БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция яугирҙары отпуск мәлендә урында йәшәүсе мәктәп уҡыусылары менән осраша

Ҡыҫҡа, ләкин үтә лә һөҙөмтәле ял. Махсус хәрби операция яугирҙары отпуск мәлендә урында йәшәүсе мәктәп уҡыусылары менән осраша. Өлкән ағайҙар киләсәк быуынға илһөйәрлек, алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары тураһында бәйән итә. Ошондай сираттағы осрашыу Иглин районының «Алпамыш» йәштәр үҙәгендә үтте.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондында «Ғаилә ҡунаҡханаһы» клубы уңышлы эшләй

Унда ярты тиҫтәгә яҡын ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Тормош иптәштәрен юғалҡан гүзәл заттар яҙмыш һынауҙары алдында төшөнкөлккө бирелмәһен, артабан йәшәргә көс тапһын өсөн белгестәр мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар бында тренингтарҙа ҡатнашып йән тыныслығы ала, бер-береһе менән аралаша.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының 105 йыллығына арналған тантана үтте

Республиканың медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен берләштергән профсоюз ойошмаһы 1919 йылда барлыҡҡа килгән. Төрлө йылдарҙа ул «Медсантруд», артабан Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты тип йөрөтөлә. 1990 йылда Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошторола. Хәрәкәт һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең социаль-иҡтисади мәнфәғәттәрен яҡлау менән шөғөлләнә, хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлауҙа, хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыуҙа ярҙам итә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында Айнур Иҙрисов иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса асыҡ турнир уҙҙы

Ял көндәре файҙа менән. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында Айнур Иҙрисов иҫтәлегенә арналған ир‐егеттәр араһында волейбол буйынса асыҡ турнир уҙҙы.
👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә илдең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрөлә

Өфөлә илдең билдәле актерҙары ҡатнашлығында фильм төшөрөлә. «Һуңғы интервью» ҡыҫҡа метражлы кинокартинала «Молодёжка», «Универ», «Ёлки» сериалдары йондоҙҙары ҡатнаша. Бынан тыш, съемкаларҙа «Өфө-синема» кинокампусында уҡыусылар ҙа ярҙам итә. Һуңғы ике айҙа улар режиссер, актер, сценарист, продюсер, грим буйынса дәрестәр үтеп, белемен тәүгә съемка майҙанында һынап ҡарай.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нариман Сабитов исемендәге мәктәптең йәш музыканттары тәүге тапҡыр ҙур сәхнәлә сығыш яһаны

Улар буласаҡ музыкант. Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбенең беренсе синыф уҡыусылары тәүге тапҡыр ҙур сәхнәлә сығыш яһаны. 140 баланы музыкантлыҡҡа ҡабул итеү тантанаһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының орган залында үтте.
3👍1
Мәктәптә ҡыңғырау тауышы урынына музыка яңғырай

Ноябрҙә Рәсәй мәктәптәрендә “Ҡыңғырау урынына музыка” тигән проект башлана. Ғәҙәти ҡыңғырау тауышын популяр көйҙәр һәм классик әҫәрҙәрҙән өҙөктәр алмаштыра. Проект уҡыусыларҙа музыкаға һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итәсәк, тип белдерәләр федераль Мәғариф министрлығынан. Быйылғы уҡыу йылында яңғыраясаҡ көйҙәр иҫтәлекле даталарға арнала. Уларҙы төрлө төбәктәрҙең балалар коллективтары яҙҙыра. Был айҙа Александра Пахмутова йырҙарынан өҙөктәр һайлана. Легендар композиторға 95 йәш тулды. Ил президенты Владимир Путин уға Хеҙмәт Геройы тигән исем бирҙе. Онлайн-тауыш биреү юлы менән композиторҙың 4 әҫәре һайланған. Декабрҙә мәктәп ҡыңғырауы урынына Пётр Чайковский балетынан өҙөктәр яңғырай.
👍4
Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп уның беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тәғәйенләнде. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Максим Забелин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы һәм иртәгәнән башлап Мәскәү өлкәһенең Һаулыҡ һаҡлау министрлығын етәкләй.

«Эш дауам итергә тейеш, шуға күрә бөгөндән был бурыс Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа йөкмәтелә. Беҙҙә бер ниндәй күсеү этаптары, йәш яугир курстары юҡ — алға барырға һәм эшләргә», — тине Хәбиров.
👍4🤬31👎1🔥1
Автомобиль номерҙарында Рәсәй флагы күрһәтелеүе мотлаҡ була

"Транспорт сараларын теркәү билдәләре" тураһында стандартҡа төҙәтмәләр әҙерләнгән. Был турала Дәүләт Думаһының мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитет етәксеһе Александр Хинштейн белдерҙе. Рәсәй флагы номерҙың уң яғында аҫҡы өлөштә күрһәтелә.
👍2👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ғаиләһе менән Өфө районы буйынса 11-се полиция участка пунктында булды

10 ноябрҙә Эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Был көндө Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ғаиләһе менән Өфө районы буйынса 11-се полиция участка пунктында булды. Ул Булгаково ауылы халҡын, шулай уҡ яҡын-тирәләге ауылдарҙы һәм коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәрен хеҙмәтләндерә.
👎4👍3🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә

«Өфө-Арена» боҙ һарайы эргәһендәге майҙанда яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ алдында ҡала хакимиәте вәкилдәре сығыш яһап, оло ихтирамын һәм рәхмәтен белдерҙе. Хәрбиҙәр ике аҙна ялда булған, ошо ваҡытты улар яҡындары янында уҙғарған, күптәр төрлө көнкүреш һорауҙарын хәл иткән. Әле алғы һыҙыҡта булыусыларға туғандарынан посылкалар ҙа тупланған, улар ҙа хеҙмәттәштәре аша үҙ адресаттарына барып етәсәк.
👎3👍2🤬1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙың 19-сы мәктәбе уҡыусылары өсөн ҡаһарманлыҡ дәресе үтте

