БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарына тәгәрмәсле мобиль мунса эшләй

Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылы егеттәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарына тәгәрмәсле мобиль мунса эшләй.Ҡаҙмаштар алғы һыҙыҡтағы егеттәргә тәүге көндән үк гуманитар ярҙам ойоштора. Аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатыла. Былтыр улар яугирҙар өсөн мобиль мунса ла эшләй башлаған.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө медицина-фармацевтика колледжы студенттары яңы лабораторияларҙа белем ала

Улар «Профессионалитет» федераль проекты нигеҙендә асылған. Ошо уҡ программа буйынса мәғариф кластеры ла булдырылған. Унда тағы ла 3 колледж, 7 ҡала һәм район дауаханаһы, дәүләт дарыуханаһы һәм Квалификация күтәреү үҙәге ингән. Уртаҡ маҡсат - һаулыҡ һаҡлау системаһында кадрҙар ҡытлығын кәметеү.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе Айһылыу Шаһивәлиеваға ярҙам кәрәк

Ярҙам кәрәк. 28 йәшлек Айһылыу Шаһивәлиева яман шеш диагнозы менән Төркиәлә эшләнәсәк операцияға әҙерләнә. Йомшаҡ туҡымалар саркомаһы менән ауырый башлаған йәш әсәйгә сит илдә әмәлиәт һауығыу өсөн берҙән-бер мөмкинлек булып тора. Үкенескә, Мәскәүҙә химия терапияһын үткәндән һуң ыңғай һөҙөмтәләр булмаған. Операцияға 10 млн һум талап ителгән сумманың 8 млн ярым һумын ғаилә йыйған. Ҡалған 1,5 млн һумды йыйыу өсөн Шаһивәлиевтар битараф булмаған граждандарҙан ярҙам һорай.
Ярҙам итеү өсөн: Шаһивәлиева Айһылыу Ғәмир ҡыҙы (Сбербанк) +7-963-140-20 22
Өфөлә завод хеҙмәткәрҙәре аҙыҡ менән ағыуланған

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, предприятие ашханаһында тикшереү башланған. Аҙыҡ-түлек сифаты, санитар талаптар үтәлешенә баһа бирелә. Ашхана ваҡытылыса ябылған, эсәк инфекцияһы таралыуға юл ҡуйылмаған.
Башҡортостанда ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҫәпләнеләр

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, малайҙар күберәк тыуа. Яңы тыуған 100 малайға 95 ҡыҙ тура килә. Һуңынан был хәл үҙгәрә. 18-29 йәшлектәр араһында 100 ир-егеткә 112 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. 60 йәштән һуң айырма тағы артып, 56-ға етә. Бындай хәл, ир-егеттәр араһында үлем күберәк булыуы менән аңлатыла.
Әбйәлил районы Күсем руднигы ауылында карантин индерелде

Республика Башлығы тейешле указға ҡул ҡуйған. Бында ҡотороу сире теркәлгән. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Карантин биләмәһендә мал тыуарҙы дауалау, уларҙы ситкә сығарыу, йәрминкәләр уҙғарыу буйынса сикләүҙәр ҡабул ителгән.
🤔2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Иглин ауылында яңы мәктәп асыу тантанаһында ҡатнашты

Белем усағы 1225 урынға иҫәпләнгән. Республика ауылдарында төҙөлгән иң ҙур мәктәп һанала. Объект «Мәғариф» милли проекты ярҙамында сафҡа индерелде. Төҙөлөш эштәре былтыр мартта башланып, ҡыҫҡа ваҡытта тамамланды. Төбәк етәксеһе асыу тантанаһынан һуң уҡыу кабинеттарын, ашхана, спорт залын ҡараны, уҡытыусылар һәм балалар менән аралашты.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң алғы һыҙыҡҡа китергә әҙерләнә

«Урыс» ҡушматлы яугир ял осорон ғаиләһе менән үткәреп, ике ҡыҙын сиркәүҙә суҡындырыуҙа ҡатнашҡан. Алғы һыҙыҡта дини китаптар уҡый башлаған хәрби, ғибәҙәт ҡылыуҙан һуң күңелгә тыныслыҡ килә тип уртаҡлашты. Яҡын кешеләрҙең доғалары, илһөйәрлек тойғолары, ватан һаҡсыларының берҙәмлеге еңеүҙе яҡынайта тигән фекерҙә «Урыс» ҡушаматлы хәрби.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районынан Айгиз Ирназаровтың исеме мәрмәр таҡтаташта мәңгеләштерелде

Әбйәлил районы Хәлил ауылы егете Айгиз Ирназаровтың исеме мәрмәр таҡтаташта мәңгеләштерелде. Махсус хәрби операцияла илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлап башын һалған яугирға хәтер һәм хөрмәт сараһы ул белем алған Өфө автотранспорт техникумында уҙҙы.
🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы базаһында Рәсәйҙә беренсе инсульт мониторингы үҙәге асылды

Дежур бригада составындағы нейрохирургтар, рентгенологтар, неврологтар, ҡан тамырҙары хирургтары төбәктең төрлө мөйөштәренән коллегаларына консультациялар бирә һәм уларға инсульт менән сирләгән пациенттарҙы дауалауҙа ярҙам итә. Был эш тәүлек әйләнәһенә дауам итә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө ҡалаһында икенсе тапҡыр мәғариф фестивале үтте

