Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Павловка һыуһаҡлағысында быйыл йәй икенсе тапҡыр «Ташҡын» режимы индерелде
Был туҡтаһыҙ ямғырҙар яуыуы һөҙөмтәһендә һыу кимәләнең кинәт күтәрелеүе менән бәйле. Әле гидроузелда һыу ағымы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда биш тапҡырға күбәрәк.
Был туҡтаһыҙ ямғырҙар яуыуы һөҙөмтәһендә һыу кимәләнең кинәт күтәрелеүе менән бәйле. Әле гидроузелда һыу ағымы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда биш тапҡырға күбәрәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хеҙмәт урынында йәрәхәтләнгән граждандарға автомобиль асҡыстары тапшырылды
Рәсәй социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе тарафынан хеҙмәт урынында йәрәхәтләнгән граждандарға автомобиль асҡыстары тапшырылды. Ун алты кеше махсус йыһазландырылған транспорт сараһы хужаһы булды. Дөйөм алғанда, 2001 йылдан программа буйынса меңдән ашыу инвалид был мөмкинлек менән файҙаланған.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында осрашыуҙар үткәрҙе
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары өс көн дауамында Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙе. Һөйләшеү быйыл үтәсәк 6-сы съезға әҙерлек һәм йәмәғтселекте борсоған күренештәр тураһында барҙы. Һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәр, киләсәккә бурыстар ҡаралды.
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары өс көн дауамында Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙе. Һөйләшеү быйыл үтәсәк 6-сы съезға әҙерлек һәм йәмәғтселекте борсоған күренештәр тураһында барҙы. Һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәр, киләсәккә бурыстар ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Атайсал» проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡта мәсет төҙөлдө
«Атайсал» проекты Башҡортостан халҡының күп проблемаларын хәл итте. Сөнки ул һәр кемгә кесе ватанына ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Был идеяны төбәк башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда күтәреп сыҡҡайны. Бер нисә йыл эсендә проект ҙур танылыу алды.
Стәрлетамаҡтағы «Мөхәммәтсәлим» мәсете 2012 йылда төҙөлә башлаған. Ул шәхси эшҡыуар Салауат Яппаров башланғысы менән сафҡа ингән. Дөйөм эшкә эшҡыуарҙарҙан алып ҙур булмаған пенсияһынан өлөш сығарған ябай халыҡ та үҙ ярҙамын күрһәтә.

Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Танжу Бильгич менән осрашты
Унда берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостандың 2023 йылғы тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса Төркиә икенсе урында тора. Башҡорт-төрөк мөнәсәбәттәре тарихы республикала ҙур төрөк компаниялары эшләгән осорҙағы сағыу миҫалдарға эйә, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты юбилей лейтенанттары сығарҙы
Дәртле көйҙәр урынына гимн, ә дискотеканы вальс һәм парадта үтеү алмаштырҙы. Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты юбилей лейтенанттары сығарҙы. Уҡыу йорто тарихында илленсе тапҡыр диплом тапшырыу тантанаһы үтте. Баш ҡаланың Совет майҙанында, Шайморатов һәйкәле янында уҙғарылған байрамда республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә Башҡортостандың бер нисә районы зыян күрҙе
Юлдар йыуылған, йорттарҙы һыу баҫҡан. Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә Башҡортостандың бер нисә районы зыян күрҙе. Бигерәк тә Урал аръяғы төбәктәре ыҙа сигә. Һыу ғәрәсәте Учалы районы ауылдарын да урап үтмәне. Юл хәрәкәте өҙөлгән, уңышҡа зыян килгән, баҙҙар һыу менән тулған. Урында ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү барышы хаҡында киләһе яҙмала.

👍6👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың һынау лабораторияһында яңы уңыштың 7 мең тоннанан ашыу игене тикшерелгән
Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы һынау лабораторияһында Евразия иҡтисади союзы илдәренә экспортлау өсөн яңы уңыштың 7 мең тоннанан ашыу игене тикшерелгән. Бойҙайға анализ ураҡ старт алыу менән башланған.
Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы һынау лабораторияһында Евразия иҡтисади союзы илдәренә экспортлау өсөн яңы уңыштың 7 мең тоннанан ашыу игене тикшерелгән. Бойҙайға анализ ураҡ старт алыу менән башланған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың ауылдарында мәҙәниәт йорттарын яңыртыу буйынса эш алып барыла
Ауылдарҙа мәҙәниәт йорттары яңыра. Башҡортостанда ҙур мәҙәни саралар ойоштороу менән бер рәттән урындағы мәҙәниәткә лә булышлыҡ итеүгә ҙур иғтибар бүленә, эҙмә-эҙлекле ярҙам күрһәтелә. Быға район, ауыл клубтарында ойошторолған капиталь ремонт эше асыҡ миҫал.

👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йылайыр районында «Аҫылташ» форумы үтте
Маҡсатлы, рухлы, алдынғы ҡарашлы йәштәр ҡоро. Йылайыр районында «Аҫылташ» форумы үтте. Төбәктең креатив йәштәрен туплаған сара «Берҙәмлек» фестивале сиктәрендә уҙғарыла. Форумда шәхси һәм һөнәри үҫеш, лидерлыҡ, ижади эшмәкәрлек һәм башҡа темаларға түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелде, үҙ тармағында билдәле спикерҙар һәм блоггерҙар менән оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. «Рәсәй йәштәре» конкурсында еңеүселәр социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 1 млн һумға тиклем гранттар отто. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов йәштәр менән аралашып, конкурста еңеүселәрҙе бүләкләне.

