БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.97K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы йәмәғәт ярҙамы штабы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Төбәк бүлексәһе тәҡдим иткән кандидат Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы һайлауында еңеү яуланы. Был штаб ағзаларының һәм партия вәкилдәренең эш һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Шулай уҡ төбәктә урындағы совет депутаттарын һайлау буйынса кампания үтте - бында ла «Берҙәм Рәсәй», мандаттарҙың 77 проценттан ашыуын йыйып, лидерлыҡ позицияһын алды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Нагаев ауылындағы 147-се мәктәптә бөгөн заманса балалар технопаркы үҙ ишектәрен асты

Яңы уҡыу йылына Кванториум. Өфөнөң Нагаев ауылындағы 147-се мәктәптә бөгөн заманса балалар технопаркы үҙ ишектәрен асты. Кванториум «Мәғариф» милли проекты буйынса асылған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәмәғәтселеге Дина Лазареваны иҫкә алды

Республика йәмәғәтселеге ғалим-фармаколог, Рәсәйҙең дәүләт премияһы лауреаты Дина Лазареваны иҫкә алды. Фән эшмәкәренең тыуыуына 102 йыл тулыу уңайынан Өфөлә хәтер сараһы ойошторолдо. Дина Лазарева 350-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 15 монография авторы. Медицина фәндәре докторы, ғалим бөтә ғүмерен Башҡортостан фармокология һәм иммунология тармағын үҫтереүгә бағышлаған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге клибы донъя күрҙе

Әҫәрҙә «Урал», «Ҡағы ташы» кеүек бер нисә халыҡ көйҙәрен ишетергә мөмкин. 5 минутлыҡ клипта Турахан кәшәнәһе, Торатау шиханы, Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм Башҡортостандың башҡа билдәле тәбиғәт ҡомартҡылары күрһәтелгән. Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Дәүләт ҡурайсылар ансамбле Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән ойошторолғайны.
👍51
Республикала "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы илдә иң яҡшыһы тип танылды

Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдереүенсә, республикала өс йыл эсендә 120 мәҙәниәт хеҙмәткәре торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Бының өсөн 75 миллион һум тотонолған. 2023 йылдан субсидия күләме ике тапҡырға артып 1 миллион һумға еткән. - 99 мәҙәниәт объекты төҙөлдө һәм төҙөкләндерелде. Улар араһында Ҡурсаҡ театры, Сибай филармонияһы, Темәс тирә-яҡты өйрәнеү музейы, Октябрьскийҙағы музыка колледжы бар. Биш йыл ярым ваҡыт эсендә 75 спектакль әҙерләнде, 39 транспорт алынды, - тине Урал Килсенбаев.
1
Церемония инаугурации Главы Республики Башкортостан Радия Хабирова

Сегодня, 12 сентября, в 10:00. Важнейшее политическое событие республики – торжественная церемония вступления в должность Главы Башкортостана.

Смотрите и слушайте прямой эфир на телеканалах БСТ, Россия 24, Башкортостан 24, UTV, Вся Уфа, а также на радиостанции Юлдаш и в нашей группе ВКонтакте.

Не пропустите!

https://vk.com/video-144352066_456249897
3👎2
Самолеттарҙа Өфө туңдырмаһы менән һыйлайҙар

“Аэрофлот” авиакомпанияһы рейстарында пассажирҙарға ваниль туңдырма бирелә. Әлегә Башҡортостанда етештерелгән десерт Мәскәүҙән Мале, Бангкок һәм Пхукет йүнәлешендәге эконом һәм комфорт класлы рейстарҙа тәҡдим ителә, артабан Шереметьевонан алыҫ араға осҡан самолеттарҙа индереү ҡарала, тип белдерәләр аэропорттың матбуғат хеҙмәтенән.
3
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын үтәй башланы

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов Радий Хәбировҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы таныҡлығын тапшырҙы. Республика башлығы Башҡортостандың дәүләт телдәрендә ант бирҙе.

«Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәрен башҡарғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, Башҡортостан Республикаһы дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын үтәргә, кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен гарантияларға ант итәм», — тине Радий Хәбиров.
👍2👌21🥰1🤮1
Өфөлә Черниковканың архитекторына һәйкәл урынлаштырыла

Ҡала бюджетынан аҡса бүленгән. Элекке Черниковск ҡалаһының баш архитекторы Маргарита Куприяноваға һәйкәл халыҡ "восьмиэтажка" тип атап йөрөткән йорттар янындағы аллеяла ҡуйыла. Был аллея Куприянова исемен йөрөтә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров икенсе мөҙәттә Башҡортостан башлығы вазифаһын үтәй башланы

Тантаналы ултырыш бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда үтте. Инаугурацияла Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Дәүләт Думаһы, Башҡортостан парламенты депутаттары, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби операция яугирҙары һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Сарала республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов Радий Хәбировҡа Башҡортостан Башлығы таныҡлығын тапшырҙы.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында ураҡ кампанияһы дауам итә

Сентябрь уртаһы етеүгә ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн ҡыҙыу осор. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң Баймаҡ районы аграрийҙары сыуаҡ көндөң һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша. Киләһе сюжет Баймаҡ районынан әҙерләнде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан спортсыһы Анастасия Белякова Өфөлә яңы миҙгелгә әҙерләнә

Башҡортостан спортсыһы Анастасия Белякова трамплиндан саңғыла һикереү буйынса Рәсәй беренселегендә бронза миҙал яуланы. Түбәнге Новгородта уҙған ярыштарҙа 17 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнашты.Әлеге ваҡытта спортсы Өфөлә башҡа тәрбиәләнеүселәр менән яңы миҙгелгә әҙерләнә. Был хаҡта киләһе яҙмала.
2👍1
БСТ каналында өс фатир һәм машина уйнатыласаҡ!

