БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда аҡ май етерлек

Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүенсә, был продукцияға ихтыяж артыуы күҙәтелмәй, сауҙа ғәҙәти тәртиптә алып барыла. Быға тиклем ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары Өфөлә аҡ майҙы күпләп һатып алыуҙары тураһында хәбәр итте. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Башҡортостанда аҡ майҙы ҙур һөт комбинаттары, шулай уҡ ауыл хужалығы кооперативтары етештерә. Баҙарҙағы ихтыяжға ҡарап мөмкинлектәрҙең 60 проценты ғына ҡулланыла. Аҡ май етештереүҙе күпкә арттырырға ла була, тине ул.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Краснокама районында Махсус хәрби операцияла һәләк булыусылар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыласаҡ

Батырҙар халыҡ хәтерендә. Краснокама районы Николо-Березовка ауылында Махсус хәрби операцияла һәләк булыусылар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Еңеү паркында уның тәүге нигеҙ ташы һалынды.
👍3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың туғандары менән осрашыу үтте

Башҡортостан район-ҡала хакимиәттәре махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың туғандары менән осраша, уларҙың проблемаларын һәм көнкүреш мәсьәләләрен асыҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Иглин районы үҙәгендә уҙғарылған осрашыу хаҡында киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылында башҡорт теле уҡытыусыларының конференцияһы уҙҙы

Хеҙмәттә үткән ғүмер. Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылы мәктәбендә күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Зекериә Аҡназаровтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы башҡорт теле уҡытыусыларының конференцияһы уҙҙы. Район һәм республика үҫешенә тос өлөш индергән шәхескә арналған сарала хаҡында килдәһе сюжетта.
👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй энергетикаһы форумы башланды

Благовещен районында «Юлдаш» электр подстанцияһы сафҡа инде. Уны файҙаланыуға баш ҡалала үткән Рәсәй энергетикаһы форумында Радий Хәбиров старт бирҙе. Подстанция сәнәғәт һәм көнкүреш объекттарын тәьмин итәсәк. Радий Хәбиров әйтеүенсә, күләмле инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырылған, предприятиелар төҙөлгән районда өҫтәмә электр ҡеүәте талап ителә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия күсмә цивилизациялар музей- комплексын төҙөүҙең сираттағы этабы киләһе йыл дауам итә

Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музей- комплексын төҙөүҙең сираттағы этабы киләһе йыл дауам итә. Был хаҡта бөгөн Турахан визит-үҙәгендә уҙған түңәрәк өҫтәлдә әйтелде. Башҡортстан башлығы Радий Хәбиров уҙғарған күсмә кәңәшмәлә объектты төҙөү буйынса проект ҡаралды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡорт сода компанияһы»нда һауаның таҙалығын һаҡлау буйынса күп яҡлы иҫкәртеү эштәре алып барыла

Ҡеүәтле сәнәғәт предприятиһының тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеү өсөн былтыр 1 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Алдағы биш йылға иҫәпләнгән проектҡа ярашлы, һауа, йылға-күлдәрҙе бысратыуҙы кәметеү өсөн цехтарҙа модернизация ойошторола, профилактик саралар арттырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә граждандарҙы һайлап алыу пункты эшләй башланы

Ул «Черемушки» һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында булдырылған. Хәҙер илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәргә белешмә йыйыу һәм документтар әҙерләү өсөн төрлө ергә йөрөргә кәрәкмәй. Бөтә эш бер урында ойошторолған: хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре документтар ҡабул итә, һорауҙарға яуап бирә, табиптар анализдар ала һәм кандидаттарҙы ҡарай, ә банк вәкилдәре оператив рәүештә «Мир» банк картаһын бирә, унда бер тапҡыр түләнгән аҡса һәм эш хаҡы килә. Бөтә кәрәкле процедураларҙы ирекмәндәр 5-6 сәғәттә үтә, һуңынан ял итергә китә. Контрактсылар өсөн һайлап алыу пункты биләмәһендә туҡланыу һәм йәшәү ойошторолған. Үҙәктән контрактсылар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала ҡаһарман улдар тәрбиәләгән атайҙар тәбрикләнде

Бөгөн республикала ҡаһарман улдар тәрбиәләгән атайҙар тәбрикләнде. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында үткән тантаналы ултырышта 18 кешегә «Ватан һаҡсыһы атаһы» тип исемләнгән йәмәғәт миҙалы тапшырылды. Ул Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һәм Башҡортостанда «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» ойошмалары тарафынан булдырылған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре Дәүләкәндең 7-се мәктәбе уҡыусылары менән осрашты

Көҙгө каникулдың иҫтәлекле мәлдәре. «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре Дәүләкәндең 7-се мәктәбе уҡыусылары һәм белем усаҡтарының башҡорт теле уҡытыусылары менән осрашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙә Татьяна һәм Евгений Сенченколар ғаиләһе менән таныштырҙы

