БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Курск өлкәһендә Башҡортостандан юғалған депутат бәйләнешкә сыҡты

Бер нисә көн элек хәрби задание үтәү барышында, Алексей Локотченко һәм уның иптәштәре радарҙарҙан юғала. Бәхеткә күрә, улар иҫән. Парламентарий тәүге тапҡыр быйыл февралдә Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Донецк халыҡ республикаһында хеҙмәт итә, хәрби артиллерия расчеты командиры була. Ике тапҡыр яралана, шуға ҡарамаҫтан сентябрҙә контрактты оҙайтырға ҡарар итә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға дрондар йыя

Тәүҙә эш һалдаттарға гуманитар ярҙам ебәреүҙән башлана. Фронтта дрондарға ихтыяж тураһында белгәс, ирекмәндәр уларҙы етештереүгә тотона. Ошо көндәрҙә улар Донбасста ла булып ҡайтҡан.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондында МХО ветеранына бушлай реабилитация үтергә ярҙам итәләр

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондында махсус хәрби операция ветеранына бушлай реабилитация үтергә ярҙам итәләр. Учалынан Урал Ибәтуллин махсус хәрби операция башынан уҡ Ватан һағына баҫа. Быйыл аяғы яраланып госпиталгә эләгә.Әлеге ваҡытта республика клиник психотерапия үҙәгендә һаулығын тергеҙә. Шулай уҡ уға инвалидлыҡ буйынса түләүҙәр алыу өсөн кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам итеп аяҡ протезын һатып алалар. Яугир менән БЮТ ижади төркөмө аралашты.
👍21
15 ноябрҙә "Башҡорт-үзбәк оҙон ғүмерлелеге" проекты старт ала

Беҙҙең республиканан тәүге төркөм Үзбәкстанға юллана. Проектта 55 йәштән өлкәндәр ҡатнаша. Бындай тур 4 көнгә иҫәпләнгән. Программаға Сәмәрҡәндҡә осош, йәшәү, ашау, экскурсиялар, страховка инә. Быйыл Үзбәкстанға өс сәфәр планлаштырылған, улар 15, 29 ноябргә, шулай уҡ 13 декабргә тәғәйенләнгән. Программала 150 кеше ҡатнаша ала. "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проекты Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылдан ғәмәлгә ашырыла.
👍2
Белоретҡа тиклем электричкалар ҡышҡы режимға күсерелә

Үҙгәреш әүҙем туристик миҙгел тамамланыуы менән бәйле. Хәҙер Өфө-Белорет маршруты буйынса поезд ял һәм байрам көндәрендә генә сыға. Ул тиҫтәнән ашыу урында туҡталыш яһай. Маршрутта яңы "Финист" электр поезы йөрөй.
👍1
1-се класс уҡыусылары өсөн өҫтәмә каникул була

Мәғариф һәм фән министрлығы киләһе йылға календарь әҙерләне. Уға ярашлы, 2025 йылда 15 февралдән 23-өнә тиклем 1-се класс балалары өсөн каникул була. Йәйге каникул 27 майҙа башлана һәм 31 авгусҡа тиклем дауам итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө Волга буйы федераль округы студенттар отрядтарының 4-се слетын ҡабул итә

Сара студенттар отряды хәрәкәтенең 65 һәм «Рәсәй студенттар отряды» йәмәғәт ойошмаһының 20 йыллығына бағышланған. Слеттың тәүге көнөндә әүҙем йәштәр республика менән идара итеү ҙәгендә Округ штабы кәңәшмәһен уҙғарҙы. Осрашыуҙа төрлө мөһим һорауҙар ҡаралды, 2024 йылға йомғаҡтар барланды. Ведомство-ара хеҙмәттәшлек итеү йәһәтенән эште дауам итеү кәрәклеге билдәләнде. Студентар отрядтары - сағыу, күләмле йәштәр хәрәкәте генә түгел, тәрбиә биреү системаһының мөһим өлөшө лә, тиелде штаб кәңәшмәһе барышында.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта өлкәндәр һәм балалар араһында йөҙөү буйынса асыҡ беренселек үтте

Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура һауыҡтырыу комплексында өлкәндәр һәм балалар араһында йөҙөү буйынса асыҡ беренселек үтте. Тулыраҡ БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.
👍3
Башҡортостанда Муса Гәрәевҡа һәйкәл ҡуйыла

Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа һәйкәл асыла. Мөһабәт монумент М7 федераль трассаһы буйында ҡуйыласаҡ, тип хәбәр итте Илеш районы башлығы Илдар Мостафин.

