БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балтас районында «Ауыл табибы» программаһы буйынса дауаханала яңы хеҙмәткәрҙәр эшләй башлаған

Ауылға - йәш белгестәр. Балтас районында «Ауыл табибы» программаһы буйынса дауаханала яңы хеҙмәткәрҙәр эшләй башлаған. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған Тамара Шәймөхәмәтова тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. Республика буйынса быйыл 129 медицина хеҙмәткәре «Ауыл табибы» программаһында ҡатнашҡан. Төбәктә ауыл еренә эшкә ҡайтҡан табиптарға 1 млн һумдан алып 1,5 млн һумға тиклем дәртләндереү сараһы ҡаралған.
👍4👎4
Башҡортостанда студенттар өсөн исемле стипендия булдырыла

Был турала Радий Хәбиров студенттар менән осрашыуҙа белдерҙе. Стипендия яҡшы уҡып йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусыларға түләнә. Мәғариф һәм фән министрлығына тейешле күрһәтмә бирелгән. Студенттар менән бындай осрашыуҙар даими уҙғарыласаҡ, тине Республика Башлығы.
👍4👎4
Рәсәйҙә 13-сө пенсия түләргә тәҡдим итәләр

Дәүләт Думаһының вице-спикеры Борис Чернышев белдереүенсә, ошо турала закон проекты йыл аҙағына тиклем парламент ҡарауына тапшырыла. Ул ҡабул ителһә хаҡлы ялдағыларға йыл һайын бер тапҡыр өҫтәп тағы бер пенсия бирелә. - Закон проекты көнүҙәк. Икенсе йыл рәттән ҙур инфляция күҙәтелә. Пенсия үҫеше хаҡтар артынан өлгөрмәй, - тине ул.
👍6👎51
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә төҙөлгән Фехтование үҙәге тышҡы яҡтан яҡтыртыла башланы

Фехтование үҙәгендә хәҙер төнгө сәғәттәрҙә лә ут балҡый. Ул тышҡы яҡтан яҡтыртыла башланы. Өфөләге спорт объекты төҙөлөшө менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Билдәле булыуынса, фехтование үҙәген төҙөү тураһындағы ҡарарҙы төбәк етәксеһе 2021 йылда Токиолағы йәйге Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары - рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыуҙа белдергәйне.
👍4👎4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ялға ҡайтҡан яугирҙар отпусктан һуң махсус хәрби операцияға юлланды

Яҡташтарыбыҙҙы алғы һыҙыҡҡа оҙатырға Хәрби комиссариат, район хакимиәте вәкилдәре, ғаиләләре, яҡындары, дуҫтары килде. Майҙанда дәүләт гимндары яңғырағандан һуң, ир-егеттәрҙе еңеүгә ҡеүәтләүсе һүҙҙәр яңғыраны. Республика хәрбиҙәргә һәм уларҙың яҡындарына оло терәк булыуы билдәләнде. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск мәлендә яугирҙар туғандары, дуҫтары янында булған, төрлө осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Алыҫ юлға яугирҙар үҙҙәренә генә түгел, дуҫтары өсөн дә кәрәкле әйберҙәр, күстәнәстәр тейәп сыҡҡан.
🤬4👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Краснокама районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Андрей Захаровҡа «Герой партаһы» асылды

Краснокама районы Никольское ауылы мәктәбендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Андрей Захаровҡа «Герой партаһы»н асыу тантанаһы үтте. Андрей Дмитриевич Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Калинин, өсөнсө Белорус һәм беренсе Балтик буйы фронттары составында 1-се танк корпусының хәрби хәрәкәттәрендә әүҙем ҡатнашҡан, үҙен батыр хәрби командир итеп күрһәткән. Һуғыштан һуң мәғариф өлкәһендә эшләгән. Сарала уның балалары, ейәндәре һәм бүләләре ҡатнашты.
👍5🤬4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Волга буйы федераль округының иң оҫта йәш ашнаҡсыһы билдәләнә

«Бала саҡты ҡайтарып» фестивале барышында уҙған бешеренеү оҫталығы буйынса конкурс Туҡланыу индустрияһы һәм сервисы колледжында үтә. Ҡатнашыусылар алдында емеш-еләк һәм йәшелсә-емештәрҙән нәфис композиция төҙөү бурысы тора ине. Конкурсанттарҙы колледж уҡытыусылары һәм профессиональ ашнаҡсылар баһаланы.
🤬4👍31
Башҡортостанда көҙөн дә талпандан зыян күреүселәр бар

Бер аҙнала 184 кешегә талпан ҡаҙалған, тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән. Быйыл медицина учреждениеларына 8 мең 200-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 3 меңдән күберәге - балалар. Килтерелгән талпан лабораторияларҙа тикшерелә. Бөжәктәрҙең 19-ында энцефалит асыҡланған, шулай уҡ боррелиоз инфекциялы талпандар булған.
👎4
Айғырға 10 вагонлы "Финист" йөрөй башлай

Өфө-Белорет йүнәлешендә поездар һыйҙырышлығын арттырыу буйынса эш алып барыла.Ял көндәрендә туристар күпләп барған урынға "Финист" поезы ебәрелә. - Башҡортостанға заманса электр поезының икенсе составы килде. 10 вагонлы поезд 2 мең 400 кеше һыйҙыра, - тип белдерҙеләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында. Быға тиклем Айғырға табан электричкаларҙа урын етешмәүе тураһында хәбәр ителде. Республика Башлығы ризаһыҙлыҡ белдерҙе, проблеманы хәл итергә ҡушты.
👎3👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөләге парктарҙы төҙөкләндереү барышы менән танышты

