй» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы уҙҙы. Үлемһеҙ халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында яңы исемдәр, яңы таланттар асылды.
Туймазы ҡалаһында Сәхи Хисмәтуллин исемендәге «Оҙон көй» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы уҙҙы. Үлемһеҙ халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында яңы исемдәр, яңы таланттар асылды.
👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә балалар өсөн спорт клубы асылды
Унда грек-рим көрәше һәм ауыр атлетика менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылған. Спорт майҙанын асыуға бағыусылар булышлыҡ иткән.

👍3
Башҡортостанда пилотһыҙ авиация системалары үҙәге булдырыла
Ул киләһе йылда эш башларға тейеш. Өфөлә үткән Рәсәй сәнәғәт форумында ошо турала белдерелде. "Пилотһыҙ технологиялар" ойошмаһы директоры Марс Әминев әйтеүенсә, технопаркта тейешле ҡорамалдар бар, ул етештереүселәргә яңы технологияларҙы тиҙерәк әҙерләү мөмкинлеге бирә. Бөгөнгә проектта 15 резиденттың ҡатнашыуы көтөлә. Фәнни-сәнәғәт үҙәге пилотһыҙ технологиялар тармағында эшләүселәрҙең хеҙмәттәшлеген тәьмин итә. Бында шулай уҡ пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү буйынса белгестәр әҙерләйҙәр.

Бәләбәй районында ике мәктәп һәм балалар баҡсаһы ремонтлана
Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был биналар уҙған быуаттың 60-сы-70-се йылдарында төҙөлгән. Киләһе йылда 8-се мәктәптең төп корпусында капиталь ремонт ҡаралған. Бында 600-ҙән ашыу бала уҡый. 15-се мәктәп 2026-2027-се йылдарҙа төҙөкләндерелә. Балалар баҡсаһында ремонтты 2027 йылда башлау планлаштырыла.

👍1
Өфө халҡы автобустар эше тураһында хәбәр итә ала
Өфө халҡы автобустар эше тураһында хәбәр итә ала. Ҡалала йәмәғәт транспорты туҡталыштарында QR-кодтар менән плакаттар урынлаштырылды. Улар ярҙамында һәр кешенең һорау биреү, автобустар йөрөшө буйынса тәҡдимдәр яҙыу мөмкинлеге бар. Һәр мөрәжәғәт иғтибарға алына, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.
Өфө халҡы автобустар эше тураһында хәбәр итә ала. Ҡалала йәмәғәт транспорты туҡталыштарында QR-кодтар менән плакаттар урынлаштырылды. Улар ярҙамында һәр кешенең һорау биреү, автобустар йөрөшө буйынса тәҡдимдәр яҙыу мөмкинлеге бар. Һәр мөрәжәғәт иғтибарға алына, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ни өсөн Салауат Юлаев һәйкәлен урында реставрациялау мөмкин түгел?
Һәйкәлде урында реставрациялау өсөн бөтә кәрәкле производствоны ойошторорға кәрәк, ә был ҙур сығымдарға килтерәсәк, тип билдәләне БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин.
Шулай уҡ уның урынбаҫары Айнур Мөслимов һүҙҙәренсә, Салауат Юлаев һәйкәле айырыуса һаҡланған биләмәлә урынлашҡан, унда капиталь төҙөлөш алып барыу мөмкин түгел.
Тулыраҡ видеояҙмала.👇

❤2👍1🤔1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров бизнес-шерифтар менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров район-ҡалаларҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн яуаплы муниципаль хеҙмәткәрҙәр менән осрашты. Бизнес - шерифтар институты 2019 йылда булдырылғайны. Эшҡыуарҙарға урында уҡ күп яҡлы ярҙам күрһәтеү, уңайлы эш климаты булдырыу маҡсаты ҡуйыла. Ошо ваҡыт эсендә муниципаль берәмектәрҙә 13 меңдән ашыу эшҡыуарлыҡ сәғәте уҙғарылып, ауыл хужалығы, туризм, сауҙа һәм башҡа өлкәләргә ҡараған егерме меңдән ашыу проект ҡаралған, күп өлөшө тормошҡа ашырылған.

