БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.89K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә тиҙҙән Көрәш һарайы асыла

Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙа. - Һәр яҡлап уникаль объект. Бында шөғөлләнеүселәр, уларҙың тренерҙары, ата-әсәләре ҡәнәғәт булырға тейеш, - ти Республика Башлығы. Көрәш һарайы биш йыл элек төҙөлә башланы. Ул Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан асылырға тейешле ҙур объекттарҙың береһе.
3
«Геройҙар дәүере. Шайморатовҡа – 125»: көндөҙгө эфир

Республиканың төп телеканалында махсус эфир дауам итә. Бөгөн Шайморатовтың батырлығы менән һәр мәктәп уҡыусыһы таныш. Республикала «шайморатовсылар» кластары булдырыла, «Патриот» паркында айырым смена геройға арналған.

БСТ телеканалы студияһында - «Ватанды һаҡлаусылар» фонды вәкилдәре, СВО ветерандары, ирекмәндәр һәм хәрби хәбәрселәр. Улар БСТ телеканалы тамашасыларын Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам иткән ябай кешеләр менән таныштырасаҡ.

Трансляция башланыу ваҡыты: 27 августа 12:05 сәғәт.
https://vk.com/video-27097047_456282951
2
Стәрлетамаҡта Ағиҙел күпере реконструкциялана

Әле әҙерлек эштәре бара. Иҫке күпер янында яңыһы төҙөлә. Бының өсөн 3 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола. Төҙөлөш быйыл башланырға тейеш. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, яңы күпер биләмәһенең бер өлөшө Ишембай районына ҡарай, тағы бер участка - сода компанияһының биләмәһе. "Шуға тәүге этапта берҙәм эшләргә кәрәк", - тип хәбәр ителә.
4
Ҡырмыҫҡалы районында Шайморатовтың нәҫел шәжәрәһен дауам итеүселәр күпме?

Рәсәй геройының исемен мәңгеләштереү буйынса тыуған яҡтарында ниндәй эштәр алып барыла?
Был хаҡта тура эфирҙа муниципаль хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәрғәт Ҡотлобаев, Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Илвир Моратшин менән әңгәмәләштек.
https://vk.com/video-27097047_456282983
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Начальник штаба батальона БПЛА с позывным «Гюрза» рассказал, почему в военкоматы идет много мотивированных добровольцев и почему с ними приятно работать.

Напомним, заключившие контракт с минобороны РФ от Башкирии получают сразу до 1 205 000 и потом зарплату от 210 тысяч ежемесячно плюс десятки для всех членов семьи. Подробнее на Башбат. Рф и телефонам 122, +7(347)248-29-31.
С июля 2024 года Фонд «Защитники Отечества» в Республике Башкортостан работает без выходных с 9 до 18 часов. В день поступает до 150 обращений со всего региона.

Основные вопросы, с которыми обращаются бойцы и их семьи касаются мер поддержки, юридической и медицинской помощи, получения удостоверения, выплат.

По всем вопросам можно позвонить по телефону 8 (347) 268-01-02.

https://vk.com/video-27097047_456282999
Маскировкалау селтәрҙәре үреү буйынса яңы ҡулайлама - аппарат нисек эшләй?

Был станоктың өҫтөнлөгө нимәлә? Етештереүсәнлек ысынлап та ун тапҡырға артасаҡмы? Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Диңгеҙселәр йыйылышы төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, МХО ветераны Юлай Моратов менән әңгәмәлә тыңлағыҙ.
https://vk.com/video-27097047_456282984
Беҙҙе ҙур премьералар көтә!

«Муха» ижад студияһы «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә 112-се кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов тураһында тулы метражлы анимация фильмы төшөрә.

Проект авторҙары әйтеүенсә, ул «Төньяҡ амурҙары» фильмының дауамы булып тора. Был хаҡта тулыраҡ беҙҙең киләһе яҙмала ҡарағыҙ.
https://vk.com/video-27097047_456283000
Биш проект уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙа. Бәләбәй, Нефтекама, Салауат, Учалы һәм Благовещен ҡалаларында биләмәләр матурлана. - Башҡортостанда федераль аҡсаға яңы, уңайлы урындар булдырыла, - ти Радий Хәбиров. Беҙҙең республика һуңғы биш йылда Рәсәйҙә "Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү буйынса иң яҡшы төбәк" тип танылды.
👍1
Ватанды һаҡлаусыларға хөрмәт һәм дан!

2022 йылда Республика көнөн билдәләгәндә Өфөнөң Совет майҙанында мөһабәт архитектур ансамбль асыла. Үҙәгендә – Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың атлы һыны. Шунда уҡ республика мәктәптәренән йыйылған 500 шайморатовсы тантаналы ант итә.

