Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йәрмәкәй районы Яланшишмә ауылы мәктәп туйланы
2018 йылда урындағы халыҡ Радий Хәбировтың эш сәфәре барышында белем усағын яңыртыуҙы һорағайны. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса иҫке ағас биналар һүтелеп, уларҙың урынына күп функциялы социаль объект ҡалҡып сыҡты. Хәҙер бер бинала мәктәптән тыш, балалар баҡсаһы менән сәнғәт мәктәбе лә урынлашҡан.

Өфөлә капиталь ремонттан һуң 119-сы мәктәп ишектәре асылды
Бөгөн 1500 уҡыусыны ҡабул итте. Степан Кувыкин урамындағы белем усағында күләмле төҙөкләндереү «Мәктәптә белем биреү системаһын модернизациялау» федераль проекты буйынса алып барылған. Тулыһынса яңыртылған мәктәптә уҡыу йылы байрамса кәйефтә башланды.
Бөгөн 1500 уҡыусыны ҡабул итте. Степан Кувыкин урамындағы белем усағында күләмле төҙөкләндереү «Мәктәптә белем биреү системаһын модернизациялау» федераль проекты буйынса алып барылған. Тулыһынса яңыртылған мәктәптә уҡыу йылы байрамса кәйефтә башланды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Геоһынау» Халыҡ-ара геология чемпионатын асыу тантанаһы үтте
Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлында бөгөн «Геоһынау» Халыҡ-ара геология чемпионатын асыу тантанаһы үтте. Икенсе тапҡыр ойошторолған сарала Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 26 команда ҡатнаша. Чемпионат йәш белгестәргә юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында алған белемдәрен практик кимәлдә һынау мөмкинлеген бирә. Бының өсөн республикала махсус майҙансыҡтар әҙерләнгән.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Эльвира Айытҡолова Хәйбулла районындағы «Айыҡ ауыл» проекттары менән танышты
Күҙгә-күҙ ҡарашып. Хәйбулла районының Аҡъяр, Бәләкәй Арыҫланғол, Оло Әбеш ауылдарында Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендәге рәсми делегация халыҡ менән аралашты. Социаль мәсьәләләргә ҡағылған осрашыуҙар хаҡында киләһе яҙмала.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Юлдаш» каналы йәнә радио тыңлаусылары менән осрашты
«Беҙ бергә» йыр фестивале йола буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Гагарин» ял һәм мәҙәниәт паркында үтте. Алтынсы тапҡыр ойошторолған сара хаҡында киләһе яҙмала.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә йыл һайын үткәрелеүсе конкурс башланды
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә йыл һайын үткәрелеүсе конкурс башланыуы тураһында иғлан итте. Төбәк етәксеһе был турала социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә йыл һайын үткәрелеүсе конкурс башланыуы тураһында иғлан итте. Төбәк етәксеһе был турала социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Октябрьский ҡалаһында яңы мәҙәниәт һарайы барлыҡҡа киләсәк
Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров мәҙәниәт министрлығына төбәктә мәҙәниәт һарайы төҙөү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты. Кисә эш сәфәре барышында урындағы халыҡ 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалала концерт майҙансығы булмауына зарлана.
Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров мәҙәниәт министрлығына төбәктә мәҙәниәт һарайы төҙөү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты. Кисә эш сәфәре барышында урындағы халыҡ 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалала концерт майҙансығы булмауына зарлана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Түбә ауылына - 110 йыл
Ошо уңайҙан биләмәлә төрлө мәҙәни саралар, тематик осрашыуҙар ойошторола, тарих барлана. Түбә теген фабрикаһы эшселәренә арналған кисәлә БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.
Ҡасандыр Түбәлә йоҙаҡ, тимер беркеткестәр эшләү заводы, тау‐байыҡтырыу руднигы гөрләп эшләй. Ул мәлдә ауыл ҡасаба статусына эйә була.

Башҡортостанда Оборона министрлығы менән контракт төҙөү дауам итә
Ватан һағына баҫырға теләүселәр Өфө ҡалаһы Революция урамында урынлашҡан һайлау пунктына мөрәжәғәт итә ала. Граждандың үҙе менән паспорт, хәрби билет, СНИЛС, ИНН һәм банк картаһы реквизиттарын алыу мотлаҡ.

Пять интересных фактов про выборы в Башкирии
- Голосование традиционно будет проходить три дня: 6,7 и 8 сентября
- Избирательные участки будут работать с 8.00 до 20.00 по уфимскому времени.
- Башкирия выбирает Главу Республики, в Уфимском районе пройдут довыборы в парламент, а во многих городах и районах будут выбирать депутатов местных советов.
- Пожилые люди или инвалиды могут проголосовать дома. Позвоните в свою избирательную комиссию до 14 часов воскресения и вам принесут ящик для голосования.
- Общественная организация «Алга Патриот» проводит акцию «Рахмат-2024» - среди проголосовавших разыграют три квартиры, машины и сотни других ценных призов.

«Башҡортостан» полкының ремонт ротаһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә зыян күргән хәрби техниканы тергеҙә
Нығытырға һәм һаҡларға. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының ремонт ротаһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә зыян күргән хәрби техниканы тергеҙә, уларға дронға ҡаршы селтәр һәм бронелистар йәбештерә.

❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге банк хеҙмәткәрҙәре йәнә бер тапҡыр мутлашыу осрағын иҫкәртте
Баш ҡалала йәшәгән 67 йәшлек ҡатынға аферистар хоҡуҡ һаҡлау һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тип шылтырата. Улар, ханымды алдап, кемдер уға кредит бирергә маташа, шуға күрә ярты миллионға икенсеһен алырға кәрәк, тип ышандыра.
Баш ҡалала йәшәгән 67 йәшлек ҡатынға аферистар хоҡуҡ һаҡлау һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тип шылтырата. Улар, ханымды алдап, кемдер уға кредит бирергә маташа, шуға күрә ярты миллионға икенсеһен алырға кәрәк, тип ышандыра.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй президенты Владимир Путин Монголия делегацияһын Өфөгә саҡырҙы
Билдәле булыуынса, быйыл октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһы «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумын ҡабул итә. Дәүләт башлығы Улан-Батыр ҡалаһына һуңғы биш йыл эсендә тәүге тапҡыр килде. Рәсми эш сәфәре барышында Владимир Путин Халхин-Гол йылғаһында Совет һәм Монгол ғәскәрҙәренең еңеүенең 85 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашты.

Башҡортостанда ураҡ эше ай ярымға һуңлап бара
Шуға ҡарамаҫтан аграрийҙар яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Әле ямғырһыҙ көндөң бер генә минуты ла бушҡа үтмәй. Һөҙөмтәлә аграрийҙар миллион тонна ашлыҡты ырҙын табаҡтарына оҙатҡан. Гектар ҡеүәте лә насар түгел. Уртаса күрһәткестәрҙән юғары. Ауыл хужалығындағы эш барышы менән бөгөн тармаҡ ведомствоһы етәксеһе Илшат Фәзрахманов таныштырҙы.

Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙың көҙгө сессияһы башланды
Бөгөн Парламент рәйесе профессиональ нигеҙҙә эшләгән депутаттар менән осрашып алда торған бурыстарҙы билдәләне. Константин Толкачев әйтеүенсә, төп маҡсат булып республика иҡтисадына, махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, уңайлы хоҡуҡи база булдырыу тора. Парламент өсөн яҙғы сессия уңышлы үткән. Был осорҙа 8 пленар ултырыш үткәрелгән, бөтәһе 128 закон проекты ҡаралған, уларҙың 103-ө закон статусына эйә булған, шулай уҡ 338 ҡарар ҡабул ителгән.

Рәсәйҙә террорға ҡаршы теләктәшлек көнө билдәләнә
Бөгөн - Рәсәйҙә террорға ҡаршы теләктәшлек көнө. Был дата Беслан мәктәбендәге фажиғәнән һуң 2005 йылдан билдәләнә. Ошо айҡанлы бөгөн Өфөлә «Махсус хәрби операция һәм Рәсәйҙең милли төбәктәрендә терроризм һәм экстремизм идеологияһына ҡаршы тороу үҙенсәлектәре» тигән темаға түңәрәк өҫтәл үтте. Сарала дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, дин әһелдәре, юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.

Башҡортостанда «Башҡорт ихатаһы» программаһы сиктәрендә 143 ихата төҙөкләндерелә
Быйыл «Башҡорт ихатаһы» республикаһы программаһы сиктәрендә утыҙҙан ашыу муниципалитетта 143 ихата төҙөкләндерелә. Барлыҡ эштәрҙе ай аҙағына тамамлау ҡаралған. Өфөнөң Калинин һәм Орджоникидзе райондарында бер юлы дүрт биләмә үҙгәртеп ҡорола
Быйыл «Башҡорт ихатаһы» республикаһы программаһы сиктәрендә утыҙҙан ашыу муниципалитетта 143 ихата төҙөкләндерелә. Барлыҡ эштәрҙе ай аҙағына тамамлау ҡаралған. Өфөнөң Калинин һәм Орджоникидзе райондарында бер юлы дүрт биләмә үҙгәртеп ҡорола
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазыла айти технологияһы базаһын туплау мөмкинлеге тормошҡа ашырыла
Башланғыс белем менән бергә, айти технологияһы базаһын туплау мөмкинлеге Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһында тормошҡа ашырыла. «Һанлы мәғариф мөхите» федераль проекты сиктәрендә учреждениела быйыл алты кабинет йыһазландырыла.

Спиртлы эсемлектәрҙе ҡойоп һатыу кибеттәренә бәйле закон әҙерләнә
Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, ҡанун проекты сентябрҙәге пленар ултырышта икенсе һәм өсөнсө уҡыуға сығарыла. Федераль законға ярашлы, төбәктәр ресторан, бар, кафе һәм буфеттарҙа хәмер һатыуға талаптар ҡуя ала. Бынан тыш, күп фатирлы йорттар йәки улар эргәһендә урынлашҡан йәмәғәт туҡланыу урындарында иҫерткес эсемлектәр һатыу ваҡытын сикләргә рөхсәт ителә. Республика депутаттары торлаҡ биләмәләрендә төнгө ваҡытта хәмер һатыуҙы тулыһынса тыйырға ниәтләй.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына юбилей миҙалы булдырылды
Президент Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, түңәрәк миҙал алтын төҫтәге металдан яһала. Уның ал яғында Рейхстаг бинаһына Ҡыҙыл Байраҡ ҡаҙаған яугир төшөрөлә. Миҙалдың арт яғында “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы” тигән яҙыу уйыла. Рәсәй Хөкүмәтенә награданы эшләү бурысы йөкмәтелә. Юбилей миҙалы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, элекке концлагерь тотҡондары бүләкләнә.