БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Һайлауға 7 көн ҡалды!

6, 7 һәм 8 сентябрҙә иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем республикала йәшәгән, Рәсәй гражданы булған һәм 18 йәше тулған һәр кем һайлауҙа ҡатнашырға мөмкин.

Республика Башлығын һайлау өсөн паспорт йә уны алмаштырған документ күрһәтеү талап ителә.

https://vk.com/video-85076499_456253989?access_key=90c507a9889ccec894
👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров VI БРИКС илдәренең йәш дипломаттары менән осрашты

«Торатау» конгресс-холлында үткән сарала 30 дәүләтте берләштергән йәҙҙән ашыу делегат ҡатнашты. Көн тәртибендә БРИКС киңлегендә мәҙәни-гуманитар һәм йәштәр хеҙмәттәшлеге, донъяуи сәйәси үҙгәрештәр һәм глобаль хәүефһеҙлек, берҙәмлек һорауҙары ҡаралды. БРИКС илдәренең йәштәр форумы Башҡортостанда 31 августҡа тиклем дауам итә.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы Шайморатов класы уҡыусылары менән осрашты

Нимә ул илһөйәрлек, Ватанға һөйөү нисек тәрбиәләнә? Башҡортостан башлығының Шайморатов класы уҡыусылары менән әңгәмәһе ошо һорауҙарҙан башланды. Осрашыу «Патриот» паркында үтте.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика район-ҡалаларында мәктәп автобустарының яңы уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелә

Маршрутҡа сыҡҡандары ла айырым иғтибарға алынған. Водителдең тейешле документы булмаған осраҡта 100 мең һумғаса штраф һалына.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә түләү ваҡыты оҙайтылды

Башҡортостанда илдең оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған граждандарға арттырылған түләүҙәр ваҡыты оҙайтылды. Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда төбәк башлығы ҡушыуы буйынса контрактсыларға түләүҙәр суммаһы артып. ул 10 июлдән 205 мең һумдан 505 мең һумға тиклем күтәрелде. Ярҙам сараларын 2024 йылдың 31 авгусына тиклем алырға мөмкин ине.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының бер төркөм яугирҙары сираттағы ялға ҡайтты

Хәрбиҙәрҙе Өфө-Арена боҙ һарайы янында туғандары һәм яҡындары ҡаршы алды. Республика үҙ яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә автобустарҙа алып барған һәм шулай уҡ алып ҡайтҡан берҙән бер төбәк. Был юлы ла яугирҙар тыуған яҡҡа уңайлы транспортта ҡайтты.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында Ҡыпсаҡ ырыуы йыйыны уҙҙы

Йыйында Башҡортостандың 20 районы, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан делегаттар, ҡунаҡтар ҡатнашты. Башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм социаль-ижтимағи тормошона арналған сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
2
Өфөнөң дуҫлыҡ билдәһе раҫланды

Ҡала советы ултырышында шундай ҡарар ҡабул ителде. Дуҫлыҡ билдәһе металдан ҡойолған, унда ҡул биреп күрешеү, ҡояш нурҙары, Өфөнөң символы - һыуһар һүрәтләнгән. Бындай билдә халыҡтар араһында дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек урынлаштырыуҙа, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуҙа, тарихи мираҫты һаҡлап ҡалыуҙа, инвестиция йәлеп итеүҙә, ҙур иҡдисади проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла.
1
Өфөлә социаль такси булдырыла

Ул ҡала эсендә һәм аэропортҡа тиклем йөрөй. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынада ошондай проект әҙерләнгән. Документҡа ярашлы, беренсе төркөм инвалидтар һәм инвалид балалар хеҙмәтләндерелә. Улар айына 4 тапҡыр бушлай социаль такси саҡырта аласаҡ. Һәр сәфәрҙең ике сәғәттән артыҡ ваҡытҡа һуҙылмауы шарт. Быйыл бюджетта социаль такси өсөн 20 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Уның ҙур өлөшө махсус транспорт алыуға тотонола. 6 миллион һумға яҡыны социаль хеҙмәттең эше өсөн бүленә.
1
Заман һайлаусыһы – мобиль һайлаусы

6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлайбыҙ!

