БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.86K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөлә Геном үҙәге төҙөлөшө менән таныштырҙы

Төҙөлөш Евразия ғилми-белем биреү үҙәге - юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының икенсе сираты сиктәрендә алып барыла. Геном үҙәгендә фундаменталь һәм ғәмәли биомедицина тикшеренеүҙәре үткәреләсәк. Бында мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә дисциплина-ара проекттарҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Бина 4 ҡаттан торасаҡ, дөйөм майҙаны - 5 мең ярым квадрат метр. Уны иң заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителәсәк.
🔥31👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда көслө ямғырҙар тураһында ашығыс иҫкәртеү яһаны

Иғтибар! Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда көслө ямғырҙар тураһында ашығыс иҫкәртеү яһаны. Бөгөн төндә һәм иртәгә тәүлек дауамында республикала көслө ҡойма ямғырҙар, ҙур боҙ-борсаҡ яуыуы, елдең секундына 22 метрға тиклем көсәйеүе, йәшен йәшнәүе хаҡында хәбәр итте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Абитуриенттарҙың күп өлөшө «Дәүләт хеҙмәттәре» порталын һайлай

Өфө фән һәм технологиялар университетының ҡабул итеү комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә 63 меңдән ашыу ғаризаның 55 проценты тап ошо ысул буйынса тапшырылған. Документтар 25 июлгә тиклем ҡабул ителә. Республика юғары уҡыу йорттарында асылған яңы йүнәлештәр, бюджет урындарға конкурс барышы хаҡында репортаж.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө 450 йыллыҡ тарихи юбилейын ҡаршы алырға әҙерләнә

Хәҙерге ваҡытта башҡаланың тарихи үҙәгендә төҙөкләндереү эштәре ҡайнай. Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәтенең бинаһы ла яңы һулыш кисерә. Әле объектты көрән төҫкә буяу бара. Былтыр фасад капиталь ремонт сиктәрендә һары төҫкә буялған булған. Әммә ҡала халҡына оҡшамау сәбәпле төҫтө үҙгәртергә хәл ителгән. Буяу эштәрен ике аҙнала тамамлау ҡаралған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ирҙәр ҡоро» ойошмаһы ағзалары солоҡсолоҡ серҙәренә төшөндө

Боронғо кәсепкә һаҡсыл ҡараш. «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары атайҙар һәм улдар өсөн сираттағы сараны тормошҡа ашырҙы. Был юлы улар Белорет районында ата-бабаларҙан ҡалған солоҡсолоҡ серҙәренә төшөндө.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дүртөйлө районынан Альбина Һәм Фәнис Фәррәховтар тимер туйын билдәләне

65 йыл никахта иңгә-иң терәшеп. Дүртөйлө районынан ирле-ҡатынлы Альбина Һәм Фәнис Фәррәховтар тимер туйын билдәләне. Бындай юбилейға бик һирәк парҙар ғына барып етә. Тимер туй ғаилә ептәре ныҡлығын күрһәтә, был йылдар эсендә мөнәсәбәттәр ҙә тимер кеүек ышанслыға әүерелә. Улар баласаҡ, мәктәп, йәшлек йыдарын бергә үткәргән ауылдаштар.
28🔥6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районының Ҡотой ауылында халыҡ-ара «Олотау йыйыны» футбол фестивале үтте

Оло тауҙың оло йыйыны. Ял көндәрендә Учалы районының Ҡотой ауылында алтынсы халыҡ-ара «Олотау йыйыны» футбол фестивале үтте. Быйыл турнир өс көн дауам итте һәм ҡатнашыусы командалар һаны буйынса ла рекорд ҡуйҙы. Приз фонды ла быйыл миллион һумға барып етте. Бәләкәй генә ауылдың тотош илгә дан алған спорт байрамы тураһында киләһе репортажда.
👍4
26 һәм 27 июлдә Өфө үҙәгендә автотранспорт хәрәкәте сикләнә. Баш ҡалала ике ҙур эшлекле йыйын ойошторола. 26 июлдә “Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” Бөтә Рәсәй форумы, шулай уҡ “Аҡыллы ҡала. Беҙҙең киләсәк” йәштәр конгресы башлана. 26 июлдә иртәнге сәғәт 6-нан 8-гә тиклем Генерал-губернатор Перовский урамы ябыла. 27 июлдә көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 7-гә тиклем Пушкин урамының бер өлөшөндә транспорт хәрәкәте сикләнә. 25-28 июлдә “Торатау” конгресс-холы янындағы парковкала автомобиль ҡалдырып булмай, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
1
💞Башҡортостандан Әсә махсус операцияға улы янына барып ҡайтҡан

Благовещен ҡалаһынан Елена махсус хәрби операция биләмәһенә улының хәлен белешергә барған.

😇 Яугирҙың әсәһе — ирекмән. Ул башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә гуманитар ярҙам әҙерләй, күптәренең улдары СВО-ла хеҙмәт итә.

«Улым санитар инструктор булып хеҙмәт. Беренсе ярҙам күрһәтә, һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡара. Бер нисә ай хеҙмәт иткән осорҙа командирҙарынан бик күп йылы һүҙҙәр һәм рәхмәт ишеттем. Бындай һүҙҙәр күңелгә май булып яғыла», — тип яугир әсәһе.

