БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Республикала хәмер ҡойоп һатыу урындарының эшенә сикләү индерелә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тейешле ҡанунға ҡул ҡуйҙы. Уға ярышлы торлаҡ йорттарҙа урынлашҡан һәм төнгө ваҡытта спиртлы эсемлек һатҡан кибеттәрҙең эш сәғәттәре сикләнә. Бындай магазиндарҙа төнгө сәғәт 11-ҙән иртәнге сәғәт 8-гә тиклем араҡы менән сауҙа итеү тыйыла. Закон киләһе йылдың 1 мартынан көсөнә инә.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин пенсионерҙары Торатауҙа булды

Өлкән быуын вәкилдәре Торатауҙа. Иглин пенсионерҙарынан өс тиҫтәгә яҡын кеше Ишембай ерендә «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы буйынса сәйәхәттә булды.Сәйәхәт нөктәһенә Иглиндар уңайлы автобутарҙа барҙы. Көн дауамында өлкәндәр «Торатау» геопаркының визит-үҙәге менән танышты. Торатауға күтәрелеп онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алды.
5👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһында «Мин -Тыуған илемдең патриоты» мәҙәни-спорт акцияһы үтте

Сараның төп өлөшө көҙгө еңел атлетика буйынса ярыш ойоштороуға ҡоролһа, икенсе өлөшөндә сәнғәт оҫталары сығыш яһаны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍21
Рәсәйҙә МРОТ 22 440 һумға тиклем арта

Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин минималь эш хаҡы күләмен арттырыу пландары хаҡында иғлан итте. Киләһе йылдың башынан МРОТ 16,5% ашыуға артып, 22 440 һум тәшкил итер тип көтөлә.

«Шул рәүешле 4 миллион самаһы хеҙмәткәрҙең эш хаҡы күтәрелергә тейеш», — тине Михаил Мишустин.

Сентябрь башында илдең хеҙмәт министры Антон Котяков хәбәр иткәнсә, 1 октябргә тиклем Дәүләт Думаһына минималь эш хаҡы күләмен 22,4 мең һумғаса арттырыу тураһында закон проекты индерелә.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Лилиә Ғүмәрова Федерация Советына һайланды

Лилиә Ғүмәрова Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе итеп яңынан һайланды. Комитет ағзалары уның кандидатураһын бер тауыштан хупланы.
Был ҡарарҙы хәҙер Федерация Советы пленар ултырышта раҫларға тейеш. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Лилиә Ғүмәрова профилле комитетты 2019 йылдан алып етәкләй. Башҡортостан башлығының 12 сентябрҙәге указы менән Лилиә Салауат ҡыҙына Федерация советында Рәсәй сенаторы, Башҡортостан дәүләт власының башҡарма органы вәкиле вәкәләттәре бирелде.
👍42
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уҙыш мотоциклдары яугирҙарға оператив рәүештә дошман позицияларына һөжүм яһау мөмкинлеге бирә

Тимер аттар. Уҙыш мотоциклдары һәм квадроциклдар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға оператив рәүештә дошман позицияларына барып етеп, көтөлмәгән һөжүм яһау мөмкинлеге бирә. Мобиль һәм үтемле транспорт саралары дошман терәктәрен штурмлағанда үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәтә.
👍32
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Үҙәк диниә назараты ойошторолоуға 235 йыл тулыу айҡанлы тантаналы ултырыштар үтә

Ил мосолмандары Өфөгә йыйылды. Баш ҡалала Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ойошторолоуға 235 йыл тулыу айҡанлы тантаналы ултырыш, конференциялар үтә. Унда Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән йөҙҙәрсә диндарҙар ҡатнаша. Бөгөн улар «Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: ғаиләлә традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, конфессия һәм милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу» тип исемләнгән ғилми-ғәмәли конференция уҙғарҙы.
3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан студенттары юғары технологиялар чемпионатында бронза яуланы

Башҡортостан программистары һынатмай. Бөйөк Новгород ҡалаһында Юғары технологиялар чемпионаты үтте. Бер майҙансыҡта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән студенттар илебеҙҙә импортты алмаштырыуҙы яйға һалырға ярҙам итәсәк асыштарын тәҡдим итте. Һәләтле йәштәрҙе берләштергән турнирҙа Туймазы дәүләт юридик колледжының «Мәғлүмәт системалары һәм программалау» йүнәлеше студенттары лайыҡлы сығыш яһаған.
4👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Өфөнөң 18-cе башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Ишдәүләтова «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Мәғариф министры Сергей Кравцов яҡташыбыҙҙы тәбрикләп, «2030 йылға тиклемге осорға мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереү концепцияһын» эшләүҙә ҡатнашырға тәҡдим итте. Күләмле бәйгелә Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Азалия Ибраһимова ла лауреат исемен алды.
3👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары исемлеге тулылана

Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары исемлеге утыҙҙан ашыу яңы объект менән тулыланды. Бөгөн Өфөлә эксперт советының 17-се ултырышы үтте. Уның эшендә фольклорсылар, сәнғәт белгестәре, этнографтар, тарихсылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Эксперт советы вәкилдәре төбәк һәм федераль реестрға инеүгә дәғүә иткән 40 объектты ҡараны.
3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы ирекмәндәре цехы эшләп килә

Меңенсе маскировка селтәре әҙер. Өфөлә йылдан ашыу «Берҙәм Рәсәй» партияһы ирекмәндәре цехы эшләп килә. Ханымдар иртәнән кискә тиклем арымай-талмай яугирҙарға маскировка селтәре үрә. Уларҙың барыһын да Еңеүҙе яҡынайтыу ниәте берләштерә. Ошо арала ғына ирекмәндәр яугирҙарҙың заявкалары буйынса алғы һыҙыҡҡа 2 УАЗ автомобиле, радиоэлектрон көрәш системалары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәргән. Әлеге ваҡытта маскировка селтәрен әҙерләү өсөн ярҙамсы ҡулдар талап ителә.
👍4👎43
Башҡортостанда яңы штраф көсөнә инә

Радий Хәбиров административ кодексҡа төҙәтмәләр тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, йәмәғәт урындарында вейп, кальян һәм башҡа составында никотин булған ҡатнашмалар тартыу тыйыла. Законды боҙоусыларға 500 һум штраф һалына. Әлегә тиклем йәмәғәт урындарында ябай тәмәкене генә тартыу тыйылғайны.
👍3👎3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә етенсе Кузеев уҡыуҙары үтте

Өс йылға бер ойошторолған форум быйыл «Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация» тип атала һәм бөйөк ғалим, этнограф Раил Кузеевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арнала. Тарихи дата айҡанлы Археология һәм этнография музейында күргәҙмә лә асылды.
👎3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһында «Йәйге шайморатовсылар уйынының» төбәк этабы үтте

Ярыш-уйындың төп маҡсаты йәш быуында рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, сәләмәт тормош алып барыу, әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыуға йүнәлтелгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
🤬4👍21👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан - хеҙмәт баҙары рейтингында бишенсе урында

Федерация субъекттарында хеҙмәт баҙарындағы хәлде баһалау өсөн РИА Яңылыҡтар аналитиктары 2023 йыл йомғаҡтары буйынса хеҙмәт баҙары буйынса төбәктәр рейтингын төҙөгән. Дөйөм алғанда илдең 83 төбәгендә хеҙмәт баҙарындағы хәл ыңғай яҡҡа үҙгәргән. Рейтингты иҫәпләгәндә, тикшерелгән өлкәләге хәлде билдәләүсе һигеҙ күрһәткес анализланған. Улар - хеҙмәт хаҡы кимәлен, мәшғүллекте, хеҙмәт шарттарын үҙ эсенә ала.
👍2👎21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда студенттар исемле стипендияларға лайыҡ булды

Башҡортостан Хөкүмәте уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә уңышҡа өлгәшкән студенттарға исемле стипендиялар тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Рауил Бикбаев, Мостай Кәрим, Ирек Мөҡсинов һәм Сосланбәк Тавасиев исемендәге дәртләндереү сараларына һигеҙ кеше лайыҡ булған. Уларҙың күбеһе Өфө фән һәм технологиялар университетында белем ала.
👍2👎21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика мәктәп ашханаларында меню төрләндерелде

Уҡыусыларға бушлай бер нисә гарнир, ит һәм эсемлек тәҡдим ителә. Яңылыҡтың төп идеяһы - ассортиментты арттырып, йәш организмды кәрәкле файҙалы элементтар менән тәьмин итеү. Бөгөн яңы меню республиканың 35 муниципалитетында айырым мәктәптәрҙә индерелгән. Бының өсөн ашхананың техник тәьминәте юғары булырға тейеш.
👍3👎31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә үҫмерҙәрҙең репродуктив һаулығын һаҡлау үҙәге организмға иғтибарлыраҡ булырға өйрәтә

Ойошма республика медицина-генетика үҙәге базаһында урынлашҡан. Ярты йыл самаһы элек эш башлаған ойошмала бөгөн 500-ҙән ашыу егет һәм ҡыҙ медицина тикшереүе үтеп, белгестәрҙән квалификациялы ярҙам алған. Ул Башҡортостанда үҫмерҙәрҙең репродуктив һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән илдәге икенсе үҙәк.
👍2👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 2-се балалар баҡсаһында яңы уйын майҙансығы асылды

Кескәйҙәр ҡаласығын «Башнефть» компанияһы төҙөгән. Был эш Башҡортостан менән «Роснефть» араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүенә ярашлы башҡарылған. Заманса уйын биләмәһен асыу тантнанаһынан репортаж.
👍3👎31