Иртәгә, 13 сентябрҙә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуында «Рәхмәт-2024» акцияһының суперприздары уйнатыла. Унда сайтта теркәлгән QR-билеттар ҡатнаша.

«Ҙур Рәхмәт» приздары араһында: өс фатир, автомобиль, дүрт квадроцикл, Сочиға ғаилә сәйәхәтенә юллама, Башҡортостандағы ял базаһына ғаилә турына сертификат.

«Был акцияла аҙаҡҡы отош. Барыһына ла уңыштар теләйбеҙ! Тура эфирҙа осрашырбыҙ, иртәнге сәғәт һигеҙҙә БСТ-ны ҡуйырға онотмағыҙ», - ти ойоштороусылар комитеты вәкиле Регина Ҡадырова.
👍3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров икенсе мөҙәттә Башҡортостан башлығы вазифаһын үтәй башланы

Тантаналы ултырыш бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда үтте. Инаугурацияла Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Дәүләт Думаһы, Башҡортостан парламенты депутаттары, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби операция яугирҙары һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Сарала республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов Радий Хәбировҡа Башҡортостан Башлығы таныҡлығын тапшырҙы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияға ярҙам - республика өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тантаналы ултырышта сығыш яһап, хәрбиҙәрҙең киләсәген хәстәрләй башлау мөһимлеген билдәләне. Әүҙем тормош позицияһы булған ветерандар дәүләт һәм муниципаль власть органдарына эшкә йәлеп ителәсәк. Хеҙмәт урындарына килгәндә, һуңғы биш йылда республикала бер-бер артлы яңы производстволар асылды, сәнәғәт үҫеше күҙәтелә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө лимонарийында урмансылар көнөнә арнап акция уҙғарылды

Сарала ҡатнашыусылар банандарҙы ҡырҡты. Йылы яҡ үҫемлеге ни өсөн ҡышҡылыҡҡа ҡалдырылмай? Яуап киләһе яҙмала.
4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БСТ телеканалында «Рәхмәт-2024» акцияһының суперприздары уйнатыла

Иртәгә БСТ телеканалының «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында «Рәхмәт-2024» акцияһының суперприздары уйнатыла. Унда сайтта теркәлгән барлыҡ QR-билеттар ҡатнаша. «Ҙур Рәхмәт» приздары араһында өс фатир, автомобиль, дүрт квадроцикл, Сочиға юллама, Башҡортостандың ял базаһына ғаилә туры бар. Был акцияның йомғаҡлау уйыны. Тура эфир иртәнге сәғәт 8-ҙә.
2
Яңауылдан дүрт бер туған тыуған ил һағын баҫҡан

Район хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә дүрт улы Ватан һағына баҫҡан Сәләховтар ғаиләһе хаҡында яҙған.

Өлкәне Игорь махсус хәрби операцияла контузия алған. Өйөнә ҡайтып, байтаҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡас, хәҙер ул яңы тормош башлай.

Игеҙәк улдары Виталий менән Валерий ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатмарлы операцияларҙа ҡатнашҡан.

Кинйәләре Кирилл — разведчик, махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып хәл-ваҡиғалар уртаһында. Өс йыл хеҙмәт осоронда бер тапҡыр ҙа ағайҙары менән күрешмәгән. Бына, ниһайәт, улар күмәкләп ата-әсә йортона йыйылды.

Наталья һәм Виктор Сәләховтар хәҙер хаҡлы ялда. Быйыл улар бергә ғүмер итеүҙәренә 40 йыл тулыуҙы билдәләй.
👍2
Дүртөйлөлә 4 йәшлек малайҙың ҡулы тимер ҡоймаға ҡаҙалған

Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы табиптары ҡулы тимер ҡоймаға ҡаҙалған балаға операция яһаған. Операция уңышлы үткән. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, кисә кис көнө район дауаханаһына дүрт йәшлек малайҙы килтергәндәр. Уның әсәһе әйтеүенсә, бала урамда уйнап йөрөгән саҡта ҡойма аша дуҫына инергә уйлаған, ләкин ҡолап китеп, ҡулын тимергә эләктергән.

«Хирургтар ашығыс рәүештә кескәй пациентты операция өҫтәленә һалған. Бүлек мөдире Георгий Хан сит есемде алып ташлаған һәм яраны эшкәрткән. Бөгөн малайҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек. Ул травматология бүлегендә дауалана», — тип хәбәр итте министр.
😱3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Бөгөн Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы оҙатыу тантанаһы ғәҙәттәгесә, «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Сараға яугирҙарҙың ҡатындары һәм балалары, ата-әсәләре, дуҫ-иштәре килде.
1