БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Мортаза Рәхимов» тип аталған энциклопедия донъя күрҙе

Ябай ауыл малайынан федераль кимәлдәге дәүләт эшмәкәренә тиклем. Өфөлә «Мортаза Рәхимов» тип аталған энциклопедия донъя күрҙе. Унда республикаға Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселек иткән осор сағылдырылған. 623 битлек баҫманы төҙөгәндә бай библиографик материал ҡулланылған. Мәғлүмәт өс меңдән ашыу баҫманан алынған. Энциклопедияла Башҡортостандың беренсе Президенты менән эшләгән һәм уны яҡындан белгән кешеләрҙең хәтирәләре лә урын алған. Яңы китаптың тәүге экземплярҙары Мортаза Рәхимовтың коллегаларына тапшырылды.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Общественные наблюдатели – люди с активной гражданской позицией, разного возраста и профессий. Они помогают сделать избирательный процесс прозрачным и избежать нарушений.

О своей работе общественные наблюдатели рассказывают в этом ролике.

Напомним, выборы в Башкортостане пройдут 6, 7, 8 сентября 2024 года.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне

Фиҙаҡәр хеҙмәте менән республика һәм Өфө үҫешенә тос өлөш индергән 80-дән ашыу кеше дәүләт наградалары алды. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар ҙа бар ине.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан бөгөн «Башҡортостан» концерт залында тантаналы ултырыш үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көндөң аяҙайыуы республика аграрийҙарына урып-йыйыу эшен тиҙләтеү мөмкинлеге бирҙе

Хужалыҡтар 700 мең тоннаға яҡын иген йыйып алған. Ә ҡайһы бер райондарҙа ужым культураларын сәсеүгә тотонғандар. Шаран районында ла бөтә көстәр уңыш йыйыуға һалынған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Йыл экспортеры» конкурсының округ этабы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы үтте

Бөгөн «Торатау» конгресс-холында Волга буйы федераль округы субъекттары араһында «Йыл экспортеры» бөтә Рәсәй конкурсының округ этабы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы үтте. Республика етештереүселәре, эшҡыуарҙар стратегик сессияларҙа ҡатнашып экспортҡа сығарыу юлдарын барланы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә яңы йәмәғәт биләмәһе асылды

Өфөнөң күркәм юбилейына яңы йәмәғәт биләмәһе. Бөгөн ул тантаналы шарттарҙа баш ҡаланың Киров районында асылды. Скверҙы хәҙер ете башҡорт ырыуы тамғалары һүрәтләнгән таштар, милли уйын ҡоралы - ҡурайҙы һынландырған арт-объект биҙәй. Ҡурайҙан сәғәт ваҡытын, башҡорт халыҡ көй-моңдарын да ишетергә мөмкин.
1
Башҡортостанда мәғарифкә бәйле яңы закондар көсөнә инә

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә хеҙмәт дәресе мотлаҡ уҡытыла, шулай уҡ “Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре" тигән яңы фән индерелә. Бынан ары уҡыусыларға дәрес ваҡытында мобиль телефон ҡулланыу законға ярашлы сикләнә. 1 сентябрҙән республикала күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән мәктәп уҡыусылары ҡала йәмәғәт транспортында түләүһеҙ йөрөй ала. Яңы уҡыу йылынан бөтә белем биреү ойошмалары биналары йәки биләмәләрендә дәүләт флагы мотлаҡ ҡуйылырға тейеш. 2 сентябрҙә, Белем көнөндә республикала алкоголь эсемлектәр һатыу сикләнә.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы ултырышы үтте

Сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан үткән сарала 30-ҙан ашыу ҡала етәкселеге, төрлө төбәк вәкилдәре, ҡунаҡтар ҡатнашты. Көн тәртибендә ҡала-ара хеҙмәттәшлек, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, етем балаларға торлаҡ бүлеү, мегаполистарҙы үҫтереү юлдары ҡаралды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеүгә элек хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белем алған граждандар ҙа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан хәрбиҙәренә федераль түләүҙәр менән бергә бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аҡса түләнә.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Рәхмәт-2024» акцияһы буйынса ҡиммәтле приздар уйнатыла

6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостанда «Рәхмәт-2024» акцияһы буйынса ҡиммәтле приздар уйнатыла. Унда ҡатнашыу өсөн куар-билеттар һайлау участкаларына килеп гражданлыҡ бурысын үтәүселәргә тапшырыла. һәр ғаилә ағзаһына, шул иҫәптән балаларға ла бирелгән билеттарҙы рахмат102.рф. сайтында теркәргә кәрәк.
2
😍 Международный фестиваль «Сердце Евразии»: прямой эфир, сегодня в 19:00

Традиционно главное летнее событие в Уфе – фестиваль «Сердце Евразии». В этом году он проходит в последние дни лета в 450-летний юбилей башкирской столицы.

