БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.89K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортотсанда яуым-төшөм менән бәйле хәл көсөргәнешле ҡала

Ямғыр ташҡыны башланғандан алып бөтәһе 101 кеше эвакуациялана, уларҙың 32-һе-балалар. Тәүлек эсендә Башҡортостандың өс йылғаһында һыу күтәрелгән. Белоретта Маты йылғаһының һыу кимәле 150, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында Әй йылғаһы 34, Октябрьский ҡалаһында Ыҡ йылғаһы 10 сантиметрға артҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр ми нистрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында оператив штаб тәүлек әйләнәһенә эшләүен дауам итә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү-эштәре бара

Сибай менән Әбйәлилде тоташтырған юлда Казанка ҡасабаһы янында күперҙе йыуғайны. Әлеге ваҡытта Баймаҡ юл ремонт -төҙөлөш идаралығы унда төҙөкләндереү эштәре алып бара. Юлдың ситенә таш түшәлә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1 августан эшләп йөрөгән хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһы арта

Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе 2023 йылда эшләгән республика пенсионерҙарының страховка пенсияһын ғаризаһыҙ тәртиптә ҡайтанан иҫәпләй. Бынан тыш, ҡараусыны юғалтыу буйынса пенсия ла арттырыла. Аҡса августа ғәҙәти график буйынса күсерелә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Контракт төҙөгән хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 400 мең һум түләнә

Владимир Путин 1 августан 31 декабргә тиклем контракт төҙөгән хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был сумма Оборона министрлығы менән бер йылдан контрактҡа ҡул ҡуйғандарға тәғәйенләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ла Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 10 июлдән контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме артты. Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйыусылар бер тапҡыр республиканан 505 мең һум аласаҡ. Өфө хакимиәте өҫтәмә рәүештә 300 мең һум түләйәсәк. Шулай итеп, 400 мең һум федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандан хәрбиҙәр бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аласаҡ. Бөтә һорауҙар буйынса төбәк халҡы ситуацион үҙәктең 122 йәки 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офистарында мөрәжәғәт итә ала. Һайлап алыу пункты номеры: 248-29-31.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт ярҙамы менән Башҡортостанда яңы предприятиелар һаны артҡандан-арта

Республика иҡтисады үҫешенә тос өлөш, ерле халыҡҡа - өҫтәмә эш урындары. Дәүләт ярҙамы менән Башҡортостанда яңы предприятиелар һаны артҡандан-арта. Беҙҙең төбәктә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса махсус эш алымы бар. Ул «Инвестиция сәғәте» форматындағы ултырыштар. Башҡортостан башлығы үҙ аҡсаһын республика үҫешенә һалырға теләүселәр менән ҡыҙыҡлы проекттарҙы тикшерә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Александр Прядко Өфөнән Валерий Чипизубовҡа рәхмәт хаты тапшырҙы

Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Александр Прядко «Үҙәк баҙар» комплексында хеҙмәт итеүсе һаҡсы Валерий Чипизубовҡа рәхмәт хаты тапшырҙы. Ир банкомат аша мутлашыусыларға аҡса күсерегә маташҡан ханымды был аҙымдан туҡтатҡан. Шул рәүешле ул ҡатындың ярты миллион һум аҡсаһын һәм нервыларын һаҡлап алып ҡалған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көйөргәҙе районында мотоцикл менән мопед бәрелешеүе һөҙөмтәһендә ике уҡыусының ғүмере өҙөлгән

Республика дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡот осҡос фажиғә төн уртаһында Шабағыш ауылында теркәлгән. Аварияла 16 һәм 17 йәшлек ике водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынында һәләк була, 14 һәм 18 йәшлек ике пассажир ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Йәш кешеләрҙең водитель таныҡлығы булмауы билдәле.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан табитары тәүге тапҡыр елек майын күсереп ултыртыу буйынса операция яһаны

Әмәлиәт Республика балалар клиник дауаханаһының онкология һәм гематология үҙәгендә башҡарылған. Табиптар коллективы быға оҙаҡ әҙерләнгән. Был эштә Дима Рогачев исемендәге балалар гематологияһы, онкология һәм иммунология үҙәге белгестәре ярҙам күрһәтә. Пациент - 10 йәшлек ҡыҙ, операцияны яҡшы кисерә. Элек бындай пациенттарға башҡа төбәктәргә операцияға йөрөргә тура килә ине. Хәҙер Өфөлә асылған балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге ярҙамында сифатлы дауалау алырға мөмкин.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Һаулыҡ марафоны» үтте