— Монтаж эштәре геройҙың тыуған төйәгенән алыҫ түгел урында — Илеш районының Бишҡурай ауылы янында бара. Һәйкәлде М7 трассаһы буйына ҡуйыу юлдан үткән кешеләргә геройҙы иҫкә алырға һәм уның батырлыҡтары менән илһамланырға мөмкинлек бирәсәк, — ти Мостафин. 
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ойошторолоуға - 105 йыл

Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен 10 ноябрҙә билдәләнгән һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә юғары профессионализм һәм ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеүҙә яуаплылығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика һәр ваҡыт хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам итәсәк. Төбәк маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыуҙы, матди базаны нығытыуҙы, эске эштәр органдарын техник яҡтан йыһазландырыуҙы дауам итәсәк, тине Башҡортостан башлығы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикаға сираттағы ялған хәбәр һөжүме

Бөгөн иртән төрлө телеграмм-каналдарҙа һәм киң мәғлүмәт сараларында Башҡортостан башлығын отставкаға ебәреүҙәре тураһында имеш-мимеш хасил булды. Мәғлүмәт күсереп алынып сит илдәргә ҡасҡан иноагенттар ресурстарына һалынды. Фейктар селтәренән уны кемдәр таратыуын асыҡлау ауыр түгел. Был телеграмм-каналдар быға тиклем дә төрлө дөрөҫлөккә тап килмәгән хәбәрҙәр таратып республикалағы хәлде ҡаҡшатырға маташҡайны. Тәүге ялған хәбәр Рәүфә Рәхимованың Пруфы каналында барлыҡҡа килде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө Тимер юл вокзалында һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән граждандар өсөн зал асылды

Хәҙер поезд көтөүсе инвалидтар буш ваҡытын уңайлы шарттарҙа үткәрә ала. Махсус йыһазландырылған бүлмәне Рәсәй тимер юлдары компанияһының Мобиллеккә булышлыҡ итеү үҙәге булдыра. Уны асыу сараһында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттары һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә өсөнсө Волга буйы онкологтар форумы үтә

Яман шеште дауалауҙа яңы алымдар. Өфөлә өсөнсө Волга буйы онкологтар форумы үтә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уҙғарылған күләмле сара Рәсәй һәм сит илдәрҙең иң көслө белгестәрен берләштерҙе. Тәүге көндә ҡатмарлы операциялар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылһа, бөгөн табип-онкологтар «Торатау» Конгресс-холлында түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм лекцияларҙа ҡатнашты.
👏3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә иң яҡшы йәш арматурасы һәм штукатур-маляр билдәләнә

Һөнәр оҫталығы ярышы ошо көндәрҙә баш ҡалала үткән Студент отрядтары слетында ойошторола. Конкурсҡа Волга буйы округынан тиҫтәгә яҡын команда килгән.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкы яугирҙарына гуманитар ылау барып етте

Уны Нефтекаманан Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһы, Белореттан «Быть добру» ирекмәндәр төркөмө һәм Белорет районының Аҙналы ауылы халҡы йыйған. Ылауға «Уаз» машинаһы, маскировка селтәрҙәре, ит һәм туңдырылған ит ризыҡтары, хәрбиҙәргә кәрәк-яраҡтар тупланған. Шулай уҡ Өфө ғалимы һынап ҡарау өсөн, үҙе уйлап тапҡан яраларҙы тиҙ дауалаусы май ебәргән.
👍3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Башҡортостанда етештерелгән сифатлы продукция хаҡында һөйләне

«Башҡортостан продукты» тип яҙылған һәм республика флагы төҫтәрендәге логотип төшөрөлгән тауарҙарҙы халыҡ яҡшы белә. Был уларҙың үҙебеҙҙә етештерелеүе, сифат һәм хәүефһеҙлек нормаларына тап килеүе хаҡында һөйләй. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта яҙған. Проекттың дипломанттары йылдан-йыл арта, тип хәбәр итә ул.
🔥2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр йәнә Донбасҡа юл алды

Ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр Өфө Арена боҙ һарайы алдындағы майҙандан йәнә Донбасҡа юл алды. Улар махсус хәрби операцияға 2022 йылдың көҙөндә мобилизация буйынса алынған. Хеҙмәт урынына яугирҙар дүртенсе тапҡыр ялға ҡайтҡанадан һуң оҙатылды. Автобусҡа шулай уҡ хәрби шарттарҙа кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ- түлек, йылы кейемдәр тейәлде. Ике аҙналыҡ ялда улар яҡындары, туғандары менән күрешкән. Ғафури районы Байымбәт ауылы егете ер участкаһы алып бура бурарға ла өлгөргән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция яугирҙары отпуск мәлендә урында йәшәүсе мәктәп уҡыусылары менән осраша

Ҡыҫҡа, ләкин үтә лә һөҙөмтәле ял. Махсус хәрби операция яугирҙары отпуск мәлендә урында йәшәүсе мәктәп уҡыусылары менән осраша. Өлкән ағайҙар киләсәк быуынға илһөйәрлек, алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары тураһында бәйән итә. Ошондай сираттағы осрашыу Иглин районының «Алпамыш» йәштәр үҙәгендә үтте.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондында «Ғаилә ҡунаҡханаһы» клубы уңышлы эшләй

Унда ярты тиҫтәгә яҡын ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Тормош иптәштәрен юғалҡан гүзәл заттар яҙмыш һынауҙары алдында төшөнкөлккө бирелмәһен, артабан йәшәргә көс тапһын өсөн белгестәр мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар бында тренингтарҙа ҡатнашып йән тыныслығы ала, бер-береһе менән аралаша.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының 105 йыллығына арналған тантана үтте

Республиканың медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен берләштергән профсоюз ойошмаһы 1919 йылда барлыҡҡа килгән. Төрлө йылдарҙа ул «Медсантруд», артабан Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты тип йөрөтөлә. 1990 йылда Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошторола. Хәрәкәт һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең социаль-иҡтисади мәнфәғәттәрен яҡлау менән шөғөлләнә, хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлауҙа, хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыуҙа ярҙам итә.
👍2