Бөгөн Рәсәйҙә тренерҙар көнө билдәләнә. Һөнәри байрам уңайынан Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙә Татьяна һәм Евгений Сенченколар ғаиләһе менән таныштырҙы. Улар икеһе лә -еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары, 49 йыл бергә. Белоретта йәшәүсе тренерҙарҙың һәр береһе ярты быуатҡа яҡын педагогик стажға эйә. Сенченколарҙың тәрбиәләнеүселәре араһында - билдәле спортсылар, спорт мастерҙары, абруйлы турнирҙар еңеүселәре, Европа, донъя чемпионаттарында һәм Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар бар.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Краснокама районы пенсионерҙары «Оптимист» клубы ойошторған

Краснокама районы спорт буйынса республикала иң көслө муниципалитет булараҡ, спортты үҫтереүгә 2 миллион һумлыҡ ярҙам алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән спорт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштар һәм физик культура үҫешенә индергән өлөш өсөн республика премияһы булдырылғайны. Унда район-ҡалалар айырым номинацияла билдәләнә.
3
Башҡортостан "Рәсәйҙең әҙәби флагманы" тип танылды

"Иң күп китап уҡыусы төбәк" тигән конкурс еңеүселәре билдәле булды. Башҡортостандың еңеүендә "Китап байрамы" халыҡ-ара йәрминкәһен уҙғарыуҙың өлөшө ҙур. Быйыл ул 24-26 майҙа уҙғарылды. Йәрминкәлә 18 төбәк һәм 7 илдән 233 нәшриәт һәм китап магазины ҡатнашты. "Китап-байрамы"на 200 меңгә яҡын кеше килде. "Иң күп китап уҡыусы төбәк" тигән конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ноябрҙә Мәскәүҙә була.
👍2
Радио ветераны, журналист, йырсы, композитор Нурия Абдуллина вафат

Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллина 1957 йылдың 15 мартында Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбен тамамлай. Артабан Өфө ҡалаһындағы музыка-педагогия училищеһында урта махсус һөнәри белем ала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ейәнсура районында башлай.

1994 йылдан Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында музыка кабинеты методисы булып эшләй. 1996 йылда "Башҡортостан" телерадиокомпанияһына ҡабул ителә. Радиола бик күп уңышлы проекттар алып бара. "Ҡунағөй" тапшырыуы эфирҙа бик күп йылдар уңыш менән барған программаларҙың береһе булды. "Ҡунағөй"ҙә Нурия Абдуллина башлаған "Һөйөнсө, бәпес тыуған" рубрикаһы - "Юлдаш"та иң оҙон ғүмерлеһе. Ул әле лә эфирға сыға, тыңлаусылар яратып ҡатнашҡан сығарылыштарҙың береһе булып ҡала.
Мәрхүмә менән хушлашыу иртәгә, 1 ноябрҙә Телеүҙәктә була. Сәғәт унда башлана.

Нурия Насибулла ҡыҙының яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
😢12👎1😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне

Юл һәм транспорт ведомствоһы ойошторолоуға 100 тулыу уңайынан республика башлығы Радий Хәбиров юлсыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Өфөлә колонна залында тантаналы шарттарҙа водителдәр, техниканы ремонтлаусы эшселәр, транспорт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде. Юлсылар өсөн тәүлек әйләнәһе һәм йыл миҙгеле лә юҡ - улар төрлө һауа шарттарында юл төҙөүҙе, ремонтлауҙы дауам итә.
👍2👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан «Рәсәйҙең әҙәби флагманы - 2024» статусын алды

Башҡортостан - илдең иң күп китап уҡыусы төбәге. 10-сы Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса беҙҙең республика «Рәсәйҙең әҙәби флагманы - 2024» статусын алды. Был турала Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итте.
👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районының «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Ошо уңайҙан ижади коллектив Өфөлә ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған тамашала ансамблдең хәҙерге составы бейеүселәре ла, тәүге артистар ҙа ҡатнашты.
👍3👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республиканың йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре форумында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы менән асыҡ диалог. Радий Хәбиров бөгөн республиканың йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре форумында ҡатнашты. 200-гә яҡын белгес Шишмә районының «Патриот» паркына йыйылды. Сара төбәктең 35 йәшкәсә дәүләт һәм муниципаль власть органдары хеҙмәткәрҙәрендә профессиональ кимәлде үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Ике көн дауамында йәш чиновниктар һөнәри үҫеш өлкәһендәге төбәк һәм федераль проекттар менән танышты.
👍5👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне

Юл һәм транспорт ведомствоһы ойошторолоуға 100 тулыу уңайынан республика башлығы Радий Хәбиров юлсыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Өфөлә колонна залында тантаналы шарттарҙа водителдәр, техниканы ремонтлаусы эшселәр, транспорт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде.
👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Телефон аша үҙ фатирың менән идара итергә була

Башҡортостан халҡы хәҙер махсус ҡушымта ярҙамында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙы түләй һәм иҫәпләү күрһәткестәрен тапшыра, йыйылыштарҙа тауыш бирә ала, шулай уҡ капиталь ремонт пландары менән танышырға һәм идара итеүсе ойошманың отчеттарын контролдә тоторға мөмкин.
👍2👎1