Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нефтекамала Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында археологик ҡаҙыныу эше алып барыла
Йәмғеһе был йүнәлешкә 800 мең һумлап аҡса йүнәлтелгән. Лагерҙа уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Ғалимдар фәнни эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнеп ҡалмай, яңы тарихи белем ярҙамында Нефтекамала туристар өсөн яңы ҡыҙыҡлы урын булдырмаҡсы. Ҡаҙыныу эше барышында тәүге ҡомартҡылар табылған да инде.

❤3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында Үтәгән уйындары уҙҙы
Дүртенсе йыл ойошторолған сара Ҡабаҡ фестиваленә нигеҙләнеп ҡоролған. Район брендына әйләнгән сарала быйыл Ғафури, Дәүләкән, Иглин, Әбйәлил - бөтәһе ете район вәкилдәре ҡатнашты.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы»ның 6-сы съезына әҙерлек дауам итә
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берләшмәһенең 6-сы съезына әҙерлек дауам итә. Сара сиктәрендә Ханты-Манси автономиялы округы - ЮГРА-ның Сорғот, Когалым ҡалаларында рухи берҙәмлек, ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ киләсәгенә арналған саралар шәлкеме ойошторола.

❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Милли кейем көнө билдәләнде
Республикала Милли кейем көнө билдәләнде. Йылына ике тапҡыр үткәрелгән байрамдың төп маҡсаты - тыуған төйәгебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен үҫтереү, халыҡтар дуҫлығын нығытыу.

👍4❤1
💪Белоретта СВО-ла ҡатнашыусылар өсөн дрондар етештерелә
✔ Район эшҡыуары Данис Йыһаншин махсус операцияға дрондар етештерә башлаған. Ул СВО-ның тәүге көндәренән Донбассҡа гуманитар ярҙам ташый, һалдаттарға ярҙам итә. Күп тапҡыр алғы һыҙыҡта булғандан һуң хәрбиҙәргә дрондар кәрәклегенә инанған һәм производство асырға ҡарар иткән.
✔Эшҡыуарҙың башланғысы менән ике яҡташыбыҙ Магнитогорск ҡалаһында махсус курс үткән һәм тәүге дронды әҙерләгән. Район йәмәғәтселеге бер миллион аҡса йыйған. Халыҡ тәүге дронға «Бөркөт» тип исем биргән.

👍4🤮4
Сүкеш менән класташтарын туҡмаған😱
Силәбелә фажиғә, бөгөн иртән ҡаланың 68-се махсус-коррекция мәктәбендә уҡыусыларҙың береһе дәрескә сүкеш һәм бысаҡ килтергән. Иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә үҫмер класташтарына һөжүм иткән.
Өс бала һәм һөжүм итеүсене туҡтатҡан химия уҡытыусыһы зыян күргән, бер уҡыусы ҡыҙ ауыр хәлдә реанимация бүлегенә оҙатылған. Урында тәфтишселәр эшләй.

😱5💩4
Әсәлек капиталының ҡалған суммаһын аҡсалата алырға мөмкин
Күп функциялы үҙәккә, почта бүлексәләренә йәки дәүләт хеҙмәттәре порталына мөрәжәғәт итеп, әсәлек (ғаилә) капиталының тотонолмаған өлөшөн (10 мең һумға тиклем) алырға мөмкин, тип белдерҙеләр Рәсәй Хөкүмәтендә.
Дәүләт башлығы Владимир Путин тәҡдиме менән балалы ғаиләләр әсәлек капиталының ҡалған өлөшөн (10 мең һумға тиклем) бер тапҡыр бирелә торған түләү формаһында алырға мөмкин. Ошондай түләүҙе алыу ҡағиҙәләре министрҙар кабинеты башлығы Михаил Мишустин ҡул ҡуйған ҡарар менән раҫланған.
«Һүҙ әсәлек капиталының күпселек өлөшө торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, мәҫәлән, ипотекаға торлаҡ һатып алыу, балаларҙы уҡытыу, инвалид балалар өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр, шулай уҡ башҡа маҡсаттар өсөн тотонолғандан һуң иҫәптә тороп ҡалған аҡса тураһында бара. Бер тапҡыр бирелә торған аҡса алырға хоҡуҡлы ғаиләләргә дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тейешле белдереү ҡағыҙы ебәрелә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

