БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культура майҙандарын урып - йыйыу эштәре аҙағына яҡынлаша

Барлығы 2 миллион ярым тонна уңыш келәттәргә һалынған. Гектар ҡеүәте 22 центнер. Көслө ямғырҙар арҡаһында райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителһә лә, хужалыҡтар бирешмәй, уңыш өсөн көрәшә. Благовещен районы ла ошо исемлектә. Ҡырыҫ һауа торошо арҡаһында районда борсаҡ, ужым бойҙайы һәм арышы зыян күргән.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары башҡорт телен брайль шрифты ярҙамында өйрәнә башланы

Белем алыр өсөн сиктәр юҡ. Өфө коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары башҡорт телен брайль шрифты ярҙамында өйрәнә башланы. Күреү һәләтен юғалтҡан балалар өсөн яңы дәреслектәр әҙерләнгән. Тактиль башҡорт алфавиты һәм махсус һүрәттәр менән байытылған уҡыу әсбаптары Башҡортостан башлығы гранты скитәрендә тормошҡа ашырыла.
👍111👏1
Ишембайҙағы Башҡорт кадет корпусы Волга буйы округында иң яҡшыһы тип танылды

Был турала Республика Башлығы хәбәр итте. - Бында тәрбиәләнеүселәр ысын ир-егет була. Кадет корпусында әле 320 бала белем ала. Рәсәй Герой Александр Доставалов исемен йөрөткән уҡыу йортонда 6-сы кластан 11-се класҡа тиклем белем алалар. Бер нисә тел өйрәнергә мөмкин, түңәрәктәр, секциялар бар, спортҡа ҙур иғтибар бүленә, - ти Радий Хәбиров.
4
Башҡортостанда күп ҡатлы йорттар йылытыу миҙгеленә әҙер

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәй айҙарында гидравлик һынауҙар уҙғарылған, торбаларға ремонт эшләнгән. Бөгөнгә йорттарҙың барыһы ла әҙерлек паспорты алған. Йылытыу буйынса һорауҙар менән ҡыҙыу элемтәгә мөрәжәғәт итергә була. Һандары ведомство сайтында күрһәтелгән. 5 тәүлек рәттән уртаса температура 8 градустан күтәрелмәһә йорттарға йылы бирелергә тейеш.
👍2
Башҡортостанда түләүле парковкала түләмәгән өсөн штраф һаласаҡтар

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Штраф суммаһын 1 500 һумдан билдәләү тәҡдим ителә. Бындай эштәрҙе административ комиссия ҡарарға тейеш була. Штрафты протоколһыҙ ҙа һалыуҙары мөмкин, был осраҡта фото, йә видеотеркәү приборҙарынан мәғлүмәттәр иҫәпкә алына.
2👍1
Яңы йыл шыршылары әҙерләнә башланы

Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет районынан Омск өлкәһенә ике партия менән байрам ағасы оҙатылған. Тауар лабораторияла тикшерелгән. Ул сифат буйынса билдәләнгән талаптарға яуап бирә.
👎21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылы мәктәбендә көҙгө йәрминкә уҙҙы

«Хеҙмәт-намыҫ эше» исеме аҫтында Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылы мәктәбендә «Айыҡ ауыл -2024» республика конкурсы сиктәрендә көҙгө йәрминкә уҙҙы. Хеҙмәт сараһы хаҡында ентнекләберәк киләһе яҙмала.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ҡояштың ус төбөндә» инклюзив этномәҙәни фестиваленә старт бирелде

Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда «Ҡояштың ус төбөндә» тип аталған инклюзив этномәҙәни фестивалгә старт бирелде. Аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк сара һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға йүнәлтелгән. Улар бында республика халыҡтарының тарихы менән биҙәү-ҡулланма һәм художество ижады аша таныша ала. Проект «Беренселәр хәрәкәте» гранты конкурсы сиктәрендә Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге ярҙамында тормошҡа ашырыла.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күренекле ғалим-әҙәбиәтсе Әхнәф Харисовтың тыуыуына - 110 йыл

Күренекле ғалим-әҙәбиәтсе, фольклорсы һәм телсе, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Әхнәф Харисовтың тыуыуына - 110 йыл. Ошо уңайҙан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендә Бөтә Рәсәй конференцияһы үтте. Ғалимды һәм уның фәнни мираҫын иҫкә алырға институт хеҙмәткәрҙәре һәм яҡындары, яҡташтары килде.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында радиоидаралы машиналар ярышты

Боролош һәм юлһыҙлыҡ. Өфө районында радиоидаралы машиналар ярышты. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 30-ҙан ашыу пилот, шулай уҡ Ижевск ҡалаһынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Бәйге йәштәр һәм өлкән пилоттар араһында үткәрелде. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа саранан ситтә ҡалманы.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәмәғәт транспорттарында куар-код ярҙамында иҫәпләшергә була