На большой сцене в парке «Ватан» для жителей и гостей столицы выступят отечественные звезды: Ваня Дмитриенко, группа «Пицца», ансамбль «Харизма» из Беларуси и многие другие.

Ссылка на трансляцию: https://vk.com/video-27097047_456283145

Не пропустите!
1👍1
Һайлауҙа өйҙән ҡатнашырға мөмкин!

6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлайбыҙ!

Әгәр ауырыу, инвалидлыҡ йә яҡын туғаныңды ҡарау сәбәпле, һайлау участкаһына бара алмайһығыҙ икән, борсолмағыҙ, өйҙә тауыш биреп һайлауҙа ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына ситтә һайлау мөмкинлеген биреүҙе һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Белешмә өсөн телефон һандары: 88003475454

https://vk.com/video-85076499_456254020?access_key=cc77df67e0e77ec5c6
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Башҡортостан халҡын Өфөнөң 450 йыллығы менән ҡотланы

Владимир Путин Өфө һәм Башҡортостан халҡын баш ҡалаға нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығы менән ҡотланы. Был - ҡаланың бай тарихына ҡараш ташларға, Өфөнө хәрби еңеүҙәре, хеҙмәт, фәнни, ижади ҡаҙаныштары, спорттағы бейеклектәре менән данлаған яҡташтар исемен иҫкә алыу өсөн яҡшы сәбәп, тәьҫирләндергес юбилей.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Игорь Комаров «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшмәкәрлеге менән танышты

Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшмәкәрлеге менән танышты. Алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам фонды филиалы төбәктә бер йылдан ашыу эшләп килә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров менән Абхазия президенты Аслан Бжания колоннада төҙөлөш барышы менән танышты

Өфөнөң Дуҫлыҡ монументына ҡаршы Ағиҙел буйында төҙөлгән колоннада Республика көнөндә, 11 октябрҙә асыласаҡ. Бөгөн объектта төҙөлөш барышын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Абхазия президенты Аслан Бжания ҡараны. Абхаз республикаһы президенты Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы сараларында ҡатнаша
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Евразия йөрәге» фестивале башланды

Өфөлә 8-се тапҡыр «Евразия йөрәге» тибә. «Торатау» конгресс-холы амфитетрында ике көнгә иҫәпләнгән Халыҡ-ара сәнғәт фестивале башланды. Ил кимәлендәге әһәмиәтле мәҙәни проекттар исемлегенә ингән сара быйыл Өфөнөң 450 йыллығына арнала.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә мемориал асылды

Донбасты нацизмдан яҡлап Ватан өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән хәрбиҙәргә хөрмәт йөҙөнән ул Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының уҡыу корпусы алдына ҡуйылды. Тантанала вуз хеҙмәткәрҙәре, студенттар, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусылар һәм яуҙа һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандары ҡатнашты.
2🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Наратаҫты ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Ете йөҙҙән ашыу кеше - 300 бала, 136 өлкән быуын вәкиле заманса шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ. Бындай уңайлыҡтар Шаран районы Наратаҫты ауылында «Сәләмәтлек» милли проекты медицинаның беренсел звеноһын модернизациялау дәүләт программаһына ярашлы булдырылды. Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
5👍2
Өфөлә Шайморатов һәйкәленә Дан гирляндаһын һалыу сараһы булды

Бөгөн Өфөлә Совет майҙанында легендар командир Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә Дан гирляндаһы һалынды. Сарала Президенттың Волга буйы округындағы рәсми вәкиле Игорь Комаров, Абхазия президенты Аслан Бжания, Белоруссия премьер-министры Роман Головченко, Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Ҡанат Шарлапаев, Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хакимы Шавкат Абдуразаков, Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты. Бындағы скульптура композицияһы 2022 йылдың 11 октябрендә асылды. Һәйкәлдең авторы - скульптор Салауат Щербаков. Бөгөн Өфөлә ҡаланың 450 йыллығы уңайынан саралар үтә.
👍31