👎3👍1
Өфөлә «Рәхмәт-2024» акцияһының суперприздары тапшырылды
Бәхетле билет хужаларын «Алға, патриот» ойошмаһы етәксеһе Ринат Хәбиров һәм Өфө ҡалаһы инвестиция-төҙөлөш комитетының генераль директоры Марат Вәсимов ҡотланы.
– «Рәхмәт» акцияһы 2024 йылдың яҙынан башлап үткәрелә. Әле үтә мөһим этап үтте, – тине Ринат Хәбиров. – Кемдәр отмаған, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ.
Еңеүселәрҙең барыһына ла юридик ярҙам күрһәтелә, тип белдерҙе Марат Вәсимов.
Өфөнән яңы фатирҙы Шишмә районының Үрге утарынан Әхмәҙиевтар ғаиләһе алды. Ғаилә башлығы Ильвир әйтеүенсә, уға был турала акция ирекмәндәре шылтыратып хәбәр иткән.
Бөрө районынан Плоховтар ғаиләһенә лә уңыш йылмайған. Отошло билет —әсәһе Галинаныҡы, әммә уны ҡыҙы Марина Сидоркина теркәгән.
- Шылтыратып әйткәс, ышанманыҡ, әммә шунда уҡ билетты тикшерҙек. Шок булды. Дөрөҫөн әйткәндә, һаман ышанып етмәйбеҙ, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Марина Сидоркина.

🤮5❤2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Владислав Орловскийға Шайморатов миҙалын тапшырҙы
Уңыш һәр ваҡыт үҫеш юлында булғандарға, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләгәндәргә йылмая. Һайлау үтте, башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, алда яңы бурыстар тора, тине Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә. Республика башлығы министрлыҡ-ведомстволар етәкселәренә төп эш йүнәлештәрен билдәләне. Радий Хәбиров шулай уҡ Уҡсылар полкының медицина ротаһы госпитале етәксеһе Владислав Орловскийға Шайморатов миҙалын тапшырҙы, махсус хәрби операцияға юлланған Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаевҡа оло ихтирамын белдерҙе.

🤮4❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала коронавирус менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә
Һуңғы тәүлектә генә 143 осраҡ теркәлгән. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ауырыуҙың таралыуы миҙгелгә бәйле, хәл контролдә тотола. Инфекция госпиталдәрендә пациенттарҙы дауалау өсөн 165 койка әҙерләнгән, әле уларҙың 10 проценты буш. 1200-гә яҡын кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.

💩4❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы Ураҙбай ауылында йәшәүсе ирекмәндәр яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплаған
Изге ниәт менән. Ишембай районы Ураҙбай ауылында йәшәүсе ирекмәндәр яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплаған. Гүзәл заттар тырышлығы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға быҡтырылған ит, балыҡ, бауырһаҡ һәм башҡа аҙыҡ-түлек оҙатыла. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә маскировка селтәрҙәре, йылы кейемдәр әҙерләй.

Өфөлә «Шень Ко: ғилми-техник эштәр донъяһы» ғилми-популяр туры асылды
Яңы асыштарға сәйәхәт. Фән һәм технологиялар ун йыллығы башланғыстарын тормошҡа ашырыу буйынса Евразия ғилми-мәғариф үҙәге ғалимдары Башҡортостандың ғилми һәм туристик мөмкинлектәрен асҡан туғыҙ эскурсия маршруты төҙөгән. Гуманитар, химия, биология-медицина, IT, физика-математика - һәр береһе бер йүнәлешкә арналған.

