БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы районында балалар йорто тәрбиәләнеүселәре хәрби разведка нигеҙҙәрен үҙләштерҙе

Аҡыл үҫеше йәһәтенән тиҫтерҙәренән артта ҡалыусы Серафимовка балалар йорто тәрбиәләнеүселәре «Тирекс» хәрби-тактик клубы, Өфөнөң спецназ һәм разведка туғанлығы вәкилдәре менән осрашты. Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа саҡырылғайны. Балаларға маскировка костюмдары, хәрби ҡорамалдар күрһәтелде. Сара Хәрби разведчиктар көнө уңайынан ойошторолдо.
👍2
Башҡортостанда риэлторҙар эшмәкәрлеге көйләнә

Республика парламентында эшсе төркөм булдырыла. Ул был өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Констинтин Толкачев белдереүенсә, әле риэлторҙар ярым легаль хәлдә эш алып бара, улар килешеүҙәрҙең юридик дөрөҫлөгө өсөн яуап тотмай. Бындай белгестәр исемлеге төҙөлмәгән. Улар аттестация үтмәй, квалификацияһын раҫламай. Риэлтор эшмәкәрлеге өсөн лицензия бирелмәй. Һәр кеше үҙен риэлтор тип атап, аҡса эшләй ала, был ғәмәлдәге ҡануниәткә ҡаршы килмәй, тине Константин Толкачев. Эшсе төркөмдә депутаттар, профилле белгестәр, күсемһеҙ милек менән эшләү буйынса эксперттар була.
👍2
Башҡортостанда йәмәғәт транспорты тотҡарланыуы ихтимал

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай хәл көслө ҡар яуыуға бәйле. Юл хеҙмәттәре көсәйтелгән тәртиптә эшләй. Водителдәргә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Бөгөн Өфөлә ҙур тығындар теркәлде.
"Башҡортостан улдары Беларусь өсөн алыштарҙа"

Минск ҡалаһында шундай проект менән таныштырҙылар, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева белдереүенсә, Беларусь ерен фашист баҫҡынсыларынан азат итеүҙең 80 йыллығы билдәләнә. Азатлыҡ өсөн башҡорт яугирҙары ла көрәшә. Китап Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белоруссияла нацизмға ҡаршы көрәшкән, партизан хәрәкәтендә ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙарына бағышлана.
👍2
Башҡортостанда 465 мең тонна көнбағыш йыйып алынған

Һәр гектар уртаса 17 центнер уңыш бирә. Был уҙған йылдағынан 15 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Башҡортостанда майлы культураларҙан көнбағыш, етен, рапс, соя һәм гәрсис үҫтерелә. Йыл һайын 300 мең тоннанан ашыу үҫемлек майы етештерелә. Был эске ихтыяждан 7 тапҡырға күберәк.
👍1
Башҡортостандың ауыл-ҡалалары яҡты була

Республика программаһына ярашлы, быйыл 200 миллион һум бүленде. Был аҡсаға 5 меңдән ашыу яҡтыртҡыс ҡуйыу ҡаралған. 58 муниципаль берәмектә эш теүәлләнгән, тағы бишәүһендә дауам итә. Урамдарҙы яҡтыртыу программаһы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылда башланды. Уҙған йылда 300 миллион һумға 8 меңдән ашыу лампа-фонарь ҡуйылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров чиновниктарға МХО осоронда яңы йыл корпоративтарын уҙғарыуҙан баш тартырға саҡырҙы

Радий Хәбиров чиновниктарға махсус хәрби операция осоронда яңы йыл корпоративтарын уҙғарыуҙан баш тартырға саҡырҙы. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ул кәйеф-сафа ҡороуҙы яҡшы ваҡытҡа тиклем ҡалдырырға тәҡдим итте. Шул уҡ мәлдә төбәк етәксеһе балалар һәм ғаиләләр өсөн ысын байрам булдырырға кәрәк тип билдәләне. Киләһе кәңәшмәгә республика башлығы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм мәҙәниәт министрлыҡтарына яңы йыл ваҡиғалары һәм саралары буйынса материалдар әҙерләргә ҡушты.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө урамдарында 10 баллы автомобиль тығындары теркәлде

Бөгөн иртән Өфө урамдарында 10 баллы автомобиль тығындары теркәлде. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, уҙған төндә баш ҡалала айлыҡ яуым-төшөм нормаһының 23 проценты яуған. Ҡар 7 сантиметр ҡалынлыҡта һалған. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре күпләп ҡар яуыу осрағына техниканы алдан әҙерләгән. Бынан тыш Өфөлә 200 эшҡыуар үҙ биләмәләрендә урамдарҙы таҙартасаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә травматолог-ортопедтарҙың 9-сы Халыҡ-ара Пирогов форумы үтә

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге күләмле сара Рәсәй фәндәр академияһының 300 йыллығына арналған. Пленар ултырышта һәм секцияларҙа травматология, ортопедия, ревматология буйынса ҡаҙаныштар барлана, тәжрибәләр өйрәнелә. Беренсел медицина-санитар ярҙамы, диагностика ысулдарына бәйле сығыштар ҡаралған. Терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙарын асыҡлау һәм дөрөҫ дауалау курсы билдәләү буйынса конференция ла үтә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам туплауҙа урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар, төрлө предприятие-ойошма вәкилдәре әүҙем ҡатнашҡан. Күмәк көс менән хәрбиҙәргә йылы кейем, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, аҙыҡ-түлек тупланмалары, мейес, дизель йылытҡыстар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләнгән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БДМУ клиникаһында төбәктә тәүге тапҡыр үпкә шешен криоаблациялау үткәрелде

