БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.97K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан Көньяҡ Донецк йүнәлешендә мобилизацияланғандар сираттағы ротацияға сыҡты

Көстәрҙе алмаштырып. Башҡортостандан Көньяҡ Донецк йүнәлешендә мобилизацияланғандар сираттағы ротацияға сыҡты. Уларҙың ял итеү, йыуыныу, ҡорал таҙартыу өсөн бер нисә көнө бар. Шулай уҡ был ваҡытты улар туғандары менән бәйләнеш өсөн файҙалана. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала бер ай эсендә «Рекрут» проектында 750 кеше ҡатнашҡан

Улар башлыса контракт буйынса хеҙмәт итеү тураһында мәғлүмәт таратыусы ирекмәндәр, йәмәғәтселәр. Элек был эш бер нисек тә компенсацияланмаған, август айынан 50 мең һум матди ярҙам түләнә. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙән, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән тыш, 18 йәштән өлкән граждандарға түләү ҡаралған. Рекрут проектында һәр кем ҡатнаша ала.
1🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә артистар милли кейемдәрҙә байрам хороводында әйләнде

Бөгөн республикала Башҡортостан халыҡтары милли кейемдәре көнө билдәләнә. Төбәк халҡы өсөн был мөһим байрам, сөнки бында 100-ҙән ашыу милләт бергә дуҫ йәшәй. Республикала байрам йылына ике тапҡыр үткәрелә. Бөгөн ул бөтә район-ҡалаларҙа ла рухлы кәйефтә үткәрелде. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармония артистары «Башҡортостан» тип исемләнгән өр-яңы йыр тәҡдим итте. Ойошманың бөтә артистары милли кейемдәрҙә байрам хороводында әйләнде.
1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһы тарихы музейы ойошторолоуға 5 йыл

Иҫтәлекле дата уңайынан музейҙың тәүге ҡаҙаныштары билдәләнде, гүзәл баш ҡала тарихын һаҡлауға тос өлөш индергән хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде. Биш йыл дауамында тарихи экспозицияларҙы тулыландырыу, архив материалдар туплау буйынса ҙур эш башҡарылған. Дүрт залда Өфөнөң ағас ҡәлғә булған ваҡытынан алып, заманса мегаполисҡа әйләнгәненә тиклем әйберҙәр күрһәтелгән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә китап магазины асылды

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте сығарған продукция Өфөнөң тарихи үҙәгендә һатыласаҡ. Тантанала абруйлы ҡунаҡтар, яҙыусылар, шағирҙар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Тәүге көндә баҫма ташламалар ҙа тәҡдим ителде. Фирма магазины киләсәктә республикабыҙ мәҙәниәтенә һәм әҙәбиәтенә ярҙам итергә, авторҙар һәм нәшриәтселәр өсөн майҙансыҡ булдырырға тейеш. Ул төрлө йәштәге уҡыусыларҙы йәлеп итеү, мәҙәни ваҡиғалар ойоштороу үҙәге булыр тип күҙаллана.
2
Башҡортостанда талпандан зыян күреүселәр күп

Башҡортостанда быйыл талпандан зыян күргән 8 мең 100-ҙән ашыу кеше медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткән. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһы белгестәре 9 меңләп бөжәкте тикшергән, уларҙың 1 процентында энцефалит вирусы асыҡланған. Республикала балаларҙы һауыҡтырыу һәм ял лагерҙарындағы бөтә майҙандар талпанға ҡаршы эшкәртелгән. Йыл башынан 25 меңгә яҡын кеше энцефалиттан прививка алған.
1
Әбйәлил районында Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары ағышын көйләү эштәре ҡарала

Уҙған йыл ташҡын осоронда яҡын-тирәләге ауылдар һыу баҫыуҙан зыян күрҙе. Байым, Исҡаҡ, Сиҙәм һәм Туйыш ауылдарында йылға яры ашалып, йорт-ҡаралтыларға яҡынлаша. Ошоға бәйле, йылғаларҙың ағымын үҙгәртеү эштәре буйынса республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, проект-документация әҙерләнә. Төҙөлөш-монтаж эштәре 40 миллионға яҡын һумға баһалана, тип белдерәләр Тәбиғәттән һаҡлау һәм экология министрлығынан.
1
Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш алына

Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, гектар кеүәте 434 центнер - уҙған йыл менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырға күберәк. Әлегә дөйөм 8 мең гектар майҙанда 354 мең тонна татлы тамыр ҡаҙып алынған, был планға ҡарата 14 процент. Быйыл республикала 57 меңдән ашыу гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө сәселде. Сеймал Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтарына оҙатыла.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте

Берҙәмлек менән көслөләр. «Өфө-Арена» комплексы алдында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙың отпускынан тәьҫораттары һәм еңеүгә ынтылыштары тураһында сюжет.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһының «Яркий» биҫтәһендә зәңгәр шыршыларҙан Ғаилә аллеяһы барлыҡа килде

Дим районындағы яңы биҫтәне йәшелләндереү «Ғаилә аллеяһы» проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Уны ойоштороусы әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Гөлсинә Шәйнурова.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нуриман районы «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһын ҡабул итте

Урындағы мәҙәниәт һарайында төрлө йәштәге һәм төрлө шөғөлдәре булған гүзәл зат вәкилдәре йыйылды. Көн дауамында улар өсөн бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгәйне - лекторийҙар, оҫталыҡ дәрестәре, консультациялар уҙғарылды. «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, проектҡа үҙ эшен яратып башҡарған белгестәр йәлеп ителеүен билдәләне.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нефтекамала Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында археологик ҡаҙыныу эше алып барыла

