Башҡортостанда ужым баҫыуҙары майҙаны 3 процентҡа кәметелә
Быйыл көҙ 378 мең гектар сәселә. Был - уҙған йылдағынан 12 мең гектарға аҙыраҡ. - Хужалыҡтар ужым сәсеүҙе башланы, - тип белдерҙе Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Бөгөн баҫыуҙарҙа ураҡ эштәре лә бара. Һәр гектарҙан 28 центнер уңыш алына.

❤1
Башҡортостандан биш проект уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы
Калугала үткән «Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи ауылдарҙы үҫтереү» Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә IX Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары конкурсында еңеүселәр билдәле булды. Рәсәй Төҙөлөш министрлығының федераль гранттарына республиканан биш проект лайыҡлы тип табылды.
🌳 Учалы ҡалаһы, «Урал батыр юлы». Проект концепцияһы нигеҙенә «Урал батыр» эпосы һалынған. Бында ваҡиғалар зонаһын яңыртыу, спорт майҙансыҡтарын тулыландырыу һәм балалар өсөн уйын майҙансығын тулыһынса үҙгәртеү көтөлә.
🌳 Салауат ҡалаһы, «Салауат: өн аралаш ете төш». Проект дөйөм концепция менән берләштерелгән биләмәләрҙе, ҡалалағы йәмәғәт киңлектәрен, торлаҡ райондарҙы, мәҙәниәт һәм мәғариф объекттарын төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала.
🌳 Нефтекама ҡалаһы, «Нефтекама: ваҡыт күсәре». Проекттың концепцияһы Ленин урамындағы аллеяны «ваҡыт күсәре» булараҡ интерпретациялай, унда ҡала үҫешенә бәйле барлыҡ темалар берләшәсәк.
🌳 Бәләбәй ҡалаһы, «Новаторҙар бульвары». Проект биләмәне тулыһынса үҙгәртеүҙе күҙ уңында тота. Уға ярашлы, бульвар һәм майҙан кеше тормошо һәм үҫеше метафораһын, шулай уҡ ҡаланың сәнәғәт тарихын һынландыра.
🌳 Благовещен ҡалаһы, «Воскресенск рәттәре». Проект тарихи ҡиммәттәр, визуаль образдар һаҡланған, халыҡтың ихтыяждары, шулай уҡ ҡаланың үҫеш йүнәлеше сағылдырылған уңайлы һәм заманса урам булдырыуҙы күҙ уңында тота.
📌 2019 йылдан Башҡортостандан конкурста ҡатнашыу өсөн 73 ғариза ебәрелгән, унда 34 проект еңеү яулаған. Республика конкурста еңеүсе проекттар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында Татарстан һәм Мәскәү өлкәһенән һуң 3-сө урынды биләй. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 4 миллиард һум йүнәлтелгән.
https://vk.com/video-47563172_456239588

Башҡортостанда дрон осоштары менән идара итеү үҙәге булдырыла
Пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереү буйынса стратегияла шундай бурыс ҡуйылған. Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Пилотһыҙ авиация өсөн төп аэродром Первушинда була. Ошонда уҡ осоштар менән идара итеү үҙәге урынлаша. Үҫеш өсөн бер нисә төп йүнәлеш билдәләнгән. Улар - ҙур етештереү үҙәктәре булдырыу, инфраструктураны яҡшыртыу, кадрҙар әҙерләү һәм был өлкәлә тикшеренеүҙәр алып барыу.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика башлығы «Башавтотранс» предприятиеһына 88 «Нефаз» асҡысы тапшырҙы
Өфөнөң 450 йыллығына яңы автобустар. Бөгөн Республика башлығы «Башавтотранс» предприятиеһына 88 «Нефаз» асҡысы тапшырҙы.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йәмәғәт транспортын яңыртыу буйынса даими эш алып барыла. Биш йыл эсендә «Башавтотранс» предприятиеһы 1 мең 431 яңы, заманса автобус менән тулыланған. «Нефаз» автобустары республика ҡалаларында халыҡты хеҙмәтләндерһә, республика, Рәсәй төбәктәренә «Ютонг» автобустары йөрөй. Радий Хәбиров белдереүенсә, транспорт паркын яңыртыу артабан да дауам итәсәк.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бюллетендәр һайлау участкаларына оҙатылды
Башҡортостан Башлығын һайлауға республикала 20 тоннанан ашыу бюллетень әҙерләнгән. Уларҙың бер өлөшө башҡорт телендә. Бөгөн иртән улар территориаль һайлау комиссияларына юлланды.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ат уйнатып» хәрби - патриотик уйынына йомғаҡ яһалды
Өфөлә «Ат уйнатып» тип исемләнгән хәрби - патриотик уйынына йомғаҡ яһалды. Өс ай дауамында барған сара Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың яҡты иҫтәлегенә арналды. «Тамыр» телеканалы башланғысында ойошторолған проекттың исем туйы «Родина» кинотеатрында үтте.

Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙең балаларын мәктәпкә оҙатып барырға ҡушты
Башҡортостанда власть органдары етәкселәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 1-се класҡа барған балаларын уҡыу йылының тәүге көнөндә мәктәпкә оҙатасаҡ. Был турала хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. - Бер йыл элек ошонай башланғыс менән сыҡтыҡ. Йоланы дауам итеп, изге эш эшләргә кәрәк, - тине Радий Хәбиров. Яңы уҡыу йылы 2 сентябрҙә башлана. Башҡортостанда 524 мең мәктәп уҡыусыһы бар, уларҙың 48 меңе 1-се класҡа бара.

Тыуған республикаң яҙмышына битараф булма! Һайлауҙа ҡатнаш!
✅6, 7, 8 сентябрҙә республика халҡы Башҡортостан Башлығын һайлаясаҡ, бер үк ваҡытта 54-се Өфө бер мандатлы округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатына өҫтәмә һайлауҙар үтәсәк, ҡала һәм район халҡы урындағы совет депутаттары өсөн тауыш бирәсәк.
✅ Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Башлығын һайлау ваҡытында республиканан ситтә – Мәскәүҙә, республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә бер участка асырға ниәтләй. Тауыш биреү көндәрендә Башҡортостанда теркәлгән урыны буйынса булмаған һайлаусылар «мобиль һайлаусы» механизмы менән файҙалана ала.
https://vk.com/video-85076499_456253988

VK Видео
Һайлау - 2024
Watch Һайлау - 2024 55 s from 28 August 2024 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 291.
❤1👍1
Һайлауға 7 көн ҡалды!
6, 7 һәм 8 сентябрҙә иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем республикала йәшәгән, Рәсәй гражданы булған һәм 18 йәше тулған һәр кем һайлауҙа ҡатнашырға мөмкин.
Республика Башлығын һайлау өсөн паспорт йә уны алмаштырған документ күрһәтеү талап ителә.
https://vk.com/video-85076499_456253989?access_key=90c507a9889ccec894

Һайлау тәртибе
Watch Һайлау тәртибе 56 s from 28 August 2024 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 37.
👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров VI БРИКС илдәренең йәш дипломаттары менән осрашты
«Торатау» конгресс-холлында үткән сарала 30 дәүләтте берләштергән йәҙҙән ашыу делегат ҡатнашты. Көн тәртибендә БРИКС киңлегендә мәҙәни-гуманитар һәм йәштәр хеҙмәттәшлеге, донъяуи сәйәси үҙгәрештәр һәм глобаль хәүефһеҙлек, берҙәмлек һорауҙары ҡаралды. БРИКС илдәренең йәштәр форумы Башҡортостанда 31 августҡа тиклем дауам итә.

Башҡортостан башлығы Шайморатов класы уҡыусылары менән осрашты
Нимә ул илһөйәрлек, Ватанға һөйөү нисек тәрбиәләнә? Башҡортостан башлығының Шайморатов класы уҡыусылары менән әңгәмәһе ошо һорауҙарҙан башланды. Осрашыу «Патриот» паркында үтте.
Нимә ул илһөйәрлек, Ватанға һөйөү нисек тәрбиәләнә? Башҡортостан башлығының Шайморатов класы уҡыусылары менән әңгәмәһе ошо һорауҙарҙан башланды. Осрашыу «Патриот» паркында үтте.
❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика район-ҡалаларында мәктәп автобустарының яңы уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелә
Маршрутҡа сыҡҡандары ла айырым иғтибарға алынған. Водителдең тейешле документы булмаған осраҡта 100 мең һумғаса штраф һалына.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә түләү ваҡыты оҙайтылды
Башҡортостанда илдең оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған граждандарға арттырылған түләүҙәр ваҡыты оҙайтылды. Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда төбәк башлығы ҡушыуы буйынса контрактсыларға түләүҙәр суммаһы артып. ул 10 июлдән 205 мең һумдан 505 мең һумға тиклем күтәрелде. Ярҙам сараларын 2024 йылдың 31 авгусына тиклем алырға мөмкин ине.