Сара уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы, студенттарҙы һәм бизнес вәкилдәрен бер майҙанға йыйҙы. Балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү өлкәһендә эшләүселәрҙе берләштереүсе форум пленар ултырыштан башланды. Унда республиканың Мәғариф һәм фән, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлыҡтары, хакимиәт вәкилдәре, төрлө өлкә белгестәре сығыш яһаны.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктә урман янғындарын иҫкәртеү маҡсатында видеокүҙәтеү комплексы урынлаштырыласаҡ

Киләһе йыл республикала урман янғындарын иҫкәртеү маҡсатында кәм тигәндә ун видеокүҙәтеү комплексы урынлаштырыласаҡ. Ҡоролма үҙаллы күҙәтеү алып барып төтөн сығанағын асыҡлаған осраҡта операторға сигнал ебәрә. Быйыл тап ошо комплекстар ярҙамында байтаҡ янғын таралмаҫ элек һүндерелгән. Башҡортостанда янғын хәүефе миҙгеле һөҙөмтәләре оператив кәңәшмәлә өйрәнелде.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Иглин ауылында яңы мәктәп асыу тантанаһында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иглин ауылында яңы мәктәп асыу тантанаһында ҡатнашты. Белем усағы меңдән ашыу баланы ҡабул итте. Өфөгә яҡын урынлашҡан муниципалитетта мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль өлкәләрҙе үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә.
4👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Иглин районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Иглин ауылына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән дә осрашты. Төбәк етәксеһе оло ҡайғыларын уртаҡлашып, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Хәрби хеҙмәт үтәгәнгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәткән хәрбиҙәргә награда үлгәндән һуң тәғәйенләнгән. «Улар беҙҙең ысын геройҙарыбыҙ, тотош республика ғорурлана, исемдәрен мәңгелләштереү буйынса ҙур эш башҡарыласаҡ. Ата-әсәләре, ғаиләләре һәм балаларына һәр ваҡыт иғтибар буласаҡ», -тине Радий Хәбиров.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Киров районы Запорожье өлкәһенә 22-се гуманитар ылау ебәрҙе

Гуманитар ярҙамды ҡала хакимиәте, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, эшҡыуарҙар һәм битараф булмаған кешеләр туплаған. Конгресс -холл алдындағы майҙанда изге эшкә ҡушылыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Запорожье өлкәһенә ылау дүрт йөк автомобиле составында оҙатылды.
👍31🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә дауаланыу өсөн сертификаттар тапшырыла

Быға тиклем бындай мөмкинлек менән балалар һәм үҫмерҙәр файҙалана ала ине, хәҙер 18 йәштән өлкән инвалидтар ҙа бушлай реабилитация үтергә хоҡуҡлы. Сертификат 52 мең һумға тиң. Был суммаға реестрҙағы медицина ойошмаларында дауаланыу курсын алырға була.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы районында балалар йорто тәрбиәләнеүселәре хәрби разведка нигеҙҙәрен үҙләштерҙе

Аҡыл үҫеше йәһәтенән тиҫтерҙәренән артта ҡалыусы Серафимовка балалар йорто тәрбиәләнеүселәре «Тирекс» хәрби-тактик клубы, Өфөнөң спецназ һәм разведка туғанлығы вәкилдәре менән осрашты. Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа саҡырылғайны. Балаларға маскировка костюмдары, хәрби ҡорамалдар күрһәтелде. Сара Хәрби разведчиктар көнө уңайынан ойошторолдо.
👍2
Башҡортостанда риэлторҙар эшмәкәрлеге көйләнә

Республика парламентында эшсе төркөм булдырыла. Ул был өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Констинтин Толкачев белдереүенсә, әле риэлторҙар ярым легаль хәлдә эш алып бара, улар килешеүҙәрҙең юридик дөрөҫлөгө өсөн яуап тотмай. Бындай белгестәр исемлеге төҙөлмәгән. Улар аттестация үтмәй, квалификацияһын раҫламай. Риэлтор эшмәкәрлеге өсөн лицензия бирелмәй. Һәр кеше үҙен риэлтор тип атап, аҡса эшләй ала, был ғәмәлдәге ҡануниәткә ҡаршы килмәй, тине Константин Толкачев. Эшсе төркөмдә депутаттар, профилле белгестәр, күсемһеҙ милек менән эшләү буйынса эксперттар була.
👍2
Башҡортостанда йәмәғәт транспорты тотҡарланыуы ихтимал

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай хәл көслө ҡар яуыуға бәйле. Юл хеҙмәттәре көсәйтелгән тәртиптә эшләй. Водителдәргә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Бөгөн Өфөлә ҙур тығындар теркәлде.
"Башҡортостан улдары Беларусь өсөн алыштарҙа"

Минск ҡалаһында шундай проект менән таныштырҙылар, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева белдереүенсә, Беларусь ерен фашист баҫҡынсыларынан азат итеүҙең 80 йыллығы билдәләнә. Азатлыҡ өсөн башҡорт яугирҙары ла көрәшә. Китап Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белоруссияла нацизмға ҡаршы көрәшкән, партизан хәрәкәтендә ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙарына бағышлана.
👍2