«Үпкә метастаздарын трансторакаль криоаблациялау» оҫталыҡ дәресе «Өҫтөнлөк - 2030» федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса саралар комплексы сиктәрендә уҙғарылды. Операциялар Санкт-Петербургтан Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының Николай Петров исемендәге милли медицина онкология тикшеренеү үҙәгенең диагностика һәм дауалауҙың рентгенхирургия ысулдары бүлеге мөдире Павел Балахнин етәкселегендә уҙғарылды.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн ун һигеҙенсе республика мәҙәни-спорт фестивале үтә

Уны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, шулай уҡ спорт министрлыҡтары ойоштора. Фестивалдең маҡсаты-һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү, уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышанысын һәм социализацияһын үҫтереү.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Балаҡатай һәм Мәсетле райондарында булды

Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында мәҙәниәт йорто төҙөлә. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ауыл халҡы менән 2021 йылда уҡ һөйләшеп килешкәйне. Тап ошо йылдың йәйендә ауылдаштар Кәкүк сәйенә сыҡҡанда юл-транспорт ваҡиғаһына тарый. Фажиғәнән һуң төбәк етәксеһе Яңы Мөслим ауылында йәшәүселәргә яңы мәҙәни усаҡ төҙөләсәк тип вәғәҙә бирҙе. Бөгөн Радий Хәбиров төҙөлөш майҙансығында эштәрҙең нисек барыуы менән танышты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Балаҡатай районынан МХО-ла һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән осрашты

Радий Хәбиров Балаҡатай районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм ата-әсәләргә ысын Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Яугирҙар хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Республика башлығы нагардаларҙы яҡындарына тапшырҙы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә тәүге ҡар яуыу эҙемтәләрен бөтөрәләр

Иртәнге сәғәттәрҙә Өфө урамдарында 10 баллы автомобиль тығындары теркәлде, Башҡортостан Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған төндә баш ҡалала айлыҡ яуым-төшөм норманың 23 процентын яуған. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре техниканы алдан әҙерләгән. Тәүге ҡар эҙемтәләрен бөтөрөү хаҡында киләһе яҙмала.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
15 ноябрҙә «Башҡорт-үзбәк оҙон ғүмерлелеге» исемле киңәйтелгән проект башлана

Был көндө Башҡортостандан «көмөш» туристарҙың тәүге төркөмө Үзбәкстанға юллана. Проектта ҡатнашыусылар - 55 йәштән өлкәндәр. Бындай турҙың оҙайлығы 4 көн. Ул Өфөнән Сәмәрҡәндкә һәм кирегә осоуҙы, йәшәүҙе, иртәнге аш, экскурсия программаһын, страховкалауҙы үҙ эсенә ала. Сәфәр барышында турҙа ҡатнашыусылар Сәмәрҡәндтең төп иҫтәлекле урындарын күрәсәк, үзбәк аш-һыуынан ауыҙ итәсәк һәм буш ваҡытта ҡала буйлап үҙаллы йөрөй аласаҡ.
1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Григорий Панин Континенталь хоккей лигаһында «Салауат Юлаев» клубының яңы рекордын ҡуйҙы

Һаҡсы Григорий Панин Континенталь хоккей лигаһында «Салауат Юлаев» клубының яңы рекордын ҡуйҙы. «Себер» менән һуңғы уйында яҡташыбыҙ икенсе шайбаны индерҙе. Был гол менән ул юлаевсылар тарихында уңышҡа өлгәшкән иң өлкән хоккейсы булды.
🔥3
Башҡортостанда йәшәүселәр яугирҙарға күстәнәс әҙерләгән

Асҡын районында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары хәрбиҙәр өсөн өй туҡмасы киҫкән. “Ҡамыр баҫҡанда ла, туҡмас киҫкәндә лә изге теләктәр теләнек”, - ти Башҡортостан ауылы старостаһы Гөлназ Суфиянова.
👍4👎2
Башҡортостан урмандарына өҫтәмә видеокүҙәтеү комплекстары ҡуйыла

Урал аръяғы райондарына 10 камера урынлаштырыу ҡарала. Бөгөн урман биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлеге 4 баҫҡыслы система буйынса тикшерелә. Республика урмандары йыһандан күҙәтелә, “Урман һаҡсыһы” видеокүҙәтеү камералары эшләй. Белгестәр авиация ярҙамында һәм йәйәү йөрөп патруль ойоштора.
👍1
Өфөлә яңы ҡар иретеү пункты йөк машиналарын ҡабул итә башланы

Был турала ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр. Әле баш ҡалала ике урында ҡар иретеү мөмкинлеге бар. Комплекстар Калинин һәм Совет райондарында урынлашҡан. Уларҙа тәүлегенә 2 мең 700 кубик метр ҡар иретергә була. Киләсәктә ҡаланың һәр районында ошондай комплекстар асыу планлаштырыла.
👍1