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының бер төркөм яугирҙары сираттағы ялға ҡайтты
Хәрбиҙәрҙе Өфө-Арена боҙ һарайы янында туғандары һәм яҡындары ҡаршы алды. Республика үҙ яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә автобустарҙа алып барған һәм шулай уҡ алып ҡайтҡан берҙән бер төбәк. Был юлы ла яугирҙар тыуған яҡҡа уңайлы транспортта ҡайтты.
Хәрбиҙәрҙе Өфө-Арена боҙ һарайы янында туғандары һәм яҡындары ҡаршы алды. Республика үҙ яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә автобустарҙа алып барған һәм шулай уҡ алып ҡайтҡан берҙән бер төбәк. Был юлы ла яугирҙар тыуған яҡҡа уңайлы транспортта ҡайтты.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында Ҡыпсаҡ ырыуы йыйыны уҙҙы
Йыйында Башҡортостандың 20 районы, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан делегаттар, ҡунаҡтар ҡатнашты. Башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм социаль-ижтимағи тормошона арналған сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Өфөнөң дуҫлыҡ билдәһе раҫланды
Ҡала советы ултырышында шундай ҡарар ҡабул ителде. Дуҫлыҡ билдәһе металдан ҡойолған, унда ҡул биреп күрешеү, ҡояш нурҙары, Өфөнөң символы - һыуһар һүрәтләнгән. Бындай билдә халыҡтар араһында дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек урынлаштырыуҙа, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуҙа, тарихи мираҫты һаҡлап ҡалыуҙа, инвестиция йәлеп итеүҙә, ҙур иҡдисади проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла.

Өфөлә социаль такси булдырыла
Ул ҡала эсендә һәм аэропортҡа тиклем йөрөй. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынада ошондай проект әҙерләнгән. Документҡа ярашлы, беренсе төркөм инвалидтар һәм инвалид балалар хеҙмәтләндерелә. Улар айына 4 тапҡыр бушлай социаль такси саҡырта аласаҡ. Һәр сәфәрҙең ике сәғәттән артыҡ ваҡытҡа һуҙылмауы шарт. Быйыл бюджетта социаль такси өсөн 20 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Уның ҙур өлөшө махсус транспорт алыуға тотонола. 6 миллион һумға яҡыны социаль хеҙмәттең эше өсөн бүленә.

Заман һайлаусыһы – мобиль һайлаусы
6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлайбыҙ!
Республика Башлығын һайлау — төбәктең алдағы биш йылға үҫеш йүнәлешен билдәләгән мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиға.
https://vk.com/video-85076499_456254005

Йәшәү урыны буйынса һайлау
Watch Йәшәү урыны буйынса һайлау 1 min 1 s from 29 August 2024 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 7.
❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә БРИКС дәүләттәре йәш дипломаттарының форумы дауам итә
Сарала донъяның 30-лаған иленән 100-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Халыҡ-ара йәштәр проекттары, заманса шарттарҙа спортты үҫтереү, сәйәсәт һәм хәүефһеҙлек, күп полярлы донъяны формалаштырыуҙа дәүләт-ара берләшмәнең роле. Башҡортостанда үткән форумда ошо һәм башҡа темалар ҡарала.
Сарала донъяның 30-лаған иленән 100-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Халыҡ-ара йәштәр проекттары, заманса шарттарҙа спортты үҫтереү, сәйәсәт һәм хәүефһеҙлек, күп полярлы донъяны формалаштырыуҙа дәүләт-ара берләшмәнең роле. Башҡортостанда үткән форумда ошо һәм башҡа темалар ҡарала.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ветер» ҡушаматлы яугир һалдаттарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе
Гуманитар ярҙам алғы һыҙыҡҡа тиклем барып етә. «Ветер» ҡушаматлы яугир һалдаттарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Махсус хәрби операцияға ул үҙе теләп юлланған. Фронттың ҡатмарлы участкаларында хеҙмәт иткән. Әле штурмлаусы республикаға ҡайтып, дауаланыу үтә.