Мөмкинлек яңы системаға индерелә һәм тәжрибә этабында тикшерелә. Уңайлыҡ Өфө һәм республиканың башҡа ҡалаларында эшләйәсәк. 1 октябрҙән йыл аҙағына тиклем юл йөрөү өсөн куар-код аша түләгәндәргә 13 һум ташлама ҡаралған. Тимәк, «Башавтотранс» автобустарында билет 41 һум урынына 28 һум. Система «Башавтотранс» һәм шәхси пассажир ташыусылар автобустарында, травмай һәм троллейбус - йәмғеһе 1500 транспорт сараһында эшләйәсәк.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә яугирҙарға хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығы тапшырылды

Бөгөн «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында «Вагнер» шәхси хәрби компанияһы яугирҙарына хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығы тапшырылды. Документ ике тиҫтәнән ашыу яҡташыбыҙға бирелде.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан яугирҙары ил һағында

Ватанды һаҡлау - изге һөнәр. СССР-ҙың оборона министры Андрей Гречконың ҡанатлы фразаһы бөгөн дә актуаль. Йөрәк ҡушыуы буйынса күп ир-егеттәр, илде дошмандан һаҡларға кәрәк булғанда, гражданлыҡ һөнәрен хәрби һөнәргә алмаштыра. Уларҙың тыныс тормошта алған һөнәри тәжрибәһе махсус хәрби операция үткәреү биләмәһендә тик файҙаға ғына. Хәрби хәбәрселәр күҙлегенән.
4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районы Уҫманғәле ауылына айыуҙарҙың эйәләшеүенә бәйле киҫкен саралар күрелә

Ихатаға ла инәләр, урам буйлап та йөрөйҙәр. Белорет районы Уҫманғәле ауылына айыуҙарҙың эйәләшеүенә бәйле киҫкен саралар күрелә. Хоҡуҡ һағындағылар биләмә буйлап дежурлыҡ ойошторһа, һунарсылар министрлыҡ тарафынан бирелгән рөхсәт буйынса тайыштабандарҙың иҫәбен көйләй.
4👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле уҡыусылар алдында сығыш яһаны

Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында сығыш яһаны. Уҡыусыларға музыканттар ярты йыл эсендә репертуарҙарына индергән халыҡ ижады өлгөләрен башҡарҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡурайсылар ансамбле быйыл мартта республика башлығы тәҡдиме буйынса ойошторола. Һайлап алыу турын 23 музыкант үтә.
7👍2
Республика Башлығы уҡыусылар өсөн ташламалы юл йөрөү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты

1 сентябрҙән күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала. Закон ҡабул ителгән, әммә льготаны юллауҙа ҡатмарлыҡтар бар, ата-әсәләргә шуға зарланған. Радий Хәбиров проблеманы хәл итеү кәрәклеге тураһында белдерҙе. Льготаны юллауҙы электрон тәртипкә күсерергә ҡушты.
4
Республикала хәмер ҡойоп һатыу урындарының эшенә сикләү индерелә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тейешле ҡанунға ҡул ҡуйҙы. Уға ярышлы торлаҡ йорттарҙа урынлашҡан һәм төнгө ваҡытта спиртлы эсемлек һатҡан кибеттәрҙең эш сәғәттәре сикләнә. Бындай магазиндарҙа төнгө сәғәт 11-ҙән иртәнге сәғәт 8-гә тиклем араҡы менән сауҙа итеү тыйыла. Закон киләһе йылдың 1 мартынан көсөнә инә.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин пенсионерҙары Торатауҙа булды

Өлкән быуын вәкилдәре Торатауҙа. Иглин пенсионерҙарынан өс тиҫтәгә яҡын кеше Ишембай ерендә «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы буйынса сәйәхәттә булды.Сәйәхәт нөктәһенә Иглиндар уңайлы автобутарҙа барҙы. Көн дауамында өлкәндәр «Торатау» геопаркының визит-үҙәге менән танышты. Торатауға күтәрелеп онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алды.
5👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһында «Мин -Тыуған илемдең патриоты» мәҙәни-спорт акцияһы үтте

Сараның төп өлөшө көҙгө еңел атлетика буйынса ярыш ойоштороуға ҡоролһа, икенсе өлөшөндә сәнғәт оҫталары сығыш яһаны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍21
Рәсәйҙә МРОТ 22 440 һумға тиклем арта

Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин минималь эш хаҡы күләмен арттырыу пландары хаҡында иғлан итте. Киләһе йылдың башынан МРОТ 16,5% ашыуға артып, 22 440 һум тәшкил итер тип көтөлә.

«Шул рәүешле 4 миллион самаһы хеҙмәткәрҙең эш хаҡы күтәрелергә тейеш», — тине Михаил Мишустин.

Сентябрь башында илдең хеҙмәт министры Антон Котяков хәбәр иткәнсә, 1 октябргә тиклем Дәүләт Думаһына минималь эш хаҡы күләмен 22,4 мең һумғаса арттырыу тураһында закон проекты индерелә.
👍31