БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.13K photos
7.88K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика Башлығы башланғысы менән һалдаттарға 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылды

«Батырҙар дәүере» телемарафонында «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, социаль координаторҙар Гөлзиә Ҡунафина менән Дилә Ғәлиуллина ҡатнашты. Улар яугир ғаиләләренә ярҙам саралары һәм рух ныҡлығын һаҡлау тураһында һөйләне.
👍31🔥1
БСТ-ла «Батырҙар дәүере» телемарафоны: аҙаҡҡы өлөш!

Көн дауамында БСТ телеканалында тыныс тормошто ҡалдырып, Ватан һағына баҫҡан кешеләр хаҡында тура эфирҙар күрһәтелә.

Иң һуңғы бүлектә - Донбасстан тура бәйләнеш, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың батырлыҡтары, юғалтыуҙар һәм ҡаҙаныштар.

Трансляция башлана: 25 июлдә 19:00 сәғәттә.
https://vk.com/video-27097047_456282131
👌21🔥1
Махсус операция зонаһында «Серега» позывнойлы яугирға уның иҫәпһеҙ һөнәрҙәре ярҙамға килә. Телемарафонды ҡарап, үҙегеҙ быға инанырһығыҙ.

https://vk.com/video-27097047_456282189?access_key=9c2b6c7cdc6cce334b
2🔥1👏1
Журналист Бәйтулла Фәтҡуллин: Бөгөн ил яҙмышы хәл ителә

Яугирҙың рухы күтәренке булһын өсөн тылдың ныҡлы терәк булыуы кәрәк. «Батырҙар дәүере» телемарафонында яугир Бәйтулла Фәтҡуллин, йырсы Рәсүл Ҡарабулатов һәм ирекмән Олег Ғәлиев ошо берҙәмлек тураһында һөйләй.
https://vk.com/video-85076499_456253544
Үҙ эшенең оҫтаһы, тырыш, етеҙ.

Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов хаҡында шулай ти яугирҙар.

Әлеге ваҡытта ул СВО зонаһында һәм төрлө йүнәлештәр буйынса эшләй.

https://vk.com/video-27097047_456282193?access_key=7a1f370079378b34f2
Рәсәй патриоттары һәм уларҙың ҡараштары. Ил яҙмышында ҡатнашыу өсөн ниндәйҙер ваҡытты көтөргә кәрәкмәй, ти киләһе интервью геройы.

Уны контракт төҙөргә һәм алғы һыҙыҡҡа барырға нимә этәргән? Юлиә Паршина хәрби комиссариаттан тура бәйләнешкә сыҡты.

https://vk.com/video-27097047_456282210
Яҡташтарыбыҙ уға «мама Таня» тип өндәшә

Донбасста беҙҙең егеттәргә күрһәткән ҡунаҡсыллығы һәм ярҙамы оло баһаға лайыҡ.
https://vk.com/video-27097047_456282195
Ҙур ярҙам саралары

Башҡортостан Башлығының башланғысы менән бер йылдан күберәккә контракт төҙөгәндә миллион һумға тиклем аҡсалата түләү бирелә.

Республика яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә
күрһәткән ярҙам хаҡында Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һөйләне.
https://vk.com/video-27097047_456282211
БСТ телеканалында «Батырҙар дәүере» телемарафоны барышында «Ватанды һаҡлаусылар» фондынан тура эфир үтте

Корреспондент Наталья Хван фондтың социаль координаторы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Олег Мөфтәхетдинов менән аралашты. Ул ни өсөн алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан башҡа һалдаттарға ярҙам итеүе, ғөмүмән, башҡорт ере һаҡсыларға бүлгән иғтибар хаҡында һөйләне.
https://vk.com/video-27097047_456282212
Яугирҙар Ватанды һаҡлай, ә тыл эшсәндәре уларға хәстәрлек күрһәтә

Ирекмәндәр бишмәттәр һәм рюкзактар тегә, маскировка селтәрҙәре үрә, гуманитар ярҙам йыя һәм үҙ аҡсаһына квадрокоптерҙар һатып ала.

Барлыҡ эш һалдаттарҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалыу, Еңеүҙе яҡынайыу өсөн башҡарыла.

