БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.92K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Балаларға "зажигалка" һатырға ярамай

Дәүләт Думаһында ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Уға ярашлы, бәлиғ булмағандарға составында шыйыҡ газ булған тауар һатыу тыйыла. Ойошмалар өсөн штраф суммаһы 600 мең һумға тиклем етәсәк. Закон әле ҡабул ителмәгән, проект өйрәнеү үтә.
👍2
Башҡортостан ауыл хужалыҡтары быйыл 204 мең тонна минераль ашлама алған

Вице-премьер-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, ашламаһыҙ яҡшы уңыш алыу мөмкин түгел. - Йыл ҡатмарлы булды. Яҡшы һөҙөмтәләр минераль ашламаны дөрөҫ ҡулланыуға ла бәйле, - тине ул. Быйыл һәр гектарға 30 килограмға яҡын ашлама тура килгән. Игендең гектарына уртаса 22 центнер уңыш алынған, шәкәр сөгөлдөрө уңышы - 465 центнер. Ашлама алыу өсөн бюджеттан субсидия ҡаралған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй кубогы ярыштары үтә

Яңы сафҡа индерелгән Көрәш һарайында тәүге күләмле спорт сараһы 16-сы ноябрҙә үтә. Был турала Радий Хәбиров грек-рим көрәше буйынса Рәсәй кубогы ярыштарында белдерҙе. Башҡоротостан башлығы призына ойошторолған турнир Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үтә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 5-се балалар поликлиникаһы төҙөлөшө тамамланыу алдында

Күләмле ремонттан һуң медицина учреждениеһында сменаһы 150 пациентты хеҙмәтләндереү өсөн шарттар тыуҙырыла. Аҡ халатлыларға сифатлы диагностика ойоштороу өсөн УЗИ, рентген, эндоскопия кабинеттары йыһазландырылған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күгәрсен районы Һатлыҡ ауылында бер-нисә социаль объект файҙаланыуға тапшырылды

Халыҡ өсөн мөһим учреждениеларҙы төҙөү республика башлығы Радий Хәбиров ярҙамында тормошҡа ашырылған. Һатлыҡтарҙың шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ тыуған яғына ҡайтып үҙ эшен асҡан

Миңлеғәле Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ яраланғандан һуң тыуған яғы Нуриман районына ҡайтып үҙ эшен асҡан. «Мамад» ҡушаматлы яугир хәҙер ауыл хужалығы ойошмаһын етәкләй. Илдар Мәмәтрәхимов дорпер һәм романовка тоҡомло һарыҡтар, бройлер тауыҡтар үрсетә. Эш өсөн дәүләт ярҙамы- федераль грант алыуға ирешкән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө йыһангирҙарҙы ҡабул итте

Советтар Союзы Геройы Анатолий Арцебарский, Рәсәй Геройҙары Сергей Трещёв менән Михаил Корниенко Халыҡ-ара аэроскомос мәктәбе уҡыусылары менән осрашыу маҡсатында Башҡортостанға килде. Ҡунаҡтар араһында «Энергия» корпорацияһы баш белгесе, Константин Циолковскийҙың ейәне Сергей Самбуров та бар . Делегация бал продукцияһын етештереү производствоһы һәм Муса Гәрәев исемендәге Өфө аэроклубы эшмәкәрлеге менән танышты.
👍2
Башҡортостан депутаттары белем усаҡтарында тәмәке тартыуҙы сикләргә тәҡдим итә

Ошо туралағы законды Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай Дәүләт Думаһына ебәргән. Ул мәктәп һәм балалар баҡсалары биләмәһендә тәмәке тартҡан өсөн яуаплылыҡты көсәйтеүҙе күҙ уңында тота. Парламентарийҙар фекеренсә, һуңғы йылдарҙа үҫмерҙәр һәм балалар араһында “көйрәтеүселәр” арта, өлкән класс уҡыусыларының күбеһе тәмәке тарта. Дума ҡарауына тәҡдим ителгән закон проекты буйынса белем усағында тартҡан өсөн 2-3 мең һум штраф һалынасаҡ. Әле тәмәке тартыу балалар майҙансыҡтарында ғына тыйылған.
👍2
Башҡортостан пенсионерҙары өсөн Үзбәкстанға сәйәхәт ойошторола

Республика Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан белдереүҙәренсә, сәфәр ведомство менән “ТТ-Трэвел” туроператоры араһында ҡул ҡуйылған хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы бойомға ашырыла, хаҡлы ялдағылар яҡын арала юлға сығырға тейеш. Шулай уҡ Республикала Рәсәй һәм сит ил туристарын йәлеп итеү өсөн яңы төбәк-ара һәм халыҡ-ара маршруттар ойоштороу планлаштырыла.
👍4
Башҡортостан Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов Мәскәүҙә Рәсәй-Ҡытай форумында ҡатнашты. Унда ауыл хужалығында хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҡаралды. - Башҡортостан был өлкәлә яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға әҙер, әүҙем хеҙмәттәшлеккә ынтылабыҙ, - тине Илшат Фәзрахманов. Ҡытай Башҡортостандан ауыл хужалығы продукцияһын күпләп алған дәүләттәрҙең береһе. Беҙҙең республиканан Пекинға май, иген, шәкәр, һөт, хәмер оҙатыла.
👍2
Башҡортостанда аҡ май етерлек

Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүенсә, был продукцияға ихтыяж артыуы күҙәтелмәй, сауҙа ғәҙәти тәртиптә алып барыла. Быға тиклем ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары Өфөлә аҡ майҙы күпләп һатып алыуҙары тураһында хәбәр итте. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Башҡортостанда аҡ майҙы ҙур һөт комбинаттары, шулай уҡ ауыл хужалығы кооперативтары етештерә. Баҙарҙағы ихтыяжға ҡарап мөмкинлектәрҙең 60 проценты ғына ҡулланыла. Аҡ май етештереүҙе күпкә арттырырға ла була, тине ул.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Краснокама районында Махсус хәрби операцияла һәләк булыусылар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыласаҡ

Батырҙар халыҡ хәтерендә. Краснокама районы Николо-Березовка ауылында Махсус хәрби операцияла һәләк булыусылар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Еңеү паркында уның тәүге нигеҙ ташы һалынды.
👍3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың туғандары менән осрашыу үтте

Башҡортостан район-ҡала хакимиәттәре махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың туғандары менән осраша, уларҙың проблемаларын һәм көнкүреш мәсьәләләрен асыҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Иглин районы үҙәгендә уҙғарылған осрашыу хаҡында киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылында башҡорт теле уҡытыусыларының конференцияһы уҙҙы

Хеҙмәттә үткән ғүмер. Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылы мәктәбендә күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Зекериә Аҡназаровтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы башҡорт теле уҡытыусыларының конференцияһы уҙҙы. Район һәм республика үҫешенә тос өлөш индергән шәхескә арналған сарала хаҡында килдәһе сюжетта.
👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй энергетикаһы форумы башланды

Благовещен районында «Юлдаш» электр подстанцияһы сафҡа инде. Уны файҙаланыуға баш ҡалала үткән Рәсәй энергетикаһы форумында Радий Хәбиров старт бирҙе. Подстанция сәнәғәт һәм көнкүреш объекттарын тәьмин итәсәк. Радий Хәбиров әйтеүенсә, күләмле инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырылған, предприятиелар төҙөлгән районда өҫтәмә электр ҡеүәте талап ителә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия күсмә цивилизациялар музей- комплексын төҙөүҙең сираттағы этабы киләһе йыл дауам итә

Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музей- комплексын төҙөүҙең сираттағы этабы киләһе йыл дауам итә. Был хаҡта бөгөн Турахан визит-үҙәгендә уҙған түңәрәк өҫтәлдә әйтелде. Башҡортстан башлығы Радий Хәбиров уҙғарған күсмә кәңәшмәлә объектты төҙөү буйынса проект ҡаралды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡорт сода компанияһы»нда һауаның таҙалығын һаҡлау буйынса күп яҡлы иҫкәртеү эштәре алып барыла

Ҡеүәтле сәнәғәт предприятиһының тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеү өсөн былтыр 1 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Алдағы биш йылға иҫәпләнгән проектҡа ярашлы, һауа, йылға-күлдәрҙе бысратыуҙы кәметеү өсөн цехтарҙа модернизация ойошторола, профилактик саралар арттырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә граждандарҙы һайлап алыу пункты эшләй башланы

Ул «Черемушки» һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында булдырылған. Хәҙер илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәргә белешмә йыйыу һәм документтар әҙерләү өсөн төрлө ергә йөрөргә кәрәкмәй. Бөтә эш бер урында ойошторолған: хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре документтар ҡабул итә, һорауҙарға яуап бирә, табиптар анализдар ала һәм кандидаттарҙы ҡарай, ә банк вәкилдәре оператив рәүештә «Мир» банк картаһын бирә, унда бер тапҡыр түләнгән аҡса һәм эш хаҡы килә. Бөтә кәрәкле процедураларҙы ирекмәндәр 5-6 сәғәттә үтә, һуңынан ял итергә китә. Контрактсылар өсөн һайлап алыу пункты биләмәһендә туҡланыу һәм йәшәү ойошторолған. Үҙәктән контрактсылар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала ҡаһарман улдар тәрбиәләгән атайҙар тәбрикләнде

Бөгөн республикала ҡаһарман улдар тәрбиәләгән атайҙар тәбрикләнде. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында үткән тантаналы ултырышта 18 кешегә «Ватан һаҡсыһы атаһы» тип исемләнгән йәмәғәт миҙалы тапшырылды. Ул Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һәм Башҡортостанда «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» ойошмалары тарафынан булдырылған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре Дәүләкәндең 7-се мәктәбе уҡыусылары менән осрашты

Көҙгө каникулдың иҫтәлекле мәлдәре. «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре Дәүләкәндең 7-се мәктәбе уҡыусылары һәм белем усаҡтарының башҡорт теле уҡытыусылары менән осрашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1👍1