Бөгөн баш ҡала буйлап эш сәфәрендә төбәк етәксеһе «Ғаилә скверы», «Ҡурай тотҡан малай» фонтаны, Ҡурсаҡ театры алдындағы майҙанда һәм Черниковка биҫтәһендә булды. Ҡала баҡсаларындағы үҙгәрештәр тураһында ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍4👎41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Китап» нәшриәтенең яңы магазинында булды

Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Китап» нәшриәтенең яңы магазинында булды. Сауҙа нөктәһе уҙған аҙна - 14 сентябрҙә асылғайны. Баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан магазинда «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәте продукцияһы ла урын алған, төрлө халыҡтарҙың милли әҙәбиәте менән танышырға була.
👍5👎41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ғәзим Шафиҡовҡа таҡтаташ асылды

Өфөлә шағир, прозаик, драматург һәм тәржемәсе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡовҡа таҡтаташ асылды. Тантанаға Башҡортостан зыялылары, яҙыусының ҡәләмдәштәре, туғандары һәм яҡташтары йыйылды. Сараға Ауырғазы, Ғафури һәм Хәйбулла райондарынан делегациялар ҙа килгәйне. Быйыл әҙиптең тыуыуына ла 85 йыл тула.
👎5👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Бала саҡты ҡайтарып» төбәк фестивале тамамланды

Өфөлә бөгөн «Бала саҡты ҡайтарып» төбәк фестивале тамамланды. Өс көн дауамында барған сарала Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәгенән 500-ҙән ашыу бала ҡатнашты. «Бала саҡты ҡайтарып» фестивале балалар йорттарына ярҙам итеү, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы социаль яраҡлаштырыу, һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында ойошторола.
👍4👎41
Ырымбур өлкәһендә Рауил Бикбаевтың исеме мәңгеләштерелде

Аҡбулат ауылында Башҡортостандың халыҡ шағирына мемориаль таҡтаташ асылды. Ул уҙған быуаттың 50-се йылдарында ошонда педагогия училищеһында белем алған. Таҡтаташты Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы әҙерләгән. Рауил Бикбаев 2019 йылда 80 йәшендә вафат булды.
👍8👎41
Уҡыу йорттарының ятаҡтары капиталь ремонтлана

Башҡортостан федераль программала ҡатнаша. Был турала Радий Хәбиров студенттар менән осрашыуҙа белдерҙе. - Республика мәғариф һәм фән министрлығы тейешле ғариза тапшырҙы. Киләһе йылдан юғары уҡыу йорттары ятаҡтарында капиталь ремонт башлайбыҙ. Биш йылда уларҙы тулыһынса төҙөкләндереү маҡсатын ҡуябыҙ, - тине ул. Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан шулай уҡ ҙур федераль фәнни-технологик проекттарҙа әүҙем ҡатнаша.
👎52👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Һөт иле, баллы баш ҡала» фестивале башланды

Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында «Һөт иле, баллы баш ҡала» фестивале башланды. Ғаилә йылына һәм баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арналған күләмле сарала республиканың төрлө төбәктәренән һөт һәм бал етештереүселәр ҡатнаша. Майҙанда ауыл хужалығы ризыҡтарын ауыҙ итергә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин.
👍41
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан Курск өлкәһенә 100 дрон һәм ике радиоэлектрон көрәш аппараты оҙатыла

Чечен республикаһының Башҡортостандағы вәкиллеге Өфөләге дрондар етештереүсе «Новогрупп» компанияһы менән берлектә Башҡортостан хәрбиҙәре өсөн дрондар һәм радиоэлектрон көрәш ҡорамалы ебәрергә ҡарар иткән. Дрондар яуҙа дошманды юҡ итеүҙә иң кәрәкле ҡоралдарҙың береһе.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала бишенсе тапҡыр «Боронғо Өфө» тарихи фестивале үтте

«Арт-Квадрат» майҙансығында ойошторолған сарала көршәксе, тимерсе, ювелир һәм күн оҫталарын күрергә мөмкин ине. Фестиваль ҡунаҡтары ҡул эштәре күргәҙмәһе менән танышты, йәрминкә, оҫталыҡ дәрестәре, тарихи конкурс һәм викториналарҙа ҡатнашты. Өфө балалар филармонияһы ижади коллективы сығыш яһаны. Ҡул эштәре һәм археологик ҡаҙылмалар экспозицияһын «Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей ҡурсаулығы тәҡдим итте.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында боронғо төрки хәрби сәнғәте «Ҡара ҡаплан» буйынса ярыштар уҙҙы

Ғафури районы Красноусол ауылында боронғо төрки хәрби сәнғәте «Ҡара ҡаплан» буйынса ярыштар уҙҙы. Икенсе тапҡыр ойошторолған сара Күрпәс бей иҫтәләгенә һәм шифахананың 100 йыллығына арналды. Ярышта республика төбәктәренән ир-егеттәр үҙ көсөн һынаны.
👍61
Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш ғәҙәти ҡағиҙәләр буйынса үтә

Ир-егеттәргә ҡағыҙ повесткалар ебәрелә. Дәүләт Думаһының Оборона комитеты рәйесе Андрей Картаполов ошо турала белдерҙе. Депутат әйтеүенсә, хәрби иҫәп алып барыу буйынса электрон реестр һынау үтә. Ул киләһе йылдың ғинуарынан тулыһынса эшләй башларға тейеш.
👍21