Студия ҡунаҡтары — Башҡортостан ирекмәндәре. Улар хәрбиҙәргә ниндәй ярҙам кәрәклеге хаҡында һөйләне.
https://vk.com/video-27097047_456282213
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районындағы «Цемикс» предприятиеһы тулы ҡеүәткә күсеү алдында тора

Әлеге ваҡытта заводта йылына 180 мең тонна тирәһе продукция сығарыла. Башҡортостанда етештерелгән аҡ цемент ил баҙарының 65-70 процентын биләй. Заманса завод төбәк халҡын эш менән тәьмин итеүгә, район бюджетын тулыандырыуға ла ыңғай йоғонто яһаған. «Цемикс» хәйриә эшмәкәрлеген дә алып бара.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Батырҙар дәүере»телемарафоны үтте

Күмәкләгән яу ҡайтарған. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йөрәге Еңеү өсөн бөтә Рәсәй халҡы йөрәге менән бергә тибә. Бөгөн беҙҙең телеканалда «Батырҙар дәүере»телемарафоны үтте. Ысын ир-егеттәр, алғы һыҙыҡҡа киткән батыр яугирҙар тура эфирҙа Ватанға тоғролоҡ һәм хәрби туғанлыҡ тураһында һөйләне. Улар араһында ҡәләмде хәрби ҡоралға алмаштырған коллегаларыбыҙ ҙа бар.
3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Октябрь районында балалар поликлиникаһын модернизациялау 65 процентҡа теүәлләнгән

Эш графиктан алда барыуға бәйле, медицина учреждениеһы быйыл көҙ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Республика программаһына ярашлы, 2029 йылға тиклем баш ҡаланың 118 һаулыҡ һаҡлау объектының яңырыуы көтөлә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» таныҡлығы алды

Яугирҙарға документтарҙы Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин менән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы. Ветеран статусын алыусылар араһында контракт төҙөгәндән һуң алғы һыҙыҡта тораҡ пункттарҙы азат итеүҙә ҡатнашып, ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙ күп.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 13-cө ҡала клиник дауаханаһында заманса ҡорамалдар ярҙамында ҡатмарлы әмәлиәттәр яһала

Патология йәшәреп, киң таралған. Өфөнөң 13-cө ҡала клиник дауаханаһы табиптары билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың янбаш ағзалары төшөү осраҡтары артыуы күҙәтелә. Медицина учреждениеһында пациенттарға заманса ҡорамалдар ярҙамында ҡатмарлы әмәлиәттәр яһала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктә «Әлифба» йәнһүрәте донъя күрәсәк

Сағыу, ҡыҫҡа видеояҙмалар аша башҡорт телен өйәрнеү өсөн әҙерләнгән проект Башҡортостан башлығы фонды ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. «Муха» студияһының «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектәге йәнһүрәт тураһында тәүгеләрҙән булып социаль селтәрҙәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров яҙҙы. Йәнһүрәт төшөрөү студияһында БЮТ ижади төркөмө лә булды.
1🔥1
Халыҡты махсус операция буйынса ниндәй һорауҙар борсой?

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге белгесе Лилиана Дауытова был хаҡта белә. Ул коллегаларының ниндәй мөрәжәғәттәр менән эшләүе, граждандарға нисек ярҙам итеүе тураһында һөйләне.
https://vk.com/video-27097047_456282216
👌1
Ир-егеттәр дуҫтары һәм туғандары артынан ил һағына баҫа

Республика хәрби комиссариаттарында контракт буйынса хеҙмәт итергә һәм ил һағына баҫырға теләгәндәр көндән-көн арта. Тулҡынландырғыс тарихтар һәм үҙенсәлекле хәлдәр хаҡында БСТ телеканалы корреспонденты Юлиә Паршина һөйләне.
https://vk.com/video-27097047_456282214
2👍1
«Батырҙар дәүере» телемарафонында журналист Гүзәл Хәмитова Башҡортостан яугирҙары менән әңгәмә ҡорҙо.

- Айырыуса автослесарь, иретеп йәбештереүсе, водитель кеүек һөнәр эйәләренә ихтыяж ҙур. Ғөмүмән, яу яланында беҙгә ярҙам ныҡ кәрәк, - ти «Ҡасим» ҡушаматлы яугир.
https://vk.com/video-27097047_456282191
Былтыр күп балалы атай, республика Хөкүмәтенең элекке хеҙмәткәре Павел Самойлин үҙ теләге менән СВО зонаһына юлланды

Апрель башында Павел ҡаты яраланды, бер нисә көн емереклектәр аҫтында ятты, әлеге ваҡытта ул госпиталдә.

«Ҡайтыр» позвнойлы яугир «Батыр дәүере» телемарафонында ни өсөн алғы һыҙыҡҡа әйләнеп ҡайтасағы хаҡында һөйләне.
https://vk.com/video-27097047_456282228