💌Ҡатын СВО биләмәһенә дарыуҙар, тәмлекәстәр, хаттар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр алып барған.
2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
25 июлдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Батырҙар дәүере» телемарафоны

Еңеү өсөн бөтә ил менән, һалдаттарҙың тиңһеҙ батырлығы, ватанға тоғоролоҡ һәм хәрби туғанлыҡ, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ҡаралған федераль һәм төбәк түләүҙәре, контракт өсөн бер миллион һум. Махсус хәрби операция буйынса һорауҙар һәм яуаптар «Батырҙар дәүере» телемарафонында. Башҡортостан юлдаш каналы эфирына ҡушылығыҙ, илдең киләсәге өсөн «Батырҙар дәүере»нең мөһимлеген һәм әһәмиәтен тойоғоҙ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында йәшәүсе ғаилә бәшмәк үҫтереү менән шөғөлләнә

Бәшмәк үҫтереү килемлеме? Был һорауға яуапты Баймаҡ районы Темәс ауылында шампиньон үҫтереүгә социаль адреслы ярҙам алыусы Марковтар ғаиләһе белә. Тулыраҡ БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы социаль контракт буйынса бизнес-проекттың уңышлы миҫалы менән тыныштырҙы

Ябай ғына идея һәм дәүләт яғынан ярҙам кешенең, тотош ауылдың тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙә социаль контракт буйынса бизнес-проекттың уңышлы миҫалы менән тыныштырҙы. Һүҙ Ейәнсура районынан Әлфиә Ураҙаева һәм уның клининг бизнесы хаҡында бара.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда йәшәүселәр тәүлек эсендә 23 миллион ярым һум аҡсаһын юғалтҡан

Антирекорд тураһында республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Халыҡты алдауҙың 45 осрағы буйынса ла енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Радий Хәбиров күптән түгел ауыл биләмәләре башлыҡтарынан халыҡҡа телефон аша мутлашыусылар тураһында мәғлүмәт еткереүҙәрен һораны. Аңлауығыҙса, алдау юлы менән аҡса алыу схемаларын махсус хеҙмәттәр әҙерләгән, был аҡса туранан-тура Украина хәрби көстәрен финанслауға йүнәлтелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге аша ун өс меңгә яҡын кеше үткән

Ике аҙна эсендә Шишмә районындағы Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге аша ун өс меңгә яҡын кеше үткән. Турахан кәшәнәһе эргәһендә асылған яңы объект мөмкинлектәрен Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән туристар ҙа юғары баһалап, Өфөгә яҡын урынлашыуы айырыуса ҡыуаныслы булыуын билдәләне.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сираттағы төркөм яугирҙар ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Уларҙы оҙатырға яҡындары, власть вәкилдәре һәм хәрбиҙәр килде. Ватан һаҡсыларын Өфө-Арена боҙ һарайы алдынан тантаналы шарттарҙа оҙаттылар. Яҡташтарыбыҙҙы хеҙмәт иткән урындарына тиклем илтеү өсөн уңайлы автобустар бүленгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
25 июлдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Батырҙар дәүере» телемарафоны

Еңеү өсөн бөтә ил менән, һалдаттарҙың тиңһеҙ батырлығы, ватанға тоғоролоҡ һәм хәрби туғанлыҡ, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ҡаралған федераль һәм төбәк түләүҙәре, контракт өсөн бер миллион һум. Махсус хәрби операция буйынса һорауҙар һәм яуаптар «Батырҙар дәүере» телемарафонында. Башҡортостан юлдаш каналы эфирына ҡушылығыҙ, илдең киләсәге өсөн «Батырҙар дәүере»нең мөһимлеген һәм әһәмиәтен тойоғоҙ. 25 июлдә иртәнге сәғәт 7-нән төнгө 10-сы яртыға тиклем республиканың төп телеканалаында.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ярты йыл эсендә 32 кеше сысҡан биҙгәген йоҡторған

Әле республика клиник инфекция дауаханаһында геморрагик биҙгәк менән буйынса тикшереү үткәрелә, биш осраҡта диагноз теркәлгән. Ялан, урман, баҡса шарттарында сысҡан ҡалдыҡтарынан йоҡҡан сир айырыуса йәйге осорҙа күпләп тарала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә сифатлы медицина ярҙамында пациентҡа хәрәкәтләнеү мөмкинлеге ҡайтарылды

Пациентҡа хәрәкәтләнеү мөмкинлеген ҡайтарыу. Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы табиб-нейрохирургы, медицина фәндәре кандидаты Артемий Новиков арҡа мейеһенә әмәлиәт яһап, ауырыуҙың йәшәү кимәлен бер-нисә кимәлгә еңеләйтергә ярҙам иткән. Ваҡытында сифатлы медицина ярҙамы алған пациент һәм уның һаулығы һағында тороусылар менән БЮТ ижади төркөмө аралашты.
👍31👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балаларҙың теле туған телдәрендә асылһын. Киләсәктә улар башҡортса уҡыһындар, һөйләшһендәр, уйлаһын һәм йырлаһындар өсөн, эште күңелле «Әлифба» менән таныштырыуҙан башлайыҡ!

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
🔥3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында Вәзих Сөнәғәтуллин иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Урман һаҡсыһына стела. Шаран районының Яңы Тамъян ауылында урмансы Вәзих Сөнәғәтуллин иҫтәлеге мәңгеләштерелде. Ерҙең йәшел ҡалҡанын булдырыусы уңған, эшйһөйәр урмансы иҫтәлегенә арналған тантана хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
6👍1