Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышы үтте
Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто яңы бинаға күсәсәк. Был турала Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында белдерҙе. Сарала мигранттар менән эшмәкәрлек мәсьәләһе лә ҡаралды. Совет ултырышында республикала эшләп килгән милли, дини ойошмалар етәкселәре ҡатнашты.

«Өфөлә ритейл көндәре» төбәк-ара форумы башланды
Ул Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының 100 йыллығына арналған. Сараның пленар ултырышында Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк башлығы сауҙа өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен, тармаҡ ветерандарын бер быуатлыҡ юбилей менән ҡотланы, хеҙмәт алдынғыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Үҙенең сығышында ул сауҙа - республиканың төп өлкәләренең береһе, тармаҡта бөгөн 300 меңдән ашыу кеше мәшғүл, Башҡортостанда 27 мең самаһы сауҙа объекты эшләй, тип билдәләне.

Рәсәй халҡы һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләне
Беҙҙән башҡа бер кем дә! Ошо девиз аҫтында бөгөн Рәсәй халҡы һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләне. Республикала төп байрам саралары Шишмә районында Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында үтте.
Беҙҙән башҡа бер кем дә! Ошо девиз аҫтында бөгөн Рәсәй халҡы һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләне. Республикала төп байрам саралары Шишмә районында Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Пилотһыҙ осоу аппараттары пилоттарын әҙерләү үҙәгендә булды
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Владлен Татарский исемендәге Пилотһыҙ осоу аппараттары пилоттарын әҙерләү үҙәгендә булды. Үҙәккә былтыр республика етәксеһе инициативаһы буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы пилотһыҙ системалар менән идара итеү, хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау күнекмәләренә өйрәтеү өсөн нигеҙ һалынды.

Өфөлә бөгөнгө Рәсәй адвокатураһы мәсьәләләренә арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте
«Торатау» конгресс-холында бөгөнгө Рәсәй адвокатураһы мәсьәләләренә арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Кәңәшмә барышында адвокат «монополияһы» тураһында закон проектын әҙерләү мәсьәләләре күтәрелде. Ҡануниәтте ҡабул иткән осраҡта граждандарҙың мәнфәғәттәрен судтарҙа адвокат статусы булған белгестәр генә яҡлай аласаҡ.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика етәкселеге агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә етди иғтибар бүлә
Башҡортостан фермерҙарына гранттар, субсидиялар, ташламалар - республика етәкселеге агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә етди иғтибар бүлә. Төбәктә юғары сифатлы репродукция орлоҡтары етештереү менән шөғөлләнеүсе 67 хужалыҡ эшләй. Дәүләт ярҙамы менән тиҙҙән Дәүләкән районы крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының береһендә орлоҡ комплексы барлыҡҡа киләсәк. Һуңғы биш йылда Башҡортостандың бер нисә районында заманса һәм юғары етештереүсәнле орлоҡ, иген таҙартыу һәм киптереү комплекстары төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды.

❤1
Башҡортостан һыуһаҡлағыстары был айҙа махсус тәртиптә эшләй
Ведомство-ара төркөмдөң эш һөҙөмтәләре буйынса шундай ҡарар ҡабул ителгән. Талаптар Йомағужа, Павловка, Нөгөш һыуһаҡлағыстарына ҡағыла. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, махсус тәртип гидрометеорологик үҙгәрештәрҙе тиҙ арала иҫәпкә алырға, һыу баҫыуҙан зыянды кәметергә булышлыҡ итә. Әле объекттарҙа тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү ойошторолған.

Быйыл Башҡортостан юлдарында 60 ҙур ҡырағай хайуан һәләк булған
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, машиналар 23 мышы, 33 ҡоралай, 4 ҡабан сусҡаһын бәрҙергән. Водителдәргә махсус билдәләр ҡуйылған урындарҙа үтә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Тәбиғәткә килтерелгән зыян ОСАГО полисы буйынса ҡаплана, страховка килешеүе булмаһа водитель түләй.

👍1🤬1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бүздәк районында «Баҫыу көнө» сиктәрендә етен эшкәртеү заводы асылды
Республика аграрийҙары мелиорация мәсьәләләрен барланы, техник етен үҫтереү, зшкәртеү ысулдары менән танышты. Төбәктең аграр профилле ойошмалары вәкилдәре, ауыл хужалығы идаралыҡтары белгестәре, ғалимдар ҡатнашлығындағы семинар-кәңәшмә хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