Республика Башлығын һайлау — төбәктең алдағы биш йылға үҫеш йүнәлешен билдәләгән мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиға.

https://vk.com/video-85076499_456254005
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә БРИКС дәүләттәре йәш дипломаттарының форумы дауам итә

Сарала донъяның 30-лаған иленән 100-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Халыҡ-ара йәштәр проекттары, заманса шарттарҙа спортты үҫтереү, сәйәсәт һәм хәүефһеҙлек, күп полярлы донъяны формалаштырыуҙа дәүләт-ара берләшмәнең роле. Башҡортостанда үткән форумда ошо һәм башҡа темалар ҡарала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ветер» ҡушаматлы яугир һалдаттарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе

Гуманитар ярҙам алғы һыҙыҡҡа тиклем барып етә. «Ветер» ҡушаматлы яугир һалдаттарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Махсус хәрби операцияға ул үҙе теләп юлланған. Фронттың ҡатмарлы участкаларында хеҙмәт иткән. Әле штурмлаусы республикаға ҡайтып, дауаланыу үтә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһында һайлауға әҙерлек әүҙем бара

6,7,8 сентябрҙә Республика халҡы Башҡортостан Башлығы өсөн тауыш бирә. Әлеге ваҡытта һайлау участкаларында мөһим сәйәси кампания алды мәшәҡәттәре бара. Баймаҡ ҡалаһындағы 995-се һайлау участкаһындағы комиссия эше хаҡында киләһе сюжетта.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Мортаза Рәхимов» тип аталған энциклопедия донъя күрҙе

Ябай ауыл малайынан федераль кимәлдәге дәүләт эшмәкәренә тиклем. Өфөлә «Мортаза Рәхимов» тип аталған энциклопедия донъя күрҙе. Унда республикаға Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселек иткән осор сағылдырылған. 623 битлек баҫманы төҙөгәндә бай библиографик материал ҡулланылған. Мәғлүмәт өс меңдән ашыу баҫманан алынған. Энциклопедияла Башҡортостандың беренсе Президенты менән эшләгән һәм уны яҡындан белгән кешеләрҙең хәтирәләре лә урын алған. Яңы китаптың тәүге экземплярҙары Мортаза Рәхимовтың коллегаларына тапшырылды.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Общественные наблюдатели – люди с активной гражданской позицией, разного возраста и профессий. Они помогают сделать избирательный процесс прозрачным и избежать нарушений.

О своей работе общественные наблюдатели рассказывают в этом ролике.

Напомним, выборы в Башкортостане пройдут 6, 7, 8 сентября 2024 года.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне

Фиҙаҡәр хеҙмәте менән республика һәм Өфө үҫешенә тос өлөш индергән 80-дән ашыу кеше дәүләт наградалары алды. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар ҙа бар ине.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан бөгөн «Башҡортостан» концерт залында тантаналы ултырыш үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көндөң аяҙайыуы республика аграрийҙарына урып-йыйыу эшен тиҙләтеү мөмкинлеге бирҙе

Хужалыҡтар 700 мең тоннаға яҡын иген йыйып алған. Ә ҡайһы бер райондарҙа ужым культураларын сәсеүгә тотонғандар. Шаран районында ла бөтә көстәр уңыш йыйыуға һалынған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Йыл экспортеры» конкурсының округ этабы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы үтте

Бөгөн «Торатау» конгресс-холында Волга буйы федераль округы субъекттары араһында «Йыл экспортеры» бөтә Рәсәй конкурсының округ этабы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы үтте. Республика етештереүселәре, эшҡыуарҙар стратегик сессияларҙа ҡатнашып экспортҡа сығарыу юлдарын барланы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә яңы йәмәғәт биләмәһе асылды

Өфөнөң күркәм юбилейына яңы йәмәғәт биләмәһе. Бөгөн ул тантаналы шарттарҙа баш ҡаланың Киров районында асылды. Скверҙы хәҙер ете башҡорт ырыуы тамғалары һүрәтләнгән таштар, милли уйын ҡоралы - ҡурайҙы һынландырған арт-объект биҙәй. Ҡурайҙан сәғәт ваҡытын, башҡорт халыҡ көй-моңдарын да ишетергә мөмкин.
1