Байрам иҫтәлеге - Айнур Кәбиров әҙерләгән репортажда.
https://vk.com/video-27097047_456283002
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика медицина учреждениеларына яңы автомобиль асҡыстары тапшырҙы

«Сәләмәтлек» милли проекты буйынса аҡ халатлыларға 135 еңел машина бүләк ителде. Яңы транспорт пациенттарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртып ҡына ҡалмай, табиптарҙың көндәлек эшен дә еңеләйтәсәк. Йыл аҙағына тиклем республика дауаханалары автопаркын тағы ла 70 автобус менән тулыландырыу күҙаллана.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Павловка һыуһаҡлағысына «Славир» һауа мендәрендәге судно төшөрөлдө

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының эҙләү-ҡотҡарыу отрядына яңы техника һатып алынды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ҡотҡарыусыларҙың техника паркы «Славир» судноһы һәм «Бурлак» авария-ҡотҡарыу машинаһы менән тулыланды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы Ҡушый ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм тыл ҡаһармандарына стела асылды

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҙур булмаған Ҡушый ауылынан ике тиҫтәгә яҡын ир-егет ҡулына ҡорал алып фронт һыҙығына юллана. Тыл хеҙмәткәрҙәре лә ал-ял белмәй Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көрәшә. Ауыл халҡы яу һәм тыл ҡаһармандарының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Ҡушыйҙа Дан орденының тулы кавалеры Вәлиәхмәт Сөләймәновҡа стела ҡуйылған. Быйыл уға яңы һулыш бирелгән.
2
2020 йылда Өфөнөң өс мәктәбендә тәүге тапҡыр «шайморатов кластары» барлыҡҡа килде

Артабан Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән бындай кластар башҡа район-ҡалаларҙа ла ойошторолдо. «Салауат вариҫтары сигенеү белмәй!» девизы аҫтында шайморатовсылар белем тауҙарына үрләй, үҙ иленең лайыҡлы граждандары булып үҫә.

Өфө ҡалаһының 2-се һанлы смарт-мәктәбендә был хәрәкәт ҡасан башланған һәм ул үҙен аҡлаймы? Ата-әсәләр ҡәнәғәтме?

https://vk.com/video-27097047_456283033
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалы асылыуға бер йыл тулды

Шул ваҡыт эсендә ниндәй йүнәлештәрҙә эш яйға һалынған?
Төбәк филиалы эшенә нисә кеше, шул иҫәптән нисә социаль координатор йәлеп ителгән?
МХО-ла ҡатнашыусыларға медицина, психологик, социаль ярҙам йәһәтенән ниндәй эштәр башҡарыла? Был хаҡта "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы филиалы етәксеһе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина һөйләне.

https://vk.com/video-27097047_456283055
«Геройҙар дәүере. Шайморатовҡа – 125» телемарафоны: киске эфир

Республиканың төп телеканалында – телемарафондың киске бүлеге, ул СВО геройҙарына арнала.

Инде ике йыл ярымдан ашыу ваҡыт заман Геройҙары көндән-көн Еңеү өсөн көрәшә. Уны фронтта ғына түгел, тылда ла сүкейҙәр.

Һалдаттар һәм уларҙың ғаиләләре ниндәй ярҙам сараларына дәғүә итә ала? Ысын ир-егеттәр эшен һайлаған - Тыуған илде һаҡлаған замандаштарыбыҙҙың тормошо хаҡында - БСТ телеканалы эфирында.

Трансляция башланыу ваҡыты: 27 август 19:00 сәғәт.
https://vk.com/video-27097047_456282953
Шайморатов кластарына республика башлығының иғтибары ҙур

Был турала БР Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Морат Ишемғолов белдерҙе.

https://vk.com/video-27097047_456283045
Махсус хәрби операция халыҡты берләштерҙеме?Яуға китмәгәндәр еңеүҙе яҡынайтыуға нисек ярҙам итә?
Был хаҡта Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Аҙнаев һөйләй.

Башҡортостандан тәүге гуманитар ылауҙарҙы тантаналы оҙаттылар. Хәҙер ул ғәҙәти эшкә әйләнде. Был ни тиклем хәүфеле һәм ҡатмарлы бурыс?  Был һорауҙарға Күмертау ҡалаһынан килгән ирекмән Әмир Биктимеров яуап бирҙе.

https://vk.com/video-27097047_456283056
Махсус хәрби операция халыҡты берләштерҙеме?

Яуға китмәгәндәр еңеүҙе яҡынайтыуға нисек ярҙам итә?
Был хаҡта Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Аҙнаев һөйләй.

Башҡортостандан тәүге гуманитар ылауҙарҙы тантаналы оҙаттылар. Хәҙер ул ғәҙәти эшкә әйләнде. Был ни тиклем хәүфеле һәм ҡатмарлы бурыс?  Был һорауҙарға Күмертау ҡалаһынан килгән ирекмән Әмир Биктимеров яуап бирҙе.

https://vk.com/video-27097047_456283056?access_key=7d35eb5a29fb39e134
👍1
Бөгөн фронтҡа ҡорал йә ҡәләм тотоп юлланған журналистарҙы нимә ылыҡтыра?

Яугирҙар өсөн рухи таяныс ни тиклем мөһим? Был хаҡта  студия ҡунаҡтары "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов менән әңгәмәлә тыңлағыҙ.

https://vk.com/video-27097047_456283048?access_key=9218032504c7734f90