БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.93K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Алты көнлөк эш аҙнаһы башланды

4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан 2 ноябрҙә аҙнаһына биш көн эшләгәндәр өсөн эш көнө була. Шәмбе эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. 4 ноябрҙә, байрам көнөндә, эшкә сыҡҡан осраҡта хеҙмәт хаҡы икеләтә түләнергә тейеш. Йыллыҡ түләүле отпуск алғанда ялдың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй - отпуск бер көнгә оҙайтыла, тип белдерәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Радий Хәбиров Өфө районындағы күп функциялы юл яны комплексында булды

“Ирбис-РБ” яғыулыҡ компанияһы төҙөгән обьектҡа 250 миллион һумлыҡ инвестиция йүнәлтелгән, 30 эш урыны булдырылған. Ғәҙәти яғыулыҡ төрҙәренән тыш, электромобилдәр өсөн зарядка алыу ҡоролмалары ҡуйылған. Шулай уҡ комплекста кафе, магазин, балалар өсөн уйын майҙансығы, ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе , водителдәр һәм пассажирҙар өсөн ял комнатаһы бар, ҡунаҡхана төҙөү планлаштырыла. Компания Өфө һәм Өфө районында тағы 10 яғыулыҡ ҡойоу станцияһы һәм күп функциялы юл яны комплекстары төҙөргә ниәтләй. “Программа үҙ маҡсаттарына иреште. Өс йыл эсендә 900-ҙән ашыу обьект төҙөлдө, 10 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителде. Юл яны сервисы- иҡтисадтың мөһим өлөшө, бында кешеләр аҡса эшләй, һалым да түләй. Шуның өсөн был программаны 2030 йылға тиклем яңыртыу буйынса эшләүҙе ҡарар иттек”,- тине Радий Хәбиров.
👍2👎2🤬2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәт структураһы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Төбәк башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә яҡын киләсәктә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға кадрҙар буйынса аныҡ тәҡдимдәр индереләсәк, тип билдәләне. Федераль ҡануниәткә ярашлы, республиканың ҡайһы бер тармаҡ министрлыҡтары етәкселәре федераль тармаҡ министрлыҡтары менән килешеп эш итергә тейеш. Улар төҙөлөш, мәғариф һәм башҡа министрлыҡтар. Ҡайһы бер етәкселәр буйынса килешеүҙәр килде, ҡайһы берҙәре буйынса беҙ көтәбеҙ, тине Радий Хәбиров.
👎4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы 2030 йылға тиклем оҙайтыла

Модулле электр-яғыулыҡ ҡойоу станциялары төҙөлөшө планлаштырыла. Төбәк башлығы Радий Хәбиров Өфө районы Михайловка ауылында урынлашҡан күп функциялы яңы комплекс эшмәкәрлеге менән танышып, юл буйы сервисы - иҡтисадтың мөһим өлөшө булыуын билдәләне. Инвестициялар йәлеп ителеү менән бер рәттән эш урындары ла булдырыла.
👎43👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика яугирҙарының сираттағы төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операцияға юлланды

Уларҙы оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Хәрбиҙәр тыуған яғында ике аҙна ял иткән. Ир-егеттәрҙе ғаиләләре, дуҫтары, хәрби комиссариат вәкилдәре һәм Ирек Сәғитов оҙатты
👎4👍1
Республикала 9 айҙа балалар ҡатнашлығында 360-тан ашыу авария теркәлгән

9 малай һәм ҡыҙ һәләк булған, имгәнгәнгәндәр - 400-гә яҡын. Башҡортостан юл полицияһы һәм Мәғариф министрлығы бөгөн “Иғтибар, балалар” акцияһын иғлан итте. “Тиҙлекте арттырмағыҙ, юл билдәләренә һәм светофорға иғтибарлы булығыҙ. Автомобилдә балаларҙы креслола йөрөтөгөҙ. Ҡараңғы төшкәс балаларҙың кейеменә яҡтыртҡыс тамғалар беркетергә кәрәк”, - ти автоинспектор Ленар Зиннуров.
“Иғтибар, балалар” акцияһы барышында мәктәп уҡыусылары “Бала саҡтың имен юлы” тигән республика КВН уйынының финалында ҡатнаша ала. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн Бөтә Рәсәй “Йәш инспектор һөнәре”, “Йәш инспектор медиаһы” тигән социаль-мәғариф проекттары ойошторола. Профилактик акция 15 ноябрҙә тамамлана.
👎3👍2
Башҡортостан ҡышҡы туристик миҙгелгә әҙер

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14 тау саңғыһы үҙәге эшләйәсәк. Уларҙа төрлө ҡатмарлыҡтағы һәм оҙонлоҡтағы 60 трасса була. Тау саңғыһы үҙәктәрендә техник хеҙмәтләндереү булған, бер нисәүһендә яңы трассалар асылырға тейеш.
👎4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә күперҙе ябыу менән бәйле проблеманы тиҙ арала хәл итергә ҡушты

Шаҡша күпере, госпиталдәргә ирекмәндәр, яңы башлыҡтар. Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһе яңылыҡтарға, бойороҡтарға бай булды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары, туристик миҙгел, уҡыу йорттарына ҡабул итеү һөҙәмтәләренән тыш башҡа мөһим темалар ҙа ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә этноруризм форумы үтә