👍6
Июлдә рекорд күләмдә ямғыр яуған
Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай хәл 30 йыл буйы күҙәтелмәгән. Бер айҙа ике ай ярым нормалыҡ яуған. Көньяҡ һәм Көнсығыш райондарҙа 3-4 айлыҡ ямғырҙар булған. Ҡойма ямғырҙар арҡаһында йылғалар күтәрелде. Ҡайһы бер урындарҙа ташыу кимәле яҙғы ҙур һыу мәлендәге күрһәткесте үтеп китте. Юлдарҙы, ҡаралтыларҙы һыу баҫыу осраҡтары булды.

Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат Радий Хәбировтың йәмәғәт ярҙамы штабы эш башланы
Ошо уңайҙан штабҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт, спорт, сәйәсәт, мәғариф, хеҙмәткәрҙәре һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары йыйылды. Уларҙың барыһын да кандидатҡа теләктәшлек берләштерә. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Руслан Насретдинов әйтеүенсә, һуңғы алты йылда Башҡортостан яҡшы яҡҡа күҙгә күренеп үҙгәрҙе.

Төбәктә муниципаль мәғариф системаларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса зональ кәңәшмәләр старт алды
Башҡортостанда муниципаль мәғариф системаларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса зональ кәңәшмәләр старт алды. Быға тиклем төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республика август кәңәшмәһе алдынан ошондай йыйылыштарҙы уҙғарыу тәжрибәһен тергеҙергә ҡушҡайны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл педагогтар өсөн күләмле сара Стәрлетамаҡта үтә. Зональ кимәлдәге кәңәшмәләргә килгәндә, тәүгеһе Сибайҙа ойошторолдо.

Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында фельшер-акушерлыҡ пункты асылды
Башҡортостанда тағы ла бер фельшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы медицина учреждениеһы «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында төҙөлгән. Был районда быйыл асылған 4-се ФАП. Бынан ары заманса һәм уңайлы медицина хеҙмәттәре менән Ләмәҙ ауыл советына ингән ике ауыл халҡы файҙалана аласаҡ.

Башҡортостан Милли музейында Өфөнөң 450 йыллығына арналған уникаль фотокүргәҙмә эш башланы
Экспозиция килгән халыҡты төрлө ваҡыт геройҙары менән таныштыра. Фотоларҙа киң билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, музыканттар, әҙәбиәтселәр ҙә бар. Төрлө йылдарҙа төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙә шулай уҡ баш ҡаланың үҫеше лә асыҡ сағыла. Ижади проект авторҙары билдәле фоторәссамдар Рәиф Баҙыҡов менән Вячеслав Стрижевский. «Кешеләр һәм ҡала» - быуындар бәйләнешен, Өфөнөң үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырыусы проект. Ижади эштәрҙә баш ҡаланың данлыҡлы үткәне һәм бөгөнгөһө бер бөтөн булып күҙ алдынабаҫа.

Хәйбулла районында Үрнәк ауылының 100 йыллығы билдәләнде
Саҡырылған ҡунаҡтар үҙәк майҙанда урынлашҡан обелискҡа сәскәләр һалып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Ошо уҡ көндө биләмәлә «Ихлас» мәсете асылды. Иман йорто ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлгән, уны күтәреүҙә урындағы халыҡ, төрлө тарафтарҙа йәшәүсе яҡташтар әүҙемлек күрһәткән.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышы үтте
Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто яңы бинаға күсәсәк. Был турала Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында белдерҙе. Сарала мигранттар менән эшмәкәрлек мәсьәләһе лә ҡаралды. Совет ултырышында республикала эшләп килгән милли, дини ойошмалар етәкселәре ҡатнашты.

«Өфөлә ритейл көндәре» төбәк-ара форумы башланды
Ул Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының 100 йыллығына арналған. Сараның пленар ултырышында Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк башлығы сауҙа өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен, тармаҡ ветерандарын бер быуатлыҡ юбилей менән ҡотланы, хеҙмәт алдынғыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Үҙенең сығышында ул сауҙа - республиканың төп өлкәләренең береһе, тармаҡта бөгөн 300 меңдән ашыу кеше мәшғүл, Башҡортостанда 27 мең самаһы сауҙа объекты эшләй, тип билдәләне.

Рәсәй халҡы һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләне
Беҙҙән башҡа бер кем дә! Ошо девиз аҫтында бөгөн Рәсәй халҡы һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләне. Республикала төп байрам саралары Шишмә районында Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында үтте.
Беҙҙән башҡа бер кем дә! Ошо девиз аҫтында бөгөн Рәсәй халҡы һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләне. Республикала төп байрам саралары Шишмә районында Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Пилотһыҙ осоу аппараттары пилоттарын әҙерләү үҙәгендә булды
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Владлен Татарский исемендәге Пилотһыҙ осоу аппараттары пилоттарын әҙерләү үҙәгендә булды. Үҙәккә былтыр республика етәксеһе инициативаһы буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы пилотһыҙ системалар менән идара итеү, хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау күнекмәләренә өйрәтеү өсөн нигеҙ һалынды.