Йәмғеһе был йүнәлешкә 800 мең һумлап аҡса йүнәлтелгән. Лагерҙа уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Ғалимдар фәнни эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнеп ҡалмай, яңы тарихи белем ярҙамында Нефтекамала туристар өсөн яңы ҡыҙыҡлы урын булдырмаҡсы. Ҡаҙыныу эше барышында тәүге ҡомартҡылар табылған да инде.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында Үтәгән уйындары уҙҙы

Дүртенсе йыл ойошторолған сара Ҡабаҡ фестиваленә нигеҙләнеп ҡоролған. Район брендына әйләнгән сарала быйыл Ғафури, Дәүләкән, Иглин, Әбйәлил - бөтәһе ете район вәкилдәре ҡатнашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы»ның 6-сы съезына әҙерлек дауам итә

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берләшмәһенең 6-сы съезына әҙерлек дауам итә. Сара сиктәрендә Ханты-Манси автономиялы округы - ЮГРА-ның Сорғот, Когалым ҡалаларында рухи берҙәмлек, ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ киләсәгенә арналған саралар шәлкеме ойошторола.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Милли кейем көнө билдәләнде

Республикала Милли кейем көнө билдәләнде. Йылына ике тапҡыр үткәрелгән байрамдың төп маҡсаты - тыуған төйәгебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен үҫтереү, халыҡтар дуҫлығын нығытыу.
👍41
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районының хәрби комиссары Ринат Зәбиров, ҡала Советы депутаты Әхәт Асылбаев махсус хәрби операцияға юлланды.

Ир-егеттәребеҙҙең имен-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйек!
4🤮1
💪Белоретта СВО-ла ҡатнашыусылар өсөн дрондар етештерелә

Район эшҡыуары Данис Йыһаншин махсус операцияға дрондар етештерә башлаған. Ул СВО-ның тәүге көндәренән Донбассҡа гуманитар ярҙам ташый, һалдаттарға ярҙам итә. Күп тапҡыр алғы һыҙыҡта булғандан һуң хәрбиҙәргә дрондар кәрәклегенә инанған һәм производство асырға ҡарар иткән.

Эшҡыуарҙың башланғысы менән ике яҡташыбыҙ Магнитогорск ҡалаһында махсус курс үткән һәм тәүге дронды әҙерләгән. Район йәмәғәтселеге бер миллион аҡса йыйған. Халыҡ тәүге дронға «Бөркөт» тип исем биргән.
👍4🤮4
Сүкеш менән класташтарын туҡмаған😱

Силәбелә фажиғә, бөгөн иртән ҡаланың 68-се махсус-коррекция мәктәбендә уҡыусыларҙың береһе дәрескә сүкеш һәм бысаҡ килтергән. Иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә үҫмер класташтарына һөжүм иткән.

Өс бала һәм һөжүм итеүсене туҡтатҡан химия уҡытыусыһы зыян күргән, бер уҡыусы ҡыҙ ауыр хәлдә реанимация бүлегенә оҙатылған. Урында тәфтишселәр эшләй.
😱5💩4
Әсәлек капиталының ҡалған суммаһын аҡсалата алырға мөмкин

Күп функциялы үҙәккә, почта бүлексәләренә йәки дәүләт хеҙмәттәре порталына мөрәжәғәт итеп, әсәлек (ғаилә) капиталының тотонолмаған өлөшөн (10 мең һумға тиклем) алырға мөмкин, тип белдерҙеләр Рәсәй Хөкүмәтендә.

Дәүләт башлығы Владимир Путин тәҡдиме менән балалы ғаиләләр әсәлек капиталының ҡалған өлөшөн (10 мең һумға тиклем) бер тапҡыр бирелә торған түләү формаһында алырға мөмкин. Ошондай түләүҙе алыу ҡағиҙәләре министрҙар кабинеты башлығы Михаил Мишустин ҡул ҡуйған ҡарар менән раҫланған.

«Һүҙ әсәлек капиталының күпселек өлөшө торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, мәҫәлән, ипотекаға торлаҡ һатып алыу, балаларҙы уҡытыу, инвалид балалар өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр, шулай уҡ башҡа маҡсаттар өсөн тотонолғандан һуң иҫәптә тороп ҡалған аҡса тураһында бара. Бер тапҡыр бирелә торған аҡса алырға хоҡуҡлы ғаиләләргә дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тейешле белдереү ҡағыҙы ебәрелә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
👎3👍1
Өфөлә «Рәхмәт-2024» акцияһының суперприздары тапшырылды

Бәхетле билет хужаларын «Алға, патриот» ойошмаһы етәксеһе Ринат Хәбиров һәм Өфө ҡалаһы инвестиция-төҙөлөш комитетының генераль директоры Марат Вәсимов ҡотланы.

– «Рәхмәт» акцияһы 2024 йылдың яҙынан башлап үткәрелә. Әле үтә мөһим этап үтте, – тине Ринат Хәбиров. – Кемдәр отмаған, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ.

Еңеүселәрҙең барыһына ла юридик ярҙам күрһәтелә, тип белдерҙе Марат Вәсимов.

Өфөнән яңы фатирҙы Шишмә районының Үрге утарынан Әхмәҙиевтар ғаиләһе алды. Ғаилә башлығы Ильвир әйтеүенсә, уға был турала акция ирекмәндәре шылтыратып хәбәр иткән.

Бөрө районынан Плоховтар ғаиләһенә лә уңыш йылмайған. Отошло билет —әсәһе Галинаныҡы, әммә уны ҡыҙы Марина Сидоркина теркәгән.

- Шылтыратып әйткәс, ышанманыҡ, әммә шунда уҡ билетты тикшерҙек. Шок булды. Дөрөҫөн әйткәндә, һаман ышанып етмәйбеҙ, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Марина Сидоркина.
🤮52👎1