Алдағы өс йылда Башҡортостанда Президент программаһы буйынса тағы ла 88 мәктәп ремонтланасаҡ
Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, 2025-2027 йылдарға был программаға тағы ла 16 балалар баҡсаһы һәм 7колледж бинаһы индерелә.
Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, 2025-2027 йылдарға был программаға тағы ла 16 балалар баҡсаһы һәм 7колледж бинаһы индерелә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың «Иң яҡшы комбайнсы»һы Лада Гранта менән бүләкләнде
Ауыл хужалығы алдынғыһына- Лада Гранта. Борай районында ойошторолған «Иң яҡшы комбайнсы» конкурсында Мамаҙы ауылында йәшәүсе Зөлфәт Әхмәтғәлиев еңеп сыҡҡан.

👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Арт ярҙам» — «Беҙҙекеләр өсөн» күргәҙмәһе асылды
Дим районындағы 112-се Башҡорт каалерия дивизияһы музейында «Арт ярҙам»- «Беҙҙекеләр өсөн» тип аталған күргәҙмә асылды. Күргәҙмәлә Башҡортостан рәссамдарының махсус хәрби операцияға бағышланған картиналары урын алған. Экспозицияла алтмыштан ашыу ижади эш тупланған.
Дим районындағы 112-се Башҡорт каалерия дивизияһы музейында «Арт ярҙам»- «Беҙҙекеләр өсөн» тип аталған күргәҙмә асылды. Күргәҙмәлә Башҡортостан рәссамдарының махсус хәрби операцияға бағышланған картиналары урын алған. Экспозицияла алтмыштан ашыу ижади эш тупланған.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге Республика клиник перинаталь үҙәгендә шәхси күкрәк һөтө банкы асылды
Яңы мөмкинлек менән әле үк биш әсә ҡулланған. Күкрәк һөтө банкы һәм имеҙеүгә ярҙам итеү бүлмәһен асыу сараһынан репортаж.

❤3👍3👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәштәр йылына йомғаҡ яһалды
«Рух майҙанында» йәштәр. Өфөлә йәштәр йылына йомғаҡ яһалды. Ул декабрҙә уҙасаҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы алдынан ойошторолдо. «Атайсал» мәҙәни үҙәгендәге сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

👍4❤1
Өфөлә пассажир транспорты тикшерелә
Рейдтар бөгөн, шулай уҡ 21 һәм 28 ноябрҙә уҙғарыла, тип хәбәр итәләр автоинспекциянан. Төп маҡсат - пассажир транспорты ҡатнашлығында аварияларҙы кәметеү, хәүефһеҙлек тәьмин итеү. Автобустарҙың төҙөклөгөнә, водителдәрҙең ял һәм эш режимы үтәлешенә айырыуса иғтибар була.

Республикала "Уҡыусы ауыл" тигән проект ғәмәлгә ашырыла
Уны Башҡортостан йәмәғәт палатаһы ойоштора. - Быйылғы йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән китап балаға йоғонто яһаусы, уның шәхесен үҫтереүсе көслө тәрбиә сараһы, тип хәбәр итәләр палатанан. Акция барышында китаптар йыйыла. Улар ауыл китапханаларына тапшырыла.

Башҡортостанда балыҡ үрсетеүселәргә ярҙам күрһәтелә
Ауыл хужалығы министрлығында субсидия алырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә. Тармаҡҡа ярҙам өсөн 30 миллион һум бүленгән. Уға ярашлы, хужалыҡтарҙың аҙыҡ, селбәрә алыу өсөн сығымдарҙың 40 процентына тиклем компенсациялау мөмкинлеге бар. Башҡортостанда 70-ән ашыу балыҡсылыҡ хужалығы бар. Уҙған йылда уларҙа 1 мең 100 тонна балыҡ етештерелгән.