БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.92K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы

Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар, табиптар, уҡытыусылар, инженерҙар, эшселәр, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар. Улар бөтәһе лә бар ғүмерен тыуған Башҡортостанына хеҙмәт итеүгә бағышлаған, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән. Төбәктең уңыш-ҡаҙаныштары, юғары күрһәткестәр берҙәмлектән, дөйөм көстән, һәр беребеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтенән башлана, тине Радий Хәбиров.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районы үҙәгендә яңыртылған Хәрби дан һәм хәтер аллеяһы асылды

Ул «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән. Аллеяла Бөйөк Ватан һуғышы, махсус хәрби операция яугирҙары иҫтәлегенә, төрлө хәрби ғәскәрҙәргә һөйкәлдәр ҡуйылған.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы Хәлил ауылында яңы иман йорто төҙөлә

Мәғлүм булыуынса, 6 сентябрҙә ауыл мәсетендә янғын сығып бинанан көл-күмер генә тороп ҡалғайны. Әле Хәлилдә заманса материалдарҙан ҙур, иркен дини объект һалына. Төҙөлөшкә ауыл халҡы ғына түгел, район, республика, хатта күрше өлкәләр халҡы ла тос өлөш индергән.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күгәрсен районынан Кинйәбаевтар ғаиләһе бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне

Ете тиҫтә йыл бергә. Был бүләккә бер-береһен ҡәҙерләп йәшәгән парҙар ғына лайыҡ була ала. Күгәрсен районы Бикбулат ауылынан Маһипәрүәз Ҡыҙрас ҡыҙы менән Хөсән Мәхийән улы Кинйәбаевтарҙың ошо дәүергә етеү сере хаҡында киләһе яҙмала.
🔥5👏1
Башҡортостанда хәмер һатыу буйынса өҫтәмә сикләүҙәр ҡаралмай

Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, Йәштәр, Белем көндәрендә, һабантуйҙарҙа, Һуңғы ҡыңғырау байрамында хәмер һатылмай. Яңы йыл каникулында ла сикләү бар. Бөгөнгә был өлкәләге ҡануниәткә өҫтәмә сикләүҙәр ҡаралмай. Алкоголь темаһы даими иғтибар үҙәгендә, килеп тыуға проблемалар ваҡытында хәл ителә, тине Константин Толкачев.
👎3👍1
Бөтә Рәсәй “Халыҡ участковыйы” конкурсының финалы башланды

Унда Әбйәлил районынан полицияның өлкән лейтенанты Мансур Моратшин ҡатнаша. Мансур Моратшин хеҙмәт юлын 2016 йылда башлай. Патруль-һаҡ хеҙмәтендә эшләй. Бер нисә йылдан участковый итеп билдәләнә. Яҡташыбыҙ өсөн “Комсомольская правда” сайтында 10 ноябргә тиклем тауыш бирергә була.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүселәрҙе тәбрикләне

Бөгөн беҙ бөтә ил менән мөһим дәүләт байрамы - Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләйбеҙ. Ошо уңайҙан Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүселәрҙе тәбрикләне.
👍3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында Халыҡтар берҙәмлеге көнө киң ҡолас менән билдәләнде

Ер кешеләрен данлап. Хәйбулла районында Халыҡтар берҙәмлеге, ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө киң ҡолас менән билдәләнде. Район халҡын берләштергән байрам саралары хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған мемориаль комплекс асылды

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Стәрлебаш районының Первомайский ауылында ремонттан һуң Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған мемориаль комплекс асылды. Тантанала район етәкселеге, хәрби комиссариат, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районынан Максим Рыбаков һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды

Белорет районынан яҡташыбыҙ һауа десант-ғәскәрҙәре офицеры, капитан Максим Рыбаков һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Был туралағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Максим Рыбаков 98-се гвардия һауа-десант дивизияһының батальон командиры, 2 февралдә ул ут асып дошмандарҙың иғтибарын ситкә йүнәлтә һәм ҡаршы көстәрҙе һөжүм итеүҙән туҡтатып ҡала. Әммә ҡаты алыштарҙа Максим үҙе үлемесле йәрәхәтләнә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ирекмәндәр хәрәкәте махсус хәрби операция биләмәһенә йөҙ меңдән ашыу изделие оҙатҡан

«Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегеп-бәйләбеҙ», Башҡортостан ирекмәндәр хәрәкәте ике йыл эсендә генә махсус хәрби операция биләмәһенә йөҙ меңдән ашыу изделие оҙатҡан. Улар яугирҙарҙың теләген иҫәпкә алып туплана. Ҡатын-ҡыҙҙар отряды яугирҙарға йылы кейемдәр, шәхси гигиена сараларынан алып хәрби обмундированиеға тиклем әҙерләй. Шулай уҡ госпитәлдәрҙә ятҡан һалдаттарға ла көнкүреш һәм реабилитация кәрәк-яраҡтары эшләй. Әле ирекмәндәр 20 заявыка буйынса ярҙам туплай. Башлыса ҡышҡылыҡҡа йылы кейемдәр талап ителә. Ошо көндәрҙә улар сираттағы ылауҙы алғы һыҙыҡҡа оҙатырға йыйына.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарына тәгәрмәсле мобиль мунса эшләй

Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылы егеттәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарына тәгәрмәсле мобиль мунса эшләй.Ҡаҙмаштар алғы һыҙыҡтағы егеттәргә тәүге көндән үк гуманитар ярҙам ойоштора. Аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатыла. Былтыр улар яугирҙар өсөн мобиль мунса ла эшләй башлаған.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө медицина-фармацевтика колледжы студенттары яңы лабораторияларҙа белем ала

Улар «Профессионалитет» федераль проекты нигеҙендә асылған. Ошо уҡ программа буйынса мәғариф кластеры ла булдырылған. Унда тағы ла 3 колледж, 7 ҡала һәм район дауаханаһы, дәүләт дарыуханаһы һәм Квалификация күтәреү үҙәге ингән. Уртаҡ маҡсат - һаулыҡ һаҡлау системаһында кадрҙар ҡытлығын кәметеү.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе Айһылыу Шаһивәлиеваға ярҙам кәрәк

Ярҙам кәрәк. 28 йәшлек Айһылыу Шаһивәлиева яман шеш диагнозы менән Төркиәлә эшләнәсәк операцияға әҙерләнә. Йомшаҡ туҡымалар саркомаһы менән ауырый башлаған йәш әсәйгә сит илдә әмәлиәт һауығыу өсөн берҙән-бер мөмкинлек булып тора. Үкенескә, Мәскәүҙә химия терапияһын үткәндән һуң ыңғай һөҙөмтәләр булмаған. Операцияға 10 млн һум талап ителгән сумманың 8 млн ярым һумын ғаилә йыйған. Ҡалған 1,5 млн һумды йыйыу өсөн Шаһивәлиевтар битараф булмаған граждандарҙан ярҙам һорай.
Ярҙам итеү өсөн: Шаһивәлиева Айһылыу Ғәмир ҡыҙы (Сбербанк) +7-963-140-20 22
Өфөлә завод хеҙмәткәрҙәре аҙыҡ менән ағыуланған

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, предприятие ашханаһында тикшереү башланған. Аҙыҡ-түлек сифаты, санитар талаптар үтәлешенә баһа бирелә. Ашхана ваҡытылыса ябылған, эсәк инфекцияһы таралыуға юл ҡуйылмаған.
Башҡортостанда ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҫәпләнеләр

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, малайҙар күберәк тыуа. Яңы тыуған 100 малайға 95 ҡыҙ тура килә. Һуңынан был хәл үҙгәрә. 18-29 йәшлектәр араһында 100 ир-егеткә 112 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. 60 йәштән һуң айырма тағы артып, 56-ға етә. Бындай хәл, ир-егеттәр араһында үлем күберәк булыуы менән аңлатыла.
Әбйәлил районы Күсем руднигы ауылында карантин индерелде

Республика Башлығы тейешле указға ҡул ҡуйған. Бында ҡотороу сире теркәлгән. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Карантин биләмәһендә мал тыуарҙы дауалау, уларҙы ситкә сығарыу, йәрминкәләр уҙғарыу буйынса сикләүҙәр ҡабул ителгән.
🤔2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Иглин ауылында яңы мәктәп асыу тантанаһында ҡатнашты

Белем усағы 1225 урынға иҫәпләнгән. Республика ауылдарында төҙөлгән иң ҙур мәктәп һанала. Объект «Мәғариф» милли проекты ярҙамында сафҡа индерелде. Төҙөлөш эштәре былтыр мартта башланып, ҡыҫҡа ваҡытта тамамланды. Төбәк етәксеһе асыу тантанаһынан һуң уҡыу кабинеттарын, ашхана, спорт залын ҡараны, уҡытыусылар һәм балалар менән аралашты.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң алғы һыҙыҡҡа китергә әҙерләнә

«Урыс» ҡушматлы яугир ял осорон ғаиләһе менән үткәреп, ике ҡыҙын сиркәүҙә суҡындырыуҙа ҡатнашҡан. Алғы һыҙыҡта дини китаптар уҡый башлаған хәрби, ғибәҙәт ҡылыуҙан һуң күңелгә тыныслыҡ килә тип уртаҡлашты. Яҡын кешеләрҙең доғалары, илһөйәрлек тойғолары, ватан һаҡсыларының берҙәмлеге еңеүҙе яҡынайта тигән фекерҙә «Урыс» ҡушаматлы хәрби.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районынан Айгиз Ирназаровтың исеме мәрмәр таҡтаташта мәңгеләштерелде

Әбйәлил районы Хәлил ауылы егете Айгиз Ирназаровтың исеме мәрмәр таҡтаташта мәңгеләштерелде. Махсус хәрби операцияла илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлап башын һалған яугирға хәтер һәм хөрмәт сараһы ул белем алған Өфө автотранспорт техникумында уҙҙы.
🔥2