🤡4👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауылдағы иң яҡшы уҡытыусыға - 690 мең һум
Башҡортостан башлығы гранты йәмғеһе 150 педагогҡа тапшырыласаҡ. Тик уларҙың ауыл мәктәбендә эшләүе шарт. Конкурс уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү һәм уларға матди ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Еңеүселәрҙең берәүһе Кушнаренко гимназияһында эшләй. Ирина Тяптина педагогик хеҙмәткә 16 йыл ғүмерен арнаған.

💩4👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Рәхмәт-2024» акцияһы суперприздарын тапшырыу тантанаһы үтте
Хәтергеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Башҡортостан юлдаш каналында төп бүләктәр уйнатылды. «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында өс яңы фатир, автомобиль, дүрт квадроцикл, Сочиға ғаилә юллмаһы һәм республиканың ял базаһына ял туры хужалары билдәләнде. Акцияла бөтәһе миллиондан ашыу QR-билет теркәлгән. Өфөнән яңы фатирҙы Шишмә районынан Әхмәҙиевтар ғаиләһе еңде. Ошондай уҡ бәхет Бөрө районынан Плоховтар ғаиләһенә лә йылмайҙы. Ә бына «Нива» автомобиле Октябрьскийҙа йәшәүсе Сәфәровтарға юллана. Туймазынан Ғарифйәновтар Сочиға ял итергә барасаҡ.

🤮4👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡағалым ҡалаһында «Мираҫ» этно-үҙәге һәм йәкшәмбе мәктәбе асылды
Башҡортостандан ситтә лә милләттәштәребеҙ туған телен өйрәнә, халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмай Ханты-Манси автономиялы округы - Ҡағалым ҡалаһында «Мираҫ» этно-үҙәге һәм йәкшәмбе мәктәбе асылды.

❤3🤮3👍2💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында тарихи- крайҙы өйрәнеү музейы эшләй башланы.
Илтуған ауылындағы ябылған мәктәп бинаһында Ҡырмыҫҡалы районының тарихи- крайҙы өйрәнеү музейы эшләй башланы. Йыл башында үҙ ишектәрен асҡан музейҙа Өфөнөң һуҡыр һәм насар күргән уҡыусылар өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары булды.

👍4💩2🤮1🤡1
Күлдәк уйнатабыҙ!
БСТ каналының телеграм-каналында шәп отоштар дауам итә. Каналға яҙылған дуҫтарыбыҙ араһында матур күлдәк уйнатабыҙ. Еңеүсе 25 сентябрҙә иғлан ителәсәк. Отоштоң бағыусыһы — «Имран» милли кейем магазины.
Бының өсөн «БСТ | Яңылыҡтар» һәм «Йәм» телеграм-каналдарына яҙылырға кәрәк!
«Йәм» телеграм-каналы: https://t.iss.one/yamleofo

👍47❤8👏5🤡5😍5
Республикала юғалған кешеләр арта
Үткән аҙнала ошондай 9 осраҡ теркәлгән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Белгестәр тәбиғәткә сыҡҡан кешеләрҙе иғтибарлы булырға саҡыра. Маршрутты алдан билдәләү, сәфәргә юлланыу хаҡында туғандарҙы һәм яҡындарҙы иҫкәртеү мөһим. Шулай уҡ һауа шарттарын иҫәпкә алырға кәрәк. Мобиль телефондың заряды тулы булырға тейеш. Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенең телефоны: 112.

👌2
Башҡортостан мәктәптәрендә аш-һыу төрләндерелә
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев белдереүенсә, яңы меню уҡыусыға үҙе теләгән ризыҡты һайлау мөмкинлеген бирә. Проект 16 районда ғәмәлгә ашырыла. Киләсәктә, ата-әсәләр ризалығын алғандан һуң вариатив меню 42 район һәм ҡала округында ҡулланыла башларға тейеш.

❤2👍1