👍5❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙар ғаиләләре өсөн бушлай консультациялар үткәреү дауам итә
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар ғаиләләре өсөн бушлай консультациялар үткәреү дауам итә. Сираттағы осрашыу Иглин районы үҙәгендә уҙҙы. Унда һалдаттарҙың туғандары уларҙы борсоған төрлө мәсьәләләр буйынса бушлай консультация алды. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, көнкүреш проблемалары - һорауҙар күп төрлө ине.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим районында Тимер юлсылар көнө уңайынан тантаналы байрам сараһы уҙҙы
Тимер юлсылар һөнәри байрамын билдәләй. Өфөнөң Дим районында Тимер юлсылар көнө уңайынан тантаналы байрам сараһы уҙҙы. Тармаҡ ветерандары, күп йылдар тимер юл хеҙмәтенә тоғро ҡалған эшселәр тәбрикләнде.
Тимер юлсылар һөнәри байрамын билдәләй. Өфөнөң Дим районында Тимер юлсылар көнө уңайынан тантаналы байрам сараһы уҙҙы. Тармаҡ ветерандары, күп йылдар тимер юл хеҙмәтенә тоғро ҡалған эшселәр тәбрикләнде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Аҡбуҙат» ипподромында ҡымыҙ бешеүселәр республика конкурсы ойошторолдо
Өфөлә иң тәмле фестиваль үтте. «Аҡбуҙат» ипподромында 18-се ҡымыҙ бешеүселәр республика конкурсы ойошторолдо. 20-нән ашыу хужалыҡ үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Сарала ҡатнашыусылар ҡымыҙҙың төрлө төрҙәрен тәмләп ҡарай алды.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә элекке «Победа»кинотеатры бинаһы ремонтлана
2017 йылдан башлап бина емерелә башлаған. Реконструкция тураһында ҡарар ваҡытында ҡабул ителә, һәм яңыртылғандан һуң бина йәш тамашасы театрына тапшырыласаҡ. Баш ҡаланың 450 йыллығына башҡа биләмәләр ҙә төҙөкләндерелә. Төбәк етәкселеге йәмәғәт киңлектәренең уңайлылығына ҙур иғтибар бүлә. Өфөнөң Калинин районында яңыртылыусы объекттар тураһында киләһе яҙмала.

❤2👍1
Уҙған йылдан ҡалған иген запасы 2025 йылда сәселәсәк
Был турала бөгөн хөкүмәттә, вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. - Әле келәттәрҙә 1 миллион тонна иген бар. Ул сағыштырмаса яҡшы һәм сифатлы. Быйылғы уңыштан орлоҡтоң сифатһыҙ булыуы көтөлә. Шуға уҙған йылдағы запасты 2025 йылда орлоҡ итеп ҡулланыбыҙ, тине министр. Республикала сәсеү өсөн 500 мең тонна орлоҡ кәрәк. Башҡортостанда 34 элеватор һәм келәт биналарында бер юлы 4 миллион тонна иген һаҡлау мөмкинлеге бар.

👍3
“Башҡорт аты” Халыҡ-ара фестиваленә 10 меңдән ашыу ҡунаҡ килеүе көтөлә
Был турала хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов белдерҙе.
Фестивалдә хәүефһеҙлек саралары үтәлә, хайуандарҙың именлеге айырым контролдә тотола. Профилле Дәүләт комитеты тейешле ветеринар-иҫкәртеү эшен алып бара. “Башҡорт аты” халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Быйыл Баймаҡ районы Граф күле янындағы майҙансыҡта 15-16 августа үтә. Урындағы етештереүселәрҙән ит һәм ҡымыҙ күргәҙмә-йәрминкәһе, түңәрәк өҫтәлдәр, конференция, аттар парады һәм башҡа халыҡ уйындары ойошторола.

❤3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар сәбәпле республикала ғәҙәттән тыш хәл режимы индереү күҙаллана
Әле сәсеүлектәре зыян күргән райондар тейешле документтар әҙерләй. Был турала ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, ужым культуралары артыҡ дымлылыҡтан шыта ла башлаған. Радий Хәбиров иһә ауыл халҡына мал аҙығы менән ярҙам итеү юлдарын да барларға ҡушты. Юғиһә ҡышҡылыҡҡа бесәнһеҙ инеү ҡурҡынысы бар.

Башҡортостанда «Рекрут « проекты эшләй башлай
Был акцияны республиканың Рәсәйҙең армия, авиация һәм флотҡа ирекле ярҙам итеү йәмғиәте тәҡдим итә. Акцияға ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләүселәргә ярҙам итеүселәр эшмәкәрлеге аҡсалата билдәләнәсәк. Был турала ойошма етәксеһе Игорь Нурмөхәмәтов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

🤮2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ялға ҡайтҡан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙарын МХО биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң рух күтәренкелеге менән йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Өфө-Арена» спорт һарайы янындағы майҙанда «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкынан 120 хәрбиҙе оҙатыу тантанаһы үтте. Ғаиләләре янында улар ике аҙна булған. Махсус хәрби операция биләмәһенә БЮТ хәбәрсеһе - «Журналист» ҡушаматлы яугир ҙа юлланды.

😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат Артур Шәйнуровтың йәмәғәт ярҙамы штабы әүҙем эш алып бара
Уның составына 9 ышаныслы кеше ингән, барыһы ла һайлау алдынан яуаплы эшкә тотонған. Тәүмаҡсат - ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республика һайлаусыларын кандидаттың программаһы менән таныштырыу. Коммунистар партияһының төбәк бүлексәһе беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин билдәләүенсә, документ халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, яңы эш урындары булдырыу, хеҙмәт хаҡын күтәреү һәм мохтаждарға өҫтәмә ярҙам саралары булдырыуға йүнәлтелгән. Район-ҡалаларҙа граждандар менән осрашыуҙар ойошторола башлаған, ҡыҙыҡһыныу ҙур булыуы күҙәтелә.