Башҡортостанға быйыл 900 мең турист килгән. Был хаҡта бөгөн «Торатау» конгресс- холында барған дүртенсе халыҡ- ара этноруризм форумында әйтелде. Сарала Йыл маршруты -2024 11-се турист премияһы билдәләнә. Форумда Радий Хәбиров ҡатнашып туриндустрия вәкилдәре менән аралашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында махсус операцияла ҡатнашыусы яугир «ТвориДобро» хәрәкәте ирекмәндәре менән осрашты

Улар Советтар Союзы Геройы Виктор Бесценный исемендәге беренсе Иглин мәктәбе активистары. Осрашыу тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында дуҫтарса йылы шарттарҙа үтте. «Рэд» ҡушаматлы яугир хәрби хеҙмәт үҙенсәлектәре, яуҙағы берҙәмлек хаҡында һөйләне. Үҫмерҙәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Мәктәп уҡыусыларынан тыш осрашыуҙа ҡатнашҡан өлкәндәр ҙә яугир менән патриотик тәрбиә темаһына әңгәмәләште.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың тәүге президенты исемен йөрөткән гимназия 65 йыллыҡ юбилейын билдәләнде

антана айҡанлы Күмертау ҡалаһында урынлашҡан 3-сө башҡорт гимназия- интернатына ветерандар уҡытыусылар, сығарылыш уҡыусылары, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр дәүләт наградалары менән бүләкләнде.
👍21🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәт структураһы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Төбәк етәксеһе Хөкүмәт эшмәкәрлеге һәм Хөкүмәт ағзалары менән идара итәсәк. Хөкүмәт Премьер-министры Хөкүмәттең эш йүнәлештәрен бойомға ашырыуҙы ойоштора. Был органдың составында туғыҙ премьер-министр урынбаҫары, шул иҫәптән ике беренсе урынбаҫар буласаҡ.
Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә тиҙҙән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға кадрҙар буйынса аныҡ тәҡдимдәр индереләсәк, тип билдәләне.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Аҡсарлаҡ» балалар лагерында «Етегән» тип исемләнгән полилингваль слет башланды

Проект Республика башлығы грантына, Башҡортостандың дәүләт һәм халыҡтар телдәрен һаҡлау, үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында өсөнсө тапҡыр үтә. Быйыл сара республиканың 9 полилингваль мәктәп һәм 2 полилингваль кабинеттары ҡатнашлығында ойошторолған.
👍1
Башҡортостан ветерандары самбо буйынса халыҡ-ара турнирҙа миҙалдар яуланы

Турнир Тажикстанда үтте. Спортсылар 8 йәш категорияһында көс һынашты. 55-59 йәшлектәр араһында Башҡортостандан Илдар Ҡотлоғужин еңеп сыҡты. 45-49 йәш категорияһында Илгиз Шәһиев көмөш миҙалға лайыҡ булды. 60-64 йәшлектәр араһында Илшат Дусҡаев шулай уҡ икенсе урын алды.
👍1
Башҡортостанда "Орлан" поезы миллион ярым пассажирҙы хеҙмәтләндергән

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был состав 133 кешегә иҫәпләнгән. Ул Өфө-Күмертау-Ырымбур маршруты буйлап йөрөй. Тәүге тапҡыр 2021 йылдың сентябрендә юлға сыҡты. Поезд вагондары заманса йыһазландырылған, бында интернетҡа тоташыу мөминлеге бар.
👍1
Башҡортостанда браконьер 430 мең һумлыҡ ҡыҫала аулаған

Дүртөйлө район-ара прокуратураһы енәйәт эше буйынса ғәйепләү актын раҫланы. Уға ярашлы, 2023 йылда бер ир 4 меңдән ашыу ҡыҫала тотҡан. Уны тәртип һаҡсылары ҡулға алған. Браконьер ғәйебен таныған. Хәҙер был хәл буйынса суд ҡарары көтөлә.
👍3
Башҡортостан парламентында алдағы йылдарға бюджет проекты ҡарала

Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, 1 ноябрҙә документтар президиум ултырышына сығарыла. Ошонан һуң эш комитеттарҙа дауам итә. Закон проекты ноябрь аҙағында пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа ҡарала. Киләһе йылда Башҡортостан бюджетының табыш өлөшө 324 миллиард һум булыр тип фаразлана. Сығымдар 4 миллиардҡа күберәк була. Ҡаҙнаның ҙур өлөшө социаль өлкәгә йүнәлтелә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ студенттары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеүгә өлөшөн индерә

Студенттар-бергә. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары һәм уҡытыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеүгә өлөшөн индерә. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары хәрби операция башланғандан алып яугирҙарының ғаиләләренә ярҙам итә.
👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә аш-һыу әҙерләү буйынса уҡыу-күнекмә залы асылды

Яңы биләмә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә урынлашҡан. Заманса аш-һыу бүлмәһе «Тәмле тарих» проекты буйынса «Балалар һәм донъя» хәйриә фонды тарафынан асылған. Был проект 2023 йылда Президент гранттары фондының еңеүсеһе тип табылған. Ул етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы оло тормошҡа әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
👍1
Балаларға "зажигалка" һатырға ярамай

Дәүләт Думаһында ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Уға ярашлы, бәлиғ булмағандарға составында шыйыҡ газ булған тауар һатыу тыйыла. Ойошмалар өсөн штраф суммаһы 600 мең һумға тиклем етәсәк. Закон әле ҡабул ителмәгән, проект өйрәнеү үтә.
👍2