Баймаҡта «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектына ярашлы «Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш» программаһын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән «Һаулыҡ марафоны» үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының белгес-эксперты Ирина Карамова, Республика клиник инфекция дауаханаһының баш табибы, эпидемиолог Азат Мөхәмәтйәнов ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй мосолмандары Башҡортостандың тәүге имамы Хажи Хөсәйенбәк рухына аят бағышланы

14-се быуатта Башҡорт ерлегендә йолаларҙы, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен халыҡҡа еткергән, мәғрифәтсе, дин әһеле Шишмә районының Ҡара-Яҡуп ауылы эргәһендә Аҡ зыяратта ерләнгән. Уның ҡәбере өҫтөндә кәшәнә төҙөлгән. Архитектур ҡомартҡы республика мосолмандары өсөн изге урын һанала. Шуға ла йыл һайын районда динданҙар йыйыны үтә. Форум сиктәрендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Мин Ислам динен өйрәнәм» конкурсы ла ойошторолдо.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестивалендә хоббихорсинг буйынса күрһәтмә сығыштар була

Баймаҡ районы Граф күле буйында ойоштороласаҡ «Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестивалендә хоббихорсинг, йәғни уйынсыҡ атта йөрөү буйынса күрһәтмә сығыштар була. Шулай уҡ теләүселәр пониҙа һыбай йөрөү техникаһын үҙләштерә аласаҡ. Өфө районының «Жуков» ат клубы тарафынан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ҡыҙыҡлы программа әҙерләнә.
1👍1
Йылайыр районында «Аҫылташ – 2024» йәштәр мәғариф форумы үҙ эшен тамамланы. Республиканың маҡсатлы йәштәре өс көн дауамында бында белемдәрен камиллаштырҙы, уңышлы яҡташтарыбыҙ менән осрашты, оҫталыҡ дәрестәрендә һәм үҫтереүсе уйындарҙа ҡатнашты. Форум сиктәрендә «Батырҙар уҙышы» ла ойошторолдо.

📌 «Халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың киләсәге йәш быуындың ниндәй булыуы менән бәйле. Мин үҙем йәштәр сәйәсәтендә ҡатнаштым, һәм ул ваҡытта беҙ бындай саралар тураһында хыяллана ғына инек», – тип мөрәжәғәт итте форумда ҡатнашыусыларға республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов. Ул һәләтле йәштәр менән бергә Йылайыр районының «Дуҫлыҡ» лагерындағы йәштәр аллеяһына ағас үҫентеләре ултыртыуҙа ҡатнашты.

💎 «Аҫылташ» форумы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

#асылташ2024 #аҫылташ #аҫылташ2024 #ФСГОРБ #РосмолодёжьГранты #БашМолодёжьЛ
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Павловка һыуһаҡлағысында быйыл йәй икенсе тапҡыр «Ташҡын» режимы индерелде

Был туҡтаһыҙ ямғырҙар яуыуы һөҙөмтәһендә һыу кимәләнең кинәт күтәрелеүе менән бәйле. Әле гидроузелда һыу ағымы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда биш тапҡырға күбәрәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хеҙмәт урынында йәрәхәтләнгән граждандарға автомобиль асҡыстары тапшырылды

Рәсәй социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе тарафынан хеҙмәт урынында йәрәхәтләнгән граждандарға автомобиль асҡыстары тапшырылды. Ун алты кеше махсус йыһазландырылған транспорт сараһы хужаһы булды. Дөйөм алғанда, 2001 йылдан программа буйынса меңдән ашыу инвалид был мөмкинлек менән файҙаланған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында осрашыуҙар үткәрҙе

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары өс көн дауамында Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙе. Һөйләшеү быйыл үтәсәк 6-сы съезға әҙерлек һәм йәмәғтселекте борсоған күренештәр тураһында барҙы. Һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәр, киләсәккә бурыстар ҡаралды.