Осрашыуға ҡаланың картиналар галереяһы рәссамдары саҡырылғайны. Улар балаларға махсус хәрби операция геройҙарына арналған ижади эштәрен күрһәтте. Атап әйткәндә, картиналарҙа ошо уҡ белем биреү усағында уҡыған Виталий Новиков портретын күрергә мөмкин. Десантсы яуҙашын үҙ тәне менән ҡаплап, уның ғүмерен ҡотҡара. Бының өсөн геройға үлгәндән һуң, Батырлыҡ ордены тапшырыла.
👍3👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин вазифаһынан бушытылды

Һөнәре буйынса хәрби табип булған етәксе кире медицинаға ҡайта. Иртәгәнән ул Мәскәү өлкәһенең һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡара башлаясаҡ. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын беренсе урынбаҫар Азат Бадранов башҡарасаҡ. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә иғлан ителгән башҡа кадрҙар алмашыныуы тураһында репортаж.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ҡаһарманлыҡ йондоҙлоғо» Бөтә Рәсәй фестивале уҙҙы

Йылғала батып барған ҡыҙҙы ҡотҡарам, тип үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуялар. Быйыл йәй теркәлгән ваҡиғала Шамил Фазлыев һәм Артур Фионов бәләкәй ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡара. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн үҫмерҙәр бөгөн илдең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы менән бүләкләнде. Сара «Ҡаһарманлыҡ йондоҙлоғо» Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә уҙҙы. Тантанала йәмғеһе тиҫтәгә яҡын бала-герой, кадеттар, хеҙмәтендә батырлыҡ күрһәткән ҡотҡарыусылар, улар эшен яҡтыртҡан журналистар билдәләнде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция геройҙары хаҡында хәстәрлек күреү дауам итә

Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалында дәүләт наградалары һәм ветеран танытмалары тапшырылды .Был саралар фронт һыҙығынан ҡайтҡан яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө хосписында матурлыҡ бүлмәһе асылды

Унда сәс ҡырҡтырырға ла, маникюр эшләтергә лә мөмкин. Башҡортостан православ ҡатын-ҡыҙҙары берлегенең «Мәрхәмәтлек» проекты республика башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Учреждение стеналарында косметик-гигиена процедуралары уҙғарыуға барлыҡҡа килгән уңайлы шарттар тураһында киләһе яҙма.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күгәрсен районы Бикес ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә стела асылды

Күгәрсен районында 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә стела һәм башҡорт балын донъя кимәленә Әмир Ишемғоловтың тыуған йортонда таҡтаташ асылды.
Бикес ауылында тарихи үткәндәргә һәм шәхестәргә ихтирмлы халыҡ йәшәй. Урындағы мәҙәниәт йорто алдында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштар, яҡташтар иҫтәлеген мәңгеләштереп таҡтаташ асылды.
👍3
Башҡортостанда призывниктарҙың Курск өлкәһенә ебәрелеүе хаҡындағы хәбәрҙе инҡар иттеләр

Ошо көндәрҙә WhatsApp мессенджерындағы ҡайһы бер чаттар һәм каналдар Өфөләге йыйылыу пунктында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың Курск өлкәһенә еберелеүе хаҡында ялған мәғлүмәт баҫтырҙы. Баш ҡала йыйылыу пунктына 312 призывникты йыйғандар, насар шарттарҙа тоталар, уларҙы Курск йүнәлешенә ебәрергә йыйыналар, тиелә унда.

Башҡортостан хәрби комиссариатының хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы Спартак Джикаев әйтеүенсә, әрмегә саҡырылыусылар махсус операция зонаһына, шулай уҡ Курск өлкәһенә ебәрелмәйәсәк.

– Интернетта таралған яҙманы уҡып сыҡтым. Был ялған мәғлүмәт, ысынбарлыҡҡа тап килмәүен тулы яуаплылыҡ менән әйтә алам. Атап әйткәндә, октябрь айында 800-ҙән ашыу кешене хеҙмәт итеү урындарына оҙаттыҡ, егеттәр Мәскәү, Һамар, Саратов һәм Ленинград өлкәләрендә, шулай уҡ Ростов өлкәһенең көньяҡ өлөшөндә хеҙмәт итә. Курск өлкәһенә октябрҙә лә, ноябрҙә лә оҙатыу планлаштырылманы, — тип билдәләне Джикаев.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәй сәнәғәт форумын асыу тантанаһында ҡатнашты

Төбәк етәксмеһе күргәҙмәләр комплексында «Машиналар төҙөлөшө», «Металл эшкәртеү», «Өфөнөң инновация мөмкинлектәре» тип исемләнгән экспозицияларҙы ҡараны. Унда илдең егерме төбәгенән йөҙҙән ашыу компания үҙ продукцияһын, яңы технологияларын тәҡдим итә, Белоруссия һәм Ҡытайҙан делегациялар килгән. Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостанда сәнәғәт үҫеше темптары юғары булыуын билдәләне.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреү өсөн сираттағы гуманитар ярҙам туплана

Иглин районында махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ебәреү өсөн сираттағы гуманитар ярҙам туплана. Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының район ойошмаһына эшҡыуарҙар, ирекмәндәр һәм битараф булмаған кешеләр посылкалар алып килә. Йыйылған гуманитар ярҙамдың бер өлөшө ялға ҡайтҡан яугирҙар аша тапшырыла. Ҡыш миҙгелендә маскировка селтәрҙәренән тыш йылы кейемдәр, генераторҙар, йылылыҡ пушкалары ла ихтыяж менән файҙалана.
👍1